RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ғүмергенәм сабыш аты булһа, Тормош юлым – бәйге майҙаны”

20.03.2015 “Ғүмергенәм сабыш аты булһа, Тормош юлым – бәйге майҙаны”

“Ғүмергенәм сабыш аты булһа, Тормош юлым – бәйге майҙаны” Мотал Рәмов 1964 йылдың 2 ғинуарында Йылайыр районының Сәләх ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Йылайыр тарафтарында ҡәләм оҫтаһы булып танылған Мотал Зәкирйән улы бөгөн Сибай концерт-театр берләшмәһендә әҙәби-драматик бүлек етәксеһе булып эшләй һәм үҙен ижадтың яңы төрөндә – сценарийҙар яҙыу өлкәһендә һынап ҡарай.


Йәшлек, йәшлек...

Иртән күтәрелгән аҡ томандай,
Их, был йәшлек ниңә ғүмерһеҙ?
Әллә тәҡдир уға шулай ҡушҡан,
Әллә үҙе шулай түҙемһеҙ?
Айбарланып сапҡан тай шикелле,
Елеп үтә йәшлек йылдары.
Маңлай һыры булып ҡыйылалар
Артта ҡалған ғүмер юлдары.
Йәшлек, йәшлек, ниңә сабырһыҙ
һин?
Ярһыу йөрәгеңме тыңламай?
Ғүмерҙең бер хозур мәле бит
һин,
Ҡәҙерен белһәк ине һуңламай!
Әйҙә, уҙһын ғүмер, сәс ағарһын,
Алға елһен тормош юлдары.
Үткәндәрҙә яҡты маяҡ булып,
Балҡып ҡалһын йәшлек йылдары!

Балан

Туй күлдәген алмаштырған балан,
Ҡыҙыл күлдәк уның иңендә.
Күрегеҙсе, ниндәй күркәм булып
Баҫып тора аҡлан түрендә!
Шул баландай гелән матур ҡалып
Йәшәгеләр килә донъяла.
Төҫ ташламай ҡартаяһы ине,
Күпме йылдар артта ҡалһа ла.
Хыялдарым ерҙә, күңелем күктә,
Ә яҙмышым – балан емеше.
Фанилыҡтың тәмен татыр өсөн
Был донъяла йәшәйҙер кеше...

Ниңә икән?

Ниңә икән беҙ йәш саҡта
Ҡыҙҙар булды гел эре?
Керһеҙ һөйөү хистәренә
Яуаптар булды кире?
Бармаҡ төртөп, көлдө улар:
“Һай, егет йораттары!”
Белһәләр ине өткәнен
Кәмһенеү ғазаптары...
Бөгөн килеп шул уҡ ҡыҙҙар
Беҙгә башҡаса ҡарай.
Беҙҙекеләр, тигән булып,
Һөтлө телдәрен сарлай.
Их, һеҙ, ҡыҙҙар, һуңланығыҙ,
Йәш саҡтар ҡалды йыраҡ.
Бер атҡан таң кире атмаҫ,
Һандуғас булып һайрап...
Ниңә инде үҙ мәлендә
Ҡәҙерҙе белмәнегеҙ...
Һуңланығыҙ, әле килеп
“Занятой” ирҙәр бит беҙ!
Үткәндәрҙә ҡалды инде
Юғалтыу, үкенеүҙәр...
Кисәге ҡыҙ – бөгөн ҡатын...
Һүрелгән шул күңелдәр,
Беҙ ҙә егет түгелдәр...

Үҙем булып ҡалайым...

“Көн яманы үтә лә ул,
Әҙәм яманы бөтмәй...”
Әсәйемдең ошо һүҙе
Һис бер хәтерҙән китмәй.
Боҙоҡ көндәр артта ҡалды,
Ямандар янда һаман.
Хөсөттәрҙең ғәйбәт һүҙе
Алҡымдан алды тамам.
Һөйләһендәр, күңелем саф,
Намыҫыма кер йоҡмаҫ.
Юҡты бар итеүселәрҙең
Мәкере барып сыҡмаҫ!
Ғәҙеллек минең юлдашым,
Ғәмәлдәрем изгенән.
Иманым – яҡты маяғым,
Йыға алмаҫ һүҙ генә!
Йәшәйем әле үҙемсә,
Үҙем булып ҡалайым.
Абалаған алабайҙар
Йота алмаҫ, моғайын!

Сабыш аты

Ярһып-ярһып саба толпарҙар,
Бәйгеләргә биреп йәм һәм ҡот.
Көндәрем дә ашыға һуң ҡайҙа?
Һис бер туҡтау белмәй был
ваҡыт…
Айҙы айға ялғап, йылдар үтә,
Йыл артынан килә быуаттар.
Бәйге атын туҡтатырға була,
Йылдар өсөн ниндәй ҡеүәт бар?
Ғүмергенәм сабыш аты булһа,
Тормош юлым – бәйге майҙаны.
Тиҙлектәрҙе сәғәт-минут түгел,
Теүәл үлсәй һәр көн, ай һаны…
Елдән етеҙерәк елә ғүмер,
Үткәндәрҙә ҡала бары ла…
Хәтер, хәтер, гүйә серле һандыҡ –
Бар булмышым унда сағыла…

Ябай бер төбәк

Бейек тауҙар, оло йылға ла юҡ,
Тыуған ерем ябай бер төбәк.
Тик шулай ҙа шундай ғәзиз миңә,
Һағынып ҡайтам уға, күҙ төбәп!
Шунда минең кескәй
шишмәләрем,
Селтер-селтер аға инештәр.
Ябай ғына ҡайын-уҫаҡтар ҙа
Ожмах гөлө миңә кеүектәр!
Урман-ҡырҙан торған гөл
баҡсаһы,
Мең-мең төҫтә бында сәскәләр.
Күрсе, ана, ләйсән ямғырҙан һуң
Йәйғор нуры улар сәсәләр!
Бала сағым иҫтәлеген һаҡлай
Атай бесән сапҡан туғайҙар.
Һандуғастар ҙа бит әрәмәлә
Әсәм йырын һаман йырлайҙар…
Тыуған ерем йән йылыһы бирә,
Ҡанат ҡуя ауылдаштарым.
Ҡабат тыуа ҡалһам, ғүмер юлым,
Тыуған яғым, һинән башлармын…

Йәшлегемде юллап

Йәшлегемде юллап ҡайттым әле,
Тыуған ауылым, һиңә ашҡынып.
Беләм, атай ҡаршыларға сыҡмаҫ,
Юғын әсәйемдең аш-һыуы...
Шөкөр, тием, туғандарым иҫән,
Юғалһа ла тыуған йортҡынам.
Йәшлек эҙем ҡалған тау битендә
Үткәндәрҙе уйлап, юҡһынам.
Атай ҡорған нигеҙ бушап ҡалған,
Баҡсабыҙ ҙа ята ташландыҡ.
Һыртыбыҙҙа үҫкән ҡайындарға
Үҙ мөһөрөн һалған был ҡартлыҡ...
Йәп-йәш кенә булған еңгәйҙәрем
Ҡай арала шулай ҡартайған?
Терәктәре булған ағайҙарым
Иртә ҡуҙғалды шул донъянан...
Сыбыҡ атта елгән тиңдәштәрем
Атай, олатайҙар... китсәле.
Алыҫтарҙа ҡалған бала саҡтар
Иҫкә төшһә, иҫең китмәле.
...Ҡайттым әле тыуған ауылыма
Йәшлек эҙҙәремдән үтергә.
Үткәндәргә тик салауат ҡылып,
Хәтер ебен барлап, һүтергә...
Һыуынмаһын юлым тыуған яҡҡа,
Насип булһын ҡайтыу йышыраҡ.
Үҙ еремдән алған рухи дәртем
Ижадымды итер нурлыраҡ...

Их, ҡайтаһы ине

Их, ҡайтаһы ине ауылыма,
Урамынан ине үтәһе.
Олатайҙар, ағинәйҙәр менән
Бер күрешеп кенә китәһе...
Әсәкәйем һаман көтә төҫлө,
Оло самауырын шыжлатып.
Их, ул саҡтар, кире ҡайтмаҫ
мәлдәр,
Иҫтән сыҡмай, йөрәк һыҙлатып...
Бер күҙ асып йомған ара ғына
Атай, әсәй менән бергә саҡ...
Үкенесле ошо фани донъя
Беҙҙән дә бит тороп ҡаласаҡ...
Ғүмер уҙа, йөрәк майы һыҙа,
Һағындыра икән үткәндәр.
Ниңә икән йылдар туҡтау белмәй
Ғүмер сер йомғағын һүткәндә?!

Мотал Рәмов.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)