23.01.2015 Ҡулъяҙмалар янмай...
Милли әҙәбиәт музейы барлығы хаҡында бик күптәр хәбәрҙар түгел. Уның эше, проблемалары һәм Әҙәбиәт йылына булған пландары менән танышыу маҡсатында музей директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Моратова менән әңгәмәләштек.
– Милли әҙәбиәт музейы ҡасан барлыҡҡа килде һәм ул бөгөн ниндәй эштәр башҡара?
– Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, 2001 йылдың ғинуарында Өфө ҡалаһында Милли әҙәбиәт музейы ойошторола. Атай-олатайҙар беҙгә әллә нисәмә быуат һуҙымында бай матди, рухи йәдкәр ҡалдырған. Шул хәтирә-иҫтәлекте тейешенсә һаҡлау, өйрәнеү һәм киләсәккә ҡалдырыу хаҡында хәстәрлек күреү маҡсаты менән асыла музей. Әле беҙҙең фондта 10 меңдән ашыу ҡомартҡы бар. Унда яҙыусыларҙың, әҙәбиәт белгестәренең ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, әҫәрҙәре, фотолары, архивтары инә. Музейҙың төп бурысы – ошо фондты һаҡлау, яңыларын булдырыу. Халыҡҡа башҡорт әҙәбиәте тарихы үҫешен тамырҙарынан алып, ауыҙ-тел ижадынан башлап күрһәтеү ҙә беҙҙең изге бурысыбыҙ, тип һанайым. Яҙыусыларҙың ижадын пропагандаларға, уларҙың әҫәрҙәренә таянып, йәш быуын араһында тәрбиәүи эш алып барырға тейешбеҙ. Шулай уҡ музей функцияһын ғына үтәмәйбеҙ, ғилми эш тә алып барабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле офисыбыҙ ғына бар, үҙ бинабыҙ, күргәҙмә залыбыҙ юҡ. Был проблема эште күпкә тотҡарлай, йыйған материалдарҙы халыҡҡа тулы кимәлдә еткерә, ҙур күргәҙмәләр, саралар ойоштора алмайбыҙ. Концепция буйынса музейҙың ете күргәҙмә залы булырға тейеш, бының өсөн ике мең квадрат метр майҙаны булған бина кәрәк. Ә беҙ хатта уның меңенә лә риза булыр инек. Әлеге ваҡытта халыҡ күп әҙәби ҡомартҡы менән танышыуҙан мәхрүм. Төрлө уҡыу йорттарынан студенттар материалдар эҙләп килгән осраҡта, бөгөнгө тиҙлек заманында уларға тиҙ арала ярҙам күрһәтеп булмай. Сөнки кәрәкле материалдарҙы ҙур-ҙур кәштәләрҙән, шкафтарҙан эҙләргә тура килә. Ә инде үҙебеҙҙең күргәҙмә залдары булһа, мәғлүмәттәрҙе һәр кешегә ҡулланыу мөмкинлеген бирер инек. Әлегә, проблемаларға ҡарамайынса, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейындағы бәләкәй генә майҙанда мөмкин тиклем һөҙөмтәле эштәр атҡарырға тырышабыҙ. Даими рәүештә әҙиптәр менән осрашыуҙар, әҙәби һәм хәтер кисәләре ойошторабыҙ, күргәҙмәләр ҡуябыҙ. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Улар беҙҙә үткән сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәй. Үҙ бинабыҙ булмағанлыҡтан, күп осраҡта күсмә күргәҙмәләр менән Башҡортостандың төрлө райондарына, ҡалаларына, филиалдарға барабыҙ. Уларҙы ойошторған ваҡытта бер ыңғайҙан ғилми экспедицияларҙа ла йөрөп, мәғлүмәттәр йыябыҙ. Былтыр ошондай ғилми экспедиция менән Башҡортостандан ситтә – Силәбе өлкәһенең Троицк, Мейәс ҡалаларында һәм Ырымбур өлкәһендә булдыҡ. Мөхәмәтша Буранғоловтың туғандары менән танышып, бик күп материал алып ҡайттыҡ. Беҙ уға “Урал батыр” эпосы өсөн бурыслыбыҙ. Ул ваҡытында, Ырымбурҙан Баймаҡҡа барып, Ғәбит сәсән менән осрашып, беренсе яҙмаларҙы эшләгән. Дауыт Юлтыйҙың, Ғабдулла Амантайҙың тыуған ауылдарында булып, уларҙың ижадына арналған күргәҙмәләр ойоштороп, халыҡ алдында мәртәбәләрен күтәреп ҡайттыҡ. Йыйылған мәғлүмәттәр һәм экспонаттар менән музейҙы байыттыҡ.
Троицк ҡалаһын башҡорт әҙәбиәте әһелдәре менән бик боронғо тарих бәйләй. Унда Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир Шәйехзада Бабич белем алған, эшләгән, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла мәҙрәсәлә уҡыған, аҙаҡ төрмәлә ултырған. Зәйнулла Рәсүлев дини шәхес кенә түгел, ә ғилми эштәре менән дә дан ҡаҙанған. Төрки донъяла уның исеме киң билдәле, хеҙмәттәре абруйлы тип баһалана. Уның тормошоноң һәм ғилми эштәренең асылмаған яҡтары бик күп. Уларҙы өйрәнәһе һәм халыҡҡа еткерәһе бар әле. Бына ошо шәхестәрҙең эҙенән йөрөп, мәғлүмәттәр йыйҙыҡ. Барған һәр ерҙә милләттәштәребеҙ менән осрашыу үткәрҙек, халыҡ менән аралаштыҡ.
Музей Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары, Башҡорт дәүләт университетының “Шоңҡар” әҙәби берекмәһе ағзалары, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты, Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһы уҡыусылары менән хеҙмәттәшлек итә, яҙыусыларҙың тормошон һәм ижадын өйрәнгәндә улар беҙҙең ярҙамға таяна. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһы уҡыусылары әҙәби әҫәрҙәргә һүрәттәр эшләй, конкурстарҙа ҡатнаша. Былтыр үткәрелгән “Әгәр ҙә Салауат тере булһа…” конкурсында йәш быуын вәкилдәре әүҙем ҡатнашты. Был саранан шул тиклем күңелем булды, кисерештәрҙе һүҙ менән генә аңлатып булмай. Балаларҙың илһөйәрлеген, ижадҡа ынтылыуын күреп, күҙгә йәштәр тулды.
Музейға төрлө сараларҙы үткәрергә маҡсатлы Президент гранттары ярҙам итә. Шулай уҡ даими рәүештә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашабыҙ.
– Музейҙа бөтәһе нисә кеше эшләй һәм райондарҙа нисә филиал бар?
– Коллективта бөтәһе 45 кеше тупланған. Аллаға шөкөр, беҙҙә әҙәбиәтте, ғилемде яратҡан, әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан һәм ижади йәштәр күп эшләй. Дәүләт музейы булараҡ, биш филиалыбыҙ бар. Уларға Өфө ҡалаһындағы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Дүртөйлө районының Әсән ауылындағы Шәйехзада Бабич, Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында урынлашҡан Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Миәкә районының Туҡһанбай ауылындағы Мифтахетдин Аҡмулла һәм Белорет районының Асы ауылындағы Арыҫлан Мөбәрәков музейҙары инә. Шулай уҡ муниципаль берәмектәргә ҡараған ике тиҫтәгә яҡын әҙәбиәт музейы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, уларға даими методик ярҙам күрһәтәбеҙ.
– Әҙәбиәт йылында ниндәй яңы проекттар өҫтөндә эшләү планлаштырыла? Ниндәй әҙәби саралар үтәсәк?
– Йылдың әҙәбиәткә арналыуын ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттек. Быйыл республика һәм район-ҡала етәкселәре тарафынан әҙәбиәткә, уның менән бәйле ойошмаларға иғтибар артыр, халыҡты әҙәби хеҙмәтләндереү әүҙемләшер, тигән өмөттәр бағлайбыҙ. Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы ай аҙағына ниәтләнһә лә, беҙҙең ойошманың саралары йылдың тәүге көндәренән үк башланып китте. Күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 2 ғинуарҙа 120 йыл тулыу айҡанлы уның тыуған ауылында Дүртөйлө районы хакимиәте, Яҙыусылар союзы менән берлектә ойошторолған ҙур байрам саралары уҙҙы. Алда тағы ла бер ҙур дата – Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тула. Бай йөкмәткеле саралар үткәреү күҙ уңында тотола.
Ә төп саралар, әлбиттә, Мәҙәниәт министрлығының планына ярашлы уҙасаҡ. Тәү сиратта мөмкинлектәре сикләнгән йәштәргә, балаларға өйҙәрендә күргәҙмә эшләргә ниәтләйбеҙ. Әлеге ваҡытта виртуаль музей ойоштороу өсөн әҙерлек эштәре бара. Заманса технологияларҙы ҡулланһаҡ, беҙҙең мөмкинлектәр ҙә артыр, онлайн экскурсиялар аша беҙҙең менән һәр төбәктәге ҡыҙыҡһыныусылар таныша алыр ине. Бөйөк шәхестәребеҙ башлыса ауылдан сыҡҡан, шуға күрә әҙәбиәт музейҙары ла ауылдарҙа урынлашҡан. Һәм күптәр улар менән танышыуҙан мәхрүм. Техник мөмкинлектәрҙе ҡулланып, халыҡты булған музейҙар менән таныштырғы килә.
Тағы ла быйыл, Әҙәбиәт йылында, беҙ беренсе тапҡыр Санкт-Петербург ҡалаһының Александр Пушкин исемендәге Бөтә Рәсәй музейы менән берлектә Өфө ҡалаһында Пушкиндың Пугачев ихтилалына арналған әҫәрҙәре буйынса виртуаль күргәҙмә ойошторабыҙ. Шул уҡ сара сиктәрендә ғилми лекциялар, әҙәби уҡыуҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү планлаштырыла. Ҙур масштабтағы проекттар тураһында һөйләгәндә, Милли әҙәбиәт музейы иғлан иткән “Минең музейым” республика конкурсы хаҡында әйтеп үтеү зарур. Өс номинацияла үтәсәк конкурста Башҡортостандың һәр музейы ҡатнаша ала. Декабрь айында “Фондты һаҡлаусы”, “Иң яҡшы сара”, “Иң яҡшы экскурсовод” номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. Һәм беҙ, Мәҙәниәт министрлығы планына ярашлы, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Яҙыусылар союзы, “Башҡортостан” гәзите, “Китап” нәшриәте менән берлектә “Әҙәби мозаика” марафонында ҡатнашабыҙ. Һәр районда үткән әҙәбиәт байрамы йәш таланттарҙы асыҡлау, улар менән ижади бәйләнеш булдырыу өсөн ойошторола. Ошондай матур саралар менән йылыбыҙ емешле, әһәмиәтле һәм һөҙөмтәле үтер, тип өмөтләнәбеҙ.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.