RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һин минең алиһәм…

20.02.2015 Һин минең алиһәм…

Үҙ ғүмеремдә һылыуҙарҙан һылыу, сибәрҙәрҙән сибәр, алиһәгә тиң ҡатын-ҡыҙҙарҙы күп күрҙем, күп осраттым. Башын юғалтып хискә иҫергән елғыуар мәжнүндәй ғашиҡ саҡтарым булманы түгел, булды, йәшермәйем. Болондо йәмләгән сәскәләргә яратып, иҫең китеп бағаһың да бер ни тиклем ваҡыттан һуң уларҙың барлығын бөтөнләй онотаһың, иғтибарыңды икенселәре биләй һәм йәлеп итә, шуның ише ялтырауыҡ тәтәйгә тиң гүзәлдәр хәтерҙән тиҙ юйылды, онотолдо. Ә бына күрмәлекһеҙ генә, хатта ҡайһылыр кимәлдә йәмһеҙ рус ҡатынын бик йыш хәтерләйем, төҫө бөгөнгөләй күҙ алдымда. Әгәр теге мәл ул осрамаһа, әжәлдән ҡурсып юлыма арҡыры баҫмаһа, был донъяла йәшәр инемме икән? Юҡтыр. Моғайын да, аҡ буранда аҙашып, эҙһеҙ юғалыр инем…
Урта мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһына уҡырға индем. Теләгем театр актеры булыу ине лә бит, килеп сыҡманы. Сәбәптәре ябай, көтмәгәндә ҡаты сирләп киткән яңғыҙ әсәйемде ташлап китә алманым. Аяғына баҫты-баҫыуын, тик Өфө һынлы Өфөгә олағып, уны ҡарауһыҙ ҡалдырырғамы? Яҡын ара түгел. Йәнә биш йылда кем генә мине уҡытһын, ә бит ҡалала аҡса тигәнең көн һайын, сәғәт һайын кәрәк. Мәктәпте тамамлар алдынан, һуңғы ике йылда үҙешмәкәр театрҙа оло теләк менән шөғөлләндем, бар оҫталығымды һалып, төп ролдәрҙә уйнаным, үҙем үк ҡуйыусы режиссер, рәссам, музыкаль яҡтан биҙәүсе. Белдереүгә спектаклдә ҡатнашыуым хаҡында яҙһалар, халыҡ һеперелеп килә. Ана шул да минең өсөн мәртәбә, дәртләндергес, киләсәккә өмөт биргес сығанаҡ була торғайны. Ни хәл итәһең, яҙмыштан уҙмыш юҡ. Шулай итеп, хыялымдан тамам ваз кисеп, ауылыбыҙҙан артыҡ алыҫта ятмаған Сибай ҡалаһын һайланым. Әйтеп үткәнемсә, бараһы ерем дә билдәле – медицина училищеһы. Ошо һөнәрҙе үҙләштерһәм, бәлки, сырхау әсәйемә ярҙам итә алырмын тигән уйҙан һайланым был уҡыу йортон. Училищеға дуҫым, класташым Фәһим менән килдек. Ул ир-ат һайлай һалып бармаған шөғөлдө ни сәбәптән үҙ иткәндер, бер Хоҙай белә.
Килгән тәүге көн ҡунаҡханала туҡталдыҡ, ул ике ҡатлы, башы шифер менән ябылған кирбес йортта урынлашҡайны. Кис ҡала менән танышыу маҡсатында урамға сығып әйләндек. Сибай үгәй һымаҡ ят та, шомло ла күренде. Кешеләре лә әллә ниндәй, һөмһөрҙәре ҡойол­ған, ҡырыҫ, ауыл тәрбиәһенә ярашлы, улар менән һаулыҡ һорашырға ынтылғайным да тегеләр иһә, һантыйға иғтибар итергә теләмәгәндәй, йөҙ сөйөп сәләмемде алманы. Инер еренә «Универмаг» тип яҙылған йорт янындағы таш тупһала хәйерсе ултыра ине. Беҙҙең тирәлә ундайҙы күргән булмағас, теләнселәү, саҙаҡа эстәү һипһендергес тәьҫир итте. Урта йәштәрҙәге йөҙө шешмәк ир, йәлләткес тауышланып, беҙгә мөрәжәғәт итте: «Егет­тәр, Алла хаҡы өсөн икмәклек кенә аҡса бирегеҙсе?» «Күпме кәрәк?» Урынһыҙыраҡ хәбәр һалдым. «Бер һум… – Ир, бирмәй ҡуймаһын был, тигәндәй, ҡабаланып өҫтәне, – илле тингә лә ризамын…» Түш кеҫәмдән өс һумлыҡ ҡағыҙ аҡса сығарып һондом: «Һорағаныңды ал да сдачаһын ҡайтарып бир!» Асарбаҡ аҡсаны йәһәт кенә эләктерә һалып салбар кеҫәһенә йәшерҙе лә, беҙҙең хаҡта онотоп, икенселәргә мөрәжәғәт итте: «Алла хаҡы өсөн…» Бөтә был тамашаны, аҡса көтөп өңөлөүемде башынан алып аҙағынаса күҙәтеп торған фырт ҡала егете мине мыҫҡыллы түбәнһетте: «Ну, ты деревня, дурак!» Әйтәм бит, сибай­ҙар баштан уҡ күңелемә ятманы, бынау асарбағы ла, башҡалары ла. Беҙҙең ауылда һантый иҫәпләнгән Йыһангир олатай өй беренсә кешенең эшен эшләп йән аҫрай. Ә бит асылда ул тыйнаҡ, аҡыллы, кейгән кейеме лә таҙа, бөхтә. Ә был хәйерсенең эргәһенә барырлыҡ түгел, һыҡра еҫе сыға, өҫ-башы ла ҡайышланып, ҡаҡашып бөткән. Ҡала буйлап беренсе сәйәхәтебеҙ шулай юғалтыулы тамамланды. Ҡайтып, ҡунаҡханала тамаҡ ялғаныҡ. Буфеттан алған кефирҙан әсегән, күмһегән тәм килде, шулай булһа ла тегене төп күтәрә түңкәреп, ирендәремде һөртөп ҡуйҙым. Ауылда әсәйемдең ҡаймаҡлы ҡа­тығын мөрхәтһенмәй наҙлана инем. Бына бит нужа тәүге көндәрҙән үк күтән һурпаһын эсерә.
Иртәгәһен үҙебеҙ менән килтергән әйберҙәребеҙҙе ҡунаҡханала ҡалдырып, училищеға киттек, гардеробта уҡ өҫтөбөҙгә аҡ халат кейҙек, түбәбеҙҙе ашнаҡсы ҡалпа­ғына оҡшаған башлыҡ менән ҡапланыҡ, сөнки бындағы тәртип хаҡында алдан уҡ киҫәтеп ҡуйғайнылар. Атаһы ауыл советында бухгалтер булып эшләгәнлектән Фә­һимдең кейгән халаты өр-яңы, крахмалдан шығырлап тора, минеке – участка дауаханаһынан алынған санитарка кейгән нәмә, күп йыуыуҙан буҙарып-һиҙерәп бөткән. Көҙгөгә һирпелгәйнем, унан миңә ҡойто кейемле, һонтор кәүҙәле, ябыҡ үҫмер ҡараны. «Йыйыш­тырыусы Мәрхәбә апайға оҡшағанмын!» Халатты ва­ҡытлыса унан алып торғанлыҡтан, беренсе уйым шул булды. Училище ул саҡта ҡала ситендә тиҫтәгә яҡын баракты берләштереп кәртәләп алынған ҡаласыҡтан тора ине. Тирә-яҡ аҡтан кейенгән шаулы студенттар менән тулған, һыу буйына ҡаҙ көтөүен ҡыуалап килтергәндәр тиерһең! Ҙур класҡа утыҙҙан ашыу кеше инеп ултырҙыҡ, беҙ, егеттәр, дүртәү ге-нә. Алғы рәттәрҙе кейенгән-яһанған, еренә еткереп биҙәнгән, беҙгә кәмһетеп ҡараған ҡала ҡыҙҙары биләне, шуларҙың ара­һындағы бер һөйкөмлө генәһе миңә мөрәжәғәт итте: «Здравствуйте! Меня зовут Лена. Я вам оставила место…» Эргәһенән урын күрһәтте. Был һылыу, заманса кейенгән ҡала ҡыҙы ҡайһы арала күреп, абайлап, миңә иғтибар итеп өлгөргәндер инде. Аңламаҫһың был ҡыҙҙарҙың сәйер холҡон, күҙгә элер буй-һыным бармы?!. Итәғәтле өндәшеү ҡыуандырманы, киреһенсә, албыр­ғатып ебәрҙе, бурҙаттай ҡыҙарҙым. Фәһим мине ят ҡыҙ менән ҡалдырырға теләмәй, еңемдән артҡы рәткә тартты.
Класҡа урта йәштәрҙәге ҡатын инде, үҙен Миңлекамал Әхмәт ҡыҙы тип таныштырҙы, уны беҙгә группа етәксеһе итеп тәғәйенләгәндәр икән. Миңлекамал Әхмәтовна һәр беребеҙҙе баҫтырып, ҡайһы яҡтан икәнлегебеҙҙе һораша башланы. Фамилиямды ишеткәс, аяҡ үрә баҫтым. Өс тиҫтәнән ашыу кеше иғтибар менән миңә төбәлде, теге Лена исемле ҡыҙ саҡ ҡына урынынан ҡалҡа биреп тә ҡуйҙы шикелле. «Тапаков… Тапаков… Странная фамилия, не правда ли?.. Вы кто по национальности?» Тулҡынланыу­ҙан телем аңҡауыма йәбешкән, һенағастай ҡатҡанмын. Минең өсөн эргәмдәге бөҙрә сәсле ҡаҡса буйлы егет яуап бирҙе: «Еврей он! Еврей!» Дәррәү көлөп ебәрҙеләр. «Хөрәсән, үҙең дә бит сиған арбаһынан төшөп ҡалғанһың!» Эсемдән генә шулай әрләшеп алдым. Төркөм етәксеһе йыйылыштың аҙағында беҙгә кү­ңел­һеҙ яңылыҡ еткерҙе: «Һеҙ бик күмәкһегеҙ, төркөмдә барлығы 25 кеше ҡалырға тейеш. Кем насар уҡый, уға беҙҙең менән хушлашыр­ға тура киләсәк». «Тимәк, иң беренсе мине ҡыуасаҡтар… Ояты ни тора!..»
Бер аҙна уҡып та ташланыҡ, тик, «уҡып йөрөүҙән ни файҙа, хәреф тә танымағас» тигәндәй, шыпа ла алға китеш юҡ. Таҡта янына сығарған һайын насар билдә ҡуя ла ултырталар, шулай булмай тағы, ауыҙ асып яуап бирә алмаған студент шунан да юғарыраҡ баһаға лайыҡмы? Ә мәктәптә саҡта рус телен, әҙәбиәтен һәйбәт белә инем, диктанттар­ҙы, иншаларҙы ла «дүртле», «биш­ле»гә яҙҙым. Бында төп бәлә аралашыу даирәһенең тар булыуындалыр, моғайын. Ауылда ни рус милләтенән Татьяна еңгәй генә йәшәй, уның да үҙ телендә һөйләшкәнен хәтерләмәйем, ойоҫҡотоп беҙҙеңсә әңгәмәләшә, кәрәк икән, йырлап та ебәрә, бейеп тә китә. Аптырағас, китаптағы темаларҙы шиғыр һымаҡ итеп ятлай башланым, мәгәр фай­ҙаһы самалы, яуап бирер мәлдә телемә ҡороҡ һалына, ауыҙ асып һүҙ әйтә алмайым. Өҫтәүенә, яуап бирә башлауым була, теге Темәс сиғаны шый-шый көлөргә тотона, уға башҡалар ҡушыла. Был хәл мине аяҡтан йығыр сиккә еткерә.
Училищела хәл хөрт, ә көнкүреш шарттары тағы ла аяныслыраҡ, ҡунаҡханала ике аҙна йәшәп ашханала туҡлана башлағайныҡ, аҡсабыҙ наҡыҫланды. Шул саҡта Фәһим ҡалала Мәрфуға исемле апайҙың йәшәүен, ул уға инәй тейешле икәнлекте иҫенә төшөрҙө. Телефон станцияһына барып, ауылға шылтыратҡас, уның йәшәгән ерен эҙләп киттек. Сыбыҡ осо ауылдашыбыҙ стадионға яҡын ерҙәге йорттоң дүртенсе ҡатында бер бүлмәле фатирҙа йәшәй икән. Мәрфуға апай беҙ барып инеү менән сәй ҡуйып ебәрҙе, булған һыйын өҫтәлгә ҡуйып, табынға саҡырҙы. Аслы-туҡлы йөрөгәнлектән, асмәйеллегебеҙгә барып, алдыбыҙҙағын ҡойондай һыпырып ашап ҡуйҙыҡ. Сығыр саҡта ҡыйыуһыҙ ғына йәшәргә фатир эҙләп йөрөүебеҙҙе әйттек. Хужабикә артыҡ мөләйемлек күрһәтмәй генә беҙгә ваҡытлыса йәшәп торорға рөхсәт итте, ҡала халҡы бит иҫәпсел, ул моғайын да, ҡырғын сиңерткәһе ише һәммәһен йыпырып ултырыуыбыҙҙы оҡшатмағандыр. Ни генә тиһәк тә, беҙ унда йәшәп, иҙәндә йоҡлап йөрөй башланыҡ. Ошоға ла ризабыҙ, иң мөһиме – урамда ҡалманыҡ бит.
Тағы ла бер аҙна уҡығас, беҙҙе ҡала дауаханаһына алып киттеләр, нишләптер төп бинаға индермәй, ҙур булмаған бер ҡатлы йорт янына килтереп теҙҙеләр. Гел алға ынтылырға әүәҫ ҡала ҡыҙҙары был юлы нишләптер артҡараҡ тартылды. Теге йорт эсенән ҡан таптары сыбарлаған халат кейгән, баҙарҙа ит сабыусыға оҡшаған тәбәнәк буйлы кеше килеп сыҡты ла, беҙҙе теүәлләгәндәй ҡарап алғас, сөсө йылмайҙы:
– Шулай итеп, хөрмәтле студенттар, һеҙ ҡала моргына сәйәхәткә килдегеҙ! Кем беренсе инә!
Был ят, «мөгәрәп»кә тартым һүҙҙе тәүләп ишетеүем ине. Ҡыйыула­нып, ҡулымды күтәрҙем: «Мин!». «Ҡур­ҡып сығып ҡасмаҫһыңмы?». «Юҡ!». «Үҙең ҡара, улайһа, киҫәттем!». Был батыр егет минең эргәгә баҫа, ҡалғандар­ға ишек төбөндә генә торорға рөхсәт итәм!» Артым­дан Фәһимде эйәртеп эскә атланым һәм… көтөлмәгән күренештән шаң­ҡып стенаға һөйәлдем. Формалин, ойоған ҡан еҫе танауҙы ярып алып бара. Ҡалғанын төш һымаҡ ҡына хәтерләйем, теге әҙәмдең ер аҫтынан килгәндәй тоноҡ шыйылдаҡ тауышын өҙә-йырта ғына ишетәм, беләк буйы бысаҡ менән ғәҙәти эш башҡарғандай ҡыланыуын томан аша ғына күрәм…
Фатирыбыҙ янына көскә ҡайтып еттек, башым әйләнгәнлектән таш стенаға һөйәлеп шымып ҡалдым, Фәһим быуылып уҡшый башланы. Ул көн саманан тыш тетрәнеү быуыныбыҙҙы алғанлыҡтан, йәнә өҙлөкһөҙ күңелебеҙ болғаныуҙан аҙыҡҡа ҡағылманыҡ, төнө буйы һаташып, сиратлап ҡына серем иттек. Иртәгәһен дә дәрестәргә ба-рыр хәлдә түгел инек.

Төш мәлендә ҡәтғи ҡарарға килеп әйттем:
– Фәһим, һин үҙең хәл ит, мин бында ҡала алмайым!
– Мин дә…
Һуңғы автобусҡа өлгөрөп, ҡайтырға сыҡтыҡ. Ул саҡтағы ҡырсын юл Хәйбулла яғынан да, Йылайыр яғынан да ауылыбыҙҙы 30 – 40 саҡрымға ситләтеп үтә, шуға беҙҙең яҡҡа урындағы халыҡ йә зарураттан йөрөгәндәр генә юллана. Йәйәү атлау йәш егеттәр өсөн үҙенә күрә күңелле сәйәхәт кенә бит инде, автобустан төшөп, йәнемә яҡын тәбиғәткә күҙ ташлау менән дәртләнеп йырлап ебәрҙем:
Һағындым һине, тыуған яҡтарым,
Киткәндән бирле бер ҙә
ҡайтманым…
Таң һыҙылыуға ҡайтып, өй ишеген шаҡыным.
Иртәнге сәй янында әсәйем ипле генә ҡыҙыҡһынды:
– Ялғамы әллә?
– Юҡ, бөтөнләйгә. Ул минең һөнәр түгел, әсәй! Әҙерәк ял итеп алам да Юлдыбайға тракторсылар курсына китәм. Бирешмәҫбеҙ, нисек тә йәшәрбеҙ әле…
– Оҡшамағас, сараһыҙламайым, үҙең ҡара…
Уңарсы тышта эргәбеҙгә килеп туҡтаған ылау тауышы ишетелде. Сығып ҡараһам, беҙҙең ҡапҡаға бүлексәнең айғыры килеп башын терәгән, арбала Фәһим ултыра.
Дуҫымдың атаһы Ғәлимйән ағай миңә иғтибар ҙа итмәй, ҡаты баҫып эскә инеп китте. Теләмәй генә уның артынан эйәрҙем.
– Йәмилә, был ике маңҡа уҡыуҙан ҡасып ҡайтҡан! Хәҙер үк ашанты төйнә, быларҙы кире алып китәм!
– Таңға ғына ҡайтып инделәр бит, йоҡолары ла туймағандыр. Ял итһендәр аҙыраҡ.
– Бирермен мин уларға ялды!
Ивановка ауылындағы автобус туҡталышына етеүгә төш ауғайны ине инде. Ғәлимйән ағай беҙҙең әйберҙәрҙе арбанан төшмәй генә алдыбыҙға ырғытты ла һигеҙҙән үрелгән ҡайыш сыбыртҡыһын болғаны:
– Тағы ла бер тапҡыр ҡайтып күренһәге,ҙ бына ошоноң менән ярам!
Ярһа ярыр, һүҙендә торған кеше бит ул.
Иртәгеһен беҙҙе училищеның директоры Ирмөхәмәт Мырҙағәле улы Хибәтуллин үҙенә саҡыртып алды, тимәк, һорамай ҡасып ҡайтыуыбыҙҙы белеп ҡалған. Ғәлимйән ағайҙың ҡырсыныуын был еренә еткереп ҡуйырмы икән?..
Кабинет түрендәге өҫтәл артында 35-40 йәштәр самаһындағы шөмөрт ҡара бөҙрә сәсле ир ултыра. Төҫкә үтә лә күрмәлекле. «Әртискә оҡшаған!» Шулай итеп уға иң юғары баһаны ҡуйҙым. Директор беҙгә ултырырға урын күрһәткәс, мөләйем ҡарап өндәште:
– Хәлдәр нисек, егеттәр!
Һүҙҙе мин башланым:
– Шәптән түгел, биш «ике»ле!
– Беләм, алтыны алғандарҙы училищенан ҡыуабыҙ. Һинекенә шөкөр итәйек. Нимә, уҡыу ауырмы?
– Тома наҙанмын, ҡулымдан килмәй!
Директор көтмәгәндә рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе:
– Ә һин йор һүҙле икәнһең! Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә һеҙҙең һымаҡ наҙандар кәрәк! Хыял­ланмағыҙ ҙа егеттәр, бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! Тағы ниндәй проблемағыҙ бар?
– Ваҡытлы фатирҙа йәшәйбеҙ, иҙәндә йоҡлап йөрөйбөҙ.
– Комендантҡа әйтермен, ятаҡтан урын табыр! Бөттөмө?
– Стипендия ала алмайбыҙ.
– Быныһы инде ауыр мәсьәлә, сөнки наҙандарға стипендия ҡаралмаған.
Һүҙ көрәштереүҙә бирешеп, еңелгән ҡиәфәттә ишек яғына йүнәлдек. Директорҙың талапсан тауышы кире борҙо:
– Аҡсабыҙ юҡ, тиһегеҙме?
– Бар әлегә, кис генә ҡайтып килдек бит.
Директор кеҫәһенән аҡса сығарып, өҫтәл ҡырына һалды:
– Бына һеҙгә бер айлыҡ стипендия, ғәҙел итеп бүлешегеҙ.
– Кәрәкмәй…
– Кәрәк-кәрәк. Быны яҡшы уҡыуға аванс итеп ҡабул итегеҙ…
Ошо осрашыуҙан һуң беҙҙә киләсәкке көндәргә өмөт уянды, үҙебеҙҙе ҡыйыуыраҡ, ышаныслыраҡ тота башланыҡ. Тағы алғараҡ китеп, шуны ла өҫтәйем, беҙ тик «биш»ле билдәләренә генә уҡыясаҡбыҙ, тик уныһы уҡыу аҙағында, ике йыл үткәс…
Яңы йыл байрамынан һуң имтихандарҙы уңышлы тапшырҙыҡ та өҫтөбөҙҙән тау төшкәндәй иркен һулап, каникулға йыйындыҡ. Автобуста район үҙәгенә килеп төшкәндә көн кискелеккә ауышҡайны. Ашханаға инеп тамаҡ ялғап ваҡыт үткәрергә теләмәй ҡабаланып юлға сыҡтыҡ. Кисҡырын беҙҙең яҡҡа ниндәй ҙә булһа ылауҙың юлланыуы икеле, шуға ҡараңғы төшкәнсе өҙәрем юлды яртыларға теләп, ҡабаланып атлайбыҙ. Фәһимдең арҡаһында – рюкзак, мин ыҡсым сумаҙан тотоп алғанмын. Бер ике саҡрым үтеүгә көтмәгәндә көн ҡапыл боҙола, болара башланы: башта, көн боҙолорон һиҙҙереп, ағас баштары хәтәр шауланы, шунан киҫкен иҫкән ел түбәнләп, яңы яуған өр-пәк ҡарҙы туҙҙырып ебәрҙе. Йәйәүле буран тиҙ арала йүгереккә әүерелеп, күк менән ер араһына мамыҡ сымылдыҡ тартты. Күҙ асып йомған арала тотҡонлоҡ ҡамауында ҡалдыҡ. Күмелә барған юлдан атлау ҡыйынлашҡандан ҡыйынлашты, ҡар бәкәлгә һуҡты, шунан тубыҡҡа етте, ары билбыуарҙан бурап тултырған көрттө көслөк менән йырып бара башланыҡ.
– Кире боролайыҡмы әллә?
– Һиҙемләүемсә, Анновканы ситләтеп үттек, алда – Васильевка, бәлки шунда етә алырбыҙ. Ары күҙ күрер.
– Тағы ла күпме ҡалды икән?
– 4-5 саҡрым тирәһе.
Бер аҙҙан һөҙәк үргә барып төртөлдөк, саҡ ҡына һулаҡайға тартҡайныҡ ҡуйы шырлыҡҡа барып индек. Юлыбыҙҙа ундай ерҙәр осрарға тейеш түгел ине лә баһа. Тимәк, аҙаштыҡ. Асыҡ ерҙән атлауы еңел ине, бындағы ваҡ ағастарҙы йырып атлауы үҙе бер бәлә. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, сумаҙанымдың тотҡаһы өҙөлөп сыҡты. Уны ҡулт-ыҡ аҫтына ҡыҫтырыу яйһыҙ булғанлыҡтан, ҡосаҡлап бара башланым. Бер аҙҙан сумаҙан шылғаҡ, аҙым һайын һыпырылып төшөргә әҙер дүрткел боҙ киҫәгенә әүерелде.
– Ҡалдыр шул нәмәңде! Уның ҡайғыһымы! – Алдан юл ярған Фәһим ҡайыр-ылып ҡысҡырҙы.
– Ҡалдыра алмайым, унда әсәйемә тип алған бүләкте һалғанмын…
Хәҙер инде ауырлыҡ менән биш-алты аҙым юл ярабыҙ ҙа теге, ҡалдырырға ярамаған, йәйге яулыҡ һалынған сумаҙанды барып табып, уны алға этәбеҙ. Урын, ваҡыт төшөнсәһе онотолдо, юҡҡа сыҡты, әйтерһең, ошо һалҡында донъяла яралғанбыҙ ҙа бөгөнгә саҡлы шунда интегәбеҙ төҫлө. Башта өнһөҙ генә илай инем, бара-тора күңел-де битараф бушлыҡ биләне, аяҡтар яйлап ҡына һиҙгерлеген юғалтты, арҡа буйлап һалҡын, сирҡандырғыс тир аҡты. Ә ул тотош тәнде генә түгел йәнде ҡалсылдата, ҡа-лтырата. «Хоҙайым, әгәр ҙә һин ысынлап булһаң, беҙҙе был йәһәннәм төпкөлөнән эҙләп тап һәм ҡотҡар. Миңә үлергә ярамай, һис ярамай… Яңғыҙ әсәйемде кемгә ҡалдырам…» Ирендәремде ауырлыҡ менән ҡыймылдатып, доға ятлағандай бер һүҙҙәрҙе ҡа-батланым. Аңы томаланған йәшәүем ошо ерҙә туҡтап ҡалған һымаҡ, бар йөрәгем йәшәү даулап күкрәгемдә тулай. «Йәшәргә кәрәк, йәшәргә… Теге саҡ анау хәйерсегә өс һум түгел, биш һум бирергә кәрәккән, ошо ерҙә бәлки фатихаһы төшөр ине…» Атлаған килеш алға ҡарай ҡоланым һәм шул ыңғайы аҫ яҡта ниндәйҙер уттарҙың емелдәүен шәйләп ҡалдым. Күҙҙәремә һылашҡан ҡарҙы ҡул һыртым менән һыпырып, ышанмағандай ҡараным.
– Фәһим, тау аҫтында уттар яна…
– Күҙеңә күренәлер, тимәк, эштәр хөрт, миңә лә нишләптер ҡапыл эҫе була башланы… Туҡта!.. Ысынлап та…
Тау аҫтында, һирәк уттарын емелдәтеп, Васильевка ауылы ята ине.
Тағы ла бер аҙҙан ауырлыҡ менән, аяҡтарыбыҙҙы саҡ һөйрәп урамға килеп инд-ек, урта төштә тәҙрәләрен баҙлатҡан почта бүлексәһенә йүнәлдек. Индек тә ишек төбөндәге ағас ултырғысҡа ултырып тынып ҡалдыҡ. Эстә кемдең барлығы, уның нимә ҡыланыуы беҙгә кәрәк тә ҡыҙыҡ та түгел. Бер генә теләк – нисек тә булһа һалҡындан, ҡәһәрле бурандан ҡасып ҡотолоу. Стенаға һөйәлеп онотолғандай ҙа иттек шикелле. Бер аҙҙан тирә-яғыма ҡараш ташларлыҡ хәл инде. Таҡта менән бүленгән мөйөштәге өҫтәл артында 25-30 йәштәр самаһындағы ҡатын ултыра, ул иҫәп төймәләрен шарт та шорт тартып алдындағы ҡағыҙҙарға эйелгән, беҙҙә ҡайғы ла юҡ шикелле.
– Здравствуйте?
Почта хужаһы сәләмемде алманы, беҙҙең яҡҡа сәйер ҡараш ташлап ҡына ҡуйҙы. Иғтибарлап төбәлдем – урта буйлы, төптән ныҡ, тулы кәүҙәле, өҫтөнә кейгән иркен тиртуны уны тағы ла йыуаныраҡ итеп күрһәтә. Дебет шәленең маңлай тапҡырынан ҡалын булып һары, шырт сәс шәлкеме күренә, тулы ҡыҙғылт биттәрен, йәмшек танауын, тыш яҡҡа былтайыңҡыраған йәшкелт күҙҙәрен иҫәпкә алмағанда, бар йәһәттән дә артыҡлап алға китмәгән ауыл бисәһе инде. Аҙыраҡ һөйкөмлө лә булыр ине, бәлки, бынау арыш төҫөндәге ҡаштары бигерәк йәмһеҙ. Һынап ҡарауымды һиҙгән «пушты» хужабикәһе минең яҡҡа яңынан һирпелеп ҡаш төйҙө.
– Фәһим, был һылыу картуф баҡсаһындағы ҡарасҡыға оҡшаған түгелме?.. – Тәнемә һиҙлеп көс-ҡеүәт ҡайтҡанғалыр әсе телләндем. Фәһимдең үҙ ҡайғыһы:
– Сумаҙаның төбөндә берәй ҡабыр нәмәң ятмаймы?
– Юҡ шул… – Үҙем дә ныҡ асығыуымды тойҙом. Аҙыҡ тураһында һүҙ сыҡҡас, ауыҙыма ҡара һыу эркелде.
Ә был Ҡарасҡы күбәләй мөлкөп ултыра бирә, беҙгә бөтөнләй битараф.
– Нимә эшләйбеҙ?
– Белмәйем шул…
– Хәл алдыҡ, хәҙер артылһаҡ, тауҙың теге яғында – Ҡырым ауылы. Эргәлә генә бит. Унда әсәйемдең белеше Нюра апай йәшәй. Бәлки шунда ҡунырбыҙ…
– Әйҙә улайһа…
Урыныбыҙҙан ҡалҡтыҡ. Вата-емерә Ҡарасҡыға мөрәжәғәт иттем:
– Можно я у Вас оставлю чемодан… Завтра за ним приедем…
Шунда ғына ҡатын урынында ҡымғырланы:
– Подождите, ребята, Вы кто такие?
– Мы из соседний деревни. Домой едим…
– На чем?
– Пешком едим…
– А ну, стойте, Сусанины! Я вам дам, едим! Засиделась с этими бумагами, завтра ехать в районный центр с годовым отчетом.
– До свидание…
– Я вас никуда не отпущу! – Ҡатын юлыбыҙға арҡыры баҫты. – Пошли ко мне, завтра видно будет…
Башҡа сара юҡ, бульдозер һымаҡ көрт йырып алдан төшкән ҡатындың артынан эйәрергә мәжбүрбеҙ. Ауылдың ситендәге бәләкәй генә өй икән. Ҡатын яңғыҙы ғына тормош көтә булһа кәрәк. Торлаҡ бөхтә итеп йыйыштырылған, йылы, хатта ҡайһылыр кимәлдә эҫе. Бер яҡ ситтә ҙур урыҫ мейесе торғанлыҡтан, бер нисә ултырғыс терәп өҫтәл ҡуйылған урталыҡ тар һымаҡ. Хужабикә тиҙ генә сисенеп, йүгерә-атлай йөрөп электр сәйнүген тоҡандырып ебәрҙе, мейес төбөнән сөгөн сүлмәк килтереп сығарып, тәрилкәләргә кәбеҫтә һурпаһын ҡойҙо, ҙур телемләп икмәк, сало, һуған, тоҙланған ҡыяр ҡырҡты. Ауылыбыҙҙағы Әбдрәхим мулла табынға ихлас күңелдән ҡуйылған аҙыҡ хәләл иҫәпләнә, ти торғайны, шуға салоны «бисмилла» әйтеп ҡабып ебәрҙем.
Ҡатын өҫтәл эргәһенән урын алһа ла һыйға ҡағылманы, сабыр ғына тәғәмләнеп бөтөүебеҙҙе көттө һәм табын аҙағында ҡашығаяҡты түрбаш яғына алып йыйыштырып ҡуйғас, командирҙарса бойорҙо:
– А ну-ка, марш, в печку, спать!
Мейес башындағы йылынан тәнебеҙгә аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек йүгерҙе, күҙҙәр-ебеҙ үҙҙәренән үҙҙәре йомолдо, бер аҙҙан ҡаты йоҡоға талдыҡ.
Иртәнсәк тороуыбыҙға өҫтәлдә самауыр борхой, ишек төбөндәге сөйгә кипкән ке-йемдәребеҙ эленгән, сумаҙаныма тотҡа ҡуйылған, танауға яңы бешкән икмәк еҫе бәрелде. Хужабикә ҡасан йоҡонан уянғандыр ҙа ҡайһы арала быларҙы эшләп өлгөргәндер! Кейенеп тышҡа сыҡтыҡ, күк йөҙөндә семтем дә болот әҫәре юҡ, офоҡтан яңы күтәрелеп килгән ҡояштың нурҙары ҡар бөртөктәрендә емелдәй, аҡтан аҡ, тирә-яҡты һөлтләтеп балҡытып ебәргән. Кисәге күҙ асҡыһыҙ буран, әйтерһең булмаған да. Юл һалынғанды көтөргә теләмәй ҡайтырға йыйындыҡ, хужабикә яңы бешкән йылы икмәкте ҡап урталай бүлеп, ҡуйындарыбыҙға тыҡты.
Ауыл осона тиклем өсәүләп сыҡтыҡ. Хушлашыр мәлдә ниндәй ҙә булһа йылы һүҙ әйтергә теләп ҡатындың эргәһенә килдем:
– Вы очень красивая… Вы моя богиня… – Әйтелгәндәр йөрәк түренән сыҡҡанғалыр бик урынлы, килешле килеп сыҡты. Ә ҡатын ихлас йылмайҙы, беҙҙе күҙ күреме ергә саҡлы ҡарап оҙатты, иң һуңғы мәлдә ҡулын болғаны.
Тубыҡтан юғары ҡарҙы еңел кисеп, атлайым. Кәйеф күтәренке. Шулай булмай тағы, күкрәгемде бит яңы бешкән икмәк йылыта, ә күҙ алдымда теге һөйкөмлө, эшлекле, игелекле, исеме лә билдәһеҙ ҡатындың һыны тора, танһыҡ һыны. Ә исеменә килгәндә, ул моғайын да, уның күңеле кеүек үк матурҙыр.

(дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)