13.03.2015 Мәҙәктәр
Иҙрис кейәүҙе законһыҙ ағас ҡырҡҡаны өсөн биш йылға законлы рәүештә ағас ҡырҡырға хөкөм иттеләр.
* * *
– Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны иренә, – минән йәшереп йыйған аҡсаңды табып, әхирәттәрем менән ресторанда туҙҙырҙыҡ.
– Бик яҡшы булған. һиңә яңы шәшке тун алырбыҙ тип йыйғайным…
* * *
Проспектта һыра тейәлгән “КамАЗ” менән тоҙло балыҡ тулы “ГАЗель” машиналары бәрелешкәс, фажиғә урынында ҙур ғына фуршет барлыҡҡа килгән.
* * *
– Үткән айҙа ниндәй яҡшы эш башҡарҙың?
– Евроремонт.
– Ә күршеләрең бик асыуланманымы һуң?
– Тәүҙә, һыу баҫҡас, ныҡ асыуланғайнылар, ә аҙаҡ уларға евроремонт эшләнем…
* * *
Беҙҙең юлдарҙағы “тығын”дарҙа торғанда үҙ машинаңды һатып, светофорға яҡыныраҡ машина һатып алып өлгөрөргә була.
* * *
– Хөрмәтле Әҙеһәмов әфәнде, уның тураһында нимә генә тип әйтәйем икән, Хөрмәт Хөрмәтович, ипотека кредиттары менән эшләй башлағанға тиклем үк бер әҙәм аҡтығы ине инде.
* * *
Стоматология клиникаһында йәш ҡыҙ тешен яматып сыға һәм түләргә касса эргәһенә килә. Кассир:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙгә бирер өсөн 250 һум аҡса етмәй, бәлки, пломбалар менән алырһығыҙ? – ти. Ҡыҙ, аптырап:
– Нимә менән? Нимәгә ул миңә? – ти.
– Һеҙ ҙә үҙ магазинығыҙҙа ҡалған аҡсаны тәмәке тоҡандырғыс йә шырпы менән ҡайтараһығыҙ бит, ә мин тартмайым, – ти кассир.
* * *
– Минең ҡатыным, – ти бер ир танышына, – эт һымаҡ яуыз.
– Минеке лә, – ти тегеһе. – Тик был, бер яҡтан, яҡшы.
– Нисек инде?
– Бына, мәҫәлән, сираттағы һөйәркәм ялҡытһа, уға ҡатынымды “һөсләтәм”.