13.02.2015 Башҡорт эпостары төрки донъяны яулай
Төрөк теле йәмғиәте 1997 йылда “Төрки халыҡтарҙың эпостары” проекты буйынса төрки халыҡтарҙың эпостарын төрөк теленә тәржемә итеп сығара башланы. Ниәт буйынса унда 100 том сығарыу күҙаллана. Проект ҡабул ителеү менән профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов менән филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт кафедраһы мөдире, тәржемәсе, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов унда ҡатнашырға теләк белдереп хат яҙа. Ыңғай яуап килгәндән һуң улар барлыҡ башҡорт халыҡ эпостарын ҡабаттан барлап, проект өсөн “иң-иң”дәрен һайлап алыу эшенә тотона.
Ниһайәт, “Башҡорт эпостары” дүрт томда (барлығы 80 эпос) донъя күрҙе һәм барлыҡ төрки донъяға таралды. Проект етәкселәре әйтеүенсә, ошо 100 том араһында һан һәм күләм буйынса башҡорт эпостары тәүге урынды биләй. Ә йөкмәткеһе, боронғолоғо тураһында айырым билдәләп, башҡорттарҙың бай тарихлы, бик боронғо халыҡ икәненә инандылар. Был үҙе үк беҙҙең халҡыбыҙ ижадында, әҙәбиәтебеҙ нигеҙендә ниндәй аҫыл мираҫ ятҡанын күрһәтә.
Проектты бойомға ашырыуҙа ҡатнашыусы Ғәйнислам Дәүләтбай улы менән осрашҡанда тәүге һорау, әлбиттә, тәржемә тураһында булды.
– Йыйынтыҡтарҙы төҙөүҙә беҙгә Төркиәнең Гази университеты профессоры Мэтин Ургун ярҙам итте. Тәржемә эшләгәндә лә уның ярҙамы ҙур булды. Билдәле булыуынса, 1996 йылда уҡ “Урал батыр” эпосын ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәре ойошмаһы төрөк теленә тәржемәләп, китап итеп баҫтырып сығарғайны. Һуңыраҡ “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” кеүек ун мифологик эпосҡа ла сират етеп, улар 2000 йылда төрөк телендә донъя күрҙе. Тәржемәне атҡарыу минең иңгә төштө. Ул саҡта ла Мэтин Ургун ныҡ булышлыҡ иткәйне. Ә ҡалған эпостарҙы тәржемә итергә Әбйәлил ҡыҙы Фәриҙә Айытбаева ярҙам итте. Ул – тәүҙә Башҡорт дәүләт университетында, аҙаҡ Төркиәлә белем алған кеше. Әлеге ваҡытта ҡытай телен үҙләштерә. Шулай уҡ Измирҙағы Эгей университеты уҡытыусыһы, йәш ғалим Әхмәт Йәсин Ҡара ярҙам итергә теләк белдерҙе. Башҡорт теле менән төрөк теленең оҡшаш, тамырҙаш булыуы беҙгә ныҡ ярҙам итте. Эш барышында мөмкин булған тиклем ике телгә лә яҡын, ауаздаш булған һүҙҙәрҙе ҡулланырға тырыштыҡ. Был әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен, мәғәнәһен тулы һүрәтләргә ярҙам итә. Эпостарҙы ике телдә лә уҡыусы булараҡ, уларҙың юғары кимәлдә эшләнеүен билдәләп үтер инем, – тине Ғәйнислам Дәүләтбай улы.
Һәр том йөкмәткеһе йәһәтенән айырылып тора. Тәүге томға башҡорт милләтенең, кешелектең башланғысы булған “Урал батыр”ҙан башлап мифологик характерҙағы 16 эпос йыйылған. Уларҙың күп булыуы үҙе үк беҙҙең бик боронғо халыҡ икәнебеҙҙе иҫбатлай. Ә бит ҡайһы бер халыҡтарҙың бер генә мифологик эпосы йә риүәйәте бар. Хатта бөтөнләй булмағандары ла осрай. Ә икенсе томда тормош-көнкүреште һүрәтләүсе “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Таһир менән Зөһрә”, “Йософ китабы” кеүек эпостар тупланған. Өсөнсө һәм дүртенсе том – тарихи эпостар йыйылмаһы. Унда бейҙәр, батырҙар, хандар, сәсәндәр тураһындағы әҫәрҙәрҙең төп нөсхәләре йыйылған. Был проекттың үҙенсәлеге шунда: бойондороҡһоҙ эксперттар һәр эпосты ныҡлы тикшереп, анализлап, өйрәнеп, төп нөсхәһе ҡайһы халыҡтан сыҡҡанын, тамырҙарын асыҡлай. Һәр эпостың, ғөмүмән, халыҡ ижады өлгөләренең төрлө халыҡта төрлө версиялары һәм варианттары бар. Быға төрки халыҡтарҙың күсмә тормош менән йәшәүе сәбәпсе. Мәҫәлән, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосының башҡорт халҡында ғына 16 варианты бар. Ә татар, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ халыҡтарында булған варианттарҙы һанаһаң, улар ике тиҫтәнән аша. Был проектҡа уның тәүге варианты, төп нөсхәһе генә ингән. 1997 йылда эш башлаған проекттың томдарының 7 – 8 йылдан һуң ғына донъя күреүенә лә ошо тикшереү эштәре сәбәпсе. Тикшереү эштәре бик ентекле алып барыла. Ҡайһы бер халыҡтарҙың эпостарын проектҡа индереүҙән баш тартҡан осраҡтар ҙа булған. Бәхеткә күрә, беҙҙекеләр бындай сикләүҙәргә дусар ителмәгән: тәҡдим ителгәндәрҙең барыһы ла донъя күргән.
Китаптарҙың һәр томы 1500 данала ҡағыҙ вариантта сығарылып, ғилми, милли һәм юғары уҡыу йорттары китапханаларына таратыла. Шулай уҡ уларҙың электрон варианттары менән теләгән һәр кем таныша ала. Киләсәктә ғалимдар, халыҡ ижадын өйрәнеүселәр барлыҡ төрки донъяның әҙәби мираҫын бер проект эсендә өйрәнә аласаҡ. Был томдар һәр халыҡтың тарихын, фекерләү кимәле үҫешен дә асыҡ сағылдыра. Бүтән халыҡтар менән бер рәттән, башҡорт халыҡ эпостарын да өйрәнеүҙәре ҙур шатлыҡ, ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Төрөк теле йәмғиәте проекттарын киңәйтеп, киләсәктә шулай уҡ төрки донъяның әкиәттәрен, йырҙарын һәм башҡа халыҡ ижады өлгөләрен дә, хатта хәҙерге заман әҙәбиәтен дә бер проект эсендә томдар менән сығарырға ниәтләй. Ғәйнислам Ибраһимов әйтеүенсә, улар һәр проектта теләп ҡатнашасаҡ. Проект етәксеһе, профессор Фиҡрәт Төркмән – билдәле башҡорт шәхесе Зәки Вәлидиҙең уҡыусыһы. Үҙе уҡытҡан Эгей университеты менән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетының шәрҡиәт кафедраһы араһында тығыҙ бәйләнеш булдырған һәм фәнни аралашыуҙарҙы үҫтерә. Киләсәктә фольклорҙы өйрәнеүсе студенттарға Төркиәлә белемен камиллаштырыу мөмкинлеге булдырырға ниәтләй. Ошоға бәйле ул былтыр декабрь айында Өфөгә килеп, студенттар менән осрашты. Фиҡрәт Төркмәнде фольклор йүнәлешендә эшләүсе белгестәрҙең әҙ булыуы хафаға һала. Шуға күрә йәштәрҙе халыҡ ижадына ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған:
– Башҡорт дәүләт университетының башҡа илдәрҙең уҡыу йорттары, билдәле шәхестәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе башҡорттарға донъя кимәленә сығырға ярҙам итә. Был эпос томдарының бөгөн донъя күреүе лә ошо бәйләнеш емеше. Шуға күрә беҙгә артабан да булған бәйләнештәрҙе тағы ла нығытып, киңәйтеп эшләргә кәрәк.
Төрки донъя башҡорт эпостары, халыҡ ижады менән генә түгел, ә хәҙерге әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына. 2004 – 2005 йылдарҙа Әхмәт Сөләймәнов менән Ғәйнислам Ибраһимов әҙерлеге менән “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы” төрөк телендә ике том булып донъя күрҙе. Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын һәм тормошон сағылдырған яҙмалар ҙа айырым китап булып сыҡты. 35 том булып баҫтырылған “Төрки донъя халыҡтарының уртаҡ әҙәбиәте” серияһында Башҡортостан шәхестәренең әҫәрҙәре күп.
– Төркиәлә бик күп студент, әҙәбиәт белгесе Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Назар Нәжми һәм башҡа яҙыусыларҙың ижадына арналған диплом, магистр һәм кандидатлыҡ эштәре яҙа. Башҡорт телен өйрәнгән төрөк студенттары айырым яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен тәржемә итә. Уларға ярҙам итеү маҡсатында заманында Башҡорт дәүләт университетында төрөк телен, ә хәҙер Төркиәнең Ушак университетында студенттарға башҡорт теле уҡытҡан Морат Өзшаһинды беҙҙең уҡыу йортоноң шәрҡиәт кафедраһының ғилми вәкиле итеп тәғәйенләнек. Ул бөтә ил буйынса башҡорт теле, әҙәбиәте, фольклоры буйынса ғилми эш яҙыусыларға беҙҙең менән бергә методик ярҙам күрһәтәсәк.
Ваҡытында студенттар менән фольклор экспедицияларына сығып, райондар, ауылдар буйлап йөрөп, халыҡ ижадын йыйған, йәш быуынға тапшырған Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы уҡытыусылары Марат Минһажетдинов, Әхмәт Сөләймәнов ХХ быуаттың 60 – 70-се йылдарында ошо кафедра янында фольклор фондына нигеҙ һалған. Бөгөнгө форсаттан файҙаланып, уларға оло рәхмәтемде еткерәм. Заманында улар бик ҙур эш эшләгән. Әлеге ваҡытта беҙҙең уҡыу йортоноң башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһының архивында йөҙ томдан ашыу мираҫ һаҡлана. Ә хәҙерге быуынға уларҙы өйрәнеп, донъя кимәленә сығарыу бурысы тора. Бер ниндәй уҡыу йорто ла, архив та был йәһәттән беҙҙең менән тиңләшә алмай. Бындай мираҫ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Кирәй Мәргәндән башлап бөгөнгө көнгә тиклем үҙ эшенең фанаттары булған ғалимдар алдында баш эйәм, – тине Ғәйнислам Дәүләтбай улы, һүҙен тамамлап.
Әҙәбиәтебеҙ тарихының нигеҙе булған бай фольклорсыларыбыҙҙың төрки донъя кимәленә сығыуы Әҙәбиәт йылының тәүге һөйөнөслө ваҡиғаларының береһе. Шуға күрә, ошо һөйөнөс менән уртаҡлашырға яҡын арала проект етәкселәрен, әҙәбиәт һәм фольклор белгестәрен, төрки донъяның башҡа халыҡтарынан да белгестәрҙе саҡырып, төрөк телендә донъя күргән “Башҡорт эпостары” томдарының исем туйын үткәреү ниәтләнә.
* Төрөк теле йәмғиәте 1932 йылда, Төркиәнең тәүге Президенты Мостафа Кемал Ататөрк тарафынан төрөк телен һаҡлап алып ҡалыу һәм уны донъя кимәленә күтәреү маҡсатында ойошторолған. Ойошманың эшенә Президент тарафынан күҙәтеү алып барыла. ХХ быуат башында төрөк теле ғәрәп, фарсы һәм Европа телдәренән алынған һүҙҙәр менән сыбарланып бөткән була. Улар ҡулъяҙмаларҙан, халыҡ ижады өлгөләренән, әҙәбиәтенән төп һәм уртаҡ төрөк һүҙҙәрен табып, ҡабат ҡулланыуға ҡайтара. 80 йыл эсендә улар сит һүҙҙәрҙе телмәрҙән 65-тән 10 процентҡа тиклем кәметкән. Был процесс һаман да дауам итә.
* “Төрки халыҡтарҙың эпостары” проектының хәҙергә 60-тан ашыу томы ғына донъя күргән. Бойондороҡһоҙ эксперттар әлеге ваҡытта ҡалған 40 томды тикшереү менән шөғөлләнә. Эксперттар составы сер итеп тотола. Уларҙың тәҡдимдәре һәм һығымталары хат итеп тапшырыла.
* Төркиәлә авторлыҡ һәм баҫма хоҡуҡтарына иғтибар ҙур. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡ ҡола” һәм башҡа эпостарҙың төрөк телендәге тәүге баҫмаһын ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәре ойошмаһы сығарғанға күрә, ошо телдәге артабанғы баҫма хоҡуғы ла тик уларға ғына бирелгән була. Ойошма вәкилдәре, “Төрки халыҡтарҙың эпостары” проектының оло әһәмиәтен аңлап һәм башҡорт халҡына ихтирам йөҙөнән был хоҡуҡтарынан баш тартыуын белдереп, рәсми хат яҙҙы. Беҙҙең эпостар ошо хатты тапшырғандан һуң ғына проектка ҡабул ителде. Хәҙер инде был хоҡуҡҡа “Төрки халыҡтарҙың эпостары” проекты эйә.
* Әлеге ваҡытта Төркиәнең Ушак университетында 300-гә яҡын студент башҡорт телен өйрәнә. Ә бөтә ил буйынса уларҙың һаны меңгә етә. Киләсәктә уларҙың белемен камиллаштырыу өсөн Башҡортостанда бер нисә айлыҡ курстар ойоштороу күҙаллана.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
– Беҙҙе был мәсьәлә бөтөнләй ҡыҙыҡһындырманы. Эпостарҙың төрөк телендә баҫылып, уларҙы төрки донъяға билдәле итеүе мөһим ине. Аллаға шөкөр, ниәтебеҙгә ирештек. Был – халҡыма һәм илемә булған изге бурысым. Сөнки мине илем мәктәптә, университетта бушлай уҡытып, белем бирҙе, Төркиәгә барып белем алырлыҡ мөмкинлек булдырҙы. Һәм алған белемемде киләсәк быуынға тапшырыр өсөн ышаныс күрһәтеп, университетҡа эшкә алдылар. Был изгелектәр өсөн ошо эшем менән рәхмәтемде еткерҙем, тип иҫәпләйем. Ә бит, уйлап ҡараһаң, башҡа республикаларҙа ошо проектты бойомға ашырғанда эш һөҙөмтәләрен күрмәйенсә, баҡый донъяға күскән шәхестәр ҙә булды…