RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Онотмаһын мине тыуған ил”

23.01.2015 “Онотмаһын мине тыуған ил”

“Онотмаһын мине тыуған ил”Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) 1915 йылда Башҡортостандың Саҡма­ғош районының Яңы күл ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, бе­лемгә ынтыла. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йыл­да Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.

Мәлих Харистың ижади ғүмере бик ҡыҫҡа, ни бары 7 – 8 йыл була, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлә. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә байтаҡ шиғыр, баллада яҙып ҡалдыра. Уның тәүге шиғырҙары 1934 йылда гәзит-журналдарҙа күренә башлай. Ул нескә тойғоло, хистәргә бай үҙенсәлекле лирик шағир булып таныла. Шағир йыш ҡына үҙе кисергән ваҡиғаларҙы тасуирлар­ға тырыша, уларға үҙ мөнәсәбәтен белдерә. “А. С. Пушкинға”, “Йәшлек”, “Диңгеҙгә”, “Руставели”, “Әсә тураһында йыр”, “Мин һөйәм” кеүек ижад ынйылары башҡорт шиғриәтендә билдәле урын тота. Ихласлыҡ, үҙ иленә сикһеҙ бирелгәнлек тойғолары уның әҫәрҙәрендә төп урынды биләй.

Йәшләй һәләк булған Мәлих Харис үҙе иҫән саҡта әҫәр­ҙәренең айырым китап булып сығыуын күрә. “Йөрәк тауышы” тигән беренсе китабы вафатынан һуң, 1944 йылда донъя күрә. 1954 йылда шул уҡ китабы, бер аҙ тулыландырылып, Назар Нәжмиҙең баш һүҙе менән баҫылып сыға. 1974 йылда “Башҡорт лирикаһы өлгөләре” серияһында Мәлих Харистың шиғырҙары рус теленә тәржемә ителеп баҫыла.

Г. ЮЛДАШЕВА.

Онотмаһын мине Тыуған ил

Яралынан аҡҡан ҡан кеүек
Таң ҡыҙара офоҡ ситендә.
Һөжүм үтте. Тынлыҡ. Ял итә
Бәрелеш ҡыры туҙан, төтөндә.
Ләкин берәү таңды күрмәне:
Ул йәш егет Урал буйынан.
Ҡосҡан кеүек бала әсәһен,
Ҡалҡыу ерҙе ҡосоп йығылған.
Һәм боҫланып аҡҡан ҡайнар ҡан –
Һуңғы бүләк һөйгән еренә,
Айырыла алмай, изге тупраҡты
Үбә кеүек һаман ирендәр.
Эй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,
Һин миңә лә шулай күкрәп кил.
Батырҙарын иҫкә алғанда,
Онотмаһын мине лә Тыуған ил.

Йәшлек

Йәшлек – шат ғүмер шишмәһе,
Һиҙмәнем килгәнеңде.
Тик мин беләм бар йөрәктән
Өҙөлөп һөйгәнемде.
Әллә һин Тыуған илемдең
Киңлеге булып килдең?
Әллә күңелгә һүнмәҫ йыр,
Һайрар ҡош булып индең?
Әллә ҡырҙарҙың мең төрлө
Сәскәле яҙы инең?
Әллә тулҡындың ярҙарҙа
Ярһыған сағы инең?
Әллә һин флейта моңо,
Әллә таң еле инең?
Әллә һин үҙең шаштырҙың,
Әллә мин тиле инем?
Йәшлек – шат ғүмер шишмәһе,
Һиҙмәнем килгәнеңде.
Тик мин беләм бар йөрәктән
Өҙөлөп һөйгәнемде.

Мин һөйәм

Күктәргә һуҙып байрағын,
Шаулай киң Тыуған илем.
Шатлыҡлы ҡояш аҫтында
Ал сәскә ата ерем.
Мин һөйәм ал сәскәләрҙе
Ал булған өсөн түгел.
Мин һөйәм – шул сәскәләргә
Тиң булған өсөн ғүмер!
Күр, данлы ерем өҫтөңдә
Нисә мең йондоҙ яна!
Урман, тауҙарҙы, ҡырҙарҙы
Алтын нурҙарға мана.
Мин һөйәм ул йондоҙҙарҙы,
Илемдең иркен күген.
Миллион йондоҙҙар нурындай
Яҡтырған өсөн көнөм.
Мин һөйәм, иркәм, һине лә,
Күҙҙәрең өсөн түгел.
Мин һөйәм, һинең шикелле,
Шат булған өсөн күңел.
Күктәргә һуҙып байрағын,
Шаулай киң Тыуған илем.
Шатлыҡлы ҡояш аҫтында
Ал сәскә ата ерем.

Диңгеҙгә

Кис. Аҡҡош каруаны кеүек
Болоттар тауға менә.
Мин торам ҡарап диңгеҙҙең
Дауыллы киңлегенә,
Болоттар тауға менә.
Һулҡылдап оса аҡсарлаҡ,
Тын ғына һулай елдәр.
Алыҫта, бишек шикелле,
Тирбәләләр караптар,
Тын ғына һулай елдәр.
Иркендә уйнай тулҡындар,
Тулҡынды тулҡын ҡыуа.
Ай, төшөп диңгеҙ өҫтөнә,
Аҡ мәрмәр тәнен йыуа,
Тулҡынды тулҡын ҡыуа.
О диңгеҙ, һинең төҫлө мул
Ҡырҙарҙан килдем һиңә.
Мин ғашиҡ мәңгелек менән
Даулашҡан киңлегеңә,
Ҡырҙарҙан килдем һиңә.
Мин һағыш алып килмәнем
Шау-шыулы ярҙарыңа,
Ғазаплы һорауҙар менән
Баҫманым алдарыңа,
Шау-шыулы ярҙарыңа.
Килмәнем бәхет эҙләп тә,
Ул һәр саҡ үҙем менән.
Ҡаялар кеүек ғорур мин,
Таң кеүек асыҡ көләм,
Саф бәхет үҙем менән.
Тыңлап шат симфонияңды
Йөрөнөм буйҙарыңда.
Зәңгәр йыр булып ғүмергә
Шауларһың уйҙарымда,
Йөрөнөм буйҙарыңда.

Хат

Беләм, әсәй, беләм ауыр һиңә;
Борсолоулы уйҙар – иптәшең.
Ҡарап минең киткән юлдарыма,
Күптән, күптән һағынып көтәһең.
Йыйырсыҡтар сәғәт, минут һайын
Тәрәнәйгән кеүек йөҙөңдә.
Ләкин бел һин: бөгөн иртә таңда
Һуғыш барҙы һинең өсөн дә;
Һәм әле лә көслө канонада…
Саҡыра һуғыш: һау бул хәҙергә.
Мин йығылһам әгәр, йәш түкмә һин,
Ә тын ғына шулай хәтерлә:
“Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә
Уның данын, намыҫын яҡланы,
Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)