10.04.2015 Бер тамсы өмөт
Йүгерә-атлай өсөнсө ҡатҡа күтәреләм. Арҡам лыс һыу. Ашығыу, арыуҙан тирләмәй ул, ошо өсөнсө ҡатта урынлашҡан ҙур, ауыр ишектең өҫтөндә торған «Онкология» тигән яҙыуҙы күреү менән, үҙенән-үҙе тир бәреп сыға. Әллә нисә һынағаным бар, килгән һайын шул бер хәл. Пластик ҡына булһа ла, ошо ишек хәтәр ауыр асыла. Етмәһә, инеп тә етмәйһең, артыңдан шап итеп ябыла һала. Әйтерһең дә, һине ашыҡтыра, өлгөрөп ҡал, һуңлауың бар, тигән кеүек, ябылғанда, йәмһеҙ сыйылдап ҡуя. Кеҫәмдәге бахилдарҙы ашыға-ашыға аяҡҡа эләктерә һалам да, аҡ халатты яурынға ташлап, осо-ҡырыйы күренмәҫ коридор буйлап 13-сө палатаға юлланам.
Ҡаршыға осраған шәфҡәт туташына йөҙ ҙә беренсе тапҡыр шул бер һорауҙы бирәм: «Нисек?».
– Иртәнән бирле көтә.
Көткәнен беләм. Бына инде бер йылға торош бер айҙы шулай йәшәйбеҙ: ул көтә, мин киләм, ул ышана, мин йәлләйем.
«13». Был һанда ниндәйҙер хикмәт бар тиһәләр ҙә, мин инде уға иғтибар итмәйем. Ғәҙәттәгесә, ишекте ипләп кенә асып, таныш палатаға уҙам.
Ишек төбөндәге карауат йыйыштырып ҡуйылған. Йөрәгем жыу итеп ҡала. Бер секундта башыма уҡтай ҡаҙалған уйҙарымды йыйып, һушыма килә алмай торғанымда, уның ҙур устары арҡамдан һөйөп тә өлгөрә:
– Йә, хәлдәрең нисек, аҡыллым?
Яуабымды ла көтмәй, үҙ һорауына үҙе яуап бирә: «Күреп торам, хәлең һәйбәт. Сәсеңде генә ҡырҡтырып әрәм иткәнһең. Оҙон килеш яҡшыраҡ ине».
– Сәс нимә ул, үҫер әле, баш иҫән булһын.
Үҙем теге йыйыулы карауаттан күҙемде алмайым. Үлдеме әллә, тип һорарға телем әйләнмәй. Юҡтыр. Нисек үлһен? Ике көн элек килгәнемдә генә, ҡатыны, балалары тураһында һөйләп ултырҙы. Йәп-йәш бит әле үҙе. Утыҙ һигеҙ йәштә кеше үлә тиме? Өс бала атаһы, етмәһә. Уның сабыйҙары үҙенән башҡа кемгә кәрәк инде? Хөкүмәт уларға йәлләү йөҙөнән бишәр мең һум аҡсаһын биреп барған булыр, ә һин йәшәп ҡара ана шул аҡсаға! Атайһыҙ тормоштоң ни икәнен ул балаҡайҙарҙан башҡа эт тә белмәҫ, бер кем килеп, етемлек ауырмы ул, тип һорашмаҫ, хәлдәренә инмәҫ. «Атайһыҙ» мөһөрө тағып, ситкә тибеүселәр ҙә булмаҫ тимә. Әҙәм заты яҡшы булһа ғына әҙәм ул, әшәкеләрен әҙәм аҡтыҡтары тип юҡҡа атамағандарҙыр. Тап ана шулары булышыр улар менән, йәберләп, мыҫҡыллап, әсе телдәрен бәреп, яралы йөрәктәрен телгеләр.
– Ҡайҙа ул? – Ошо һүҙҙе әллә ҡайҙан төптән саҡ һығып сығарам.
– Кисә Өфөгә ебәрҙеләр. Диагнозын раҫлар өсөн.
– Йә, Раббым! Раҫланмаһын! Берүк раҫланмаһын! – Быларын башымды өҫкә күтәреп, түшәмгә ҡарап бышылдап ҡына әйтәм дә, янымда ултырған ағайыма текәләм:
– Беҙгә лә Өфөгә барырға кәрәк. Бында ваҡыт уҙғарып ятыу ғына. Ул ваҡыт һеҙҙең файҙаға түгел, һеҙгә ҡаршы уйнай, ишетәһегеҙме? Юҡ, юҡ, бында ҡалырға ярамай! Иртәгә үк, йә иртәнән һуң, документтарығыҙҙы алығыҙ ҙа, китегеҙ Өфөгә. Кәрәк булһа, үҙем дә барам. Онкодиспансерҙың ҡайҙа икәнен мин беләм...
– Фәрештә… Тағы мандариндар килтерҙеңме? – Уның ипле, баҫалҡы тауышы мине йәһәт кенә Өфө онкодиспансерынан 13-сө палатаға ҡайтара. – Тәмле булып еҫе сыға шул.
Уңайһыҙланып, сумкамды аҡтарырға тотонам. Мандариндар һалынған полиэтилен ҡапсыҡты, ул яратҡан йөҙөм бәлешен һәм шиғырҙар китабын һөйрәп сығарып, тумба өҫтөнә һалам. Нескә күңелле, хисле кеше ул, шиғырҙар уҡырға ярата. Шуға ла килгән һайын әле бер, әле икенсе китапты килтергән булам.
– Тегендә бойоҡ көйө китмәһен, тиһеңдер инде ағайыңды, гел күңелде күтәрерлектәрен һайлап килтерәһең, – был һүҙҙәре асыуыма тейә, төшөнкөлөк, өмөтһөҙлөккә бирелеүенә ҡырҡа ҡаршымын. Уға тишерҙәй итеп ҡарап алам да, тағы ҡарайым. Булһа, була бит күркәм кешеләр. Матур ҙа, сибәр ҙә түгел, тап күркәм. Ундайҙарҙың йәшен дә документына ҡарап беләһең, былай самалармын тимә. Кем ул, ҡайҙан, ҡайҙа эшләй, нисек йәшәй – быларҙың береһе лә мөһим түгел. Шул күркәм зат яныңда торһа, күктән Алла үҙе төшөп торғандай, әллә ниндәй аңлатып булмаҫ тойғолар кисерәһең. Тулҡынланаһың, ҡаушайһың, һоҡланаһың. Миндә ана шул тойғоноң һуңғыһы.
Зәһәр ҡыштың 35 градус һалҡынында туҡталышта тәнем генә түгел, йәнем ҡатып баҫып торғанда, әжәл тырнағынан йолоп, машинаһына индереп ултыртҡан минуттан алып әлегәсә һоҡланам мин уға.
Миллион һумлыҡ сит ил машиналары янымдан битараф ҡына зыйлап уҙып киткән ул көндө, тешемде ҡыҫып, сит ҡала туҡталышында өмөтһөҙлөк менән айҡашҡанда, ул мине яңғыҙ ҡалдырмағайны. Бына хәҙер иһә онкология тип аталған хәсрәт донъяһында мин – уның берҙән-бер өмөтө.
– Тағы эсең янамы, Хызыр? – Уң ҡулын ашҡаҙан тирәһенә ҡуйыуын күреп, тиҙ генә һорай һалам. Ул өндәшмәй. Тәҙрәгә текләп ултыра бирә. Мин иһә һүҙҙе нисек ялғап китергә белмәй аҙапланам. – Арҡа буйың да һыҙлаймы? Ни яна икән ул эсеңдә?
– Бына һинең эсең быяла кеүек. Үтәнән-үтә күренә. Унда ни бар икән, тип йонсомайһың да, эсендәге – тышында, тигәндәре тап һинең хаҡта ул, ҡыҙыҡай. – Шаярып ҡына сәсемдән тартып ҡуйған була үҙе. Ауырыуы тураһында һораштыра башлаһаң, гел һүҙҙе миңә табан бора һалған була шул.
– Юҡ, былай булмай! Ни ҙә булһа эшләргә кәрәк! Һин һауығырға тейешһең! Бер ай буйы... – Ултырған урынымдан ырғып торам да, ишеккә йүнәләм. – Киттем докторға!
Үҙемдә ғүмергә булмаған ҡыйыулыҡ табып, табип бүлмәһенең ишеген шаҡыйым. Ҡабалан ғына иҫәнләшкәс, ҙур өҫтәл артында ҡәһүә эсеп ултырған оло йәштәге докторҙың ҡаршыһынан урын алам.
– Ни булды?
– Уны бында ҡалдырырға ярамай. Ишетәһегеҙме? Өфөгә юллама бирегеҙ. Зинһар.
– Кемгә?
Ошо һүҙҙән айнып киткәндәй булам. Йә, Хоҙай! Табип минең кем тураһында һөйләгәнемде лә белмәй бит. Уңайһыҙланып китәм.
– Ғәлләмовҡа.
– Зарланамы әллә? Насар ҡарайҙар, тиме? Кәрәкмәгән уколдар эшләйҙәр, файҙаһыҙ дарыуҙар ашаталар, тағы әллә ниҙәр, тиҙер инде. Ауырыуҙың эше шул бит, ыңғырашыу ҙа зарланыу. – Ул өҫтәлендә ятҡан лупалы күҙлеген һәрмәп алып кейә лә, мине баштан-аяҡ тикшереп сыға. – Ә һеҙ уға кем булаһығыҙ? Ҡатынымы? Әллә һөйәркәһеме?
Тамағыма арҡыры торған төйөндө саҡ йотоп ебәрәм:
– Бер кем дә түгел. Сит кеше. Бер йыл элек һалҡын ҡышта ул мине туҡталыштан ултыртып алғайны. Шунан бирле аралашабыҙ. Һеҙ уйлағанса түгел, дуҫтарса.
Табип, башын артҡа ташлап, иҫәрҙәрсә шарҡылдап көлә башлай. Йәнгә тейерлек итеп.
– Мин уның изге күңеленә, оло йөрәгенә һоҡланам, – муйынымды һығып торған шарфымды бушата биреп, һүҙемде дауам итәм, – ул табип булһа, моргта һәм ер аҫтында ятыусыларға ҡарағанда һау-сәләмәт, бәхетле кешеләр күберәк булыр ине, моғайын. Һәм тағы ла... Ҡатыны тураһында үҙенән һорап ҡуймағыҙ, ул уны бер йыл элек юл фажиғәһендә юғалтҡан. Күңел яраларын ҡуҙғатмағыҙ. Хуш булып тороғоҙ, доктор! – Айҡала-сайҡала коридор буйлап барып, таныш палатаның ишегенә үреләм.
– Оҙаҡланың, аҡыллым.
Таныш тауыш ҡолағымды иркәләй. Ул гел шулай яғымлы, ипле һөйләшә. Магнит кеүек үҙенә тартып, ылыҡтырып торһа ла, ул минең өсөн барыбер ағай булып ҡала килә. Хөрмәт һәм һоҡланыу кеүек тойғоларҙы аша атлап сыҡмаясағымды беләм.
Ул мине фәрештә тип йөрөтә, минең өсөн ул үҙе – Хызыр Ильяс. Исеме Ильяс булғаны өсөн генә түгел, юлда бер тамсы өмөт ҡалмағанда килеп сығып, ғүмеремде һаҡлап ҡалғаны өсөн шулай тип өндәшәм. Үҙенә лә оҡшай.
– Табип менән оҙаҡ һөйләштек шул. Шәбәйәһең тине. Анализдарың яҡшы. Һине әлегә тулыһынса тикшерә алмай торалар икән, аппараттары ремонтта. Шуның ҡайтҡанын көтәләр.
Алдай белмәгән көйөңә алдашып ултырыу хәтәр ҡыйын икән. Телем тотлоҡто, тир бәреп сыҡты. Үҙемде мең гонаһлы бәндә итеп тойҙом. Ә ул миңә һынап ҡарай, ялғанды һиҙә, ахыры.
– Футбол тубы итеп тоям үҙемде. Тегендә – бында, бында – тегендә... Типкеләйҙәр бит. Врачтар футбол уйнай. Ә һин шул тупты ҡапҡаға инеп китеүҙән һаҡлап баҫып тороусы һаҡсы кеүекһең, фәрештә. Табипҡа уҡымағанһың бит үҙең, һинең ҡулда шундуҡ шәбәйер инем, – тыйнаҡ йылмайып, серле ҡараш ташлауынан ҡыйынһынып китәм.
– Эйе шул. Был хаҡта үҙем дә йыш уйлайым. Табип йәки бик бай кеше булһам ине, тип. Тәүгеһе булһам, сирлеләрҙе бар көсөмдө биреп дауалар инем, ә бай булһам, иң яҡшы табиптарға аҡса түләп, дауалатыр инем уларҙы. Һине лә... – Ошо һүҙҙәремдән нисектер рәхәт булып китә, эсемә йылы, йөҙөмә йылмайыу ҡуна.
– Гел ана шулай тип әйт.
– Нимә тип?
– Һин, тип. Атыу һеҙ ҙә һеҙ, ағай ҙа ағай.
Көлөшөп алабыҙ.
– Арҡам һыҙлап киттесе, – ул йәтешләп бер яҡҡа янтайҙы.
Арҡа һыҙлау, эс яныу. Былар миңә таныш! Үтә лә таныш бит! Нисек әлегәсә ошо хаҡта уйламағанмын?
– Һиндә бер ниндәй ҙә онкология юҡ. Хызыр, ишетәһеңме? Мин аңланым. Табиптар һинең ауырыуыңды белә алмай йонсой, ә мин белдем, аңланым! – Тулҡынланыуымды еңә алмай, тағы әллә ниҙәр һөйләнем дә, ауырыуҙы табиптар бүлмәһенә алып киттем.
Онколог был юлы тәмәке көйрәтә ине. Сирлеләрең үлем менән көрәшкәндә, ни йөрәгең менән шундай битараф ҡиәфәт һаҡлап ултырырһың?
– Беләһегеҙме, Хызыр һеҙҙең сирле түгел. Сығарығыҙ уны бынан. Ҡайтарығыҙ.
Табип беҙгә мыҫҡыллы ҡараш ташлай:
– Шунан, ниндәй диагноз ҡуйҙығыҙ инде Ғәлләмовҡа?
Табиптың бындай ҡыланышына аптырамайым. Уны ла аңларға була, үҙемде былай тотоуымды ул үҙен һанға һуҡмау итеп ҡабул итәлер. Тик миңә үҙ туҡһаным туҡһан, сөнки алған дауа ярҙам итмәй, һыҙланыуҙарың сәғәтләп түгел, минутлап көсәйә икән, тимәк, дөрөҫ дауаламайҙар, диагноз дөрөҫ түгел. Хызыр ҙа бит әле бер, әле икенсе табипҡа йөрөй торғас ошо ғазап донъяһына килеп эләккән.
– Ильяс йән ауырыуы менән ауырый. Һарыға һабышҡан. Ул сирҙе депрессия тип атайҙар, доктор. Тап ана шул депрессия ваҡытында тән менән ҡуша йән дә һыҙлай. Уны бер ниндәй терапевт та, хирург та, хатта һеҙҙең кеүек онколог та дауалай алмай.
«Һеҙҙең кеүек» тигән һүҙҙе айырым бер баҫым менән, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ һәм яғымлы итеп әйтергә тырышам, сөнки Хызырҙы артабан бында ҡалдырырға ярамай. Был хәсрәт донъяһында сир көсәйәсәк кенә.
– Ҡыҙыҡ. Кем һәм нимә һауыҡтырырға тейеш була инде Ғәлләмовты? – Табип урынынан тороп, миңә ҡаршы килеп баҫа. Уйҙарымды йыя алмай торғанымда, артымда торған Хызыр уң яҡ яурыныма ҡулын һала:
– Ошо фәрештә һәм бер тамсы өмөт...
Үҙе йылмая. Бығаса уның бындай һүҙҙәрен бары тик шаяртыу тип ҡабул иткән булһам, тап ошо минутта эскерһеҙ йылмайыу артында ниндәйҙер ысынбарлыҡ йәшеренеүен тойҙом. Йөрәгем һулҡ итеп ҡуйҙы. Бисара! Ниндәй генә күркәм һәм көслө булмаһын, тәү сиратта ул бит кеше. Ә һәр әҙәм заты барыбер һөйөү һәм наҙға мохтаж. Бигерәк тә көслө зат ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар алдында үтә лә көсһөҙ булып сыға. Ҡатын-ҡыҙ көстө үҙ йәненән, үҙ булмышынан тапһа, ирҙәр уны ситтән, кемдәндер көтә. Ҡырҡ сыраҡлы ҡатындарҙың бер сырағы һүнһә, икенсеһе ҡабына. Яңғыҙ ҡалғанында ла, балаһын йөрәгенә ҡыҫып һөйһә, һағышы тарала.
Ә бында... Бала... Хызырҙың балаһы ла юҡ бит, исмаһам. Ҡатыны менән биш йыл йәшәп өлгөргән, ә сабыйҙары булмаған. Көткән, өмөтләнгән. Бер йыл элек һуңғы өмөтө селпәрәмә килгән. Яҙмыштың рәхимһеҙлеге тураһында уйлаһаң, йәнең өҙөлөр.
... Өс-дүрт көн тартҡылашҡандан һуң Хызырҙы дауахананан сығарҙылар. Өфөгә юллама ла бирҙеләр. Онкодиспансерҙан тотоп сыҡҡан ҡағыҙ киҫәге донъялағы иң ҡәҙерле нәмә булып тойолдо. Артабан йәшәүгә рөхсәт ҡағыҙы ине ул.
– Мин барыһына ла күнеп бөткәйнем инде, фәрештә. Яҙмыш менән яғалашырға көсөм дә, теләгем дә ҡалмағайны. – Ул ҡапыл моңһоуланып ҡала. – Ә йән ауырыуын нисек дауаларбыҙ икән?
– Үтер ул. Күп нәмә үҙеңдән тора. Тормошҡа ҡарашыңды үҙгәрт. Һин бит улай уҡ бәхетһеҙ кеше түгелһең. Кемгәлер кәрәкһең. Яҡыныңды юғалтыу ҡайғыһын уны кисергәндәр генә белә, аңлай. Яҡыныңдан яҙмаҫ өсөн иң һуңғы өмөтөңә йән-сытырман йәбешер кәрәк. Артабан йәшәргә кәрәк бит, Хызыр! Йәшәгем килмәй тип кенә ятып үлеп булмай ул. Сей иткә ут ҡапмай, тиҙәр бит. Эсең тулы ут булһа, ғүмер бер генә. Зинһар, бирешмә! Тормош дауам итә! – Йән ауырыуҙарын дауалаусы дауахана тураһында Хызырға әйткән һуңғы һүҙҙәрем ошолар ине. Ошонан һуң беҙҙең юлдар айырылды. Шулай килеп сыҡты.
Ярты йылдан һуң урамда осраҡлы ғына таныш шәфҡәт туташын осраттым. Ул миңә сумкаһынан хат сығарып тотторҙо. Хызырҙан ине ул.
– Яңыраҡ инеп сыҡҡайны беҙгә. Һиңә ошо хатты тапшырырға ҡушҡайны, юлым төшмәй тик тора. Адресыңды ла белмәй булып сыҡты ла ул үҙе. Дуҫтар, имеш, – Зөлфиә апай серле йылмая, – ағай ҙа ағай, һеҙ ҙә һеҙ, тип йәнен ҡыя инең Ғәлләмовтың. Ә ул бит һиңә битараф түгел ине. Шуны ла һиҙмәнеңме, әллә һиҙмәмешкә һалыштыңмы, ҡыҙыҡай?
Мин шаңҡып ҡалдым. Нисек инде, битараф түгел ине? Үҙемде уның тормошондағы бер тамсы өмөт итеп күрә инем, артығы тураһында уйларға ла ҡыйманым. Кит, юҡты.
Йән-фарман сабып өйөмә ҡайттым да, хатты асып уҡый башланым. Унда шундай юлдар бар ине: «Табип булмаһаң да, бик бай булмаһаң да, берүк ҡайғырма. Иң мөһиме – кеше булып ҡал! Тән һыҙлауҙарымды ғына түгел, йән әрнеүҙәремде дауаланың, фәрештә. Мин һауыҡтым.
Һәм тағы ла ҡыштың зәһәр һыуығында бынан ары бер ҡасан да юлға сыҡма. Ғүмер бер генә бит, шуны онотма. Кәрәк тип тапһаң, ошо номерға шылтырат. Сәләм менән – Ильяс. Юҡ, Хызыр».
Ҡулдарым ҡалтырай-ҡалтырай, хаттағы һандарҙы йыйҙым. Йөрәгем ситлеген ташлап осор ҡоштай талпынды. Ҡаушау-тулҡынланыуымды теге остағы таныш тауыш баҫты:
«Һаумы, фәрештәм!»
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.