13.03.2015 Бәләкәстәргә – ярты миллиондан ашыу китап
“Кескәйҙәр өсөн яҙылған әҫәр сабыйҙы нимәгәлер өйрәтергә, тәрбиәләргә, уға тирә-яҡтың ниндәйҙер гүзәл мөйөшөн асып бирергә тейеш”, – тигәйне, бер саҡ балалар әҙәбиәте хаҡында һүҙ сыҡҡас Әсхәл Әхмәт-Хужа. Балалар яҙыусыһы бәләкәстәрҙең холоҡ-ҡылығын эләкләргә, ҡабатларға түгел, ә, киреһенсә, кескәй шәхестәрҙе үҙ тәжрибәһе артынан эйәртергә, әйҙәргә бурыслы. Был йәһәттән Әсхәл Әхмәт-Хужа ижад иткән саҡта ошо аҡылға, ошо алымға тоғро булып ҡалды.
Хәтеремдә, 1970 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә шағирҙың кескәйҙәргә атап “Бәрәскәй” исемле йыйынтығы баҫылып сыҡҡайны. Беҙҙе уратҡан донъяның ғәжәйеп матурлығын тасуирлау, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренештәрҙең бала тормошонда мөһимлеген, әһәмиәтен күрһәтеү, сабыйҙы беренсел әхлаҡи ҡанундар менән таныштырыу өсөн тәнәйҙәргә оло бүләк булғайны әлеге йыйынтыҡ. Метафора, образлылыҡ, сағыштырыу төшөнсәләренең муллығына мөрәжәғәт итһәк тә, “Бәрәскәй”гә ингән ун бер әҫәр бөгөн булһын балалар әҙәбиәтенең йөҙөк ҡашы иҫәбендә, минеңсә.
“Тупҡайым” шиғырын ғына алайыҡ.
Туп беҙҙең ҡаршыбыҙҙа теремек һәм шаян йән эйәһе булып баҫа. Ул әле күккә талпына, әле бейергә тотона, әле һикерәндәй-һикерәндәй урам буйлап ырғандай... Әйтерһең, бында бала туп уйнамай, ә туп үҙаллы күңелле тормош менән йәшәй:
...Тубым менһә юғары –
Күм-күк күгәрсен бары.
Тубым ергә ауғанда –
Алһыу алма яуғандай.
Әйләнеп ул йәшелгә,
Йәш үләнгә йәшенә.
Йәки, һары ҡауындай,
Тәгәрәй ҡом тауында.
Бөтәбеҙгә таныш уйынсыҡтың – туптың – ҡаҡлығыу, һикереү, тәгәрәү кеүек физик үҙенсәлектәрен һүрәтләүҙән тыш, автор әле килтерелгән өҙөктә сабыйға йәйғор кеүек сағыу төҫтәр айырмалығын да аңлата.
“Бәрәскәй”, “Көсөк” тигән шиғырҙар кескәй уҡыусыла эргәбеҙҙәге януарҙарға ҡарата һөйөү, хәстәрлек хисе тәрбиәләһә, “Ҡояш”, “Үлән хаҡында йыр”, “Еләктә”, “Ҡойон” исемлеләре тәбиғәт серҙәрен асып, донъяның сикһеҙ хозурлығын тасуирлай, тирә-йүнебеҙҙәге һәр нәмәнең – Ҡояштың да, Болоттоң да, Ямғыр йәки Ҡойондоң да, Сәскә-Үләндең дә – тере булыуын, уяныуын-йоҡоға талыуын , ҡыуаныуын-бошоноуын, йырлауын йә көлөүен күрһәтә. Мәҫәлән, Ҡояш күҙ алдыбыҙға, көн оҙоно йүгереп йөрөп йорт эштәрен башҡарған әсә һымаҡ, эшсән, уңған бөйөк йән эйәһе булып килеп баҫа: “ялбыр яллы болотто” нуҡталаған Ҡойон, “ергә шифалы дым” яуҙырған изге көс булараҡ, “сәсрәп көлә”, шатлана, “орсоҡ кеүек зыр әйләнә”.
Тәрбиә эшендә өлкәндәрҙең иң оло хатаһы – уларҙың үҙ бала сағын онотоуында. Бәләкәстәр өсөн яҙған әҙип үткәндәрен иҫләмәһә, уның ижады бары тик хәл-ваҡиғаларға төртөп күрһәтеү генә булып ҡалыусан. Әсхәл Әхмәт-Хужа иһә донъяны сабыйҙарса тоя, ҡабул итә, һоҡлана һәм һиҙҙермәйенсә генә, ипле итеп бала күңеленә изгелек хистәрен һала. Бында нотоҡ уҡыу ҙа, бойороҡ-ҡушыу ҙа юҡ. Тирә-яҡты танып-белеү, яратыу, ҡәҙерләү һыҙаттары, уңғанлыҡ, намыҫлыҡ, эскерһеҙлек кеүек әхлаҡи сифаттар кескәйҙәр күңеленә шифалы ямғыр тамсылары, асмандан яуған йылы нур булып яғыла.
Әсхәл Әхмәт-Хужаның кескәйҙәр өсөн сығарған китаптарының дөйөм тиражы бөгөн 555 000 дана тәшкил итә. Йор фекерләү, халыҡсан тел, наянлыҡ, тәнәйҙәр аңын уята алырҙай көскә эйә һүҙ уйната белеү, виртуозлыҡ, бала өсөн ҡатмарлы тойолған хәҡиҡәтте ябай ғына итеп аса-аңлата алыу яғынан бөтә был баҫмалар әҙәбиәтебеҙҙә үҙҙәренең маҡтаулы урынын яуланы.
Әҙиптең “Алфавитлы шиғырҙары” барса донъя поэзияһында аналогы булмаған әҙәби туплама булып ҡала килә. Иғтибар итегеҙ: башҡорт телендәге 41 хәрефтең һәр береһенә арналған айырым-айырым шиғырҙың һәр һүҙе (бер нисек тә яңылышмайынса, һис ниндәй ҙә ташламаһыҙ!) нәҡ ана шул хәрефкә көйләнгән. Ауыр ҙа, мауыҡтырғыс та, шөһрәтле лә эште башҡарған шағир! “Алфавитлы шиғырҙар” – авторҙың оло ҡаҙанышы, оло еңеүе! Өҫтәүенә, был цикл әсә телебеҙҙең байлығына, матурлығына, һығылмалылығына, яғымлылығына ода-гимн булып яңғырай. Уйлап ҡараһаң, ҡайһы телдә кем ошондай поэтик азбуканы тыуҙыра алғаны бар икән?!
Әлеге тупламалағы һәр шиғыр бер үк ваҡытта кескәйҙәр телмәрен үҫтереүсе тиҙәйткес ролен дә үтәй.
“Ҡалтай менән Балтай мәрәкәләре” бүлегендә ике шуҡ малайҙың мажаралары, сос ҡылыҡтары аша уларҙың сабыйҙарса бер ҡатлылығын ғына түгел, ә сәсәндәр ише тапҡыр телле булыуын да күрһәткән юмористик шиғырҙар ойошҡан. Бында шаян, тиктормаҫ малайҙарҙы тәнҡитләү, уларҙың ниндәй ҙә булһа кәмселеген фаш итеү юҡ, уларҙың ҡыланыштарына һөйөп-яратып ҡарау ғына бар.
Әсхәл Әхмәт-Хужа тарафынан эшкәртелгән һәм шиғри юлдарға һалынған башҡорт халыҡ әкиәттәре лә, өр-яңы поэтик яңғыраш алып, йырлап тора, ритм һәм рифмалары берләшеп, әҫәрҙәрҙең һәр ҡайһыһы ҡабатланмаҫ көй-моң хасил итә (русса текстарын шағир үҙе тәржемәләгән һәм эшкәрткән). Тәнәйҙәрҙең прозаға ҡарағанда шиғырҙы һәйбәт ҡабул итеүе билдәле. Тимәк, әҙип был юҫыҡта ла отошло алым һайлаған.
“Ямғыр тамсыһы. Веселый дождик” китабына ингән әкиәттәрҙең мәғәнәһе сабый аңына башҡорттоң рухи ҡиммәттәре, хәҙерге заман термины менән әйткәндә, үҙенсәлекле милли бренд рәүешендә еткерелә. Ошондағы биш әкиәтте уҡыған-ятлаған бала башҡорт халҡының отҡорлоғона, зирәклегенә (“Отҡор терпе” әкиәте), изгелегенә, мәрхәмәтле булыуына (“Азамат менән ҡуян балаһы”), халҡыбыҙҙың данлы хазинаһы – балға (“Башҡорт балы тураһында хикәйәт”), башҡорттоң уң ҡанаты – атҡа (“Әбйәлил менән Күл Эйәһенең ярышы”), бер генә лә милләттә лә ундай музыкаль ҡоралы булмаған, әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының байрағында һынландырылған ҡурайға (“Ҡурай тураһында риүәйәт”) һоҡланып үҫәсәк, ғүмер-баҡый мөҡәддәс төшөнсәләр итеп ҡараясаҡ.
Әсхәл Әхмәт-Хужа Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға тәҡдим ителде. Һис шикһеҙ, шағир был юғары баһаға лайыҡ.
Гөлгизәр ФӘЙЗИ,
шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан
Яҙыусылар союзы ағзаһы.