RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Лариса АБДУЛЛИНА «Шундай ирҙәре бар халҡыбыҙҙың: ҡурҡыуҙарҙан азат асылы!

23.04.2015 Лариса АБДУЛЛИНА «Шундай ирҙәре бар халҡыбыҙҙың: ҡурҡыуҙарҙан азат асылы!

Лариса АБДУЛЛИНА   «Шундай ирҙәре бар халҡыбыҙҙың: ҡурҡыуҙарҙан азат асылы!БЕЛОРЕТ АША ҮТКӘНДӘ

Усаҡ яҡҡан кеүек уйһыуҙарҙа
Күтәрелә томан тауҙарҙан.
Әйтерһең дә, кемдер шул яҡтарҙа
Ҡосаҡ-ҡосаҡ утын ауҙарған.

Усағына утын ташлаған да,
Ҡаҙанында, ана, аш бешә.
Уралымдың төбәгендә, гүйә,
Был көн менән дәүер күрешә.

Әллә, ысынлап та, боронғолар
Сыҡты микән бөгөн йәйләүгә?!
Булыр әле ҡаршы сыҡҡан берәү
Күңел толпарымды бәйләргә.

«Тимер атым» барып етмәҫ унда,
Йәйәү етһәм әле бик таман.
Күҙҙәремде быуып сал тарихҡа
Алып китер микән был томан?!

Тик бер мәлгә аҙашҡы ла килә
Урманында ошо төбәктең.
Шул хикмәтле йәмең,
Башҡортостан,
Дәүер тойомларға өйрәтте.

Бар бит әле Уралымда минең
Аяҡ баҫылмаған шырлыҡтар.
Шуныһына камил был аҡылым –
Унда етәлмәгән йыр юҡтыр.

Төпкөлдәргә барып еткәнгә лә,
Төшөп еткәнгә лә сөмгөлгә,
Башҡорт йырҙарынан сихырланған
Халыҡ бар Йыһанға түгелгән!

...Алыҫтағы анау тауҙарҙы ла
Йырға әйҙәүсе тип атаным.
Һәр мөйөшөң гүзәл бер йыр булып
Һарылғандай йәнгә, Ватаным!

МӘСКӘҮ

Мәскәү ҡалалары матур икән,
Ылыҡтыра Ҡыҙыл майҙаны.
Беҙ Мәскәүҙә файҙа табырбыҙмы?
Мәскәү беҙҙән күрә файҙаны.

Яратамын уны Ватанымдың
Булған өсөн ҡайнар йөрәге.
Олатайым фашистарға ҡаршы
Булған ошо Мәскәү терәге.

Тындарымды ҡурыр Мәскәү һүҙе:
Мәркәз мәркәз инде нисек тә.
Йөрәккәйең, Мәскәү, тибәлерме
Илең йәшәгәндә көрсөктә?!

Мәскәү ҡалаларын донъя данлай,
Маҡтарлығы күптер ҡаланың.
Рәсәй халҡы рухы һуғарғанға
Мең ырыҫлы, Мәскәү, даланың.

Һин тормоштоң үҙе кеүек, Мәскәү,
Ҡасып булмағандай үлемдән,
Батшаң йәберҙәрен күтәрергә
Ул-ҡыҙыңа түгел еңелдән.

МИЛӘҮШӘГӘ

Үҙем яҡын күргәндәрҙең
Балалары ла яҡын.
Сәхнәлә бейей ҡыҙ бала:
Үксәлә уйнай ялҡын.

Сәхнәне йәмләп ебәрҙе
Сәскәләй бер ҡыҙ бала.
Йөҙөндәге ҡояш нуры
Балҡып, һибелеп ҡала.

Күҙендәге осҡонсоҡтар
Дәрт булып күсә залға.
Бейеү эсендә йәшәүгә
Ҡыҙ бала күңел һалған.

Сәхнәлә бейей ҡыҙ бала –
Балҡып китә бар Йыһан!
Ул сәхнәгә сыҡмаҫ ине,
Ул тыпырлап баҫмаҫ ине –
Йөрәген асҡан илһам!

ТЕРЕЛӘР ИСЕМЛЕГЕ
йәки беҙ иҫән ҡалдыҡ...

Исемлекте барлағанда ҡапыл
Дүрт урында ҡыҙыл ут янды.
Әйтерһең дә, теге донъялыҡта
Дүртәү өсөн урын тоҡанды.

Мөғжизәме?! Күктәр ҡөҙрәтеме?!
Һаҡланымы әсә доғаһы?!
Әллә фәрештәлер «тимер ат»ҡа
Һалып ҡуйҙы бетеү-дағаһын?!

Әллә инде ғәзиз балалары
Һаҡлап ҡалды ата-әсәһен?!
Исемлектә уттар кире һүнде:
Сәсрәһен дә әжәл, сәсәһен!

Тереләрҙең исемлеген барлап,
Үҙебеҙҙе таптым мин бөгөн!
Йәшәгеләр килә,
Юҡ, һөртмәйем
Битемдеге йәштең бөртөгөн!


ҠУРҠЫУ БЕЛМӘҪ РУХ

әхирәтем Зиләнең атаһы Нурмөхәмәт ағайҙың яҡты рухына бағышлау

Шундай ирҙәре бар халҡыбыҙҙың:
Ҡурҡыуҙарҙан азат асылы!
Йәшәй алмай улар башын эйеп,
Йәшәй алмай улар баҫылып.

Яҡты бер йыр кеүек ғүмерҙәре
Балҡып үткән милли асмандан.
Исемдәрен генә ишетеп тә
Дошмандары алыҫ ҡасҡандар!

Исемдәре, гүйә, ҡалҡан булған
Туған милләтенә шул заман.
Тауҙар күсергән бер батыр ише
Хәтерләйҙәр һине, уҙаман!

Күкрәктәрҙә, гүйә, Урал һыны!
Йөрәктәрҙә тулай юртаҡтар!
Юҡҡа ғына йырҙа йырланмаған –
Ир менән ат юлы уртаҡтыр!

Яуға улар еңәм тиеп ингән!
Йөрәктәре балҡый байраҡтай!
Бер ишара менән башҡорт ире
Дошманының рухын тураҡлай.

Йыр йырлаған кеүек йәшәй улар,
Йәшәгәндәй итеп йыр йырлай!
Кемдер унда илай микән тиһәм,
Их, кемдеңдер ҡаны субырлай...

Улар өсөн ерҙә әжәл дә юҡ,
Ҡылғанда ла үлем тантана.
Ҡанға батып ирҙәр йәнен бирә,
Әжәл күҙҙәренән ҡан тама...

* * *
Рөстәм Рәжәповтың вафатын ишеткәс

Әжәл түгел икән ер ситендә,
Түгел икән үлем йыраҡта.
Түгел икән Көнбайышта ғына,
Түгел икән бары Ираҡта.

Ул яҡында ғына,
Тын алышы
Һиҙелеп тә ҡала, тыңлаһаң...
Фани ғына икән – был донъялар,
Кеше ғүмерҙәре – моң, аһәң!

Бәндә ғүмерҙәре – миҙгел генә,
Миҙгел генә ерҙә тоҡаныу.
Асылыңды эҙләү, юллау өсөн
Ғүмер ҡәҙерен тойоу өсөн микән
Әжәлдәрҙе уйлап тапҡан Ул?!

Майшәм кеүек һүнеп, тоҡанаһың,
Үлеп тереләһең ҡабаттан.
Ҡайғыларға һис өйрәнеп булмай,
Хоҙай үҙе шулай яралтҡан!

Хоҙай үҙе беҙгә мираж иткән:
Килмәҫ кеүек әжәл тап һиңә!
Бына ошо иҫәңгерәүҙән һуң
Һалмаҫ төҫлө шәлен иңеңә...

Тетрәнә лә бәндә, ары атлай,
Иртәгәһе көнөң башҡаса.
Аҙна, айҙар үтеү менән йәнә
Яңы өмөттәрең баш ҡоҫа!

Әүәләнә, түңкәрелә күңел,
«Мин мәңгелек!» – тиеп йән
йырлай.
Ҡышҡы елдәр зәһәр ҡаты бит ул,
Майшәм уты саҡ-саҡ ҡыбырлай.

ЯҘ БАШЫ

Өйрәнәлмәй торам яҙға,
Танымай торам йөҙөн.
Ҡояш булып бер баҡты ла,
Китте болотта йөҙөп.
Маяһын ғына һалды ла
Осто майҙарға табан.
Итектәремде сискәйнем,
Ярылыр микән табан?!

Иртә көткәнмен йылыны,
Себешләр инде ҡулым.
Йылы һыуҙарға тығырмын
Үҙемә әсәй булып.

Февралдең ҡырыҡ икеһе?
Юҡ, түгел, март уртаһы!
Ҡайнаған миҙгел сығарған
Ҡарға яҙҙың туртаһын.

Яҙылыр микән билдәрем,
Иҫеп ҡуйһа яҙ еле.
Утрау булып үлән сыға,
Итек сискәнмен белеп...

АҠМАН-ТОҠМАН

Ябалаҡлап, ишеп ҡарҙар яуа,
Алыҫтағы уттар маяҡтай.
Барып етеп кенә булһа ине,
Мең гер таҡҡан кеүек аяҡтар.

– Һин алғараҡ атлай торсо, ҡустым,
Барып етһәң әгәр ауылға,
Ағайыңды килеп ҡотҡарырһың,
Күкте ергә ҡушҡан дауылдан.

– Ағай, ағай, бергә атлайыҡсы,
Аҙашырмын кеүек мин һинһеҙ?!
– Емелдәшкән саҡта уттар, атла,
Ни ҡылырбыҙ, әгәр ут һүнһә?

Ағаһына текләп ҡараны ла,
Бурандарға ҡусты атланды.
Яландарҙа елдәй еләм тиеп,
Йүгерә-атлай үтте аҡланды.

Тик ни хикмәт?
Ҡайҙа булды маяҡ?
Кире атлар юлға ҡар һалған.
Алда – буран,
тирә-яҡта – буран,
Нисек барып етер ауылға?!

– Тоҡман ағай, ҡайҙа атларға һуң?
Эй, бәүелтә инде был буран...
Хәҙер, хәҙер, һинең арттан китәм,
Ҡаршы сыҡҡан әллә бар урам?!

– Аҡман! Аҡман!
Ҡайҙа булдың, ҡустым?
Тоймайым да һинең йылыңды...
Ә ҡар – ҡайнар...
Уның ҡуйынына
Тик бер мәлгә генә һыйындым.

...Ҡар яуғанда һунар яҡшы була,
Сыҡҡайнылар ҙа бит һунарға.
Тик ҡош-ҡортҡа түгел, тап булдылар
Күҙ асҡыһыҙ яҙғы буранға.

Аҡман! Тоҡман!
Тоҡман! Аҡман!
Икәү
Бурандарҙы шул көн өй итте.
Тауыштарын ялан-ҡырҙар буйлап
Елдәр шомло өндәй йөрөттө.

Аҡман-Тоҡман!
Әле булһа беҙгә
Килеп етә яҙмыш тауышы.
«Аҡман-тоҡман» бурандары етте –
Йыл яҙҙарға бара ауышып!

ХӘТИРӘ

Һинең кафе, минең кафе
Ағастар араһында...
Эҙләп табыу ҡыйын түгел:
Өфөгә бараһың да,

Китапханаға инәһең,
Аҡтараһың китаптар.
Күҙ һирпеүҙән һүҙ ҡушаһың,
Һис сәбәп тә юҡлыҡтан.

Китап йөкмәп юлланаһың
Икәүләшеп ятаҡҡа.
Япраҡтарҙы һиҫкәндереп,
Көләлмәһәң байтаҡтан,

Ҡысҡырып көлөп ебәр ҙә,
Көҙ тәҙрәһе зыңлаһын.
Көҙҙә бөрөләнгән хистең
Көйөн һәр кем тыңлаһын!

Тыңлаһын, әйҙә, таныштар,
Таныш түгел дә, тыңла.
Ысын хис көн дә шаҡымай,
Ҡуймайыҡ инде һуңлап!

Нимә тәҡдим итер кафе?
Тәҡәтһеҙ ярһыу хистәр.
Һәр минуттың терелеге
Иҫтә, һаман да иҫтә.

... Минең кафе, һинең кафе –
Һаман да урынында.
Исеме инде башҡаса,
Башҡа көҙ ҡуйынында...

ИЛСЕ ЗӘКИ

Зәки Вәлидиҙең яратҡан йырҙарының береһе «Илсе Ғайса» булған

Аҙашҡан болан балаһын
Һағынып илай бер ир.
Эй, Хоҙайым, ир илаһа,
Иленә түҙемлек бир!

Илен һағынып йырлаһа,
Иленән елдәр иҫер.
Илен һинән артыҡ һөйһә,
Эй, Хоҙайым, мең кисер!

Телен һағынып моңланһа,
Өндәшер һиңә, Хоҙай!
Балҡып китер таныш өндәр,
Күңел дәфтәре – туҙҙай.

Тел асҡыстарын тотҡанда,
Һипкәндә иман нурын –
Иҫкә төшкән атайсалы,
Йөрәген һурып-һурып.

Аҙашһа – болан аҙашыр,
Аҙашмаҫ Илсе Зәки!
Үҙенең үкһеҙ һағышын
Аҙаштырған ул, бәлки...

Әллә ниҙәр аҙашһа ла,
Аҙашһа тарих, иман,
Аҙашмаҫ Зәки Вәлиди,
Уның ҡорҙашы Инан.

Әллә кемдәр аҙашһа ла,
Аҙашһа ҡараш, күҙҙәр,
Аҙашмаҫ халҡы рухына
Зәки төбәгән һүҙҙәр!

Лариса АБДУЛЛИНА


«Шундай ирҙәре бар халҡыбыҙҙың: ҡурҡыуҙарҙан азат асылы!
Йәшәй алмай улар башын эйеп, йәшәй алмай улар баҫылып"










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)