RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балтатау мажаралары 5

07.02.2015 Балтатау мажаралары 5

Тимерйәнде милициянан ҡурсалап алып ҡалыу Сәхиуллин өсөн бик ҡатмарлы булманы. Ә Тимерйән шатлығынан профессорҙы, ысынлап та, ата-олаталарының байлығы ятҡан мәмерйәгә алып уҡ барҙы. “Был хазинаны берәү ҙә белмәй, – тине ул. – Атай мәрхүмдең йәшереп ҡуйған картаһын табып алдым. Хазинаны ғына түгел, хатта мәмерйәнең барлығын да белмәйҙәр”. Мәмерйәнең буласаҡ лабораторияһы өсөн бик уңайлы урын икәнен дә байҡап, күҙ уңына ҡуйып ҡуйҙы профессор.
Бурысын инде йөҙләтә ҡайтарған Тимерйән профессорға ғүмерлеккә тоғро ҡалды. Эш менән мәшғүл булып, уның йомоштарын үтәй алмай йөрөмәһен өсөн, профессор Тимерйәнгә колхоздың Балтатау итәгендә урынлашҡан һарыҡ фермаһы ҡарауылсыһы булып урынлашырға тәҡдим итте. Торғонлоҡ заманында бик хәүефле булһа ла, алтын-көмөштө нисек аҡсаға әйләндереү юлдарын өйрәтте. Әлбиттә, мәмерйәгә төрлө йыһаздар тәүҙән килмәне. Башта эш йәшерен рәүештә ферма өйөнән электр тогы һуҙыуҙан башланды. Мәмерйәнең ауылға иң яҡын булған тармағынан ҡарауылсы йортона тоннель ҡаҙыу, ихтимал, иң ауыры булғандыр. Ә инде ике йылдан, өй мөгәрәбенә мәмерйәнән юл әҙер булғас, Тимерйән төндәрен профессор әйткән нәмәләрҙе әкренләп ташый башланы. Аҡса нимә генә эшләмәй ул. Советтар Союзы заманында ла аҡсаға теләгән нәмәңде табырға була ине. Тора-бара Тимерйән шул тиклем оҫтарып китте, кәрәк-яраҡты “һә” тигәнсе табып килтереп тә ҡуя.
Профессорҙың ышаныслы ассистенты булып һаналды. Үҙ ғаиләһен артыҡ ҡайғыртманы. Шуға ул мәмерйәлә ҡалған башҡа эшселәрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай тиерлек.
Үҙе тыуып үҫкән ауыл зыяратында төнө буйы ҡаҙынып, клонлаштырыу өсөн ауылдашы Ирғәленең ҡул һөйәген алып килеүҙәре лә, ай-һай, бик еңелдән булмағандыр Тимерйәнгә...
Ни өсөн шундай намыҫлы, эшһөйәр кеше ғүмер буйы профессорға бурыслы булып йәшәргә тейеш һуң? Университеттан ҡыуылмай ҡалған өсөнмө? Ферма ҡарауылсыһына бысағымамы университет дипломы?
Профессорға ул бик йәл булып китте. Йомран һымаҡ, төндәрен ер аҫтына әйбер ташып күпме ғүмере үтте Тимерйәндең. һөҙөмтәлә – нимә? Кандидат Нәзиф әйтмешләй – мутанттар?
Сәхиуллиндың үҙенә оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт иткән Тимерйәнде иреккә ебәргеһе килде.

* * *
Егеттәр ун көн самаһы бүлмәһенән сыҡманы. Күп нәмә хаҡында һөйләштеләр. “Бынан башҡаса сыға алмаясаҡһығыҙ”, – тиһә лә, профессор уларҙы оҙаҡ тотмаҫ һымаҡ тойолдо Нәзифкә. Әхиәр һаман да ҡасыу юлын эҙләне, төрлө пландар ҡорҙо. Ләкин уның пландары тотҡаһыҙ ишеккә барып “төртөлә” лә, селпәрәмә килә ине.
Бер көн Әхиәр һаҡсы менән һөйләшеп ҡарарға булды. Ул төймәгә баҫты. Шым ғына асылған ишектән әлеге һаҡсы­лар­ҙың береһе күренде.
– Әйҙә, үт, ағай, ҡунаҡ булып кит, – тип саҡырҙы уны Әхиәр.
– Ниндәй мохтажлығығыҙ бар? – һаҡсы элеккесә етди ҡиәфәттә ҡалды.
– Тиҫтәләгән йылдар ер аҫтында йәшәп, кешеләрсә һөйләшергә лә онотоп бөткәнһегеҙ, – тине Әхиәр. – Исмаһам, йылмая ла белмәйһегеҙ.
– Йылмайырға ниндәй сәбәп бар бында?
– Ә һин бер сәбәпһеҙ йылмай, – тине Әхиәр. – Исемең кем әле, ағай?
һаҡсы тамам аптырап ҡалды. Нисәмә йыл уның менән әлеге кеүек ябай итеп һөйләшкәндәре юҡ. Оҙаҡ йылдар тик эш буйынса ғына фекер алышып йөрөгән кеше өсөн Әхиәрҙең һүҙҙәре бик йылы тойолдо.
– Рәшит, – тине һаҡсы һәм әҙерәк йылмайғандай итте.
– һин, ысынлап та, йылмайырға онотҡанһың бит, Рәшит ағай!
һаҡсы уларҙы ымлап ишек яғына саҡырҙы һәм артынан эйәрергә ишараланы. Мәмерйәнең бер мөйөшөнә килеп еткәс:
– Бында микрофон юҡ, видеокамера ла күрмәй, – тине.
– Рәшит ағай, һин дә профессорҙан шөрләйһең, буғай? – тип һүҙгә ҡушылды Нәзиф.
– Ҡасандыр уға булған хөрмәт тойғоһо барыбыҙҙы ла гипноз хәлендә тотҡан һымаҡ, үҙенә бер һүҙһеҙ буйһонорға мәжбүр итә, иҫ киткес ниндәйҙер ғәжәйеп көскә эйә ул. Мин, мәҫәлән, инде нисә йыл “яҡты донъя”ға бер булһа ла сығып ҡарарға хыялланам. Профессорға был уйымды әйтергә тип күпме уҡталғаным бар. Ләкин уны күреү менән телемде йотҡан һымаҡ булам да ҡуям. Йыш ҡына күңелле студент йылдарын иҫләйем, – уның күҙҙәренә йәш килде. – Хәҙер минең өсөн ғүмер бөткән һымаҡ. Яҡты донъя менән әллә ҡасан уҡ мәңгелеккә хушлашҡанмын кеүек.
– Төшөнкөлөккә бирелмә, Рәшит ағай, – тине Нәзиф. – һин дә, һеҙҙең бөтә кешеләрегеҙ ҙә, хатта профессор үҙе лә яҡты донъяны күрәсәкһегеҙ. Ул үҙенең ер аҫты һарайынан нисек ҡотолорға белмәй, ахырыһы. Миңә шулайыраҡ тойола башланы.
Бер аҙҙан Әхиәр:
– Рәшит ағай, ниндәй юл аша ер өҫтө менән бәйләнеш тотаһығыҙ? – тип һораны.
– Уны профессор бик ныҡ сер итеп һаҡларға ҡуша. Ләкин үҙемдең дә, исмаһам, бер күҙем менән генә, бер генә минут­ҡа булһа ла яҡты донъяны күргем килә.
– Ә һине кем тота һуң, Рәшит ағай?
– Ул юлды ысын һаҡсы һаҡлай, профессорҙың үҙенән башҡа бер кемгә лә буйһонмай. Уға яҡын барыуы ла ҡурҡыныс. Бер хеҙмәткәрҙе былтыр бик ныҡ имгәтеп ташланы. Шунан һуң береһе лә ул юлға яҡынлашырға ҡыймай. Ул элек физкультура кафедраһында эшләй ине. Самбо көрәше буйынса спорт мастеры.
– Улай булғас, йәш тә түгелдер бит?
– Илле биш йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һаман да бик көслө.
– һин юлды ғына күрһәтеп бир, ҡалғанын үҙебеҙ ҡарарбыҙ, – тип ныҡышты Әхиәр.
Рәшит ризалашып баш ҡаҡты:
– Ярар, егеттәр, иртәгә үҙем алып барып күрһәтермен.

* * *
Иртәгәһен төнгө сәғәт өстәр тирәһендә Рәшит Нәзиф менән Әхиәрҙе мәмерйәнең ер өҫтөнә сығара торған юлына алып килде.
– Әлбиттә, бының өсөн профессор башымдан һыйпамаҫ инде, – тине ул, килеп еткәс. – Илле метрҙай самаһы барғас, һаҡсы булыр. Унан үтеп китә алыуығыҙ икеле. Мин артабан һеҙҙең менән бара алмайым. Ошо юлдан тайпылмағыҙ. Барып етә алһағыҙ, мәмерйәнең иң осонда ишек, ә ишектең уң яғында бер төймә булыр. Өс мәртәбә баҫһағыҙ, һеҙгә профессорҙың ер өҫтөндәге “ышаныслы ассистенты” ишекте асыр...
Оло ғына йәштә булыуына ҡарамаҫтан, спорт мастерын “ҡоралһыҙландырыу” Әхиәргә бигүк еңелдән булманы. “Ҡорал” тигәс тә, уның ҡоралы юҡ ине. һаҡсы көслө ҡулдарына ныҡ ышана ине, буғай. Ләкин байтаҡ йыл ер аҫтында йәшәгәнлектән оһоллоғон юғалтып өлгөргән һаҡсыны, төрлө көрәш алымдарын оҫта ҡулланып, Әхиәр иҫәңгерәтеп һалып ҡуйҙы.
Уны имгәтмәй генә ҡулдарын-аяҡтарын бәйләп, ауыҙына лейкопластырь йәбештереп һалғандан һуң, артабан юлда бер ҡаршылыҡ та осраманы. һирәк-һаяҡ торған электр лампалары тоннелде яҡтырта. Ахырҙа, улар бер ишеккә барып төртөлдө.
– Килеп еттек, – тине Әхиәр һәм ҡара төймәгә өс мәртәбә баҫты.
Бер аҙҙан ишек артынан йоҡо аралаш тамаҡ ҡырған тауыш ишетелде.
Ишек асылғас, егеттәр аптырап ҡалды.
– Атай?.. – Әхиәр үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы.
– Улым?.. һин нисек бында килеп сыҡтың?
– Тимерйән ағай, һаумы! Беҙ бит профессор Сәхиуллиндың ғилми хеҙмәткәрҙәре, шуны ла белмәйһеңме ни? – тип шаяртты Нәзиф.
Бер ни ҙә аңламаған Тимерйәндә шаярыу ҡайғыһы юҡ ине, ул егеттәргә мөгәрәптән өҫкә сығырға ымланы... Әхиәр бала саҡтан бик таныш булған ферма ҡарауылсыһы өйөндә икәндәрен аңланы.
– Ошо көнгә тиклем һинең профессор ассистенты икәнлегеңде башыма ла килтермәҫ инем, – Әхиәр хайран ҡалды.
– Ата-олаталарҙың быуындар буйы йыйған байлығын фән үҫеше өсөн тотондом. Ҡасандыр большевиктар тартып алған булһа, ул байлыҡ барыбер юҡҡа сығыр ине, – Тимерйән ғәйепле төҫ менән улына ҡараны.
– Атай, аҡланма. һинең бер ғәйебең дә юҡ. һин, ысынлап та, профессорҙың “бөйөк” асыштарына бик ныҡ ярҙам иткән­һең. Юғиһә шундай ҡаҙаныштарға ирешә алмаған булыр ине.
– Уныһы минең өсөн сер.
– Уның ҡарауы, беҙ барыһын да күрҙек, – тине Нәзиф. – Ер йөҙөндә бығаса булмаған асыштар. Ул хаҡта һуңынан һөйләшербеҙ. Ҡана, Тимерйән ағай, бер бит ҡағыҙ менән ручка бир әле.
Бәләкәй өҫтәл артына ултырып яҙа башланы:
“Хөрмәтле Зәйнулла Рәжәп улы!
Ер аҫты ғилми-тикшеренеү лабораторияғыҙҙағы бөйөк ҡаҙаныштарығыҙҙы күреп, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән иҫ киткес һәләтегеҙгә һоҡланабыҙ. Беҙ, әлбиттә, кеше ышанмаҫлыҡ асыштарығыҙ тураһында телевидение һәм матбуғат аша һөйләп, донъяны таң ҡалдырырға йыйынмайбыҙ. Был хаҡта берәүгә лә белдермәйәсәкбеҙ, уныһы өсөн хәүефләнмәгеҙ.
Ләкин, профессор, ныҡлап уйлап ҡарауығыҙҙы үтенәм. Бәлки, ысынлап та, әҙәм балаһын клонлаштырыу кешеһеҙлектер.
Үҙегеҙҙең хеҙмәткәрҙәрегеҙ хаҡында ла уйлағыҙ. Ихтимал, улар ғаилә ҡороп, ер йөҙөндә кешеләрсә йәшәргә теләйҙер.
Уйлағыҙ, профессор.
Биология фәндәре кандидаты Нәзиф Саяпов”.
Хатты яҙып бөткәс, Нәзиф уны Тимерйәнгә тотторҙо ла:
– Профессорға тапшырырһың, ағай, – тине. – Уға беҙҙән күп сәләм.
– Ярар, – тип, уныһы хатты кеҫәһенә һалды.

* * *
Ул хәлдәрҙән һуң йылға яҡын ваҡыт үтеп китте. Бер көндө кис телевидениеның сираттағы тапшырыуҙарының береһендә биология фәндәре докторы, профессор Зәйнулла Рәжәп улы Сәхиуллин сығыш яһай ине:
– ...Мин кешене клонлаштырыуға ҡырҡа ҡаршы. Әҙәм балалары менән бындай тәжрибәләр үткәреү кешелек донъяһы өсөн төҙәтеп булмаҫлыҡ, ифрат та хәүефле һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал... Ә иң ҡурҡынысы, Аллаһы Тәғәлә яҙған тәҡдирҙе инҡар итергә һәм әҙәм балаһының яҙмышын үҙгәртергә маташыу булараҡ, был бик оло гонаһ та икән...

(Аҙағы. Башы 1 – 4-се һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)