RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәшит Назаров исемендәге конкурс еңеүселәре бүләкләнде

13.02.2015 Рәшит Назаров исемендәге конкурс еңеүселәре бүләкләнде

Рәшит Назаров исемендәге конкурс еңеүселәре бүләкләнде“Йәшлек” гәзите ойошторған Рәшит Назаров исемендәге әҙәби конкурсҡа уҙған йыл аҙағында йомғаҡ яһалғайны. Вәғәҙә ителгәнсә, еңеүселәр менән жюри ағзаларын редакцияға ҡунаҡҡа саҡырып, дипломдар тапшырҙыҡ. Жюри ағзалары Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Зәки Әлибаев еңеүселәргә үҙ­ҙә­ренең тәҡдимдәрен, баһаларын еткерҙе, уларҙы ихлас һәм юғары маҡсаттар алып ижад итергә саҡырҙы.

Шағир Әхмәр Үтәбай, заманында “Йәшлек” гәзитенә нигеҙ һалған күп сараларҙың республика, хатта халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеүен иҫенә төшөрөп, Рәшит Назаров исемендәге әҙәби премияның ҡасан да булһа республика кимәлендә лә биреләсәгенә өмөтләнде:
– Тәүгеләрҙән булып Шәйехзада Бабич исмендәге премияны йәштәр гәзите тапшырғайны. Хәҙер ул дәүләт кимәлендәге баһа булып танылды. Шиғриәтебеҙҙең күрһәткесе булған, күңелдәрҙе тетрәтерлек хистәрҙе һүрәтләүсе шағир Рәшит Назаровтың исемен йөрөткән дәүләт кимәлендәге әҙәби премия ла булырға тейеш тип уйлайым.

Лауреаттарҙың күбеһе – әҙәбиәткә йәндәш журналистика өлкәһендә эшләүсе, исемдәре билдәле йәш ижадсылар. Гөлнара Хәлфетдинова – “Башҡортостан ҡыҙы”, Мансур Ҡаҙаҡаев – “Аманат” журналы, Гөлдәр Биргәнова-Бүләкбаева “Баш­ҡортостан” гәзите аша күптәргә таныш. Уларҙың әҙәбиәткә ынтылып, бәйгелә ҡатнашыуы үҙе үк маҡтауға лайыҡ.

– Рәшит Назаровты өлкәр йондоҙо менән сағыштырыр инем. Йондоҙ тулы йыһанда ул барыһынан да айырылып тора, яҡты яна. Шиғырҙары менән дөрләп янған ижадсы исемендәге премия миңә тағы ла дәртләнеп яҙышырға ҡанат ҡуя, – тине Гөлнара Хәлфетдинова.

Проза жанры буйынса юғары баһа алған Гөлдәр Биргәнова-Бүләк­баева әҙәби тәнҡиттең булмауына борсолоу белдерҙе:

– Проза жанрында эшләй башлағаныма туғыҙ йыл үтте, байтаҡ ҡына әҫәр ижад ителде. Тик билдәле яҙыусыларҙың баһаһы юҡ, кимәлемде, ижадымдың көслө һәм һай яҡтарын асып биреүсе булманы. Артабан ниндәй юлды һайларға белмәй, һорау алдында торған саҡта был еңеү минә дөрөҫ юлды һайларға ярҙам итер тип уйлайым. Күптән инде ижадымды бер йүнәлештән алып киткем килә.

Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуып үҫкән, әлеге ва­ҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ғәлиә Мөхәмәтйәнова һөнәре буйынса штукатур-маляр, биш йыл инде Стәрлетамаҡтың 1-се мәктәбендә эшләй. Бала саҡтан шиғриәткә ғашиҡ ҡатын күп йылдар шиғыр­ҙар яҙа. Мәктәптә уҡығанда “Баш­ҡортостан пионеры” гәзитендә ойошторолған ижади бәйгелә еңеп, ял йортона юллама менән бүләкләнгән. Һуңғы йылдарҙа Ауырғазы район гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек итһә лә, үҙен республика матбуғатында тәүге тапҡыр һынап ҡарай. Тәүге ынтылыштан уҡ бындай юғары баһаға лайыҡ булыуына ышанып та етмәй.

– Ижад иткән шиғырҙарымдың тәүге уҡыусылары булған атайым менән туғандарым бәйгелә еңеремә тамсы ла шикләнмәне. Һөнәрем әҙәбиәттән алыҫ булғанға, үҙемә ышанысым әҙерәк. Еңеүем менән атайыма һәм тыуып үҫкән тупрағыма бурыслымын. Рәшит Назаров­тың яҡташы булыуым менән ғорурланам, ә уның исемендәге конкурс­та еңеүем шиғриәткә ныҡлы то­тонор­ға этәргес буласаҡ. “Йәшлек” биргән фатиха менән башҡа гәзит-журналдарға ла шиғырҙарымды тәҡдим итеп ҡарармын. Ижадҡа булған ынтылышымды күреп, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған мәктәп директоры Наталья Ринат ҡыҙы Моратоваға рәхмәтлемен, – тине Ғәлиә Мөхәмәтйәнова.

– Конкурста ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр араһында йәштәрҙең булыуы әҙәбиәттең киләсәгенә ышаныс уята. Әлбиттә, тетрәндергес әҫәрҙәр булманы, әммә өмөтлөләр бар. Гөлнара Хәлфетдинованың ижадын билдәләп үтер инем. Ғәлиә Мөхәмәтйәнова минең өсөн ҙур асыш булды. Конкурстан фатиха алдығыҙ, артабан да маҡсаттар ҡуйып ижад итегеҙ, – тине конкурс­ҡа нигеҙ һалыусы шағир, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин.
“Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, еңеүселәргә изге теләктәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы.


Иғтибар!
яңы әҙәби конкурс!


Әҙәбиәт йылы уңайынан “Йәшлек” гәзите ижади бәйге иғлан итә. Конкурсҡа гәзиткә яҙылыусыларҙан шиғырҙар һәм хикәйәләр ҡабул ителә. Йәш һәм темалар буйынса сикләү юҡ. Әҫәрҙәрҙе “бәйгегә” тигән билдә менән ағымдағы йылдың 10 декабренә тиклем редакцияға ебәрергә мөмкин. “Йәшлек”кә яҙылыу квитанцияһының күсермәһен ебәреү мотлаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)