RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тыуғандан һуң тормош

30.11.2010 Тыуғандан һуң тормош

Ауырлы ҡатындың ҡарынында ике бәпес һөйләшә. Береһе икенсеһенән:
– Һин тыуғандан һуң тормош барлығына ышанаһыңмы?– тип һорай.
– Эйе, әлбиттә. Беҙ бында яңы, оло тормошҡа әҙерләнәбеҙ. Яңы донъяға сығыр өсөн көс һәм аң туплайбыҙ.
– Ә минеңсә, быларҙың барыһы ла ялған, – ти беренсеһе. – Бер ниндәй ҙә икенсе донъя юҡ. Бына һин тыуғандан һуң тормоштоң ниндәй булыуын күҙ алдына килтерә алаһыңмы?
Икенсе сабый яурындарын һикертә:
– Мин тураһын ғына әйтә алмайым. Әммә унда яҡтылыҡ күп булыр, тип уйлайым. Тағы ла беҙ үҙ ауыҙыбыҙ менән ашай һәм үҙ аяҡтарыбыҙ менән йөрөй аласаҡбыҙ, тип өмөтләнәм.
– Юҡты һөйләмә! Был көлкө! Үҙебеҙ йөрөү һәм үҙ аллы ашау мөмкин түгел, – тип ризалашмай беренсе сабый. – Беҙҙе туҡландыра торған кендегебеҙ бар. Ғүмеребеҙ былай ҙа ҡыҫҡа, бер аҙ булһа ла уның рәхәтен татып ҡалырға кәрәк, – ти ҙә, сабый ныҡ итеп тибешә башлай.
Әсә кеше быны тойоп, ҡулы менән эсен һыйпап, наҙлы һүҙҙәрен әйтә.
Тыуғандан һуң тормош булыуына ышанған бәпес:
– Иғтибарлап тыңла! Был – беҙҙең әсәйҙең тауышы! Тимәк, яҡтылыҡ һәм мөхәббәт тулы икенсе тормош мотлаҡ буласаҡ. Ошо бәләкәй генә ҡараңғы һәм тар урын беҙҙең тормош түгелдер бит инде? Миңә беҙ ниндәйҙер ҙур бер нәмәгә әҙерләнәбеҙ һымаҡ, – ти.
Әммә икенсе бәпестең бер нәмәгә лә ышан­ғыһы килмәне. Ул тағы ла нығыраҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерә башланы:
– Әсәй, имеш! Был буш һүҙ. Дәлилдәрең ҡайҙа? Унан әле береһе лә әйләнеп ҡайтманы! Минеңсә, бер ниндәй ҙә әсәй юҡ!
– Нисек инде – юҡ. Ул бөтә ерҙә лә. Әсәй – ул беҙҙең донъя. Ул беҙҙе ҡайғырта, ашата, һаҡлай, – ти беренсе бәпес.
– Әгәр әсәйең бар икән, ни өсөн бында ҡараңғы? Ни өсөн ул беҙгә яҡтыраҡ тормош төҙөмәгән?
– Бында тормош яҡшы. Беҙҙең аңыбыҙ үҫеш­һен өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Беҙ бит яңы тормошҡа әҙерләнәбеҙ. Шуның өсөн түҙемле, сабыр, аҙаҡ, тыуғандан һуң, яҡтылыҡ нурҙары менән осрашыр өсөн әҙер булырға тейешбеҙ. Тәүге тапҡыр ныҡ итеп ҡысҡырып, әсәй менән яңы тормошта осрашасаҡбыҙ. Әсәй беҙҙе яңы донъяла нисек йәшәргә, яраҡлашырға өйрәтәсәк.
– Бына, күрәһеңме, һинең әсәйең беҙгә нимә әҙерләгән – ҡысҡырыу, йәшәргә тырышырға кәрәкле аңлайыш­һыҙ донъя. Был беҙгә ни өсөн кәрәк?
– Бер ваҡытта ла үлмәйенсә мәңге йәшәр өсөн! Әсәй беҙҙе үлемгә әҙерләмәйҙер бит, эйеме? Тик мәңге йәшәүгә һәм мәңгелек мөхәббәткә.
Ике бәпес тә тынып ҡала. Һәр береһе үҙенең уйына сума.
Әсәй кеше, яғымлы йылмайып, ҙур ҡорһағын наҙлап, яйлап ҡына һыйпаны.
Мөғжизә уға ышанған ерҙә барлыҡҡа килә. Уға күберәк ышанған һайын ул тормошҡа аша.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)