17.04.2015 Бәхеткәме өмөт өҙмәүем?!
Ярға сығып, төҫ юғалтҡан
таштай,
Бәҫе киткәс моңһоу күңелдең,
Яҡтылары һүнгән
тормошомдан,
Йәнем өҙлөгөүҙән төңөлдөм.
Уңалып та барған яраларҙың
Йәрәхәте йәнә асылды.
Йөрәгемә мең-мең ғазап
өҫтәп,
Хәтер усаҡтары сәселде.
Сабырлығы һынған минут өсөн
Йәшәү хаҡын ҡиммәт түләнем.
Ҡул һуҙымы ҡалғас
упҡындарға,
Тик хыялды аҡҡа биләнем.
Бәхеткәме өмөт өҙмәүем?!
Нәзирә ИШҠОЛОВА.