RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ШӘМДЕ ЕЛ ҺҮНДЕРМӘҺЕН ӨСӨН 3

03.04.2015 ШӘМДЕ ЕЛ ҺҮНДЕРМӘҺЕН ӨСӨН 3

Падам пальтоһын һалып, ҡарын ҡаҡты... Баланы һаҡ ҡына карауатҡа һалғас, Ашми аш-һыу бүлмәһенә үтте. Газ ҡабыҙып, плитаға сәйнүк ҡуйҙы. Бала имеҙгән Падам тартынмаһын өсөн, аш-һыу бүлмәһендә тотҡарланды. Падам балалар аҙығы шешәһен тотоп, аш-һыу бүлмәһенә ингәндә сәйнүк ҡайнағайны инде.
– Унһыҙ тамағы туймаясаҡ, – Падам шешәне ҡайнар һыуға ҡуйҙы. Ул быны Ашмиға ябай ғына, бер ниндәй тартыныуһыҙ әйтте. Ашми быға иғтибар итте.
Һөт тултырылған шешәне һыуҙан алғас, Падам уны һелкте лә, артына боролоп тәмләп ҡараны: эҫе түгелме?
Ашми аш-һыу бүлмәһенән залға сыҡҡанда тамағы туйған бала йоҡлай ине.
– Әйҙә, сәй эсәйек, – сәй яһал­ғайны инде. – Малайҙың атаһы ҡайҙа?
– Һәләк булды. Башҡалар һуғыш­ҡанда, мин ситтә ҡалмаясаҡмын, тине. Китте лә һәләк булды. Ун ай була инде.
– Ул үҙенең улы барлығын белә инеме?
– Юҡ, малай ул һәләк булып бер ай үткәс тыуҙы.
– Алла уға оҙон ғүмер бирһен! Алла уның атаһының гонаһтарын ғәфү әйләһен.
– Рәхмәт! – Падам өҫтәлдәге һауыт-һабаны йыйыштырырға тотондо.
– Тыныслап ял ит, Падам... Шундай оҙон юл... арығанһыңдыр... Мин дуҫымда ҡунам... Иртәгә килермен...
– Беҙ һине торлаҡһыҙ ҡалдыр­ҙыҡ, – Падам ҡыҙарҙы.
... Чечен ғөрөф-ғәҙәттәре, чечен уйҙары. Ҡатын шикле уйҙарға төшмәй, тыныс йоҡлаһын өсөн, Ашми китә.
– Зарар юҡ! Тыныс йоҡо һеҙгә.
Урамда Ашми теге йырҙы тағы ла иҫенә төшөрҙө: “Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә...” Шунан икенсе юлын: “Яратҡаным юҡ янымда...” Һәм аҙағын:
Күккә моңһоу ҡарап,
Көтмәҫмен инде бүтән...
Ул Бувайсар йәшәгән урамға барып еткәнсе ошо йырҙы көйләп барҙы...
Уның был урамда булғанынан һуң бер йыл да ике ай үтеп китте. Ул бер-ике тапҡыр Бувайсарҙы осратты, чечен уны инергә саҡырҙы. Ләкин Ашми яуап бирмәне. Бала улар бында булғанда һауа етмәгәнлектән үлгәйне... Ә, бәлки, улай ҙа түгелдер...
Барыбер ул бөтә донъяны, бигерәк тә был яҡты, был ҡаланы, ҡалалағы был урамды күрә алманы. Шунан бирле был урамды урап үтте. Ҡулынан килһә, ул был ҡаланан, был яҡтарҙан китер ине.
Бер ваҡыт ул йыйынып бөткәйне инде, бурысҡа аҡса алды. Ләкин көндән-көн кисектерҙе, ул арала ҡыш етте. Әлбиттә, бынан ҡайҙалыр алыҫҡа-алыҫҡа китәһе, барыһын да онотаһы ине. Әммә Элиманың ҡәбере бында...
Ашми ғәрәп гуманитар ойошмаларының береһенә эшкә урынлашты һәм тороп ҡалды... Ул был урамда булмаҫҡа тырышты, эш буйынса барырға кәрәк булғанда ла, уны урап үтте.
Был төндә уның был урамды урап үтергә теләге юҡ, аяҡтары бында үҙҙәре алып килде. Юҡ, ул Элиманы һәм ҡатыны кисергән михнәттәрҙе онотманы. Тик хәҙер ул уларҙы был урам һәм был өй менән бәйләмәй.
Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә...
“Һалҡын ел иҫеп, буран ҡоторғанда күктә нимә күрергә мөмкин?” – тип һораны ул үҙенән ҡат-ҡат һәм ҡапыл туҡтаны. Уға ни булды? Ул һуңғы ваҡытта йөрәген ҡыҫҡан ауырлыҡты тойманы. Атлауы еңелләште. Сәбәптәрен эҙләргә теләмәне. Был яңы тойғолар уның күңеленә кәрәк ине. Ғүмерең дауам итә икән, тимәк, үҙгәрергә кәрәк. Шомло уйҙарҙан арына алмайһың икән, улар ошо ҡар кеүек аҡҡа әйлән­һен. Аҡ ҡар... Элима ла ҡарлы төндә урамда йөрөргә ярата ине. Аҡ сәскәле яҙ ҙа уға оҡшай ине... Аҡ күлдәктәргә лә уны Элима күнектер­ҙе... Был төндә Элима тураһындағы уйҙар нисектер еңел ине, уларҙа әрнеү булһа ла, ул әҙерәк ине... Уларҙа яҡтылыҡ бар ине...
Ул Бувайсарға барып етте. Ишекте әкрен генә ҡаҡты.
– Һаумы, Ашми! Һиңә ни булды? Бер нәмә лә булманымы? – Бувайсар ығы-зығы килде.
– Бер нәмә лә булманы. Һиңә былай ғына килергә ярамаймы ни?
– Әлбиттә, ярай! Ин, ин...
Төн төшләнеп үтте, Ашми йә төндә яуған ҡарҙы, йә аҡ сәскәләге слива ағастарын күрҙе.
Иртән ул бик иртә сығып китте, Падам менән уның балаһын борсомаҫ өсөн, урамда йөрөнө. Магазинға инеп, сәңгелдәккә элә торған шылтырауыҡ, емеш-еләк, тәм-том алды һәм төшкә ҡунаҡтары янына ҡайтты. Буран тынды, ҡояш сағыу яҡтыртты, сыуаҡ көн тыуҙы, аяҡ аҫтында ҡар шығырланы... Һалҡын битте семетте. “Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә... Ел шауымы, һөрәнме?..” Һалҡын булһа ла, бөгөн ел юҡ... Тап ошо һөрән... Эйе, ун йыл буйына... Мин упҡынға ташланмаһындар өсөн һөрән һалдым... Ул тап ошо һөрәнме?.. Шул шикелле. Бүтәне лә бар ине... Уның әрнегән йөрәгенең һөрәне... Йонсоу көҙҙә Элима уны ташлап киткәндән бирле... Бөгөн был һөрән ишетелмәй. Ләкин барыбер: “Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә... Яратҡаным юҡ янымда...” Ул был көйҙөң башында сыуалыуын теләмәй. Ләкин ул барыбер...
Ашми һуңғы ярты йылда йәшәгән фатирындағы үҙгәрештәрҙе күрҙе. Үҙгәрештәр шунда ине: унда ҡатын-ҡыҙ бар, ҡатын-ҡыҙ булған ерҙә тәртип, саф һауа, тормошто тойоу – үҙенә башҡа.
– Хәйерле иртә, – тине ул.
– Һаумы! – Ҡатындың тауышында, өмөтһөҙлөк, битарафлыҡ, күңел бушлығынан тыш, бер ниндәй ҙә тойғо сағылманы. Был уны бер аҙ хафаға һалды, ләкин ҡатындың, уның менән теге фәрештәнең бында булыуы – оло бәхет ине. Уларҙан үҙгәргән уның торлағы. Унда яҡтылыҡ барлыҡҡа килгән – улар һәм ҡояш арҡаһында.
Малай йоҡлай ине, Падам Ашмиҙы аш-һыу бүлмәһенә саҡыр­ҙы. Ҡаплап ҡуйылған тәрән тәрилкәне алды, ул чепалгаш* бешергәйне, сәй яһаны.
Ашми Элима менән йәшәгән тормошон хәтергә төшөрҙө, тамағына төйөр ултырҙы.
– Беҙ уның менән Францияға китергә теләгәйнек... Унда, Ниццела, апайым бар... Унда һәр саҡ йылы, йәшәргә урын бар, ашар­ға-эсергә...
Падам тәҙрә янына баҫҡан. Ҡояш күлдәк аша уның тәненең матурлығын яҡтырта. Ашми бер мәлгә уға ҡараш ташланы. Өтөп алынғандай, күҙҙәрен түбән төшөрҙө. Ике киҫәк чепалгаш ашарға өлгөрмәне, тағы ла тәҙрә яғына ҡарағыһы килде. Ҡыйыулығы етмәне. Тағы ла бер киҫәк ашаны. Теләк тыйыуҙан көслөрәк ине. Ул тағы ла күҙҙәрен күтәр­ҙе – ҡатын тәҙрә янынан киткәйне, ә ул баҫып торған урында иҙәнде йомарт яҡтыртыусы ҡояш яҡтыһы ҡалғайны. Падам ҡояш яҡтыһы етмәгән күләгәгә күскәйне. “Беҙҙең ҡунаҡ һаран”, – тип уйланы Ашми. Ләкин ул үҙенең хаҡлы булмауын белә ине, был һаранлыҡ түгел, ә башҡа нәмәлер. Был өмөткә юлды ҡатмарландыра, ләкин барыбер шатлыҡ бар.
– Һөйлә, Падам, мин һине тыңлайым, – Ашми сәй уртланы.
– Һуңынан... Апайым беҙҙе көтәсәкмен тигәйне... Сит ил паспорты алырға ярҙамлашырға вәғәҙә биргәйне... Дөрөҫ, мин һөйләшенгән көнгә килеп етә алманым...
– Ни өсөн һин, Падам, унда китергә теләйһең?.. Унда нисек кенә яҡшы булмаһын, һин унда барыбер хәйерсе ролендә буласаҡһың...
– Белмәйем... Үҙем өсөн түгел... Бала хаҡына... – Ул ҡарашын төшөрҙө.
– Был да дөрөҫ... Мин һиңә нисек ярҙам итә алам?
– Белмәйем... Эштәр көйләнгәнсе бында бер нисә көн торорға мөмкин булһа...
– Һин ни һөйләйһең, Падам?.. Хет бер аҙнаға, бер айға ҡал...
– Белмәйем... нисектер уңай­һыҙ...
– Падам, мин аңлайым... ауыр ваҡыт... Кешеләр бер-береһенә ышанмай башланы, күңелдәре ҡатты... Ләкин мин һинең миңә ышаныуыңды теләйем... Һеҙҙе миңә килтергән өсөн мин Аллаға рәхмәт уҡыйым... Был ҡурҡыныс көндәрҙә һеҙгә ярҙам итә алыу мөмкинлеге булыу – минең өсөн оло бәхет...
Падам өндәшмәне. Үкһеп ебәрмәҫ өсөн, бүлмәгә сыҡты.
Бер ваҡыт Ашми, эшендә тотҡарланып, Падам менән уның улы янына эңер төшә башлағас ҡына килде. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Китергә йыйынғанда бик һуң ине инде.
– Бында ике бүлмә, беҙгә береһе лә етә, – тине Падам.
Ашми бер нәмә лә әйтмәне, күрше бүлмәлә йоҡларға ятты. Йоҡоһо килмәне. Падам һәм уның улы Мөхәмәд Ашми өсөн был ҡараңғы донъяла яңғыҙ яныусы шәм ине; был шәм нисек кенә көсһөҙ булмаһын, ул яҡтылыҡ бөркә, тик ул, елдә янғанлыҡтан, яҡлаусыһыҙ. Бер һаҡһыҙ һүҙ ысҡындыр – ел шәмде һүндерәсәк. Ашми ваҡиғаларҙы ашыҡтырмаясаҡ...
Был төндә ул таң алдынан ғына йоҡоға талды.
Иртән аш-һыу бүлмәһендә, үҙ ҡарарын боҙоп, үҙ-үҙенә ғәжәпләнеп, һүҙен әйтте:
– Падам... Мин һинең... мине дөрөҫ аңлауыңды теләйем... Бер йыл элек минең ғаиләм бар ине... Һинеке кеүек... Ул вафат булды... Тыумаған балабыҙ унан да алдараҡ үлгән булған... Мин был хаҡта һиңә һөйләнем инде... Шуға күрә мин һеҙҙе даими ҡурсалау, ярҙам итеү хоҡуғым... эйе, хоҡуғым... булыуын теләйем... – Йәш саҡта башҡаға беренсе тапҡыр мөхәббәтен белдергәндәге кеүек, йөрәге шашып типте, теле саҡ әйләнде.
Үткәндәр эҙһеҙ юғалмаған, йәшәү сәмен элеккесә тойоу кире ҡайта түгелме?..
Ул тағы ла ни әйтергә белмәйенсә туҡтап ҡалды.
– Мин риза, – тине Падам нин­дәй­ҙер еңеллек менән. – Беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе мосолман йолаһы буйынса нығытһындар. Той-тирмәлә минең ағайым йәшәй...
Ашмиҙың зиһене, аҡ ҡар ҡаплаған тау битләүеләй, яҡтырып китте. Ҡыҫҡа ваҡытҡа икәнен белә ине ул, тик был ысын мөғжизә ине.
Тышта ҡар яуҙы. Быйыл ҡар күп ине. Ул Падам әйткән һүҙҙәрҙе хәтергә төшөрҙө, – улар эске тулҡынланыуһыҙ, ниндәйҙер еңеллек менән әйтелде. “Ауыр кисерештәр, бәлә-ҡазалар уны тулҡынланыуын оноторға мәжбүр итте: ул үҙ ҡарарын, йөрәген тыңламайынса, аҡыл менән алдан ҡабул иткәндер, ә уның менән тулҡынланыу булмай... Бының нисек булыуында ниндәй айырма бар һуң?.. Әгәр ҡар яуа, ел иҫә икән...”
Улар Грозныйға ҡараңғы төшкәс килеп етте. Урыны менән ҡар ирегән, дымлы һалҡын, әленән-әле үтәнән-үтә ел өрҙө. Ашми ҡый­ратыл­ған, шыҡһыҙ ҡалала кешенең күп булыуына ғәжәпләнде. Улар ҡараңғы төшкәнсе ҡайҙалыр йәшенергә, боҫорға, туҡтарға һуңлауҙан ҡурҡып, һүҙһеҙ генә шәп-шәп атланы. Бер нисә бәләкәй автобус китте, улар ултыра алманы. Кешеләр бер кемгә ҡарап тормай, бер кемдең дә йәше менән иҫәпләшмәй, машинаға төртөшөп инде. Ишектәр ябылды.
Һаҡаллы, оло йәштәрҙәге ир-ат уларға:
– Былай баҫып торһағыҙ, бөгөн өйөгөҙгә ҡайтып етә алмаясаҡһығыҙ, – тине. – Итәғәтле ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарамағыҙ, бәреп инегеҙ, унда нисек тә урынлашырһығыҙ әле... кешеләр төндән ҡаса... Төндә ҡот осҡос нәмәләр була.
– Төндә ни була һуң?
– Көндөҙгө кеүек инде... Кешеләрҙе үлтерәләр, урлайҙар, талайҙар... Көнөн дә, төнөн дә... Әммә кешеләр төндән ҡурҡа.
Ашми автобус туҡталышынан китеп, тотош ағым булып барыусы үткенсе машиналарға ҡул күтәрә башланы. Бер кем дә туҡтаманы.
– Туғанҡайым, һин был ҡалала күптән булғаның юҡтыр, – тине һаҡаллы.
– Һин быны ҡайҙан белдең? – тип һораны Ашми.
– Кешеләр үҙгәрҙе хәҙер. Кешене белмәһәләр, машинаны туҡтатмайҙар... Ышаныс юҡ, ҡурҡыу ғына ҡалды...
– Ә һин ҡурҡмайһыңмы?
– Нимәнән?
– Төндән.
– Минең өсөн көн дә, төн дә бер. Эй, көтөп тороғоҙ, көтөп тороғоҙ! Ә һеҙ бында килегеҙ! Мин ултырмайым... был ғаилә... бәләкәй бала... – ул уларҙы төрткөләп автобусҡа индерҙе.
Автобус уларға кәрәкле урамдан бик алыҫта туҡтаны. Улар ҡараңғыла атланы, аяҡ аҫтында бысраҡ лыстырланы, һалҡын ел иҫте. Ашмиҙың ҡулында бала, ә Падам сумкаларҙы тотҡайны. Элекке урамдар урынында соҡорҙар, күләүектәр, харабалар... Емереклектәр аҫтынан ҡайһы бер ерҙә яҡтылыҡ – торбала яныусы газ күренә.
Ярты сәғәттән өйгә килеп еттеләр. Урамда ҡәберҙәге кеүек ҡараңғы ине. Бер ерҙә лә ут янмай. Урам осонда эттәр өйөрө күренде. Улар, кире боролоп, юлсыларға ырылдап, өрөп үтте. Уның өйөнөң ҡапҡаһы бикле ине. Баланы Падамға биреп, ул ҡойма аша һикереп төшөргә уйланы, ләкин аҫҡа шыуып китте, сөнки тотонорлоҡ нәмә тапманы. Ул, уңайлы урын эҙләп, бер нисә аҙым ситкә атланы. Унда ҡойманың эҙе лә юҡ ине. Уның ихатаһына һуҡмаҡ һалынған, кеше һәм эт эҙҙәре беленеп тора.
Ул ошо һуҡмаҡтан үтеп, эстән бикләнгән ҡапҡаны асты. Ниһайәт – өй ишеге.
– Мин хәҙер шәм тоҡандырам... һеҙ бында, диванда ултырып тороғоҙ. Алып китмәгәндәрҙер әле, ныҡ иҫке ине... – Падам менән баланы ултыртҡас, ул сумканан шәм алды. Шырпы тоҡанмайынса бер нисә тапҡыр һүнде, ниһайәт, шәм бүлмәне яҡтыртты. – Иртәгә газды көйләрбеҙ... Хәҙер мейескә яғам, – Ашми ығы-зығы килде.
Падам, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, сумканан һыулы шешә алды, марляны еүешләп, өҫтәлдәге саңды һөртөргә кереште. Мөхәмәд йоҡлай ине.
Ашми ишек алдына сыҡты. Бәхеткә күрә, утын бар ине. Йәй көнө килгәндә ул снаряд ауҙарған өрөк ағасын балта менән тураҡлап, ярҡаларҙы лапаҫ аҫтына өйҙө. Улар ярап ҡалды. Башта ул нәҙек ботаҡтарҙы алды, шунан – йыуаныраҡтарын. Утын күтәреп өйгә табан барғанда, ерҙе һелкетеп, шартлау яңғыраны. Сүгәләгәс, ул тәҙрә янындағы шәмдең ялҡыны бына һүнәм, бына һүнәм тип һүрелеүен шәйләне, ләкин ул һүнмәне. Шартлау тулҡыны өйҙө һелкетте, тәҙрәнең бер быялаһы килеп төштө. Өйгә ашҡынған ел тағы ла шәмде саҡ һүндермәне... Ул ҡарҙа ятҡан быяланы алып, урынына ултыртты, ваҡ ҡаҙаҡтар менән нығытып ҡуйҙы...
Ҡар ябалаҡлап яуа башланы, йыш-йыш атышҡан тауыштар ишетелде, зиһенендә доғаға әйләнеп, Аллаға төбәлгән уйҙар тыуҙы...
Йөрәгенә ауыр, ләкин нисектер еңел дә һымаҡ ине... Ошо емереклектәр, шартлауҙар, күңелдәре ҡатҡан кешеләр араһында үҙе өсөн, ошо ғаилә өсөн ниндәй ҙә булһа тыныслыҡ утрауы булдырыу теләге тыуҙы. Унда ҡар яуһын ине... Ул был төндә ҡабыҙған шәмде ел өрөп һүндермәһен өсөн... таң атып, кис булһын өсөн... яҙ килһен өсөн... ерҙе һөрһөндәр өсөн... кукуруз сәсһендәр өсөн... ямғыр яуһын өсөн... ә һуңынан ҡояш яҡтыртһын өсөн...

* Чепалгаш – он менән эремсектән әҙерләнгән милли ашамлыҡ.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Муса Әхмәдов










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)