RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

13.02.2015 Кәримә

КәримәБашҡорт ғәскәре лә Рәсәй эсендә барған ҡанлы бәрелештәрҙән ситтә ҡала алманы. Бер кем дә мөхтәриәтте, “Мә, ал!” тип, ҡулға килтереп тоттормаясаҡ. Бөйөк маҡсат – ирекле йөмһүриәт өсөн көрәш – ир-азаматтарҙы ҡанатлы итте. Бына шуға ҡыҙылдарҙың үҙаллылыҡты, азатлыҡты инҡар итеүе уларҙы аҡтар менән берләшеүгә алып килде. Хатта Колчак башҡорт ғәскәренең берҙәмлегенә, һуғыша белеүенә, сыҙамлығына, фиҙакәрлегенә аптырай, бының серен аңлай алмай ине. Ни генә тигәндә лә, Бөйөк Рәсәй төҙөргә, унда үҙ хакимлығын урынлаштырырға ынтылған көстәр өсөн башҡорт ғәскәре хәүеф тә уятты һәм ҡорт булып уларҙың йөрәген кимерҙе. Һәр яңы тыуған көн улар алдына яңы һорауҙар ҡуйҙы. Алда нисек булыр, ә әлегә башҡорт полктары вәғәҙәгә тоғро, ҡуйыл­ған бурысты үтәп килә. Ошо мөмкинлекте улар ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Шулай ҙа “Беҙ ҡыҙылдар ҙа, аҡтар ҙа түгел, беҙ – башҡорттар!” тигән оранды колчаксылар онотманы һәм онотасаҡтары ла юҡ ине. Был башҡорттарҙың ахыр­ғы маҡсаты булыуынан ҡурҡтылар. Ысынлап та, ирекле йөмһүриәт Рәсәй империяһында быуаттар буйы иҙелгән ғорур милләттең бөйөк маҡсаты ине. Башҡорт полктары дәһшәтле алыштар аша үтте. Әлбиттә, ҡорал наҡыҫлығы, кейем-һалым етмәүе уларға ауырлыҡ тыуҙыра, шулай ҙа башҡорт һалдатының рух көсө берәүҙеке менән дә сағыштырғыһыҙ. Бына шул Хоҙайҙан бирелгән көс уларҙы еңеүҙәргә алып килде, иң ҡырҡыу саҡтарҙа өмөт бирҙе.
Әбделмән Башҡорт әрмеһенә яҙылғансы уҡ яу күнекмәләрен үткән, сыныҡҡан кеше ине, сөнки ул мәшһүр һунарсылар тоҡомонан. Ҡартатаһының да, атаһының да даны алыҫтарға таралған. Ул да бәләкәйҙән ололар менән бер ҡатар ауға йөрөнө. Үҙе иҫ белгәндә билендә – хәнйәре, ҡулында – уҡ-яны. Ҙурая килә янды – мылтыҡ, бәләкәйерәк хәнйәрен өлкәнерәге алмаштырҙы. Рәсәйҙә ғәрәсәт ҡубыуы, хөрриәт, мөхтәриәт һүҙҙәре тормошҡа үтеп инеүе, башҡорт милли хәрәкәте йәнләнеүе, Башҡортостандың үҙаллылығы иғлан ителеүе – барыһы ла күҙ асып йомғансы булды кеүек. “Вәлиди төрмәнән ҡасҡан. Хәҙер башҡорт ғәскәре туплана. Милләт өсөн хәл иткес мәл килеп етте!”. Оран Ялан кантонына килеп ишетелеү менән, атаһы мәргән улына ҡарап һүҙһеҙ баш ҡаҡты. Ата фатихаһын алған Әбделмән турайғырға атланды, ата-бабаларының мәңгелек хыялын – азатлыҡты яулашыр өсөн изге юлға аяҡ баҫты. Утты-һыуҙы кисеп яуҙарҙа сыныҡҡан әфисәр Ғариф ағаһы менән артабан бер-береһенә терәк булдылар. Шул уҡ көндәрҙә ил ағаһының ғүмерен һаҡлау өсөн бик киҫкен алышта булып өлгөрҙөләр. Вәлидиҙе юҡ итер өсөн ҡыҙыл әшнәләрен алып юлға сыҡҡан Минһаждың юлын быуҙы улар. “Зәкиҙе үҙ ҡулым менән атып үлтерәм!” – тип яҫҡанған был монархист үҙенә ҡаршы ташланған атлы башҡорт егеттәрен һис көтмәгәйне. Ҡыҙылдар төркөмө сигенә-сигенә харабалар эсенә инеп боҫто. Уңайлы ине уларҙың позицияһы, бөтөн тирә-яҡ ус төбөндә генә: бер егетте һәм бер атты яралап өлгөр­ҙөләр. Артабан барыр юл ҡырҡылды. Шул саҡ Әбделмән аунай-тәгәрәй, ырғый-йүгерә юҡ булды. Бер ағастан икенсеһенә һикереп, ҡаялар буйлап ҡоралай шикелле үрләп үҫкән тилбер егет күҙ асып йомған арала хараба өҫтөндә, тас Минһаждың ҡашында, утлы ҡоралын уның ике ҡаш араһына тоҫҡап баҫып тора ине. Әбделмән быуар йыландың күҙҙәре менән осрашты. Азатлыҡты быуырға теләгән быуар менән... Монархист ҡатып ҡалды. Егет дошманына иҫенә килергә ирек бирмәне, тәтегә баҫты. Ҡалған әшнәләре ҡасырға маташты, ләкин ҡотолоу юҡ ине инде, батыр егеттәрҙең пулялары арттарынан ҡыуып етте. Минһаждың, Зәкиҙе үлтерәм, тип янаған пистолетын Ғариф үҙ ҡулдары менән Вәлидигә тапшырҙы. Ә полк үҫте. Тәүгеләрҙән булып яҙылған Әбделмәнгә төрлө алыштарҙа ҡатнашырға тура килде. Ләкин бер пуля ла уны алманы. Үҙе һымаҡ мәргәндәр менән разведкаға сыҡты, “тел” дә алып ҡайтты, дошмандың снайперҙарын юҡ итте, барыр юлды таҙартты. Вәлидиҙең ҡанатландырғыс һүҙҙәре милләттәштәрен бөйөк эшкә йәлеп итте, Әбделмән был изге юлда бик күп ҡаһарманды тап итте. “Егет эшләй, ҡорал маҡтана” тигәндәй, уның винтовкаһы күпме башҡортто үлемдән алып ҡалды, күпме дошмандың йәнен ҡыйҙы. Ҡорал да, аҙыҡ-түлек тә етмәне. Таланған халҡы үҙе лә насар йәшәй, шуға ҡарамаҫтан, ғәскәргә хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырышты, аҡтыҡ ризығын да ул милли азатлыҡ өсөн көрәшкән һалдаттар менән бүлеште. Азатлыҡ тип, егеттәрҙең йөрәге бер булып типте. Был изге һәм дәһшәтле юлда үлем дә, яза ла, аслыҡ та кәртә түгел ине. Һәр яу, һәр еңеү – киләсәккә булған башҡорттоң хыялына яҡынайта. Башҡорт иле булған. Башҡорт иле йәшәйәсәк. Башҡорт азат. Башҡорт бар. Буласаҡ. Зәки Вәлидиҙең һүҙҙәре доға булып йөрәккә уйылып яҙылды.

* * *
Оло йылға аша дәһшәтле тулҡын булып ҡыҙылдарҙың ғәскәре йөҙөп сығырға ынтыла. Командирҙары ажар, яу юлын үткән тәжрибәле етәксе, ҡасандыр батша әрмеһе командиры, аҡтар яғында булып, революция яһаусылар­ҙы ҡырған. Низағҡа килгәндән һуң полкташтар бүленә, бер-береһенә ҡаршы ҡорал күтәрә. Был командир эйәрсендәре менән ҡайҙа аяҡ баҫалар, шунда үҙ закондарын урынлаштырып йөрөй, тора-бара ҡыҙылдарҙың идеологияһын ҡабул итеп, улар яғына сыға, үҙенең хәрби оҫталығын күрһәткәндән аҙаҡ, ярлы-ялпының, асарбаҡтар­ҙың етәксеһе дәрәжәһенә күтәрелә. Антагонистарын юҡ итеүҙе йәшәү мәғәнәһе тип ҡабул иткән элекке аҡ командир өсөн гүйә хәҙер бер ниндәй ҙә кәртә юҡ.
Бөгөн улар, башҡорт полктарын формалаштырыуҙа ярҙам иткән ауыл-ҡасаба халҡын язаға тарттырырға, тигән бойороҡто үтәргә ашыға. Бик күп еңеү яулаған, һаман алға ынтылған был дивизияға ҡаршы тороу еңел түгел. Тыныс халыҡ – ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, тип тормаясаҡтар. Аяуһыҙ рәүештә улар өҫтөнә төшәсәк был синфи көрәш. Милли азатлыҡ рухы быуаттар буйы иҫкә төшмәҫлек итеп алып ташланасаҡ.
Фәҡәт ошо командирҙы юҡ итеп кенә ҡыҙылдарҙың һөжүмен кире ҡағып буласаҡ. Берҙән-бер юл. Снайперҙың бурысы үтә яуаплы. Ябырылып килгән яуҙы албырғатыу, сигендереү, тарҡатыу өсөн бөтәһен дә эшләргә! Ошо мәлдә башҡорт йөмһүриәтенең яҙмышы хәл ителә түгелме? Ғәскәр тар-мар ителһә, халыҡҡа ҡот осҡос афәт ябырыласаҡ. Егеттең йөрәгендә ҡурҡыу ҙа, шик тә юҡ. Әбделмән яу юлында бер тапҡыр ҙа һынатмаған тоғро дуҫын – винтовкаһын ҡыҫыбыраҡ тотто. Был винтовка – иреккә юл ярыу сараһы. Мәргән ҡулы ҡалтырауҙы белмәй. Күҙенән ҡоштар батшаһы көнләшерлек. Ул үҙе бөркөттәрҙең бөркөтө. Ул кейектән етеҙ, януарҙан йылғыр, йыртҡыстан ғәйрәтле. Ул дошманға ҡаршы барғанда – һеләүһен дә, бүре лә, ҡарсыға ла. Һуғыш ҡот осҡос нәмә, берәү ҙә уға атлығып тормай, ләкин һинең халҡыңды икегә бүлергә һәм бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға маташалар икән, был золомға хәлдән килгәнсә ҡаршы торорға кәрәк.
Ер-баба өҫтөнән күпме алыш үткән! Бына әле лә мәхшәр, гүйә ер менән күк буталған: туптар гөрһөлдәй, тимер сыңлай, аттар кешнәй. Әҙәм балалары зыҡ ҡуба: кемдер аҡыра, кемдер һөрән һала, кемдер ыңғыраша. Йылға урғыла. Әйтерһең, ер-баба әрней, ер-баба үкһей... Әбделмәндең күпме ата-бабаһы изге ере, ватаны өсөн бында ҡылыс айҡаған, күпмеһе шәһит булып ауған. Әбделмән бабалары рухына тоғро. Ул башҡорт иле өсөн һуңғы һулышына тиклем көрәшәсәк, йәнен фиҙа итәсәк. Дуҫы Бабич әйткәнсә, “Башҡортостан йәшәй, тиһәң, бер үҙемә миллион үлем бир!..”. Уның зирәк, аҡыллы, иң мөһиме, ышаныслы ҡарашын күреү үҙе үк сикһеҙ көс бирә. Эйе, ғәскәр ҡаты алыштарҙа ҡатнашып, юғалтыу­ҙар кисереп, һаман алға бара. Улар үҙҙәренең мәртәбәле бөйөк халыҡ икәнен һәр тән күҙәнәге менән тоя. Еңеүгә ышаныс Зәки Вәлидиҙең ҡаҡшамаҫ рухы, халҡының башҡорт ғәскәренә ышанысы менән бәйле.
Әбделмәндең яҙа атырға хаҡы юҡ, был уның ғына һәләкәте булмаясаҡ... Ошо мәлдә, эйе, тап ошо мәлдә дошман снайперҙары тирә-йүнде байҡай. Саҡ ҡына шикле күренгән урын ут өйөрмәһенә дусар ителә, сөнки ғәйрәтле ҡыҙыл әрменең махсус дивизияһы ҡалайтып булһа ла оло даръя аша сығырға тейеш. Был уларҙың стратегияһы менән бәйле. Һал менән килгән командир асығыраҡ шәйләнә башланы, төйнәгән йоҙроғо, һелккән һайын гүйә һауаны телеп үтә. “Ваҡыт”, – тине эске тауыш. Әбделмән винтовкаһын яурынына терәне, ҡая таштар араһынан әҙ генә ҡалҡынғандай итте. Һәм... Ҡапыл командирҙың башы һәленеп төштө. Шул уҡ секундта сос егет ҡаянан аҫҡа осто. Тирә-йүнде төтөн ялманы, снарядтар шартлауы баҫты. Ҡыҙылдар араһында ығы-зығы ҡупты.

2

Кәримә өйгә ҡайтып ингәнсе иренен тешләп, нисек тә иламаҫҡа тырышты. Рәнйеттеләр уны нахаҡҡа. Ҡыҙыҡайға ныҡ үсеккән Алмас бергә уйнаған балалар алдында: “Һинең атайың милләтсе!” – тип ҡысҡырҙы. Йүгереп ярышҡанда Кәримәнән еңелде лә, бына шулай үс алырға маташты. “Милләтселәр ҡасып бөткән, һин дә табаныңды ялтырат!”. Был тиклем яла яғыуға ҡалай түҙмәк кәрәк! Кәримәнең атаһы – колхоз алдынғыһы. Бөтөн эште уға ышанып тапшыралар, уға таяналар, унан кәңәш һорап киләләр. Атаһына ошаҡлап, теге ҡарэстең кәрәген бирҙертмәһәме! Бына шулай ҡәһәрләнеп ҡайтып инде ул өйгә. Ҡыҙыҡай атаһының башҡорт ғәскәрендә булғанын белә, ләкин азатлыҡ өсөн көрәштә ауылдан бер ул ғына ҡатнашмаған да баһа. Тик ағайҙар ул турала хәҙер һөйләп бармай. Мәҫәлән, әхирәте Зөбилә үҙенең атаһынан, Вәлиди ғәскәрендә нимә эшләнегеҙ, тип һорағайны, атаһының төҫө үҙгәреп китте. “Тс-с-с, ҡыҙым, был турала бүтән өндәшәһе булма, ишетһен ҡолағың”, – тине. Зөбилә генә түгел, Кәримә лә атай кешенең күҙҙәрендә ҡурҡыу күрҙе, ул йылдарҙы хәтерләргә теләмәгәнен балалар ҙа яҡшы аңланы.
– Атай, һин Вәлиди ғәскәрендә әҙ генә булғанһың, ибет?
– Һе-һе... – Әбделмән ағай көлдө. – Юҡ, ҡыҙым, башынан аҙағына тиклем йөрөнөм. Аҙаҡ уны ҡырға китергә мәжбүр иттеләр. Вәлидиҙе оҙатып та барҙым. Ҡайҙа тиклем икәнен әйтеп тормайым.
Кәримәнең тамағына төйөр тығылды. Атаһы уның ниндәй яуап көткәнен белмәйме ни? Атаһы, ысынлап та, белмәй ине. Шанлы, данлы юлдарҙы хәтерләгән Әбделмәндең ҡарашы яҡтырҙы. Ул һөйөү тулы күҙҙәр менән баҡты донъяға. Эштән арып ҡайтҡаны ла онотолдо. Был ғәжәйеп үҙгәреште тойған Кәримә ситкәрәк атланы. Бер нәмәне яҡшы аңланы: уның атаһы Зөбиләнең атаһына оҡшамаған.
– Ҡыҙым, һин ҡайҙа? Яҡыныраҡ кил, батырыбыҙ менән бәйле бер хәлде һөйләйем әле.
Кәримәнең ул заман тураһында бер нәмә лә ишеткеһе килмәй. Был бик ҡурҡыныс. Унан бармаҡ төртөп көлөргә генә торалар. Атаһы шуны нисек аңламай? Ләкин Кәримә уға ҡаршы бер һүҙ әйтә алмай. Ҡурҡыу һәм хөрмәт – бөтөнөһө бер йөрәктә. Шуға ла ул икенсе төрлөрәк яуап­лай.
– Дәрес әҙерләйем! Аҙаҡ, атай.
Эйе, бормалы-ҡатмарлы юл үтергә тура килде Әбделмәнгә. Зәки Вәлиди янында булыуы, иңгә-иң тороп башҡортто иҙеүселәргә ҡаршы көрәшеүе менән һәр саҡ ғорурланды. Ҡы­ҙылдар яғына сығыуҙы ла төрлөсә ҡабул итте арҡаҙаштар, ә Әбделмән икеләнмәне. Халҡының арҙаҡлы улы менән был турала һөйләшеү бәхете тейҙе. Уны оҙатҡан саҡта әйткән аҡыллы кәңәштәрен тотто. Бына шуға ла тыуған яғына икенсерәк бурыстар менән әйләнеп ҡайтты. Яңы хөкүмәт менән килешеп эш башлауы ауырға төшмәне. Уның төйәге лә “яңы тормош”ҡа күскәйне. Күрше ауылдан Зәкирә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп алды. Бер-бер артлы ете бала донъяға килде. Башта тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләне. Тик үткәндәрендә соҡсона башлаусылар табылғас, рус менән башҡорт йәшәгән ҡатнаш ауылға күсеп китте.
Илдә совет иле дошмандары менән көрәшеү дауам итте. Һәр мәктәптә ағартыу эштәре алып барылды. Бына тағы ла Кәримә үҙе өсөн үтә лә ауыр булған һорау менән атаһы янына килеп баҫты. Бөгөн мәктәптә халыҡ дошмандары тураһында лекция уҡынылар.
– Атай, милләтселәр, бандиттар тамам ҡыйратылған, ивет? Әбделмән ҡыҙын ҡаршыһына ултыртты.
– Ниндәй милләтсе? Улар нимә эшләгән?
– Уҡытыусы апай әйтте. З. Вәлиди шундай булған, ти.
– Ҡыҙым, мин Зәки Вәлидиҙең һалдаты булдым. Ни бары бер һалдаты. Ул бөйөк эштәр атҡарҙы. Ваҡыт етер, һин былар тураһында белерһең. Ә уҡытыусың был оло затты күреү түгел, бер әйткән һүҙен дә үҙ ҡолағы менән ишетмәгән. Беҙ ошо ерҙә тыуып үҫкән башҡорттар. Ерһеҙ ҡалмайыҡ, урман-һыуҙарыбыҙҙан яҙмайыҡ, тип ҡулға ҡорал алырға мәжбүр булдыҡ. Ағай-энеләр, күрше-күлән. Беҙме хәҙер килеп бандит? Беҙҙең беребеҙҙә лә ҡорал юҡ. Ҡоралыбыҙ – бына ошо ҡулдар. Хеҙмәт өсөн иген үҫтерер, бала һөйөр өсөн бар ителгән ҡулдар. Эйе, заманында, имен тормош төҙөргә тип, ҡоралланырға мәжбүр булдыҡ. Беҙ генә түгел! Бөгөн дә имен, мул тормош, бәрәкәт өсөн көрәшәбеҙ. Ҡулда тупраҡ, иген еҫе генә. Беҙҙең төп маҡсат элек тә ошо ине. Хәҙер ҙә шул маҡсат, балам. Халыҡ Вәлидиҙең исемен йөрәгендә йөрөтә. Йөрөтәсәк. Күп исемдәр онотолор, ләкин уның исеме башҡорт йәшәгәндә йәшәйәсәк.
Кәримә ҡып-ҡыҙыл булды. Бер яҡтан, ул уҡытыусыһы һүҙенә ышана. Икенсе яҡтан, атаһының ғәҙеллеген белә. Уның һүҙен кире ҡағыу мөмкин түгел! Ләкин уларҙың фекерҙәре ҡапма-ҡаршы. Был көндән һуң Кәримә тынғылығын юғалтты. Ул атаһының хаҡлығын аңлай. Ләкин уҡытыусыһына ла ҡаршы тора алмай! Шуға ла үҙен уҡытыусы алдында ғәйепле тойҙо. Сәүит власы алдында. Унда эшләгән кешеләр алдында. Бына шулай. Ғәйебен юйыр өсөн мәктәптә уға икеләтә тырышырға тура килде. Фәндәрҙән тик «бишле»гә генә өлгәште. Активист булып танылды. Спортты бәләкәйҙән яратты. Атаһы уны, етеҙлеге менән үҙемә оҡшаған, тип хуплай.
Сәйәсәт ай түгел, көн һайын үҙгәрә барҙы. Тарих битенән юйылырға, халыҡ хәтеренән алып ташланырға тейешле ваҡиғалар буйынса указдар, ҡарарҙар сыҡты. Азатлыҡ өсөн көрәшкән ҡайһы бер шәхестәргә ҡара яғылды. Хөкүмәт элек биргән вәғәҙәләрен онотто. Онотто ғына түгел, яһиллығын арттырып, шпиондар, диверсанттар һәм башҡа совет ҡоролошона зыян килтереүселәрҙе “фашлау” көсәйҙе. Сәйәси фекер ҡаршылыҡтары инҡар ителде, улай ғына ла түгел, совет дәүләтен төҙөү эшенә күптән бирелгәндәр ҙә ҡулға алына ине. Тоғролар, инанғандар шик аҫтына эләкте, арҡаға бысаҡ ҡаҙау дауам итте.

(Дауамы бар).



Бер көндө Кәримәләрҙең ишек алдына пинжәк кейгән төҙ баҫып атлаған ят бер ағай килеп инде. Уның атлауы, үҙ-үҙен тотоуы ауылдыҡыларҙан айырылып тора. Ихатала уйнап йөрөгән бала-саға алдында үҙен ябай тоторға тырышһа ла, ни тиклем йылмайһа ла, Кәримә һағайҙы. Йәһәтләп атаһын саҡырырға өйгә инеп китте. Теге ҡара пинжәкле әҙәм уның артынса уҡ тупһа аша үтте. Кәримә тышҡа сығырға уҡталған атаһының туҡтап ҡалғанын күрҙе. Ишек алдында бер аҙ йөрөй биргәс, Кәримә һаҡ ҡына соланға инде. Һөйләшкәндәре ишетелә. Теге сәйер әҙәм атаһының үткәне менән ҡыҙыҡһына шикелле. Атаһының тауышы асыҡ:
– Беҙ үҙ инаныуыбыҙ менән бер булып ҡыҙылдар яғына сыҡтыҡ. Артабан сәүит хөкүмәтен төҙөшөүҙә фиҙакәрлек иттек. Беҙ әҙәм балаларына хас нәфсене үлтереп, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙе данланыҡ. Шулай булды. Антыбыҙҙан – ватаныбыҙға, милләтебеҙгә хеҙмәт итеүҙән тайпылғаныбыҙ юҡ. “Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!” – ошо уҡ принципты сағылдыра. Беҙ уны ҡабул иттек. Үҙебеҙҙең балалар ас булғанда ла ярлының, фәҡирҙең балаларына тәү сиратта ярҙам ителде. Башҡорт полкында булып, аҙаҡ йот йылдарында үҙҙәре астан шешенгән, йығылғандар тураһында әйтергә лә түгел. Улар яңы власть өсөн йәндәрен аяманылар... Күпселеге социалитик ҡоролошто яҡлап баш һалды.
Ә илдә халыҡ дошмандарын аулау көсәйгәне. Улар тураһында мәктәптә лә йыш һөйләйҙәр. Шундай тыныс тауышлы атаһына Кәримә аптыраны. Ул илдә нимә барғанын белмәйме икән әллә? Шулай ҙа был кеше киткәс, атаһы уйсанланып ҡалғандай тойолдо ҡыҙыҡайға.

***
Был кисте Кәримә, нишләптер, оҙаҡ йоҡлап китә алмай ятты. Борғосланды, туланы. Ойоп ҡына бара ине, кемдеңдер ипләп кенә тәҙрә сирткәненән тертләп уянды. Уғаса булмай, һаҡ ҡолаҡ атаһы ялп итеп тышҡа сығып та китте. Кем төн уртаһында борсоғандыр ҙа, нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер, ишетелмәне. Бер аҙҙан атаһы шулай уҡ шым ғына атлап килеп инде.
– Әсәһе, уят та, кейендерә һал балаларҙы... – тип кенә әйтте лә, кире сығып та китте. Шул тиклем тиҙ юҡ булды, хатта Кәримә: “Атай, кем булды ул?”– тип һорарға ла өлгөрмәне.
Күндәм, баҫалҡы Зәкирә апай бауырҡайҙарын уятырға кереште. Инде һикереп тороп ултырған Кәримә ҙур асылған күҙҙәрен әсәһенә төбәне:
– Нимә булды, әсәй?!.
– Ҡустыларыңды кейендереш. Сеү, сыуылдашмағыҙ, балалар. Атайығыҙ асыуланыр. Йәһәтерәк ҡыймылдағыҙ...
Улар тупһаға сығып баҫҡансы, Әбделмән ағай атын егеп өлгөргәйне. Береһенән-береһе ваҡ алты балаһын йылы һүҙҙәр менән әүрәтә-әүрәтә арбаға тейәне, етенсеһен – имсәк балаһын ҡосаҡлаған Зәкирә апай ире янынан урын алды. Инде ауылдан сығып китеүҙәренә күпме, ә атаһы атты туҡтауһыҙ ҡыуыуын белде. Ат хәленән килгәнсә тырышты.
– Әсәй, беҙ ҡайҙа киттек? – тип бышылдап ҡына һорай Кәримә.
Нишләптер әсәһе яуап бирмәй.
– Әҙерәк серем итегеҙ, – ти ул. Тик хәүефләнеүен йәшерә алмай, тауышы өҙлөгә. Бәләкәс ҡустылары бер аҙ бәүелеп бара биргәс, мышнап йоҡоға китте. Ә Кәримә керпек тә ҡаҡмай, иренен тешләп, бөршәйеп ултыра бирҙе.
«Халыҡ дошмандары» бына ошо һүҙ мейене сүкене. Улар халыҡ дошмандары. Ҡыҙ ҡалтыранды. Былай ҡара төндә бер нәмә лә алмай сығып китеүҙәренә, атаһының атты бар көсөнә ҡыуыуына ҡарағанда, улар өҫтөнә бәлә килә. Атаһы ҡотолорға маташа. Береһенән-береһе ваҡ ете бала... Ҡайҙа кем көтөп тора уларҙы? Алда нимә һағалай? Ҡайҙа һыйынырҙар? Кемгә кәрәктәре бар? Был юлдың башы ғына, ә аҙағы нисек бөтөр? Ҡуйсы-ҡуйсы-ҡуйсы... Арттарынан ҡыуа сыҡһалар, эш харап. Атып китһәләр, берәү ҙә белмәйәсәк тә, күрмәйәсәк тә. Атай атты ҡыуа. Атай атты ҡыуа ғына. Атаһы атты бер ҡасан да улай ҡыуғаны юҡ ине!
Һалбырғолаҡ ат менән йәнәш саба. Ул да бәлә киләгәнен тоялыр, шымтайған...
– Әсәһе яңылыш үҙәген тарттымы, ҡапыл эсенән иңрәү тауышы сыҡты. Үҙе йәһәт кенә ауыҙын ҡапланы ла, иренә күтәрелеп ҡараны. Шул ыңғайҙан атаһы аттың дилбегәһен уңға тартты, һәм улар ҡайырылып аҫҡа сауҡалыҡҡа төшөп киттеләр. Әбелмән ағай атын туҡтатыу менән, бер соҡор урынға күрһәтте.
- Әсәһе...
Үҙе атты арыраҡ алып китте, арбалағы һалам араһынан нимәлер килтереп сығарҙы. “Винтовка!” Кәримәнең йөрәге ярыла яҙҙы. Тимәк, улар эҙ яҙлыҡтыра алмағандар, арттарынан ҡыуып етеп киләләр. “Һалбырғолаҡ, ят! Ҡуҙғалма! Һаҡла бәләкәстәрҙе!” Хужаһын тыңлаған Һалбырғолаҡ лыпын ятты. Ә Әбделмән ағай кире килгән юлға ташланды. Үҙе бер ыңғайҙан, ни өсөндөр, сәсен туҙҙыра ине. Кәримәнең эс-бауырын нимәлер өтөп-өтөп алды. Тимәк, үлтереш буласаҡ... Ҡурҡынысты тойған балалар ҙа ҡоршайып ҡалды. Әсәһе иң бәләкәсе биш айлыҡ Йәғәфәргә имсәген ҡаптырҙы. Кәримә игеҙ ҡустыларын ҡосағына алды, ҡалғандары әсәйгә һыйындылар. Ике тәпәйен һуҙып, ҡолағын ҡарпайтып ятҡан Һалбырғолаҡ ҡыбырламай... Оло юлда аттар кешнәште. Ирҙәр тауышы ишетелеп ҡала. Атаһыныҡы түгелме? Юҡ шикелле. Әллә ниндәй сәйер ауаздар сығара был әҙәм. Игеҙәктең береһе ауыҙын бөршәйтә, иларға итә. Кәримә йәһәт кенә ҡустыһының ауыҙын ҡаплай. Өн сығара ҡалһа, туғанын тонсоҡторорға әҙер, тик эҙәрлекләүселәрҙең генә ҡулына эләкмәҫкә! Малай аңлағандыр, фәҡәт күҙенән бөрсөкләп йәше генә аҡты. Нимә шул тиклем ныҡ дөпөлдәй? Кәримә һаҡ ҡына тирә-яҡҡа күҙ йүгертте. Ат тояғымы? Әллә атыш тауышымы? Юҡ, уның йөрәге күкрәктән сығырҙай булып тибә лә баһа! Һуң, бөтөн урманға яңғырай түгелме дөпөлдәү? Дошмандарҙың ҡолағына барып ҡаҡлыҡмаймы был дарҫлау, юллап килеп баҫмаҫтармы? Әсәһе бәпәйгә имсәген ҡаптырып, күкрәгенә ҡыҫҡан. Кәримә ҡустыһының ауыҙын ҡыҫып тотҡан. Ысҡындырмай, сөнки ҡулын алһа, туғаны урман яңғыратып һөрән һалыр кеүек. Күпме ваҡыт үткәндер, быныһын ул әйтә алмай, бер мәл ағастар араһынан таныш һын шәйләнде. Атаһы бер үҙе ине... Кәримәнең матҡып тотҡан ҡулы яҙылды. Ҡустыһы алдына шыуып төшөп ятты. Ул һуштан яҙғайны. Әбделмән ағайҙың сәсе-башы туҙған. Ҡулында ҡоралы юҡ. Бына ул ҡыҙы янына килеп сүгәләне. Бер ҡулы менән улын күтәрҙе, икенсеһе менән ҡыҙын ҡосаҡланы.
Кәримә эҙәрләкләүселәрҙән ҡотолғандарын аңланы.
«Нисәүҙәр ине?» тип һорай әсәһе, балаларға ишеттермәҫ өсөн бышылдап ҡына. Атаһының тауышы көслө. Ул ғөмүмән, бышылдап һөйләшә белмәй:
–Бишәү.
Кәримәнең тыны ҡыҫылды.”Бишәү!” – тигән һүҙ мейене сүкене. Атаһы һәм шул бишәү араһында нимә булды? Нимә эшләтте атаһы ҡулға алырға йыйынған биш чекисты? Бөтөнөһөн дә аттып үлтерҙеме икән? Булманымы икән ни бүтән сараһы? Кәримә өсөн был сер булып ҡалды.
Бер аҙҙан атаһы тағы ла ҡайҙалыр барып килде. Йөҙөндә тыныслыҡ. Инде атаһынан күҙ яҙлыҡтырмаған Кәримә үҙен ҡулға алған һымаҡ булғайны, тик бер аҙҙан йәнә ҡалтырауы башланды. Туңды, хатта телен әйләндерергә хәле юҡ ине. Теге бишәүҙең кем тарафынан һәм ни өсөн атылғандары, ҡасан да булһа, асыҡланасаҡ бит. Уларҙы ер аҫтынан да килеп табасаҡтар. Ҡотолоу юҡ. Был юл ваҡытлыса. Был юл алдыҡ. Себер юлы көтә уларҙы, йылан булып һығыла, бөгөлә, һуҙыла. Атаһы йәш сағында башҡорт ғәскәрендә йөрөмәһә, ошо хәлгә тарымаҫтар ине бит! Нишләп шул саҡтарҙа балалары тыуасағын, улар ыҙалаясаҡтарын уйламаны икән? Балаларының киләсәгенә атҡанын белмәнеме икән? Хәҙер ҡайҙа ғына барып һыйынырҙар?
Өҙөлгән юлды дауам иттеләр. Кире арбаға менеп ултырған Кәримәне йәнә сәйер бер тыныслыҡ биләп алды. Иң мөһиме, улар бит ҡотолдо. Берәү ҙә уларҙы ата-әсәләренән айырманы. Туғандар бергә. Уның атаһы көслө, ҡолонсаҡтары хаҡына хәленән килгәнде, хатта хәленән килмәгәнде лә эшләйәсәк. Атаһы мәргән, атаһы уҡсы. Атаһына ла винтовка күптән тоҫҡалған. Снайпер – яңы власть үҙе. Ләкин атаһы мәргәнерәк.
Бара биргәс, Кәримә шундай ҡаты йоҡоға талды. Хатта әсәһе уятҡас, үҙҙәренең юлда булыуҙарын бер талай иҫенә төшөрә алмай ятты. Артабан Ҡаҙағстан тарафына юлландылар, унда бер станцияға килеп еттеләр. Атаһы шунда тимер юлда ябай эшсе булып эшләй башланы. Кәримә был хәлдән һуң уйсан ҡарашлы кешгә әйләнде. Ул элекке шикелле илгәҙәк, донъяға асыҡ ҡараш менән баҡҡан зат түгел ине. Ҡырыҫланды. Ҡай саҡ үҙе лә һиҙмәй ҡыҙып китә, әсәһе был холҡона аптырай, ләкин артығын өндәшмәй, баш сайҡап ҡына ҡуя. Ни хәл итәһең... Кәримә үҙендәге үҙгәрештең төп сәбәбен ҡысҡырып әйтмәһә лә, эстән күп тапҡыр ҡабатлағаны бар «Атайым ғәйепле. Ул геройланып Вәлиди ғәскәрендә йөрөмәһә, ошо хәлгә тарымаҫ инек. Бер ыҙа күрмәй тыуған ауылда йәшәп тик ятыр инек. Атайым эгоист. Һаман шул йылдарҙы, дуҫтарын яуҙаштары тураһында һөйләй. Беҙҙе харап итә яҙғанын нисек һаман аңламай?» Эстә асыу ҙа ҡайнап китә. Ләкин атаны яратыу көслөрәк, шул еңә. Барыбер Әбделмән ағай Вәлиди, азатлыҡ хәрәкәте тураһында һөйләй башлаһа, ҡыҙ тиҙ генә сығып тая ине.
Ҡыр яҡ - ҡырын яҡ инде. Башҡорт мәктәбе булмағас, русса уҡынылар. Тик атаһы ғына ҡайсаҡ: “Беҙ балаларҙы үҙ телебеҙҙә белем алдырыр өсөн көрәштек. Бында түҙергә тура килә...”– тип әйтеп ҡуя. Кәримә урыҫса уҡыуына ла, яңы власть биргән мөмкинлектәргә лә ныҡ шат, тик шуларҙан мәхрүм итә күрмәһендәр. Ана, башҡорт ғәскәрендә йөрөгәндәрҙе һөрҙөләр, балаларын мәктәптән ҡыуҙылар. Кәримә хәйерселәр, кәмһетелгәндәр араһында йәшәргә теләмәй. Ул үҙен иленә кәрәкле кеше итеп тоя, артыҡ йән булмаясаҡ. Ә атаһы мәктәптән һуң уға милләте, уның тарихы тураһында тылҡый. Был атаһының инаныуы, уның хәҡиҡәте. Уларҙың береһе лә Кәримә йәшәйәсәк йәмғиәткә кәрәкмәй. Шулай тиһә, атай асыулана, ярһый. Ләкин атаға ҡаршы өндәшеү юҡ. Кәримә ниндәй ҙә булһа эш табып сығып китергә тырыша. Мәктәптә оҙаҡлай. Хәҙер Кәримә өйрәнде. Рустар араһында үҙ кеше. Ә атаһының үткәнен белмәйҙәр. Бында ул тыныс, имен тормошта йәшәй.
Бер көн мәктәптән һуң ғына ҡайтып инде. Әсәһе нәмәләр төйнәп булаша. Өй бола. Кәримәнең йөрәге тағы дарҫлап тибергә кереште. “Нимә, әллә уларҙы бында ла килеп таптылармы?” Улай тиһәң, әсәһе йөҙөндә хәүеф-ҡурҡыу сағылмай. Тауышы ла ҡәҙемге.
–Берәй яры йыйынмайбыҙҙыр ул, әсәй?
– Ҡайтабыҙ, балам. Ата-бабалар ватанына.
– Юҡ, әсәй, ҡайтмайыҡ. Атайыма ла шулай тип әйт.
– Балам!.. – әсәһе ултыра төштө. – Ул ни тигән һүҙ? Нисек, ҡайтмайыҡ ти тыуған еребеҙгә? Атайыңа иптәштәре, элекке эштәр өсөн эҙәрләү юҡ, власть үҙе ҡырға киткәндәрҙе кире саҡыра, тип хат яҙғандар. Беҙ бит нахаҡ ғәйептән ҡотолор өсөн генә китергә мәжбүр булдыҡ.
– Бында мәктәптә мин яҡшы уҡыйым.
– Балам, ауылда башҡортса уҡыясаҡһың. Атайың, беҙгә үҙебеҙҙең кадрҙар кәрәк, ти. Оҙаҡламай мәктәп тамамлайһың, үҙ телебеҙҙә ғилем алып, туған телебеҙҙең дәрәжәһен күтәреп йәшәйәсәкһегеҙ, Алла бойорһа.
–Кәрәкмәй миңә башҡорт теле. Миңә бында рәхәт! – Кәримә ҡысҡырып илап ебәрҙе лә сығып йүгерҙе.
Нишләп һаман атаһы бер балыҡ башын сәйнәй? Тыуған ер, тыуған ер, имеш. Ни өсөн иҫкелеккә сат йәбешкән? Улар ҡеүәтле совет илен төҙөй, бөтөн ерҙә яңы тормош гөрләй. Совет иле – донъя ғорурлығы. Бүтән илдәр уларҙан өйрәнә. Ниндәй милли кадр? Ниндәй туған тел? Атаһы һаман артҡа ҡараған килеш йәшәй бирә.
Әбделмән ағай һуң ғына ҡайтты, кәйефе күтәренке. Боронғо көйҙө һуҙа. Вәлидиҙең яратҡан йыры, ти торғайны. Аңлашыла. Атай кеше һаман бер үк бурысты атҡарыуын дауам итә. Үҙ балаларын шул рухта тәрбиәләп маташа. Әсәһе һәр саҡ уның яҡлы. Шуға ла Кәримәнең, тыуған яҡҡа ҡайтмайыҡ, тип, үсегеп сығып киткәнен әйтмәгән. Йәшерә әсәһе иренән ундайыраҡ һөйләшеүҙе... Бер аҙ ултыра биргәс, Кәримә лә һыуынды. Атаһының белмәүе лә хәйерлерәк тә. Бер яҡтан йәлләнес, атаһы бит яңғыҙ. Арҡалаштарынан, бергә көрәшкән дуҫтарынан берәү ҙә тиерлек ҡалмаған. Кемдәрелер һуғышта һәләк булған, кемдәрелер ҡырға сығып киткән, кемдәрелер һөрөлгән, кемдәрелер атылған, хәбәрһеҙ юғалған... Атаһын ниндәйҙер көс был ғәрәсәттән һаҡлай. Әле лә шуға өмөтләнәме? Нәмәләрҙе арбаға тейәгән ыңғайға атаһы шулай ти:
– Минең малайҙар урыҫса уҡып, башҡортса насарыраҡ һөйләшә башланы. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе белмәйҙәр ҙә. Башҡорт улы үҙ телендә иркен һөйләшергә тейеш. Автономияны беҙ нимә өсөн яуланыҡ? Шунһыҙ беҙ юҡ. Минең өсөн был хурлыҡ! Хатта йәшәүемдең мәғәнәһе ҡалмай. Тимәк, балаларыма үҙ илемдә үҙ телемдә белем бирер өсөн ҡайтырға тейешмен. Үҙ телендә насар һөйләшкән ул ниндәй башҡорт? Ата-бабаларым ҡәберҙә әйләнер был хурлыҡтан. Улар бит телде, иманды һаҡлай алғандар!
Ышанды Әбделмән ағай хөкүмәттең вәғәҙәһенә. Сираттағы буш вәғәҙә булып сыҡты. Өйҙән елтерәтеп алып сығып киттеләр. Ҡайҙалығын хәбәр итеүсе булманы. Кәримә атаһын уйлап ут йотто. Ҡаҙағстанда ҡалырға өгөтләмәгәне өсөн үкенде. Бына хәҙер төрмәлә һорау алаларҙыр, үткән эштәре тураһында белешәләрҙер. Тик язалай ғына күрмәһендәр. “Әгәр ҙә атам ҡасҡан сағыбыҙҙа, юлда, биш чекисты атып үлтереүен әйтһә, беребеҙгә лә аяу булмаясаҡ. Хәйер, ул бит сыҙам. Өндәшмәҫ. Моғайын, ҡайтарырҙар.” Тик атаһы әйләнеп ҡайтманы. Ҡош телендәй хәбәр ҙә килмәне.
Бер көндө мәктәп директоры уларҙың өйөнә үҙе килеп инде. Өҫтән бер кеше килеүен, Кәримәне һөйләшергә саҡырыуын әйтте. Кәримәнең аяҡ аҫтында ер убылдымы ни!
Ҡаланан килгән вәкил мыҡты кәүҙәле, үткер ҡарашлы ир ине. Һары сәсе майлап һалынған тиерһең. Өҫтөндә гимнастерка.
– Здравствуйте!.. – тине ҡыҙ көс-хәл менән. Яуапты алғас, теге кеше Кәримәгә яҡыныраҡ килергә ҡушты, эргәһенән урын күрһәтте. Теҙ быуындары ҡалтырауын һиҙҙермәҫкә пты алғас, теге кеше Кәримәгә яҡыныраҡ килергә ҡушты, эргәһенән урын күрһәтте. Теҙ быуындары ҡалтырауын һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡыҙ яй ғына уға табан атланы. Тәҙрә янында ултырған икенсеһе башҡорт булып сыҡты.
– Яҡыныраҡ кил, яҡыныраҡ, – тип ҡабатланы башҡортса.
– Совет власына ауылда нисек ҡарайҙар? – тип һораны вәкил һәм, тәржемә ит, тигәндәй ярҙамсыһына ҡарап алды. Ләкин Кәримә тегенеһенә ауыҙ асырға ла ирек бирмәй русса тәтелдәргә кереште:
- Атайым мине аңлы рәүештә рус мәктәбенә бирҙе, сөнки беҙ - берҙәм совет халҡы, иң гуман йәмғиәт төҙөүселәр. Шуға ла мин башҡортса аңламайым. Совет берлеге беҙҙән башлана. Бөтә донъя пролетарийҙары берләшәсәк. Рус теле аралашыу теле. Уны яҡшы белеү – минең өсөн коммунизм идеяһына тоғролоҡ! Сөнки ул бөйөк Ленин теле.
Кәримә үҙен бүлдермәйенсә туҡтаманы. Вәкил ҡабатлап исем-фамилияһын, ғаилә хәлен һораны. Ҡыҙ иһә бытырланы ла бытырланы. Ниндәй китаптар уҡығанын, ни өсөн уҡығанын, бөгөн совет власына кемдәр, ниндәй империалистар янауын, йәштәр атҡарасаҡ бурыстар, устав, ниндәй идея, тәғлимәт өсөн көрәшкәндәрен, коммунизмдың ниндәй буласағын – быларҙың бөтәһен дә ул яттан белә.
– Атайыңың үткән юлы тураһында нимә әйтер инең? – вәкилдең күҙҙәре хәйләкәр йылмая.
– Йәш саҡта атай ниндәй булғандыр, беҙгә мәғлүм түгел, ләкин ярлы сығышлы булыуы тәғәйен асыҡ. Яңы тормош төҙөүселәрҙең береһе, әүҙемсе. Ул һәр саҡ ғәҙеллек принцибын алға һөрә, синфи дошмандарға аршы көрәшеү - иң изге бурыс, тип әйтә, әгәр ҙә нимәнелер белеп бөтмәһәм, совет власты бөтәһен дә асыҡлар.
– Һине мәктәптә актив комсомолка, тинеләр. Ә юл йыш йөрөргә тура киләме? – тип һораны чекист.
Кәримә тертләне. Ҡапыл күҙ алдында атҡа Ҡаҙағстанға илткән юл пәйҙә булды. Уйланырға ваҡыт юҡ ине.
– Мин тик бер генә юлды беләм. Революция юлын. Любовь Яроваялар һайлаған тоғролоҡ юлын. Комунизмға илтәсәк юлды. Башҡалары юл түгел, һуҡмаҡ ҡына.
Ҡыҙҙан күҙен алмаған чекист артҡа терәлеберәк ултырҙы, әлеге ҡыланышы нимәне аңғарта? Яуабы оҡшанымы, әллә бындай яуапты көтмәнеме икән? Артыҡ уйланырға ваҡыт юҡ ине. Һәм Кәримә дауам итте.
– Бөйөк Ленин һыҙған юлдан барыу – бөгөнгө һәр йәш кешенең бурысы.
Уның эсенә инеп китерҙәй булып текләгән вәкил, туҡтарға ҡушып, ымланы. Ярҙамсыһы ишеккә күрһәтте, тимәк, Кәримәне ебәрәләр. Ҡыҙ, исмаһам, артына бер тапҡыр боролоп ҡараһасы! Юлды күрмәгән килеш атланы ла атланы. Эстә тороп ҡалған был икәү аҙаҡ уның тураһында нимә тине икән? Өйгә нисек килеп ингәнен, урындыҡҡа нисек килеп ҡолағанын да хәтерләмәй... Төнө буйы аяғы ҡорошто, иртәнсәк баҫырға иткәйне ауыртыуға түҙмәй яман итеп аҡырып ебәрҙе. Әсәһе эргәһенә йүгереп килеп етте:
– Ни булды, балаҡайым? Һиңә ҡағылыусы булмағандыр бит?
– Аяғыма баҫа алмайым, әллә нимә эшләне лә ҡуйҙы! – тип үкһене ҡыҙ.
– Ҡуй-ҡуй-ҡуй, барма бөгөн мәктәпкә. Йөрөмә.
– Юҡ! – Кәримә нисек һикереп тороп баҫҡанын да һиҙмәй ҡалды. – Бөтөнөһөнә үс итеп, уҡырға йөрөргә тейешмен!
Бынан ары уны саҡырыусы, допрос алыусы булманы. Атаһының ун йылға Себергә һөрөлөүен ауыр кисерҙеләр, әлбиттә. Шулай ҙа ҙур ғаилә берҙәм булды, бирешмәне. Әсәһе тырышлығы менән аслыҡты ла, юҡлыҡты ла еңделәр, мәктәпкә йөрөнөләр.
Икенсе донъя һуғышы башланғанда ир туғандары шаҡтай ҙурайып, ҡул араһына ингәйне. Һөргөндән атаһы яҙған хаттар ҙа килде. Фронтҡа ебәреүҙәрен һорап төрлө органдарға мөрәжәғәт иткән. Хатта Сталин иптәштең үҙенә хат яҙған. Өйгә ебәргән хатында шундай юлдар бар ине: ”Мин бит снайпер. Дошманды юҡ итеүгә үҙ өлөшөмдө индерә алам”. Снайпер. Эйе, атаһы мәргән. Бер тапҡыр әсәһе: “Атағыҙ әкиәттәге Кирәй Мәргән ул. Ә батырҙы анһат ҡына үлтереп булмай, ул юҡ-бар дошман ҡулынан һәләк булмаясаҡ”, –тигәйне.
Ысынлап та, 43 йылда атаһын фронҡа алдылар. Бүтәндәр, ирҙәре йәки аталары һуғышҡа алынһа, ҡан-йәш түгеп илап оҙатыр ине. Кәримә был хәбәрҙе ҡыуаныс менән ҡабул итте, атаһы совет власы алдындағы ғәйебен үҙ ҡаны менән йыуасаҡ. Был ғәйеп тойғоһо Кәримәлә лә йәшәй, уға тыныс көн итергә ирек бирмәй. Күңелгә шундай уй ҙа килеп ҡуя: “Үлһә ни, үлә лә ҡуя инде. Һуғыш үлемһеҙ булмай . Уның ҡарауы, балаларының тормошо тыныслыҡта үтер. Һуғышта һәләк булды, тиеү бер ҙә насар яңғырамай ҙа баһа...” Шул саҡ эсен нимәлер сыйып-көйҙөрөп үтте. Тфү-тфү, атай тураһында былай уйлау көфөр! Күргән-кисергәндәр әллә ниндәй уйҙарға төшөрә... Кәримә таш бәғерле түгел. Ул атаһын йәлләй ҙә. Сөнки күпме эш атҡарҙы, тау-таш аҡтарҙы. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда булды, юҡты бар итте. Уның хеҙмәте менән ил файҙаланды. Тик барыбер артыҡ кеше булып ҡалды. Бөтөн нахаҡты сабыр кисерҙе, намыҫына тап төшөрмәне. Халыҡ мәнфәғәте, хөрриәт, милләт, тип яныуы уның яҙмышын ҡара һөрөм менән сорнаны.
***
Ә атаһын фашист пуляһы алманы. Һуғыштан ул иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың оло быуынын тәшкил иткән яугир һынатманы, күкрәгенә орден-миҙалдарын тағып аяҡ баҫты кескәй ватанына. Был ваҡытта Кәримә балиғ булып, Өфөлә институтта уҡый ине. Атаһын ҡайтып күргәс, ҡыҙғаныуҙан эсе өҙөлдө. Балаҫ йәйелгән урындыҡта ҡураныс ҡына кәүҙәле, ап-аҡ сәсле ҡарт ултыра. Тик башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итеүе мәңгелек тамға итеп баҫылдымы, уны тағы ла алып киттеләр, һәм Сталин вафатынан һуң ғына ғаиләһенә әйләнеп ҡайтырға рөхсәт бирҙеләр. Совет илендә белем алған һәм кеше булған Кәримә атаһының мөһөрө үҙенә йоғоуҙан шикләнде шикелле, тыуған ауылына һирәгерәк ҡайтты.
Шуныһы ғәжәп, ниндәй язалар кисерһә лә, ниндәй ыҙалар күрһә лә, Әбделмән үҙ ҡарашынан ваз кисмәне. Тыйылған исемдәрҙе ҡабатланы. Һаман башҡорт армияһы, көрәштәштәре тураһында һөйләне, уларҙы иҫләне. Уның хәҡиҡәте күптәргә аңлашылманы. Кәримә лә шулар иҫәбенә булды. Ә атаһы өлкән ҡыҙын яратты. Тормош юлын уға бәйән итергә, уның менән уртаҡлашырға тырышты. Тик Кәримә: “Атай, икенсе ваҡытта иркенләп һөйләшербеҙ”, – тип, һылтауын да табыр ине. Нишләп һаман шул бер нәмәне сәйнәй икән, тип асыуланған сағы ла булды. Тора-бара, атаһы мулла булып китте. “Дин – ағыу” тигән көслө пропаганда заманында, ҙур темптар менән индустриализация барғанда был эшмәкәрлеге шулай уҡ ҡай берәүҙәр өсөн сәйер тойолдо. Уның ҡарауы, иманлы, миһырбанлы, ғәҙел, мулланы ауылдаштары ҡәҙерләне. Атлауына ҡартлыҡ инһә лә, күҙҙәре элеккесә үткер ине, асыуланған сағында был кейек күҙҙәрҙә осҡон ҡабынғандай була.

3
– Атай, һин бит снайпер. Фашистар бер башҡорт снайперы барлығын башына ла килтермәгәндер инде!
– Шулай! – тине ҡарт эске ҡәнәғәтлек менән. – Бөйөк Ватан һуғышында мәргәнлегем ярап ҡалды. Тик ул саҡта снайперҙар менән әллә кемде аптыратып булмағандыр. Хәрби сәнғәт тә камиллаша. Ә бына инҡилап һәм Гаждандар һуғышы мәлендә беҙ телгә алған уҡсылар күп булды, тип әйтә алмайым мәгәр. Мин Башҡорт ғәскәрендә үҫмер егет кенә инем бит әле. Ҡыҙым, шул булып-үткән нәмәләрҙе ҡасандан бирле һөйләргә итәм дә, тик һин ваҡыт тапмайһың бит әле...
Кәримә йәһәт кенә атаһын бүлдерҙе.
–Тарихи сығанаҡтар күп бит хәҙер. Тарихсылар яҙа.
– мТарихсылар!.. Һы... Башҡорт ғәскәре тураһындағы китаптарҙы ҡасан, ҡайҙа уҡының? Китапханаларҙы үҙем аҡтарып йөрөгәнем бар, беҙ үткән юл тураһында мәғлүмәт юҡ. Шып-шымдар. Әйтерһең, тарихтың боролошло мәлдәрендә башҡорттар булмаған, үҙенең хәрби оһоллоғон тойҙормаған! Ә миңә күп хәрби етәкселәр менән шул һуғыш яланында бергә ҡайнау бәхете тейҙе.
Кәримәнең тыны ҡыҫылды. Тап ошо һөйләшеүҙән, ошо хәтирәләрҙән ҡаса ул, ә атаһы һаман бер генә яҡҡа бора! Кәримәнең ҡарашы ҡырыҫланды.
– Һине ике тапҡыр һөрҙөләр бит инде, атай. Әҙерәк... – Ҡатын һүҙен нисек бөтөрөргә белмәй туҡтап ҡалды.
– Нимә әҙерәк?
Атаһын милли ғәскәр тураһындағы хәтирәләренән алыҫлаштырырға кәрәк, сөнки уның һөҙөмтәһе бик насар буласаҡ! Һәм Кәримә күптән эсен өйкәгән һорауҙы бирҙе.
– Ә теге биш кешене атҡас... Тейешле органдарҙың улар тураһында һорашҡандары булманымы бер тапҡыр ҙа? Әллә һине шул енәйәт өсөн ҡабат алып киттеләрме?
- Балам, ниндәй биш кешене? Милләттең азатлығына биш кеше генә ҡаршы сыҡҡан тиһеңме ни?
Кәримә атаһына тәү күргәндәй текләп китте. Үҙ ҡулдары менән атып үлтергән биш чекисты атаһы нисек иҫенән сығарһын, ти инде? Бәлки, ғәзиз балаҡайҙары янда саҡта шундай аҙымға барғанына үкенәлер һәм шуға онотҡан булып ҡыланалыр? Ә ул ҡәһәрле төн инде күпме йылдар үтһә лә Кәримәнең төштәренә инеп йоҡонан ҡалдыра!
-- Мин аңлайым, атай, – тине ахыр. – Мин яҡшы аңлайым. Бүтәнсә беҙгә ҡотолоу юҡ ине.
– Ҡыҙым, нишләп биш кеше, тинең? Мин әллә күпме фронт юлы үткән һалдат та баһа!
– Яу юлдарың таныш түгел, атай. Мин Ҡаҙағстанға ҡасып киткән сағыбыҙҙы иҫләп әйтәм. Һин хатта йәшереп ҡуйған винтовкаңды әллә ҡайҙан килтереп сығарҙың. Уны беҙгә күрһәтмәҫкә тырышып, арбаға, төпкә, һалам аҫтына тыҡтың, – Кәримә ауыр итеп көрһөндө. – Ҡыуғынсылар беҙгә етә килгәндә, йәһәт кенә тартып алдың да, беҙҙе иңкеүлектә ҡалдырып, үҙең кирегә саптың.
– Ә-ә-ә, бына нимәне әйтәһең икә-ә-ән! – тип һуҙҙы Әбделмән ағай, баш сайҡап ҡуйҙы. – Эйе, беҙҙе юҡ итергә тип атлыҡҡан залимдарҙың ҡашына атылдым. Шулай. Дөрөҫ. Тик ҡоралһыҙ сыҡтым.
– Ҡор...Ҡор-ралһыҙ? Йәғни винтовка менән түгел, тимәксеһеңме? Кәримә шаҡ ҡатты. Ғүмерҙә алдаша белмәгән атаһы бөгөн нишләп бушты һөйләй? Нимә булған уға? Әллә ҡартайыу ғәләмәтеме?..
– Ниндәй ҡорал! Дөпөл иҫерек кеше булып, сайҡала-сайҡала, ауа-түнә, аҡырып урыҫса йырлай-йырлай атланым был зобаниҙарға табан. Миңә ете баламды үлемдән йолоп ҡалырға кәрәк ине! Беҙ бит, балам, ҡамауҙа ҡалғайныҡ, бүтән сара юҡ ине... – Ҡапыл Әбделмән ағайҙың эйәге дерелдәп ҡуйҙы. – Ә ҡоралдан атырға тура килмәне. Улар миңә ышанды. Шуға ла ҡай яҡҡа күрһәттем, улар шул яҡҡа сапты.
(Дауамы бар...)
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)