RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Киләсәккә тура юл ярам”

13.02.2015 “Киләсәккә тура юл ярам”

“Киләсәккә тура юл ярам”Йырсы, юморист Рауил Булатов – “Күңел ҡайтауазы” китабы авторы. Белеме буйынса музыкант. Әлеге ваҡытта ирекле ижад менән шөғөлләнә, концерттар менән сығыш яһай.

Китәләр

Ҡәләмдәштәр китә тыйнаҡ ҡына,
Дөрләтә лә фани донъяны.
Күңелдәргә йылы һалып китә,
Ә әжәлгә дауа һуң бармы?
Аҡһаҡалдар ғәмен һалып китә
Аңлағанға тура юл барын.
Кескәй генә йөрәк нисек түҙһен,
Үткәргәндә илдең моң-зарын?
Мәңгелеккә күсә ҡәләмдәштәр,
Мәңге үлмәҫ мираҫ ҡалдырып.
Тыйнаҡ ҡына йәшәп, тыйнаҡ китә,
Өлгөрмәй ҙә хатта сал ҡунып.

Һүҙең кәрәк

Эй, Хоҙайым! Кисер
ваҡсылдарҙы,
Яңылыштарҙан ал да аралап.
Аҙашҡанды баҫтыр тура юлға,
Ҡалмаһындар ике арала.
Аңламаһа, аңлат халыҡ һүҙен,
Тыңламаһа, тыңлат күңелен.
Күкрәгендә типкән йөрәгенең
Аңлаһын ул тимер түгелен.
Аңлаһын да, булһын мәрхәмәтле,
Онотолһон нахаҡ һәм ялған.
Ғаләм телен аңлай алмағанға
Һинең һүҙең кәрәк, эй, Аллам!

Улым тыуҙы

Мин бәхетле! Улым тыуҙы бөгөн,
Бар донъяны күмде нурына.
Ҡыуанысым, шатлыҡ-һөйөнөсөм
Етһен ине ғүмер буйына.
Һин бит минең яҡты киләсәгем,
Шатлығым да, татлы хыял да.
Күңелеңдә ныҡлы иман булһын,
Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙғанда.
Ҡаҡшатмаһын һине яҙмыш еле,
Изгелектә булһын күңелең.
Хыялдарың ашһын гел тормошҡа,
Тик бәхетле булһын ғүмерең.

Минең хистәр

Бурандарын әсе, зәһәр тиҙәр,
Күптәр өсөн был ай бик яман.
Тик ниңәлер күңелемә яҡын –
Декабрҙе көтәм мин һаман.
Пыр туҙҙыра, яман тулай буран,
Йөрөп булмай, юлға ҡар һалған.
Тик ниңәлер минең күңелемә
Нәҡ ошо ай тәрән эҙ һалған.
Һалҡын елдәр ярып иҫкән саҡта
Күҙ асҡыһыҙ юлдан мин барам.
Декабрҙә тыуған хистәремдән
Киләсәккә тура юл ярам.

Белеп йәшәйем

Алыҫтарҙа минән булһаң да һин,
Гел янымда кеүек, йәнәшә.
Күҙҙәрем гел һиңә һөйөп ҡарай,
Күңелкәйем һиңә өндәшә.
Бик алыҫта минән булһаң да һин,
Эҙләйемсе яҡын тирәлә.
Бергә уҙған һуҡмаҡтарға сығам,
Күрмәмме тип, шунда
йөр(ө)гәндә.
Алыҫтаһың минән, бәлки, башҡа
Күрә алмам нурлы йөҙөңдө.
Күҙҙәреңә тултырып ҡарай
алмам,
Ишетмәҫмен хатта һүҙеңде.
Үкенмәйем кеүек юғалтыуға –
Бәхетле тип һанап үҙемде.
Һин барлыҡты беләм ер
йөҙөндә –
Шул йыуата минең күңелде.

* * *
Күңелемдә ниҙәр барын
Аңламайым үҙем дә.
Шуға микән хистәремде
Тотам теҙгендә.
Күңелемдең иләҫ сағы
Тура килер ҙә,
Теҙгендәрен өҙөр атым –
Ҡурҡам үҙем дә.
Йән яраңа ҡағылырға
Ҡурҡам бөгөн дә.
Тик шуны бел: һин – ҡояшым
Күңел күгендә.


* * *
Тормошобоҙ вокзалдағы кеүек:
Ығы-зығы, юҡтыр аҙағы.
Арып-талып кисен йығылабыҙ,
Ә иртәгә тағы дауамы.
Көнө буйы ярҙан-ярға бәргән
Тулҡын төҫлө ташып ағабыҙ.
Бөтөрөлөп килгән
ташҡындарҙай,
Донъя буйлап тағы сабабыҙ.
Вокзал кеүек беҙҙең күңелдәр ҙә:
Һыя унда ағы, ҡараһы.
Ялғаны ла һыя, дөрөҫлөк тә,
Шуны тейәп алға бараһы…

Миңә 50!

Миңә әле бары илле генә,
Йырланмаған әле күп йырҙар.
Наҙлы һүҙҙәр менән күңел тулы,
Һаналмаған күпме йондоҙҙар.
Мөхәббәттең ҡайнар һуҡмағынан
Әле яңы атлап килешем.
Ни күрһәм дә, риза яҙмышыма,
Өлөшөмә тигән көмөшөм.
Миңә әле бары илле генә,
Бараһы ла әле бараһы.
Яҙмышыма манып ҡәләмемде,
Тыуыр көндәремде яҙаһы…

Рауил БУЛАТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)