RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәҙиәнең яратҡан йыры

06.03.2015 Һәҙиәнең яратҡан йыры

Һәҙиәнең яратҡан йырыБаймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Миңнур Әбел­хәким ҡыҙы Аткина (ҡыҙ фамилияһы Аралбаева) – танылған яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның яҡын ғына туғаны. Яҙыусының әсәһе яҡлап ҡартатаһы Арыҫлан һәм Миңнур апайҙың ҡартатаһы Сә­йетбаттал бер туған ағалы-ҡустылы булған. Сығыштары Һамар өлкә­һенең Ҡыпсаҡ ауылынан. Миңнур апай – ата-әсәһе Башҡортостанға күсеп килгәс тыуған бала. Әммә яҡташтары нигеҙ һалған Үҙән ауылында түгел, ә ошо уҡ Баймаҡ районының Аҡморон ауы­лында 1938 йылда донъяға килгән. Атаһы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозынан кулак тип һөрөлөүҙән ҡасып, ошонда төйәкләнгән була.
– 1958 йылдың август айында, уҡырға инергә тип, Өфөгә килдем. Фатирға Гөлйәүһәр апайға (Һәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе) төштөм. Ул был осорҙа Фрунзе урамында яҙыусы Бәшәр Хәсәндең ҡатыны Рәхилә апай янында йәшәй ине. Имтихандарҙың һөҙөмтәләрен көткән арала ваҡытты нисек үткәрергә белмәй интегәм. “Ырғыҙ” романы был ваҡытта китап булып баҫылып сыҡҡайны инде, уны йотлоғоп уҡып сыҡтым. Гөлйәүһәр апай менән романдың прототиптары тураһында ла һөйләштек. Гөлйөҙөм ысынбарлыҡта Зөһрә исемле ҡатын булған икән, уны ҡаҙаҡ далаларына алып китәләр, аҙаҡ эҙһеҙ юғала. Ә Диләфрүз Аралбаева – ул Һәҙиә үҙе (Гөлйәүһәр апайҙың да, минең дә ҡыҙ фамилиябыҙ Аралбаева бит). Айбулат менән Гөлйөҙөмдөң балалары һуңынан ҙур кешеләр булып китә, Ленинградта йәшәйҙәр. Әйткәндәй, Гөлйәүһәр апайым янында романдағы Ниязғол байҙың (Янғол Йомағолов) Ғизелбанат исемле ҡыҙын да күрҙем. Тағы ла нимә уҡырға тип аптыранғанымды күреп, апай: “Һәҙиәнең тағы бер китабы бар”, – тине. Яҙмалар тултырылған әҙәм көсө еткеһеҙ тоҡто аҡтарып, эҙләнә башланы. Китап тиһә лә, ул ҡулъяҙма икән. Ғәрәп графикаһында яҙылған, “Ат ҡарағы” тип атала ине. Был графиканы насар белгәс, уҡый алманым. Шунда бер генә битен булһа ла һалып алһамсы! – тип әсенә Миңнур апай.
Йылдар үткәс, “Мораҙым” повесының авторын билдәләү буйынса үткәрелгән суд ултырышына Миңнур апай бара алмай. “Балаларым бәләкәй булды, белемем дә етерлек түгел ине, апайымды яҡлаша алманым”, – ти ул. Был хәл – апайҙың бәғерен әлеге көнгә тиклем әсетеп торған бер яра.
– Уҡырға инә алманым. Ауылға ҡайтып китергә йыйындым. Гөлйәүһәр апай: “Тиҙҙән миңә фатир бирәсәктәр, яныма йәшәргә килерһең. Һиңә был хаҡта хат аша хәбәр итермен”, – тип саҡырып тороп ҡалды. Йыл аҙағында апайға Крупская урамындағы бер йортта дүрт бүлмәле фатир­ҙың бәләкәй генә йоҡо бүлмәһен бирҙеләр. Декабрь айында мин дә бында килеп урынлаштым. Хәҙер миңә эшкә урынлашырға теркәлергә кәрәк. Ошо мәшәҡәттәр менән йүгергеләй башланым. Гөлйәүһәр апайҙың эргәһенә ҡыҙының таныштары хәл белергә йыш ҡына инеп сыға ине. Бер көн ап-аҡ сәсле матур бер ҡатын килеп инде, мунсанан ҡайтып килә икән. Туҡмас ҡырҡып тора инем. Ул минең эшемә ҡарап торҙо ла, “Ҡайһылай, ҡыҙым, матур киҫәһең туҡмас­ты!” – тип маҡтап та ҡуйҙы. Ултыра торғас, үҙенең кемлеген дә танытты: Дауыт Юлтыйҙың ҡатыны Фатима апай икән. “Һәҙиә апайың менән күп ауырлыҡты бергә үткәрҙек”, – тине ул. Мин Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романын уҡығанлығым хаҡында әйттем.
Гөлйәүһәр апай менән Минһажев урамында торған танышына барҙыҡ бер көн. Ямал исемле был ҡатын (ул ниндәйҙер институтта уҡыта ине) апайымдан ҡыҙына пианино һатып алыр өсөн бурысҡа аҡса алып торған булған. Ул беҙҙе бик ҡыуанып ҡаршы алды, матур итеп ҡунаҡ итте. “Тик әлегә ҡулымда аҡсам юҡ, иртәгә өйөгөҙгә үҙем индерермен”, – тине. Беҙгә килгәнендә Ямал апай: “Һәҙиәнең гонорарын үҙеңә яҙҙыр, юҡһа аҡсаһын инәйҙән алдап алып бөтөрәләр”, – тип иҫкәртте. Был һүҙҙәр ерлекһеҙ түгел ине, сөнки быға тиклем бер яҙыусы һәм Мәскәүҙән килгән тарихсы Гөлйәүһәр апайҙың күпмелер аҡсаһын алып киткән булған. Ямал апай Яҙыусылар союзында Һәҙиә апайҙы күреүе тураһында ла һөйләне. “Хәлһеҙ ине үҙе, бер баҫҡыс менә лә ял итә, бер баҫҡыс менә лә туҡтай”, – ти.
Ул осорҙа йәш кенә ҡыҙ булған Миңнур апай Гөлйәүһәр инәйҙән байтаҡ мәғлүмәт белә. Инәй үҙенең тыуған ауылы Ҡыпсаҡта күршелә генә Сурин фамилиялы егете булыуын, әммә уның менән ҡауыша алмауҙарын, Лотфулла Ильясовҡа кейәүгә бирелеүен дә хикәйә итә.
– Ғөбәй кейәүенең үҙен, улдары Сибәғәт менән Һәҙиәне Мәскәүгә алып барыуы тураһында ла әйтте апай. Япа-яңғыҙы тороп ҡалыуына әсенеп ултыра торғас, көлөп, ҡайһы бер нәмәләрҙе иҫләп ҡуя ине: “Һәҙиәнең Йылайыр совхозында сыҡҡан гәзит редакцияһында эшләгән сағы. Балам, яурынына шәл һалып, көнө-төнө кәкрәйеп яҙышып ултыра. “Ҡуйсы-ҡуйсы! Нимә яҙаһың шул тиклем?” – тип һораһам, көлөп кенә: “Ғәйбәт!” – тип яуап биргән була”. Гөлйәүһәр апай Ғөбәй еҙнәй­ҙе һәм Һәҙиә апайҙы 1937 йылда кем ошағы буйынса ҡулға алыуҙары тураһында йыш ҡына һөйләр ине. Һәҙиә Дәүләтшина биш йыл төрмәлә йөрөп ҡайт­ҡандан һуң теге кешене осрата.
Хәл белергә килгән, тиһәм,
Ҡыҙыҡһынып килгән, шпион, – тигәнерәк мәғәнәлә шиғыр ҙа яҙа ул был хәл тураһында.
Һәҙиә апайҙың яратҡан йырҙары “Тәфтиләү” менән “Зәлифәкәй” була. Рәшит Ниғмәти ҙә үҙҙәренең тыуған яғында сыҡҡан “Зәлифәкәй”ҙе бик яратҡан. Йырҙың тарихы ошолай: Диңгеҙбай ауылында Әбделкәрим тигән кешенең Зәлифә исемле ҡыҙы була. Зәлифә менән Алламорат атлы егет бер-береһен яратыша, ләкин улар араһына Яҡуп исемле егет төшә. Яҡуп, мал биреп, Зәлифәнең ағаларын һатып ала һәм улар һеңлеләрен Яҡупҡа ҡуша. Яҡуп үҙенең теләген тормошҡа ашыр­ғас, ҡыҙға әйләнеп тә ҡарамай. Алламорат та унан баш тарта. Зәлифәне йәлләп, халыҡ ошо йырҙы сығара. Был йырҙы Гөлйәүһәр апай ҙа йыш ҡына йырлай ине.
Өфөлә эшкә инергә ниәтләгән Миңнур апай пропискаға инә алмай. Сәбәбе: Ахун исемле комендант Гөлйәүһәр инәй менән бер фатирҙа торған мәрйәнең яҡын дуҫы булып сыға. Улар йәш ҡыҙҙан инәйҙең аҡсаһын, бүлмәһен ҡыҙғана. “Пропискаға торор өсөн министрлыҡтан рөхсәт кәрәк” тигән һылтау менән Миңнур апайҙы кире боралар. Тамам аптыран­ған ҡыҙ менән Гөлйәүһәр инәй Фатима Мостафинаға мөрәжәғәт итә. “Ахун пропискаға ҡуйһын”, – тигән күрһәтмә лә ярҙам итмәгәс, Миңнур апай 1959 йылдың февраль айында ауылға ҡайтып китергә мәжбүр була.
– Гөлйәүһәр апайҙың бар байлығы боронғо, өс йоҙаҡ менән бикләнмәле һандыҡ ине. Ҡалайҙан эшләнгән бал һауыттарында ул замандың тимер һумлыҡтарын һаҡлай торғайны. Һандыҡтың яртыһын Һәҙиә апайҙың ҡулъяҙмалары биләй ине. Унда ниндәй яҙыуҙар ятҡаны менән ҡыҙыҡһынған булһамсы! Ҡуй инде, йәшлек менән бер нәмә лә аңламағанмын. Апайымдың бер тиненә лә теймәнем. Ҡайтыр өсөн билет алыр­ға тип, 50 һум урынына 100 һум биргәс, артығын ҡайтарып бирҙем. “Башҡа берәү булһа, шуны әйтмәҫ ине”, – тип көлдө аҙаҡ Гөлйәүһәр апай. “Һәҙиә апайыңдың иҫтәлеге булһын”, – тип ҡул сәғәте алып бирҙе ул миңә. Ул осорҙа сәғәтте бик һирәк кеше генә таға ине.
Миңнур Әбелхәким ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның яратҡан “Зәлифәкәй” йырын үҙе лә бик оҫта башҡара. Был моңло йырҙы йырлағанда Һәҙиә апаһының да әсе яҙмышын күңеленән үткәрә, өҙөлөп ҡалған моңдо әҙибәбеҙ өсөн дә дауам итә ул.

Гөлнур ҠАСҠЫНОВА,
БДУ-ның Бөрө филиалы доценты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)