RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тәҙрәмдән йондоҙ күреү менән Уйҙарымда ҡайтам йәшлеккә”

20.03.2015 “Тәҙрәмдән йондоҙ күреү менән Уйҙарымда ҡайтам йәшлеккә”

Гөлүзә Арыҫланова күптәргә автор-башҡарыусы булараҡ таныш. Осраҡлы ғына уның шиғырҙар ҙа ижад итеүе билдәле булды. Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында тыуып, бәхетле бала саҡ мәлдәрен кисереп йәшәй генә башлаған сағында, алты балаһын етем ҡалдырып, әсәләре мәрхүмә була. Шуға ла яҙмыш уларҙы ситкә: башта Өфө ҡалаһының интернатына, аҙаҡ Күмертау ҡалаһына белем алырға ебәрә. Бөтә аһ-зарын моң менән баҫҡанғалыр ҙа, Гөлүзә бала саҡтан ижадҡа тартыла, ҡайҙа ғына уҡыһа ла, фольклор түңәрәктәренән ҡалмай. Сәхнә ғүмерлек хыялы булһа ла, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү уның өсөн һәр саҡ беренсе урында тора. Шуға ла ул һайлау алдында торған саҡта, ғаиләле булып та һәм Өфөнән ситтә йәшәп тә ижад итергә мөмкин икәнен аңлап, кейәүгә сыға. Һәм бына инде оҙаҡ йылдар Дәүләкән ерендә үткән бөтә саралар­ҙы йыр-моңдары һәм шиғырҙары менән биҙәп йәшәй, ижад итә. Тәүҙә – урындағы телевидениела алып барыусы, ә хәҙерге ваҡытта Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейын етәкләй. Барлыҡ уңыштары өсөн ул янында булған туғандарына, ғаиләһенә һәм тормош иптәшенә рәхмәтле.

* * *
Башҡынайым сатнай... Сараһыҙҙан
Яулығымды сөйҙөм башыма.
Элек әсәй шулай эшләй ине,
Ҡыҫып бәйләп ҡара ҡашына.
Моңһоу ғына йөҙөн сағылдырып
Алһыу яулығының аҫтынан.
Тешен ҡыҫып түҙҙе ауыртыуға,
“Үтер әле, – тиеп, – һуңынан”.
Башҡарыуға барлыҡ мәшәҡәтен
Онотола баштың сатнауы.
Эй, әсәйем, дауа булды әллә
Тормошоңдоң ярһып ҡайнауы?
Беҙҙең тормошобоҙ һинекенән
Бер ҙә ырамлыраҡ китмәгән.
Ейәндәрең егет булдылар ҙа,
Бәләкәйе үҫеп етмәгән.
Һәр яңы көн беҙҙе бәүелдерә
Бер тынғыһыҙ заман елендә.
Бәлә-ҡаза берүк урап үтһен,
Тик теймәһен бары ғаиләмә.
Әсәй,
Тормош юлың һынау һалған саҡта
Ҡайҙан булды һиндә сабырлыҡ?..
Беҙ алтауҙы ҡарап үҫтергәндә,
Көстәр таптың ҡаршы торорлоҡ?..
Башым сатнай, мин дә, сараһыҙҙан,
Яулығымды сөйҙөм башыма.
Элек әсәй шулай эшләй ине,
Ҡыҫып бәйләп ҡара ҡашына…

* * *
Һуңғы ваҡыт әллә нисек кенә,
Йән өшөгән кеүек тойола.
Тышта көҙҙөң хөкөм һөргән мәле,
Ағастарҙан япраҡ ҡойола.
Һалҡын елдең бер иҫеүе булды,
Буйлап үтте ҡаҡса арҡамдан.
Бирсе, әсәй, йылы шәлкәйеңде,
Төрөнәйем әле башымдан.
Ышыҡ булһын суҡлы ғына шәлең,
Алмаштырһын һинең ҡосаҡты.
Иҫләттерһен бала сағымдағы
Дөрләп янған йылы усаҡты.
Арындырһын әле мәшәҡәттән,
Бер аҙ ғына тыныс торайым.
Һинең хаҡта уйлай-уйлай, әсәй,
Йомшаҡ шәлкәйеңде урайым...
* * *
Был көҙ алтын миҙгел икән,
Бай булды ул уңыш-табышҡа.
Берсә илһам ҡуйынына ала,
Берсә төрөндөрә һағышҡа.
Был көҙ сихри миҙгел икән,
Һиҫкәндертеп тағы йөрәкте,
Хәтерләтте беҙҙең йәш саҡтағы
Һары төҫкә ингән тирәкте...
Ышыҡ булып тора тирәккәйем
Инде башҡа парлы йәрҙәргә.
Ә мин һине осратҡанға, йәнем,
Рәхмәтлемен алтын көҙҙәргә.
Был көҙ – уңыш йыйыр мәлем,
Оло табындарҙың өҫтөнә.
Дуҫтарымдың “иң-иң”дәре килеп,
Урын алһын табын түрендә!

* * *
Яңы дәфтәр битен асҡан кеүек,
Асам яңы көндөң пәрҙәһен.
Нимә көтә икән мине бөгөн?
Белһәң ине уйын, хәйләһен...
Белмәгәнгә, ныҡлы баҫам ергә,
Бер аҙымдан шиктәр таралһын.
Таралһын да, атлар юлдарыма
Тик уңыштар ғына яралһын!
Сәсрәтеп китәм шәре менән
“Әллә инде...” – тигән һүҙҙәрҙе.
Бик тә күргем килә юлдарымда
Ышаныслы ғына күҙҙәрҙе!

* * *
Көнөм уҙҙы,
Ауҙым, ауҙым...
Аяҡтарым уттай яналар.
Уйҙар ғына, арғымаҡтар кеүек,
Арымайса ярһып сабалар.
Тәҙрәмдән йондоҙ күреү менән
Уйҙарымда ҡайтам йәшлеккә.
Күпме йондоҙ һанағанбыҙ икән,
Юрап икәү парлы бәхеткә...
Хәҙер инде тәҙрәмдән генә
Йондоҙҙарҙы күреп ҡаламын.
Рәхмәт әйтә-әйтә Хоҙайыма,
Йомшаҡ мендәремде һаламын.
Шөкөр итәм, йыһан киңлегендә
Яна әле беҙҙең йондоҙҙар.
Ә янымда тыныс ҡына йоҡлай
Миңә генә тигән аҫыл пар!
* * *
Һары, ҡыҙыл, зәңгәр, йәшел...
Һайлайым мин төҫтәрҙе.
Һөйәм, көйәм, йәнем, бәғерем...
Барлап матур һүҙҙәрҙе.
Һиңә яҙам, берсә һыҙам
Төҫтәр менән һүҙҙәрҙе,
Табалмайса ғазапланам
Һиңә нағыш төҫтәрҙе,
Тәғәйенле һүҙҙәрҙе...
Был төҫтәрҙә барыһы бар,
Юҡ тик ҡара-һороһо.
Һүҙҙәрҙең бар иң ҡәҙерле,
Йылы, наҙлы, олоһо!
Һүҙҙе-һүҙгә бәйләп була,
Төҫтәр ҙә бит үрелә.
Үрелгән төҫкә ҡараһаң,
Матур биҙәк күренә!
Тимәк, һүҙҙәр төҫтәр менән
Ишелгәндә үрелеп,
Бәхетлегә зәңгәр күктә
Йәйғор ҡалыр күренеп!

* * *
Ниндәй алыш, ниндәй көрәш миндә,
Рухым менән Булмыш майҙанда!
Рухым көслө, ләкин Булмыш әйтә:
“Мин еңермен һине ҡасан да!”
Һәр көн булмыш, ҡарауылсы һымаҡ,
Көтөп йөрөй Рухым һынғанын.
Шатлыҡтарҙың күккә ашмағанын,
Хыялдарҙың утта янғанын.
Рухи көсөм минең – нескә күңел,
Кеше күрмәгәнде тойомлай.
Һәр тойғоно, һәр бер кисереште
Йөрәк аша биреп, дан йырлай!
Рухым йыры гиҙә ете даръя,
“Тәҙрәмдән йондоҙ күреү менән Уйҙарымда ҡайтам йәшлеккә”Уята ул меңдәр йөрәген!
Шул йөрәктәр тибештәре, беләм,
Бөгөн минең Рухым терәге!
Рух һәм Булмыш! Бөтмәҫ көрәш миндә!
Тормош та бит уҫал, аяуһыҙ.
Тик барыбер Рухым көслө, беләм!
Мин бит түгел яңғыҙ, таяуһыҙ!

* * *
Бер аҙ ғына тыныслыҡта ҡалып
Ултыраһы ине уйланып.
Тормошомдоң матур сағын иҫләп,
Фекерҙәрҙе барлап, моңланып.
Ҡайҙа булдым, ҡайһы ерҙе күрҙем,
Кемдәр менән юлдар осрашты.
(Улар араһында булды дуҫтар,
Булды һатҡандары, алдашы).
Ниндәй һүҙҙәр әйттем кешеләргә,
Йылы ҡараштарым еттеме?
Әллә минең һүҙҙәремә мохтаж
Берәй кеше үтеп киттеме?
Етте микән яҡындарым өсөн
Иғтибарым, терәк һүҙҙәрем?
Ысын күңелемдән һоҡланғанда,
Теймәнеме минең күҙҙәрем?
Ихлас һүҙҙе моң юлына теҙеп,
Күпме икән йырҙар яҙылған?..
Шул йырҙарҙа күпме һөйгән йәндәр
Ауаздаштар булып табылған?..
Уйланаһы урын бар икән шул,
Тик ваҡыты ғына тарыраҡ.
Әллә инде көндәр бит тиҙ үтә,
Әллә инде төндәр ҡыҫҡараҡ?

Гөлүзә Арыҫланова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)