RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ГИТЛЕР ШПИОНЫ

01.05.2015 ГИТЛЕР ШПИОНЫ

Мин бәләкәйерәк саҡта, үткән бы­уат­тың ҡырҡынсы йылдарында, тыл­да ла үлемесле һуғыш осоронда, ҡыш урталарына яҡын ауылыбыҙ Ҡарамалыға ҡай­ҙандыр беҙҙеңсә һөйләшмәгән бер инәй килеп сыҡты. Бик хәйерсе хәлендә кейенгәйне ул: башындағы күптән йыуылмаған, һиҙерәп бөткән яулыҡ өҫтөндә ҡолаҡсынһыҙ кәпәс, күлдәгендә сыбар тауыҡты хәтерләткән ҡырҡ төҫтәге ямаулыҡ, өҫтөндәге көпөһө лә шул самала, аяҡтарындағы сабата, ныҡ туҙғанлыҡтан, өлтөрәп бөткән. Туған-тыумасалары ла, әхирәт, таныш-белештәре лә юҡ. Баштараҡ инәй бер-ике көн ҙур ауыл урамын ҡыҙырып йөрөнө. Йән башына көнөнә йөҙәр грамм ғына ашлыҡ йә ярма бирелгән кешеләрҙең хәйерҙәре лә сәйгүн ҡапҡасы дәүмәллегендәй генә ер шикелле дөм-ҡара мысай икмәге генә булғандыр. Ҡайҙа, кемдә йоҡлап йөрөүе беҙҙең ише ыбыр-сыбыр бала-сағаға аңлайыш­һыҙ ине. Исеме лә хатта өлкәндәргә лә билдәле түгел. Бер-ике көндән һуң ғәйеп булып торҙо. “Нишләп” һүҙен “нистәп”, “эшләп”те “эштәп” тип әйтеүе уның ете-ят яҡтан килеп сығыуын күрһәтеп торғандыр. “Нистәп” тип ҡыҙыҡ ҡына итеп һөйләшеп йөрөгәне өсөн уны ололар Нистәп әбей, бала-саға Нистәп инәй тип йөрөттө. “Нистәп әбей” оҙон ғүмерле ҡушамат булманы.
Тауыҡтар, аттар тип ҡаты телдә һөйләшкәне өсөн “нистәп” инәйҙе “Бөрйән әбейе” ҡыҫтап сығарҙы ла, тәүге ҡушаматы тора-бара бөтөнләйгә онотолдо.
ГИТЛЕР ШПИОНЫАҙна-ун көн тирәһе күрше ауылдарҙы ла ҡыҙырып сыҡҡас, ултыраҡланды “Бөрйән әбейе”. Ауыл­дың үрге осонда башҡа өйҙәрҙән байтаҡ алыҫтараҡ айырымланып торған аласыҡ һымаҡ ҡына ситән өйҙә ҡураныс ҡына кәүҙәле булғаны өсөн “көҙгө сепей” ҡушаматы тағыл­ған Тәйникәй исемле яңғыҙ ғына әбей йәшәй ине. һуңлап ҡына табып үҫтергән берҙән-бер улы Сәмиғулланың һуғыштың тәүге айҙарында уҡ “ҡара ҡағыҙы” килгәс, ауыр хәсрәт ҡамыты бөгөп, әбей бик ныҡ бирешеп, бөтөнләй кибеп, бәләкәсәйеп ҡалғайны. Йылыға йылан эйәләй, тигәндәй, Бөрйән әбейе шул өйгә йыш йөрөп, һуңыраҡ бөтөнләй өйҙәш булып киткән. Тәйникәй һис тә генә тарһынмаған унан. Уларҙы уртаҡ яҙмыш, уртаҡ яңғыҙлыҡ яҡынайтҡандыр инде. Быға тиклем исем-атһыҙ көн иткән Бөрйән әбейен дә хужабикәнең исеме менән атап йөрөтөр булып киткәндәр – Тәйникәй. “Аҙаш”тарҙы бер-береһенән айырымлар өсөн өйҙәшкә йәтеш кенә яңы ҡушамат та йәбештерелгән. Ул хужабикәнән ике тапҡырға тигәндәй оҙонораҡ булғанлыҡтан, Ҡолға Тәйникәй булып киткән.
һуғыштың тәүге йылы аҙағынараҡ һыңар аяғын тубыҡтан түбәнерәк юғалтып ҡайтҡан Мөхәмәтғәле үҙе ҡарауылсы булып эшләгән магазин янындағы бүрәнәлә еңелсә һуҡмыш ултырғанда, урамдан үтеп барған Ҡолға Тәйникәйҙе күреп ҡалып, янына саҡырған. Апай ҡаршыһына килеп баҫыу менән, теле сиселеп китеп, лыҡылдарға ла тотонған.
– А-а-апай, б-б-бөтә кеше эштә: кем фермала, кем ҡар тотоуҙа. Ә һин шул тиклем кәүҙәң менән у-у рам буйында, һемтәнләп, һерәйеп йөрөп ятаһың...
– Бынау тиклем алам-һоламға төрөнөп йөрөгән бәндәгә кем эшкә әйтһен. Колхозда ла түгелмен дә.
– Беҙҙең тирәнеке лә түгелһең. Кем һуң һин? Ҡ-ҡайҙан килеп сыҡтың? Хатта и-исемең дә билдәһеҙ. Силсәүитеңдән ысправкаң бармы?
– Үҙең күреп тораһың, хәйерсе бит мин. Хәйерсегә кем ундай дөкәмент бирһен.
– А-а-алдашма. Хәйерсегә һабышып, эштән ҡасып ҡына йөрөйһөңдөр. Ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп торған ауыл кешеһенең хәйерсегә өлөш сығарырлыҡ бер грамм нәмәһе юҡ. “Кем э-эшләмәй, шул ашамай”, – тигән девизыбыҙ ҙа бар. Ә һ-һин эшләмәйһең дә, ә йәшәй­һең б-бит. Ызначит, ҡайҙандыр ниҙер килеп тора һиңә.
– Көнөнә өс йомарлам мысай икмәге биреп сығаралар, һыу бар. Ул да бөтөп китһә, ҡар һыуы ла ярап тора. Шөкөр тигән көнөм бар тигәндәй.
– Алдашма, а-апай, – ти ҡарауылсы, бармаҡ янап. – һ-һирәк- мирәкләп булһа ла телефонлы избачҡа ингеләп йөрөүеңдең б-бер хикмәте барҙыр.
– Йә, етер инде. һине тыңлап тороп, өшөтә лә башланы. Юлымда булайым.
– Туҡта, һүҙем бөтмәне бит әле минең. Иң к-кәттәһе ҡалды.
– Нимә тағы. Сәйгә саҡыраһыңмы әллә?
– Юҡ, какой һиңә сәй. Үҙемә лә юҡты. Ней, апай, ә бәлки, һин Гитлер ышпионылыр әле. Б-беҙҙең астан ҡырылып бөтөп барған ауыл хәлен шул Гитлерыңа еткереп тормайһыңмы икән?
Ҡолға Тәйникәй “Гитлер ышпионын” ишетеү менән тертләп ҡуйғандай итте лә һөйләшеүҙән туҡталып ҡалды.
– Ә-ә, өҫтөнә баҫтыммы? Хәҙер силсәүиткә инеп, районға хәбәр ебәрһәм... М-минең х-хәлем дә күпкә еңеләйер ине...
– Ебәр, ебәр. Тик иҫеректең һүҙенә кем ышанһын. Гитлер үҙенең яранын ошолай йөрөтөр инеме ни? – тип алам-һолам кейемен һыпыр­ғылап алды “ышпион”.
– А-арыраҡ тор. Ас беттәрең миңә һикерер, – тип, ҡарауылсы туң бүрәнәнең икенсе осонараҡ шылып ултырҙы.
– Үҙеңдеке минекенән дә күберәктер әле, – тип үҙ юлы менән китте “Гитлер ышпионы”.
Утыҙ ике тештән сыҡҡан һүҙ утыҙ ауылға тарала тигәндәй, Ҡолға Тәйникәйҙең яңы ҡушаматы тураһындағы һүҙҙе кем тыңлап торғандыр ҙа, кем ишетеп тарат­ҡандыр – бер-ике көн эсендә бөтә ауылға мәғлүм булды ла “ҡолға”ны кеше теленән ҡыҫтап та сығарҙы.
Бөтә эш тә ҡул көсөнә генә таян­ған ваҡытта колхоз биләмәһенә юлыҡҡан һәр кем эшкә ылыҡтырыла ине. Ленинград яғынан килгән ҡасаҡтар ҙа бөтә урында ла колхозсылар менән бер тәртәгә егелеп эшләне. Хәйерсе мөһөрө баҫылған “Гитлер ышпионы” ла тыныс ҡалдырылманы. Теләнселекте ташлап, хәллерәк кешеләргә өй йыуышырға йөрөй башлағандың бишенсе кө­нөндә бригадир Маһикамал киске сәй етер мәлдә өйгә килеп инде лә, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас:
– Кем әле һин? Тәйникәй апай бит әле. Ауылға килгәнеңә байтаҡ ваҡыт. Колхоз эшсе көскә ҡытлыҡ кисерә. Иртәгәнән алып эшкә сығыр­ға тура килер, – тине.
– Мин һеҙҙең колхоз ағзаһы түгел бит әле. Ҡышҡы кейемем дә юҡ. Минең эште лә кем иҫәпкә алыр икән?
– Уныһына хәсрәтләнмәҫкә мөмкин. Бер нисә аҙна яҡшы эш күрһәт­һәң, һинең исемдән ғариза яҙып, колхозға ылыҡтырып та ебәрерҙәр. Кейем яғы ла хәл ителер. Иртәгә иртә менән келәт янына килерһең. Кейем дә, эш ҡоралдары ла булыр, – тип, тыныс йоҡо теләп, сығып китте бригадир.
– Килешергә тура килер, “аҙаш” әхирәт. Миңә ҡарттар фондынан туғыҙ ҡаҙаҡ ашлыҡ тейә. Шуға һинең көндәлек йөҙ грамыңды ла ҡушһаҡ, бирешмәҫбеҙ. Иҫән-һау ҡара ергә лә аяҡ баҫырбыҙ, иншалла, – тип Маһикамал бригадирҙың һүҙҙәрен йөпләне хужабикә. – Тырыш эш күрһәтһәң, ысправкаң булмауына ла бәйләнмәҫтәр. Хәҙер закон ҡаты бит.
“Ышпион Тәйникәй” билдәләнгән урынға килгәндә бригадир уны көтөп тора ине инде. Иҫәнләшкәс, Маһикамал буласаҡ колхозсыны келәт мөйөшөндәге сепрәк-сапраҡ өйөмөнә яҡын килтерҙе лә:
– Бына былар – һуғыш башла­н­ған­ға тиклем сәскес артында йөрөгән ир-аттың кейеме. Ағыулы орлоҡтарҙың зарары теймәгән улар­ға. Ҡағып-һуғып, ямаштырып алһаң, ҡыш сығырлыҡ кейем дә булыр, – тип өйөмдән көләпәрә, һырма салбар менән көпө, кирзактар килтереп сығарҙы. – Ирҙәрҙеке тип, наҙланып-һайланып торма, һайланыр заман түгел. Ҡырҡ бишенсе үлсәмле кирзактар ҡуңалтаҡ аяҡҡа бик ҙур, уңайһыҙ булыр. Силғау урынына бынау тоҡ ярыларын, ҡалын итеп, урап кейһәң, аяҡтарың ҡышҡы селләлә лә бирешмәҫ.
– Ҡайҙа ҡуйырһығыҙ икән мине, һылыу? Эшемде әллә оҡшатырҙар, әллә юҡ.
– Уның оҡшау-оҡшамауы үҙеңдән тора. һәр хәлдә, хәйерсе хәлендә булмаҫһың. Көнөнә йөҙ грамдай ғына булһа ла ризығы бар, колхоз ағзаһы. Бына һиңә лом, көрәк, үтмәҫ балта. Көнөнә ике тапҡыр мал һуғарған урында мәке ситенә туңған боҙҙо киртләсләп ватып торорға. Көслө бурандарҙан һуң, йылғаға яҡын һыу юлын көрттән таҙартырға.
Ҙур үлсәмле ирҙәр кейеме олоғая барған ҡатынға бик үк уңайлы булмаһа ла, ҡыш сығырлыҡ мөмкинлектән ҡәнәғәт ине “Гитлер ышпионы” Тәйникәй. Эш ауыр ине. Өс быуа килтерелгән һыйыр малы һыу эсеп ҡанғас, ауыҙҙарынан суптырлап аҡҡан һыу оҙон мәке ситенә ҡойолоп, тиҙ арала ҡалын боҙға әйләнә. һыйырҙарҙан һуң һарыҡтар өйөрө килә. Көнөнә ике тапҡыр оҙон мәке ситен тәртиптә тоторға. Аҙналарға һуҙылған күҙ асҡыһыҙ буранлы көндәрҙә урамдан алып мәке ситенә тиклем юл ярырға... Ир-ат һуғышҡа китеп бөткәс, бындай ауыр эшкә атлығып торған кеше лә булмаған.
“Гитлер ышпионы”ның һайланып торорға ваҡыты ла юҡ. Теләһә ниндәй эшкә лә риза. Тик, эҙенә төшөп, тегендә-бында саҡыртып, яуапҡа тарттырып ҡына ғазапламаһындар.
Тәүге эш көнө бик ауыр булды. Уға тиклемгеләр мәке ситен йүнләп киртләсләп ватмаған. Бәлки, ҡулдарынан да килмәгәндер. Шунлыҡтан арып-арманһыҙ булып, һуңлап ҡына ҡайтып инде сепей Тәйникәй өйөнә. Самауыр һыуына башлағайны инде. “Аҙаш”ының арып-талып, өшөп-туңып ҡайтып инеүен күреп, хужабикә, күмере наҡыҫ ҡына булһа ла, самауырын шыжлатып алырға булды.
– Төшкө сәйгә лә ҡайтманың. Күрше бригадҡа эшкә ебәрҙеләрме әллә? – тип һораны өйҙәш аҙашынан Тәйникәй сепей.
– Юҡ та. Мәкене йүнләп тәрбиәләп тотмағандар. Боҙ ҡалынлығы ярты метрға етә яҙған. Бахыр малҡайҙар, тубыҡланып, мең ғазап менән һыу эсә ине. Тайып йығылып, ҡазаланыуҙары ла мөмкин.
– Ул урындағы эштең ниндәй икәнен өйҙә ултырған көйө лә яҡшы беләм. Ирҙәр эшләгәндә лә шулай булды. Бер нисә тапҡыр оло мал да ҡазаланды, һинең килеп сығыуыңды ғына көткәндәр икән. Көн һайын былай эшләһәң... Икенсе урын һорап ҡара.
– Бер тотонғас, эшләргә кәрәк. Ул урында ла кемдер булырға тейеш бит.
– Шулайҙыр инде. Аптырағандың көнөнән әйтәм дә, – тип һығымта яһап ҡуйҙы хужабикә.
Сикһеҙ арытып-талсығылған булһа ла, йоҡо алманы “ышпион“ Тәйникәйҙе. Уйҙары менән Иҙел буйындағы Инсебикә ҡаяһына яҡыныраҡ булған ауылы яғына ҡайтып китте...
Улы һуғышҡа киткәс, Тәйникәй әбей бәләкәй генә ситән өйөндә бик ауырлыҡ менән көн итте. Исемһеҙ хәйерсенең үҙенә өйҙәш булып килеп инеүенән бик ҡәнәғәт ине. Яңғыҙлыҡта иптәш, ауырып-һыҙланып киткән саҡта ҙур ярҙамсы. Өйҙәше янында булғас, еңелерәк тә булып китте кеүек тормош көтөүе. Бигерәк тә мунса, эҫе һыу менән йыуыныу үҙе бер бәлә ине. Мунса ауылда өс-дүрт кешелә генә бар. Улары ла бик алыҫ, һыу ҙа яҡын түгел. Колхоз мунсаһы, һуғыш башланғас, эштән туҡтаны. Самауырҙа, усаҡ ҡаҙанында һыу йылытып, тасҡа ултырып ҡына бер-береһен йыуындырыштылар.
Шул рәүешле үҙ-ара ярҙамлашып, һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда “сепей” Тәйникәй йөрәк өйәнәгенән ҡапыл ғына әхирәткә күсте. Берҙән-бер көндө бығаса бер кеме лә булмаған мәрхүмәнең сыбыҡ осо ғына әллә һылыуы, әллә ҡоҙасаһы биш-алты балаһы менән өйгә килеп тулды. Йәнәһе, улар – был өйҙөң мәрхүмә булып киткән хужабикәһенең законлы вариҫтары. Балсыҡтан ғына ҡоршап яһалған мөрйә ярығынан һалам ҡыйыҡҡа ут ҡабып, бер сәғәт эсендә үҙ өйҙәренең көлө күккә осҡан, имеш. Тар ғына өйҙөң ҡыҫҡа ғына урындығында өйҙәшкә артабан төндә йоҡлап йөрөргә лә урын ҡалмай. “Гитлер ышпионы” урамда тороп ҡалды. Ул үҙенең хәсрәте менән уртаҡлашыр­ға ышанысһыҙ ғына өмөт менән бригадир Маһикамалға килеп:
– Ятып-йөрөр урын ғына булһа ла табыша алмаҫһыңмы икән? – тип зарын аңлатып бирә.
– Беҙ ҡуйған урында үҙеңде яҡшы яҡтан күрһәттең. Ул урынға фронттан табанының яртыһын өҙҙөрөп ҡайтҡан ағай бар. Уны тәғәйенләрбеҙ. Ә һиңә икенсе төрлө эш әҙерләңкереп торола.
– Ниндәйе лә оҡшар. Баш терәп ятыр ышыҡ урын ғына булһын. Бер эштән дә ҡурҡҡан юҡ былай.
– һарыҡтар күпләп бәрәсләгән саҡ. Йәш бәрәстәр өйөнөң бер мөйөшө һинеке. Утыны, мейесе бар. Көндөҙ бәрәстәрҙе инәләре янына сығарып имеҙергә лә кире алып инергә. Төндәрен ҡарауылсыларға яңы тыуған бәрәстәрҙе тәрбиәләргә ярҙамлашырға. Бер бәрәс­тең дә үлеүенә юл ҡуймаҫҡа.
– Риза булыр инем дә. Йәш бәрәстәргә йомшаҡ бесән бармы һуң? Ун көнлөк булғас, бесән һәрмәштерә башлай бит улар.
– Уларға тип әҙерләнгән бесән етерлек. Иренмә генә.
– Ярай улай булғас, – тип шатланып риза булды “ышпион” Тәйникәй. – Эште ҡасан башларға?
– Хет хәҙерҙән. Бәрәс өйө менән таныш. Үҙеңә йәтеш мөйөш әҙерлә. Түшәк кәрәк-ярағын колхоз келәтенән алырһың. Иҫке-моҫҡораҡ ҡына булһа ла, ҡапылда ярап торор.

АҠЪЮЛ.

(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)