17.04.2015 Алла белә
Бик тә мөләйем бер ҡатын
Әрләй ине үҙ ҡартын.
Шул ир менән йәшәнең бит,
Ҡуйсы, кешенән тартын.
Ул бит балаңдың атаһы,
Ул ниндәй сусҡа булһын?
Йәнәшәңдәген рәнйетһәң,
Йәнеңде тамуҡ ҡыйыр.
Шул ҡатынға әйтер һүҙем –
Телеңде тый бер аҙға.
Кемгә күпме ғүмер ҡалған,
Белә бары бер Алла.
Миңзәлә ЙӘМИЛЕВА.