23.01.2015 Әкиәтсе Фәрхизә
Һамар өлкәһе Оло Глушица районының Ташбулат ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың күңелендә халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижадына ҡарата һөйөүҙе Шәрифә инәһе уята.
“Борон-борон заманда, өләсәйҙең өләсәһе кескәй ҡыҙсыҡ булғанда…” Бала саҡтың мөғжизәһе булған әкиәттәрҙең күбеһе тап шулай башлана. Ә уларҙы тыңлағанда һәр ҡыҙ үҙен әсәһен юғалтҡан етем Гөлбикә, һөйгәнен көткән гүзәл Нәркәс, олатаһына ҡар ташыған кескәй Ҡарһылыу, ә малайҙар инде дейеүҙе еңгән Батыр, ғәҙеллек эҙләгән Һәүбән тип хис иткәндер. Изгелеккә, матурлыҡҡа һәм дуҫлыҡҡа әйҙәгән был әҫәрҙәр һәр кемдең күңелендә бала саҡ хәтирәһе булып һаҡланып ҡалған.
Һамар өлкәһе Оло Глушица районының Ташбулат ауылында тыуып үҫкән Фәрхизә Хәсән ҡыҙы Юнысованың бала саҡ хәтирәләре тап шул әкиәттәргә барып тоташа. Әсәһенең бер туған апаһы Шәрифә тирә-яҡҡа дан тотҡан әкиәтсе була. Бөтә ауылдың балалары, хатта ололар ҙа оҙон ҡышҡы кистәрҙә Фәрхизәләрҙең өйөнә йыйылып, тылсымлы, мөғжизәле тарихтарҙы тыңлай. Балалыҡ менән ул аңлап та етмәгән: башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөләре булғанмы улар, әллә өләсәһе үҙенең күңелендә тыуған уйҙырмаларҙы шулай оҫта тасуирлағанмы? Һәр хәлдә, Фәрхизә күңелендә ошо әкиәттәр һалған изгелек орлоҡтары менән үҫкән, ғүмер иткән.
Тәүҙәрәк иғтибар биреп еткермәһә лә, йәшәй-йәшәй Шәрифә инәһенең әкиәттәрен һағына, йышыраҡ иҫкә ала башлай:
– Бәләкәй генә сағымда, бәлки, балалығым менәндер, инәйемә: “Ҙурайғас, мин һинең әкиәттәреңде китап итеп сығарасаҡмын”, – тип һүҙ биргәйнем. Тормоштоң төрлө мәшәҡәттәре менән был вәғәҙәм бер аҙ онотолдо. Бер осор ныҡ ҡына ауырып алдым, ауыр операция ла үткәрҙем. Әллә шуның шауҡымы менәнме, инәйемә биргән һүҙем иҫкә төштө. Яйлап ҡына уларҙы тормошҡа ашыра башланым. Тик йылдар үтеү менән уларҙың ҡайһы берҙәренең тулы сюжеттары, төп геройҙары онотолған булып сыҡты. Балалыҡ менән ваҡытында ҡағыҙға төшөрә бармауыма үкенәм. Унан инде шул хәтерҙә ҡалған ваҡиғалар һүрәтләмәһенә үҙемдең дә уйҙырмаларҙы ҡушып, әкиәттәр шәлкеме әҙерләнем. 2008 йылда “Мәңгелек әкиәттәр” тигән исем биреп, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә тапшырҙым. Күп тә үтмәй, китапты ҡулыма алырға насип булды.
Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә, Фәрхизә апай Өфө ҡалаһына йыш килергә тырыша. Берҙән-бер улы Ринат, Бөрйән һылыуы Гөлнәзирәгә өйләнеп, бында төпләнгәс, күңеле тағы ла йышыраҡ тартыла. Ижад иткән әкиәттәренең дә иң тәүге тыңлаусыһы – ейәне Ильяс.
Ижадтың тәмен, йәмен һиҙгәндәр, күңеле менән бирелгәндәр бер ҡасан да унан ситләшә алмай. Фәрхизә апайға ҡарап, был, ысынлап та, шулайҙыр, тигән фекергә киләм. Сөнки ул һаман да буш ваҡытында кескәйҙәр өсөн дә, ололарға ла әкиәттәр ижад итеүҙән туҡтамай. Өр-яңы һәм иң һәйбәт ижад емештәрен һайлап алып, тағы ла бер шәлкем әҙерләй. 2010 йылда уны “Өләсәйем әкиәттәре” исеме менән нәшриәткә тапшыра.
– “Китап” нәшриәтенә һәм уның балалар әҙәбиәте бүлегенә шул тиклем рәхмәтлемен. Төҙәткән ерен төҙәтеп, үҙгәртәһе ерҙәрен билдәләп, минең менән тығыҙ бәйләнештә эшләнеләр. Хәҙер инде икенсе китабымды ҡулыма алып ҡыуандым. Инәйемдең рухы ла шаттыр, тип уйлайым. Минең тик бер генә теләгем бар: кешеләр, айырыуса балалар, китаптар, әкиәттәр уҡыһын ине. Сөнки улар беҙҙең күңелдә изгелек, матурлыҡҡа ынтылыш һәм һөйөү хистәре уята. Үҙемдең башҡорт телендә таҙа, матур һөйләшә белеүемдә ошо Шәрифә инәйем һөйләгән әкиәттәрҙең ярҙамы ҙур. Китаптарҙы тыуған яғыма ла алып ҡайтып, мәктәптәргә бүләк иттем. Сөнки хәҙерге ваҡытта республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың милли хәле шул тиклем ауыр. Мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытылмай, концерт-спектаклдәр ҙә һирәк ҡуйыла. Башҡорт ауылдары милли йөҙөн юғалтыу алдында тора. Ярай ҙа айырым ҡорамал һатып алырға мөмкинлектәре булғандар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡарай ала.
Башҡорт әҙәби телен аңламаған уҡыусылар өсөн Фәрхизә апай әкиәттәрен рус теленә тәржемәләп нәшер итергә теләй. Әлеге мәлдә уларға тәржемә эшләнгән, тик әҙәби яҡтан бер аҙ эшкәртергә кәрәк. Бөтә эш бөгөнгө көндөң ҙур проблемаһы – аҡса юҡлыҡҡа килеп терәлә. Редакторлау һәм китапты нәшер итеү өсөн ҙур ғына суммала аҡса кәрәк (кемдер өсөн ул күп тә түгелдер, бәлки, тик һаулығы арҡаһында хаҡлы ялға китергә мәжбүр булған Фәрхизә апайҙың да, фатирҙы ҡуртымға алып ҡына йәшәгән улы Ринатта ла ундай суммала аҡса юҡ).
– Әгәр ҙә мөмкинлек булһа, китаптарымды күберәк итеп үҙнәшер менән дә сығарыр инем. Һораусылар күп, уҡырға теләк белдереүселәр ҙә бар. Тик китаптар күптән инде магазин кәштәләрендә юҡ. “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан баҫмаларҙың күбеһе китапханалар фондына китә. Ә ҡалғандары тиҙ арала һатылып бөтә. Шуға күрә әлеге мәлдә ижад эше бер аҙ туҡталып тора һәм мин китаптарҙы ике телдә лә баҫтырыуға ярҙам күрһәтерлек бағыусылар эҙләү менән мәшғүлмен.
Һәр саҡ йылмайып, яғымлы һәм тыныс ҡына һөйләшкән Фәрхизә апайҙы ысын башҡорт ағинәйенә оҡшатам. Бары тик шундай йомшак күңелле, ихлас кешеләр генә балалар өсөн ижад итә алалыр. Шул уҡ ваҡытта уның көслө рухлы икәне лә күренә. Ауыр ауырыуҙы еңеп, артабан ижад итергә көс табыуы күңелдә һоҡланыу тойғолары уята.
– Мин үҙемә әллә ни ҙур маҡсаттар ҙа ҡуймайым. Булғанына шөкөр итеп, байлыҡ артынан ҡыумайынса, һәүетемсә йәшәргә тырышам. Башҡортостан халҡына ла, хөкүмәтенә лә рәхмәтлемен. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 2010 йылда, ижадымды күреп, ҙурлап, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләне. Бындай оло баһа алыуыма ысын күңелдән шатландым. Артабан да ижад менән шөғөлләнер өсөн ҡанатландым, эшемдең һөҙөмтәһе барлығын күрҙем.
Өфө мине һәр саҡ үҙенә тартып тора. Башҡорт телендә аралашыу, мәҙәниәт менән яҡындан танышыу мөмкинлектәре оҡшай. Шулай ҙа тыуған яҡтарымды ла онота, ташлай алмайым. Туғандарым, дуҫтарым күп унда. Шуға күрә һуңғы йылдарым Һамар өлкәһе менән Башҡортостан араһында үтә. Һәр нәмәне яҡшыға юрағыҙ, тип әйтәләр бит, бының яҡшы яҡтары ла бар. Сөнки тыуған яҡтарыма ҡайтҡан һайын милләттәштәремә башҡорт телендәге яңы китаптарҙы, гәзит-журналдарҙы алып ҡайтып торам, яңылыҡтарҙы еткерәм. Элек-электән әсә телендә аралашып йәшәгән башҡорт ауылдарының руслаша барыуына йөрәгем әрней. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу туҡтаны. Етмәһә, балалар тулы белемде күрше рус ауылына йөрөп ала, – тип, Фәрхизә апай үҙенең борсолоуҙары менән дә бүлеште.
Тормошта әкиәттәй мөғжизәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик һирәк осрап тора шул. Ябай кешеләрҙең генә түгел, тотош милләт, хатта ил өҫтөнә төшкән иҡтисади ауырлыҡ юғалтыуҙарһыҙ үтмәҫ, моғайын. Тик барыбер ҙә матур киләсәккә ышаныс һүрелмәй. Сөнки донъяла телен, милләтен һаҡлар өсөн, бер нисә генә бала булһа ла башҡорт телен онотмаһын ине тип, әкиәттәр ижад итеүсе, яҡташтарына китап сығарып бүләк итеүсе Фәрхизә апай кеүек ағинәйҙәр бар.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.