20.03.2015 ШӘМДЕ ЕЛ ҺҮНДЕРМӘҺЕН ӨСӨН
Ябалаҡлап яуған ҡуйы ҡар пәрҙәһе аша тирбәлә-тирбәлә автобус елә. Һалмаҡ йүгереүсе тәҙрә һепергестәр алғы быялаға йәбешкән эре ҡар бөртөктәрен таҙарта, уларҙың ҡыштырлауы, мотор тауышына ҡушылып, бәүелдергес көйгә әйләнә.
Ҡасаҡтың ҡарашы башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Донъяның ҡайһы ғына ҡитғаһында булмаһын, ҡасаҡ – ҡасаҡ инде, торлағынан, ғаиләһенән яҙған, атайсалын ташлап киткән кеше булып ҡала... Үҙе ҡасаҡ булмаған кеше уны аңлай алмай. Ә ҡасаҡ булғаны аңлай: уның йөрәгендә – бушлыҡ, һалҡын елдәр ыжғырған икһеҙ-сикһеҙ сүл. Юҡ, был ҡояштан уттай ҡыҙған ҡом сүле түгел – бер ваҡытта ла иремәгән, ҡар ҡаплаған, мәңге туң осһоҙ-ҡырыйһыҙ боҙ сүле.
Ашми был сүлдең һалҡынын ун йыл элек үк татыны. Ул ваҡытта егет донъялағы берҙән-бер чечен гәзитендә эшләне, туғандары йортонда йәшәне, әҙәбиәт, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында мәҡәләләр яҙҙы. Уға башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй, тик барыһы ла нисек бар, шулай ҡалһын ине: һәр иртәлә Матбуғат йортона эшкә йөрөй алһын, өйөнә ҡайтһын, үҙенә киске аш әҙерләһен, киләсәккә пландар ҡорһон.
Ләкин бөтәһе лә бер көндә үҙгәрҙе. Ҡаҡшамаҫ булып тойолған тәртип емерелде, ҡыйралды, үткәнгә күсте. Уның иптәштәренең күбеһе был буталышта һәйбәтте, яңыны күрҙе, бер ваҡытта ла партияла тормаһа ла, уны властарға ярамһаҡланыуҙа ғәйепләне.
Бер ваҡыт эштән ҡайтып килгәндә Ашми Ленин һәйкәленә трос ташлауҙарын күрҙе (ҡарап тороуға сибек кенә, хәлһеҙ, урта йәштәрҙәге кешенең Лениндың муйынына трос һалыу өсөн һәйкәлгә үрмәксе кеүек етеҙ үрмәләүе ғәжәп ине). “КамАЗ” һәйкәлде ауҙарҙы – ул ваҡытта Ашми: “Был вәхшилек”, – тине. Уны “партия яҡлы” яһанылар. Артабан ваҡиғалар киҫкенләште. Чечня көнкүреше, һыу тирмәндәре, тауҙарҙағы хужалыҡтарҙа аттың әһәмиәте, манаралар архитектураһы тураһындағы мәҡәләләрең өсөн төрлө инстанцияларға саҡырып йөрөтөүҙәрен оноттоңмо ни, тинеләр уға. Былары ла, ҡалғандары ла хәтерендә ине, ләкин йөрәге уға, был кешеләрҙең уйламай эш итеүе оло бәлә килтерәсәк, тине. Бер ваҡыт митингыла ике ораторҙың (береһе – партияға инеү өсөн мендәр аҫтында Маркс менән Ленинды ҡосаҡлап ҡына йоҡламаған мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, ә икенсеһе – ҡыҙыл календарҙағы бер көндө лә төшөрөп ҡалдырмайынса шиғырҙар сығарыусы шағир) донъялағы иң ҡеүәтле дәүләткә барлыҡ язалар менән янап, тыуған төйәктәге мәшһүр кешеләрҙе тәнҡитләүен ишеткәс, ул быға тамам инанды. Уларҙың шулай ҡыйыуланыуы түгел, ә, алдын-артын уйламай, чечендарҙың бер-береһе менән мөнәсәбәттә һәм аралашыуҙа хөрмәтләгән әхлаҡты еңел боҙоуы ғәжәп ине. Улар телевидение бинаһынан сыҡҡанда уҡ Ашми мәҙәниәтсе менән шағирҙағы әшәкелек һалҡынын, “ни ҡылһаҡ та, үҙ ҡулыбыҙҙа” тип эш иткән кешеләр әшәкелеген тойҙо. Һуңынан шундайҙар төрлө учреждениеларға урынлашты... Күберәк Радио йортона... Радионан көн-төн бер үк йыр яңғыраны: “Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә...”
Ул ваҡытта, бәлки, башҡа йырҙар ҙа башҡарылғандыр, бүтән әңгәмәләр ҙә алып барылғандыр, әммә уның хәтерендә тап ошоһо тороп ҡалған:
Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә...
Ыжғыра ла ыжғыра...
Иртән, көндөҙ, төнөн, таңда
Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә...
Баҡтиһәң, улар хәҙер уның күңелендә өҙлөкһөҙ иҫеүсе ел тураһында йырлаған икән...
Ниндәйҙер ауыл ситендә шофер тиҙлекте кәметте. Көн кискә ауышты, ҡар һаман яуҙы. Урамда кешеләр донъя кәрәк-ярағы артынан тегеләй-былай йөрөй, һыулауға ҡыуған һарыҡтар баҡырыша. Туҡталышта бер ир-ат автобусты туҡтатты. Янында – Ҡыҙыл Тәренең гуманитар ярҙамы ҡаптары. Ир, ҡаптарҙы күтәреп, автобусҡа инде.
– Эй, чечендар, донъяла һеҙ күпме – һанап бөтөрөрлөк түгел, – алғы урындағы ҡарт шаяртты. – Бында ла, Грозныйҙа ла, Мәскәүҙә лә, сит илдәрҙә лә... Ҡытайҙар кеүек күпһегеҙ.
Ҡасаҡ яуапҡа өндәшмәне, йәш кеше урын биргәс, шунда ултырҙы ла алдына ҡаптарҙы һалды. Ҡарттың шаяртыуын бер кем дә күтәреп алманы. Ҡарт үҙе лә берәүҙә лә шаярыу ҡайғыһы юҡлығын аңланы булһа кәрәк, кеҫәһенән йәһәт кенә тиҫбе алып, тартырға тотондо.
Тәҙрә янында йыш-йыш күҙ йәштәрен һөртөп, ҡарашын ҡулындағы балаһынан алмайынса йәш ҡатын иланы.
Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә... Ошо йыр аҫтында, ил сиктәрен һәм тыйыуҙарҙы бар тип белмәйенсә, ҡайнаусы ҡаҙандар һәм урамдың үҙендә үк тоҡандырылған усаҡтар араһында үҙҙәре ышанмаған нәмәгә өмөтләнеп, ҡарғап һәм фашлап, кешеләр үрһәләнеп йөрөнө. Улар рөхсәт ителгәнде лә, рөхсәт ителмәгәнде лә айырманы, бөйөктө кәмһетте, лайыҡлыны түбәнһетте һәм, йорттарын, хужалыҡтарын ташлап, аҙашҡан мал һымаҡ, ҡала буйлап кәләп һалды... Уғрылар аҡыл өйрәтте, аҡылын юйғандар дауаланы, йыуан ҡатын-ҡыҙҙар бүре булып олоно, сибектәр әрмегә китте, тауыҡтар әтәс булып ҡысҡырҙы, бесәйҙәр эт булып сыйнаны, аттар ишәк булып кешнәне, ишәктәр тибеште – ниндәйҙер ҡот осҡос нәмәне әшкәртеп, барыһы ла әйләнде лә тулғанды. Ә әшкәртелгән нәмә – һуғыш ине. Ул майҙандарҙа, ялтыр күҙле ҡарттар әйткәнсә, еңел булманы, ә ауыр, ҡаты булды, ҡалалар һәм ауылдар бомбаға тотолдо.
Ашми ҡала ситендәге йортонда оҙаҡ йәшәне әле: бер кемгә лә насарлыҡ эшләмәнем, миңә нимә янауы ихтимал, тип уйланы. Ләкин үҙҙәренең урамында ҡуңыр һыйырын көнө буйы көтөп, һөт һатып тамағын туйҙырған әбей ракета ярсығынан һәләк булғас, ул һуғыштың кем ғәйепле, кем ғәйепһеҙ икәнлеген айырып тормауын аңланы: был аждаһаға барыбер, йоторға табыш ҡына булһын.
Ул тауҙарға, үҙе тыуып үҫкән ауылға китте. Унда олатаһының өйөн тәртипкә килтерҙе лә, тигеҙ ерҙән осоп килгән самолеттар ауылды бомбаға тотҡан һайын тормош менән бәхилләшеп, биш ай йәшәне. Бында килеүе һәйбәт булды: янында әсәһе, тиҫтерҙәре бар, улар уны йыуатты, ул – уларҙы, шулай бер-береһенә таяныс булдылар. Ә ҡалала ни булырын кем белә?
Биш айҙан һуң, яҙ башланғас, ауыл халҡы самолеттар һөжүм иткәндә ишек алдында ҡаҙылған соҡорға һикереп төшөп ҡаса-ҡаса (тауҙарҙа йәшәүселәр мөгәрәп яһамай, уның кәрәге лә юҡ) баҡсаларын ҡаҙып сәскәс, тау битләүҙәре йәшәреп, һары, асыҡ зәңгәр сәскәләр баш ҡалҡытҡанда, ул машинаға ваҡ-төйәк мөлкәтен тейәп, ҡалаға юлланды.
Ул ауылда ҡалғандар өсөн көйәләнеп, ҡалала ниҙәр эшләнеп ятҡанын белмәй ине. “Әгәр кемгәлер яза биреү өсөн ғәйеплеләрҙе ғәйепһеҙҙәрҙән айырып тормайынса, дәүләт исеменән үҙ граждандарын бомбаға тоталар һәм “изгелек – яуызлыҡ”, “аяуһыҙлыҡ – мәрхәмәт” төшөнсәләре бер-береһенән айырылмай икән, тимәк, донъя икенсе сифатҡа күскән”.
Блокпостарҙың береһендә йыйылған кешеләрҙе күреп (ҡала халҡы, уның һымаҡ, тауҙарҙан үҙ өйөнә ҡайта ине), ул: “Ни өсөн уларҙы бында тотҡарлайҙар?” – тип һораны. Яуап алмағас, кеҫәһенән ҡыҙыл таныҡлығын сығарып: “Мин СССР Журналистар союзы ағзаһы”, – тип һуҙыу менән, башына ҡыйыҡ яулыҡ бәйләгән һалдат уны туҡтатты ла, автоматының тәтеһен тартып: “Миңә тимәгәйе, космонавт бул! Төкөрҙөм мин һиңә! Күҙемдән юғал!” – тип ҡысҡырҙы.
Эйе, СССР башҡаса юҡ ине, донъя үҙгәрҙе.
Һуңынан ул ҡаланы күрҙе: үҙәк тулыһынса емерелгәйне, биҫтәләр ҡыйралған, бала саҡта йөрөгән урамдарҙы танырлыҡ та түгел – һуғыш һөрөп сыҡҡан, һәр ерҙә емерелгән йорттарҙың һөрөм менән ҡапланған торбалары һерәйеп тора. Шулай ҙа бәлә-ҡаза мәңгелеккә артта ҡалды тип инанған кешеләр күпмелер ваҡыт бирешмәне. Төрөк фирмалары үҙәктә харабаларҙы матур ҡоймалар менән уратып, төрөк телендә яҙмалар баҫылған аҡ ҡағыҙҙарҙан пәрҙә элде. Кешеләрҙең күбеһендә ижтиһад дәрте, барыһын да таҙартыу, аяҡҡа баҫтырыу, яңынан төҙөү теләге уянды. Баҡтиһәң, шулай ҙа ысын яуызлыҡ башланып ҡына тора икән – был хаҡта ул осорҙа уға ла (телевидениеға урынлашып, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре һәм уларҙы тергеҙеү зарурлығы тураһында тапшырыуҙар эшләй башлағайны), ҙур зәңгәр күҙле һәм һары сәсле ҡыҙға ла билдәле түгел ине әле. Ҡыҙ рус телендә “Баш ҡала” тапшырыуын алып барҙы, ыңғай ваҡ-төйәктә матур башланғыстар табып, Чечня баш ҡалаһының яҡты киләсәге тураһында һөйләне.
Уларҙы киләсәккә ышаныс ҡына яҡынайтманы. Ашми уның яҙ башланғанда үҫеп сыҡҡан сәскә кеүек зәп-зәңгәр ҙур күҙҙәрен оҡшатты. Күҙҙәр башҡаларға ла оҡшай ине. Ләкин ҡыҙ уны һайланы. Бәлки, быға Ведено районында видеотөшөрөү ваҡытында булған хәл дә сәбәпселер. Уларҙы урларға маташтылар, ә Ашми, гранатаның чегына йәбешеп, барыһын да ҡотҡарҙы.
Ҡыҙҙың яҡындарына хәүеф янағанда ла ул уның менән бергә булды. Бер саҡ юлдарҙы бикләп, кешеләргә тауҙарҙан төшөргә ирек бирмәнеләр. Ҡыҙҙың өләсәһе тауҙағы бәләкәй генә хуторҙа йәшәй ине. Уларҙың йөрәге, һауа кеүек, һөжүм итеүсе самолеттар геүләүенән өҙгөләнде. Арыу-талыу белмәй, ул чиновниктар тупһаһын тапаны, Мәскәүгә Ельцин исеменә телеграмма ебәрҙе: “...Чечня Рәсәй субъекты икән, үҙ граждандарығыҙҙың йәшәү хоҡуғын тәьмин итегеҙ...”
Аҙна буйы мәшәҡәтләнгәндән һуң, ниндәйҙер халыҡ-ара гуманитар ойошма ярҙамында, ниһайәт, урман юлында коридор билдәләнгәс, Элиманың уға мөнәсәбәте үҙгәргәндер, бәлки? Унда икәүләшеп барҙылар. Бомбаға тотоуҙан өмөтһөҙлөккә төшкән кешеләр, уларҙы мөғжизәсе әүлиәләрҙәй күреп, илай-илай ҡаршыларына йүгерҙе.
Ләкин ул бында ла яңылышты: бер йылдан һуң ҡыҙ ни өсөн уны һайлағанын үҙе һөйләне. “Был мәрхәмәтһеҙ донъяла нисек йәшәргә белмәнем, сөнки мин – ҡарт ата-әсәмдең берҙән-бер балаһымын. Ә һин минең яҡлаусым юҡлығын тойҙоң, миңә шулай күренде...” “Мин бер нәмә лә һиҙмәнем, һинең күҙҙәреңде генә – ике Кезеной күлен күрҙем, өмөт самалы булһа ла, уларҙың минеке булыуын теләнем...” – тип яуапланы ул уға. “Һин бер ваҡыт, ни өсөн ҡара күҙлек кеймәйһең, тип һораның, ул һиңә килешер ине, тинең... Мин күп уйландым... Ни өсөн шулай тип әйттең?” “Беләһеңме, ни өсөн? Һинең күҙҙәрҙәге күлдә сит кешеләр сағылышы һыу инмәһен өсөн... Улар минеке генә булһын”.
Хәҙер Элима юҡ, уға бындай күҙҙәр башҡа бер кемдә лә булмаҫтай тойола. Бөгөнгә тиклем ул ундайҙарҙы осратманы...
...Шундай күҙле ҡатын әле автобуста унан алда ултыра, ул төшөндә йылмайған балаһына ҡарап туҡтауһыҙ илай.
...Ашми Элимаға өйләнде, ҡала ситендә арзанға ғына ярым емерек өй алды, туған-тыумасаһы ярҙамында уны рәткә килтерҙе. Ләкин унда ике ай ҙа йәшәргә өлгөрмәне, Грозныйҙың яҙмышы йәнә түңкәрелде. Чечен боевиктары ҡаланы баҫып алды, ә федералдар, торлаҡ йорттарҙы миномет утына тотоп, тәртипһеҙ рәүештә бомба яуҙырҙы. Боевиктар китергә уйламаны ла, улар тиҙ төпләнеп алды. Төрмә астылар, “рустарға һатылған кешеләр”ҙе тота башланылар, өлгөрмәбеҙ, тип ҡурҡҡандай, уларға ашығыс хөкөм сығарҙылар. Телевидениела эшләгәнлектән, Ашми, шулай уҡ уның ҡатыны шулар иҫәбендә ине. Уның өсөн борсолған күршеһе (өгөтләүҙәргә ҡарамаҫтан, ул эштең нимәлә икәнлеген асыҡлау өсөн ҡала үҙәгенә йыш йөрөнө; теге һуғыш ваҡытында уның менән бер ни ҙә булмағайны, ә икенсе һуғышта мина шартлауына эләкте), – эйе, күршеһе Ашмиға, ҡатының менән китегеҙ, тине, сөнки, әгәр улар менән берәй нәмә була ҡалһа, уның үҙенә лә, уларҙы белгән бөтә кешеләргә лә ҡыйын буласаҡ, тип өгөтләне.”Борсолмағыҙ, беҙ уйларбыҙ ҙа берәй ҡарарға килербеҙ...” “Һуңламаһағыҙ ярай ҙа ул, һуңламаһағыҙ ярай ҙа ул...” – Абдул-Гапур, ҡулдарын арҡаһына ҡуйып, бошоноп, башын сайҡаны.
Абдул-Гапур уларҙы иҫке машинаһында Һуйырҡорт түбәһе битләүенә тиклем алып барҙы. Шунда машина туҡтаны – бензин бөттө. Абдул-Гапур: “Тиҙерәк китегеҙ, барыбер миңә бер нисек тә ярҙам итә алмайһығыҙ”, – тине. Ҡотолоу өсөн Гикало ҡасабаһына төштөләр ҙә артабан киттеләр.
Улар йәйәү атланы, юлда вертолеттан утҡа тотолған ике машинаға – “КамАЗ” менән “уазик”ка тап булдылар... Машиналар төтәҫләп янып бөтөп бара ине... Дүрт кеше һәләк булған, бишәүһе яраланған. Һәләк булғандарҙы һәм яраланғандарҙы алып киткәйнеләр...
Юлдағы машиналар, һаҙлыҡҡа батҡандай, саңға сумғайны, көсәнеп геүләп, тәгәрмәстәре бер урында әйләнде. Машиналар йәйәүлеләргә ҡарағанда бәхетһеҙерәк булып күренде. Машиналарҙың ялбарыулы геүләүе аҫтында кешеләр уларҙы, урындарынан саҡ күсереп, этә. Әгәр машинала урын табылһа, уға берәмләп йәки икешәрләп ултырып китәләр... Ләкин бынан ғына йәйәүлеләр кәмемәй, улар бик күп. Һауала самолеттар өйрөлә башлаһа, улар юл ситендәге соҡорҙарға, ҡыуаҡлыҡтарға йәшенә, ә машиналар алға барыуын белә.
Йәйәүлеләргә ҡарағанда, уларға янаған ҡурҡыныс күберәк, сөнки машиналар самолеттарҙан яҡшы күренә, шуға уларға һөжүм итеү бик анһат...
Бер шофер, Ашмиҙы танып, кешеләр менән лыҡа тулған автобусын туҡтатты: “Урын тапһағыҙ, ултырығыҙ...” Әммә ул ҡулын ғына һелтәне – юлыңда бул. Автобус, әлеге ҡарҙағы кеүек, саң болотонда юғалды...
Ул ҡарашын тағы ла тәҙрә янындағы ҡатынға һәм уның балаһына күсерҙе... Тағы ла бөтә йәне-тәне менән үткәндәрҙең йылыһын һәм ҡабатланмаҫлығын тойҙо. Уйҙарында үткәндәргә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып, шул заманды зарығып юҡһынды. Юҡ, үткәндәрҙе юҡһынманы, һыҙландырғыс татлылығын хәтергә төшөрөп, үҙенең Элима менән мөнәсәбәттәрен юҡһынды. Ул заман бөтә нәмә буталған ҡурҡыныс төш һымаҡ, ҡыйын да, сәйер ҙә, көлкөлө лә, аяуһыҙ ҙа ине.
Факил МЫРҙАҠАЕВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
Муса Әхмәдов