RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балтатау мажаралары 2

22.01.2015 Балтатау мажаралары 2

Балтатау мажаралары 2– Тор, “научный сотрудник”, – тип шаяртып уятты дуҫын Нәзиф. Ул инде иртә менән тороп, душта йыуынып та алған. – Тюбик ашарға ваҡыт.
– Үҙең аша ул пастаңды! – Әхиәр икенсе яғына әйләнеп ятты. Бер ҙә кәйефе юҡ ине.
– Әйҙә, профессорҙан беҙгә артабан мәмерйә буйынса экскурсия яһарға рөхсәт биреүен һорайыҡ, – тине Нәзиф ни өсөндөр дәртле тауыш менән. Ул теге төймәгә баҫты. Ишек асылды һәм кисәге һаҡсыларҙың береһе килеп инде.
– Ниндәй мохтажлығығыҙ бар? – тип һораны ул.
– Беҙгә профессорҙы күрергә кәрәк.
Ҡайҙандыр стена эсенән: “Инһендәр”, – тигән тауыш ишетелде.
“Профессор беҙҙе күреп һәм ишетеп тора”, – тип уйланы Нәзиф.
Сәхиуллиндың кабинетына ингәс тә Нәзиф өҫтәлдәге монитор экранына күҙ һалды. Унда утыҙ туғыҙынсы бүлмәнең эсе асыҡ күренеп тора ине. “Ә, бына эш ниҙә икән”, – тип уйланы ул.
– Йә, егеттәр, ниндәй һорауҙарығыҙ бар? – тине профессор етди төҫ алып. Күҙлеген сисеп өҫтәлгә һалды ла, креслоһына бер аҙ салҡая биреп ултырып, тыңларға әҙерләнде. – Ултырышығыҙ, – өҫтәле янындағы ултырғыстарға күрһәтте.
– һорауҙар күп, – тине Нәзиф дуҫы менән тәҡдим ителгән урындарға ултырышҡас. Тәүҙә атаһының “үлеп терелгән” дуҫы тураһында һораны.
Профессорҙың йөҙө тағы ла етдиләнде:
– Егерме йыл элек башланған тәжрибәләремдең иң уңышлы экземпляры ине, – профессор ауыр һуланы. – Барса ишектәр бикле булыуына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер юл менән ул бынан сығып киткән, һәм беҙ ҙур юғалтыу кисерҙек...
– Кеше клонлаштырыу тураһында һеҙҙең менән һөйләшергә ниәтем бар ине лә инде, профессор, – тине Нәзиф уға тура ҡарап. – Әйтәйек, үлгән кешенең күҙәнәгенән килеп сыҡҡан һеҙҙең “уңышлы экземплярығыҙ” ул кешенең тере сағына оҡшаш икән дә, ти...
– Ике тамсы һыу кеүек, – тине профессор башын ҡағып, егетте хуплағандай.
– Ләкин, хайуандарҙан айырмалы рәүештә, Аллаһы Тәғәлә кешеләргә фекер йөрөтөү һәләтен дә биргән бит. Тик әҙәм балаһына ғына хас булған ана шул сифат һеҙҙең “экземпляр­ҙарығыҙға” күсәме? Әллә һеҙ кешенең тере һынын ғына үҫтерә алаһығыҙмы?
Профессорҙың йөҙө һөрөмләнде:
– Иң ауыртҡан еремә баҫтың, коллега. Үкенескә күрә, ул “кешеләрҙә” фекер йөрөтөү, аң тигән төшөнсәһе юҡ дәрәжәһендә. Улар ҡушҡан бер йомошто башҡарыуҙан тыш, башҡа бер нәмәгә лә ярамай. “Хужаһының” әйткән бер һүҙен һис ҡаршылашмайынса, хатаһыҙ үтәйҙәр. Уларҙы һөйләшергә өйрәтергә тигән өмөт тә юҡҡа сыҡты. Ләкин өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр бит...
Профессор бер аҙ уйланып ултырғандан һуң:
– Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә иң яҡшы эксперименттарымдың береһен күрһәтәм, – тине.
Егеттәрҙе тағы ла ҡыҙыҡһыныу биләп алды. Хатта Әхиәр ҙә мәмерйәнән сығып ҡасыу тураһындағы уйын ваҡытлыса онотоп торҙо.
Профессор урынынан тороп, халатының уң кеҫәһенән плас­тик карточкаһын сығарып, ишеккә ҡарай йүнәлде. Карточкаға эйәреп нәҡ шундай уҡ бер “асҡыс” уның кеҫәһенән иҙәнгә йәйелгән келәмгә төшкәнен аңғарманы. Быны күреп торған Әхиәр эйелеп, һиҙҙермәй генә карточканы алды ла кеҫәһенә йәшерҙе...
Профессор егеттәрҙе лифтҡа эйәртеп алып инде. Күпмелер төшкәндән һуң улар ҙур ғына бер “зал”ға килеп сыҡты. Унда зәңгәр, тап-таҙа һыулы бик матур бассейн бар икән.
– Был ер аҫты “ҡаласығын” кемдәр төҙөнө? – Нәзифтең
ғәжәпләнеүенең сиге булманы.
– Мәмерйәгә күсер алдынан мин һәр төрлө һөнәргә эйә булған һәләтле кешеләрҙе бик ентекләп һайлап алдым, – тип аңлатты профессор. – Хәҙерге ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһы берәүҙәре ана шул эшселәр инде. Уларҙың күптәре хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй. Берәүҙәре – лаборант, санитар, икенселәре – һаҡсы.
– Уларҙың ғаиләләре, туғандары барҙыр бит? – һүҙгә бығаса тынып барған Әхиәр ҡушылды.
– Беҙ ул саҡта барыбыҙ ҙа йәш инек, – профессор, ғәҙәтенсә бер аҙ уйланып алғас, һүҙен дауам итте. – Фән өлкәһендә эҙләнеүҙәр менән мауыҡҡан йәш белгестәр, ғаилә тураһында уйламай инек. Ә туғандарыбыҙ беҙҙе йә “сит илгә ҡасҡан” йә иһә “ер йөҙөндә юҡ” тип уйлай.
Профессор шулай һөйләй-һөйләй әлеге пластик карточкаһы менән бер ишекте асты. “Әһә, был карточка бөтә ишектәргә лә ярай икән...”, – быныһын да зиһененә һеңдереп ҡуйҙы Әхиәр.
Ҙур ғына бүлмәгә ингәс тә егеттәр хайран ҡалды. Унда ҙур ситлектә маймылға оҡшабыраҡ торған төрлө йәштәге ес кешене күреп артҡа сигенә биреп ҡуйҙылар.
– Былар бит тәүтормош кешеләре! – тине Әхиәр тыны бөтөп.
– Эйе, тәүтормош кешеләре – неандерталецтар. Улар борон­ғо бер үк кешенең баш һөйәге күҙәнәктәренән төрлө ваҡыттарҙа үҫтерелгән. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, бер үк кешенең йәшәү дәүеренең өс ваҡыты. Иң бәләкәсенә әле биш кенә йәш, уртансыһына – һигеҙ, ә иң олоһона – ун ике.
Әхиәр иҫе китеп уларға ҡарап торҙо. Бер үк кешенең өс ваҡытын бер юлы күрермен тип ул бер ҡасан да башына килтерә алмаҫ ине.
Генетика менән бик тығыҙ бәйләнештә булған Нәзиф өсөн дә был күренеш ғәжәп тә, ҡыҙыҡ та тойолдо. Ер аҫтында генетика фәненең шундай иҫ киткес юғарылыҡҡа етеүенә һоҡланды һәм шул уҡ ваҡытта бик үкенде. Ниңә инде шундай талантлы профессорға ер өҫтөндә, бөтә уңайлыҡтары булған шарттарҙа эшләргә юл ҡуймаҫҡа? Кешелек донъяһы өсөн ул күпме файҙа килтерер ине. Бәлки, иҫәбе-хисабы булмаған төрлө генетик сирҙең серенә төшөнөп, ул әҙәм балаларын яман ауырыуҙарҙан ҡотолдора алыр ине...
Ситлектәге теге йән эйәләре, күптән түгел һуйылған йылҡы итен ботарлап, сей көйөнсә ашап маташа ине. Иң олоһо эт ырылдаған һымаҡ тауыш менән үҙенән йәшерәктәрен янынан ҡыуып ебәрә. Ә иң кесеһе, илаған бала тауышы сығарып, берәй киҫәк ит алып китеү ниәте менән, аттың тиреһенән тарт­ҡылай.
– һәр ҡайһыһы барыбер үҙ өлөшөн тейешенсә алып ашап туйына ул, – тине профессор “бәләкәсте” ҡыҙғанып ҡарап торған Әхиәрҙең уйын белгәндәй.
Ботарланған атты күреп, Нәзиф атаһының туры бейәһен иҫенә төшөрҙөе. Шул күренеш тәьҫиренән айныға алмайынса егеттәр бүлмәләренә ҡайтты. һаҡсы ишекте асып индереп, уларҙы йәнә бикләп ҡуйҙы.

* * *
Профессор Сәхиуллин, ҡасандыр үҙенең ғилми тикшереүҙәренә юл бирмәгәндәре өсөн бөтә донъяға асыуланып, ошо тау эсендә күпме ғүмерен уҙғарҙы. Әгәр ҙә, ошо ер аҫтындағы йәшерен лабораторияһын асмаған булһа, ихтимал, ошо көндәрҙә университет кафедраларының береһенең етәксеһе йәки, юғары тигәндә лә, ректоры булыр ине. Ә ул кешелек донъяһынан айырым рәүештә тиерлек йәшәп, фән өлкәһендә бөйөк ҡаҙаныштарға өлгәште. Ер йөҙөндә бындай тәжрибәләр тураһында әле тик хыялланалар ғына... Ул шулай уйланып, йыш ҡына үҙенең кәйефен күтәреп ала.
Йәшерәк саҡта үҙенең эксперименттарына мөкиббән булған Зәйнулла Рәжәп улын хеҙмәткәрҙәрҙең ни уйлап йәшәүе бер ҙә ҡыҙыҡһындырмай ине. Уның өсөн иң мөһиме – егеттәр профессорға тоғро хеҙмәт итә. Әлегә береһе лә “яҡты донъяға” – кешеләр араһына сығыу теләген белдергәне юҡ.
Йәш белгес Нәзиф Саяпов бындағы кешеләрҙең туғандары ла бар икәнен иҫенә төшөргәс, профессор тағы ла уйға ҡалды.
Ысынлап та, фән өлкәһендә эшләһәләр ҙә, улар ҙа әҙәм балалары бит. һәр кемдең үҙ уйы, үҙ фекере була. Кеше хайуан­дан иң беренсе нәүбәттә шуныһы менән айырыла. Ярҙамсыларының ысын күңелдән бирелеп эшләүҙәрен фәҡәт үҙ маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн генә файҙалана түгелме һуң профессор? Быға тиклем улар менән тормош тураһында һөйләшеп, фекер алышҡаны юҡ. Кешеләр бит донъяға фән өсөн генә тыумаған.
Сәхиуллин төнө буйы уйланып сыҡты. Дарыу эсеп алғандан һуң ғына, таңға ҡарай йоҡлап китте.

* * *
Бер нисә көндән телевидение тапшырыуҙары программаһында уң яҡ сикәһендә ҙур миңе булған ун биш-ун алты йәштәр тирәһендәге үҫмерҙең ҙур трассала машина аҫтында ҡалып фажиғәле үлеүе, уның кем икәне билдәле булмауы хаҡында һөйләнеләр, хатта мәйеттең фотоһүрәтен дә күрһәттеләр. Дауахана кейеменә ҡарап, психбольницанан ҡасҡан кеше булһа кәрәк, тинеләр.
– Ирғәле, – тине профессор тын ғына. – Минең күпме йылдарға һуҙылған хеҙмәт емешем юҡҡа сыҡты.
Был мәл кабинетта Нәзиф менән Әхиәр ҙә бар ине.
– Ирғәле? Ә һеҙ уның исемен ҡайҙан беләһегеҙ? Минең атайым да тап шул Ирғәле дуҫын күргәнен һөйләгәйне, – Нәзиф ғәжәпләнде.
– Мин, туған, барыһын да беләм. – Профессор Нәзифтең иңбашына ҡулын һалды. – Уны тап шул айырым билдәләре булған өсөн дә һайлағайным. Миндә уның тере сағындағы фотоһы ла, хатта биографияһы ла бар, – ул компьютерҙың клавиатураларына баҫҡыланы. Бер аҙҙан экранда уң яҡ сикәһендә ҙур ғына миңе булған, йылмайып ултырған Ирғәленең фотоһы күренде.
– Уның күҙҙәрен сылт-сылт йомғолау ғәҙәте булғанына тиклем беләм, – тип дауам итте профессор. – Клонлаштырылған Ирғәле элеккеһенән бер нәмәһе менән дә айырылмай.
– Ә аҡыл үҫеше? – Нәзиф профессорҙы бүлдерҙе.
– Был турала мин һеҙгә әйттем инде. Аҡыл кимәлен үҫтереү йәһәтенән уңышҡа өлгәшеп булмай әлегә.
Профессор тағы өнһөҙ ҡалды.
– Күрәһең, Аллаһ тәғәлә биргән аҡылды бер ваҡытта ла яңыртыу мөмкин түгел. Сөнки Хоҙай кешене бер генә тапҡыр донъяға яралта, – тине Нәзиф.
– Бер ни ҙә аңламайым, – профессор уфтанды. – Беҙ йәш ваҡытта мәктәптә лә, университетта ла дингә кире ҡараш тәрбиәләнеләр. Шуның өсөн дә Аллаға, тәҡдиргә ышанғы килмәй.
– Иптәш профессор, – тине Нәзиф Сәхиуллинға тура ҡарап, – генетика фәне менән мауығып, донъяла иң кәрәкле булған дин ғилемдәрен өйрәнеү өсөн бер генә лә ваҡыт тапмаған­һығыҙ. һеҙҙең Аллаға ышанмауығыҙ, Уның тарафынан барлыҡ йыһандың киләсәген алдан яҙып ҡуйғанлығына, йәғни тәҡдир тигән нәмәгә еңел ҡарауығыҙ – һеҙҙең, ғәфү итегеҙ, дини яһиллығығыҙҙан килә. Әйткәндәй, һеҙҙең Ирғәлегә нисә йәш ине?
– Ун биш йәш тә биш ай.
Нәзиф йәнләнеп китте:
– Профессор, атайымдың дуҫы Ирғәле лә ун алтыһы ла тулмай һәләк булған. Тимәк, уның яҙмышы – шундай. Аллаһы Тәғәлә уға шунан да артыҡ ғүмер бүлмәгән.
– Бик ҡыҙыҡлы гипотеза, – тине профессор әҙерәк уйланып ултырғас, – хәйер, бындай хәлдә ябай тап килеү ҙә булыуы мөмкин.
– Тәҡдиргә ышаныу – гипотеза түгел, хөрмәтле Зәйнулла Рәжәпович, ул Алла бойороғо. Шул хаҡта бәйғәмбәребеҙ әйткән...









Ике ғалимдың һүҙенә ҡушылмай ултырған Әхиәргә кеҫәһендәге пластик карточка тынғы бирмәне. Ул һаман да мәмерйәнән нисек сығып китеү тураһында баш ватты. Атаһы менән әсәһе уны юғалтҡандыр инде . Хәйер, уның ғүмер буйы ферма ҡарауылсыһы булып эшләгән атаһы ла йыш ҡына сәйер рәүештә ғәйеп булып тора. Уның был ҡылығына әсәһе лә, Әхиәр ҙә әллә ҡасан уҡ күнегеп бөткән. Ысынлап та, бик сәйер кеше ул Әхиәрҙең атаһы. Кем инде университет тамамлап, уның кеүек ферма ҡарауылсыһы булып эшләп йөрөй? Утыҙ йылдар самаһы элек университет дипломы алған Тимерйән өсөн Балтатау итәгендә урынлашҡан һарыҡ фермаһы ҡарауылсыһы йорто – уның икенсе өйөнә әйләнгән. Әллә ҡасанғы, иҫкереп, “таушалып” бөткән көпләүле кузовлы “Москвич” автомобиленең һәр ваҡыт шул ҡарауылсы йорто янында ғына торғаны бала саҡтан Әхиәрҙең күңеленә һеңгән. Ҡайһы ваҡыттарҙа Тимерйән бер-ике көнгә юғалып тора. Уның ҡайҙа йөрөүе, ни эшләүе менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынмай. Элегерәк Әхиәрҙең әсәһе: “Өйгә килеп тә күренмәйһең бит, атаһы, әҙерәк булһа ла балаларың янында булыр инең”, – тип әйткеләп тә ҡараны. Ләкин аҙ һүҙле, сәйер тәбиғәтле Тимерйән өндәшмәй ҙә ҡуя. Уны район мәғариф бүлегенән килеп мәктәптә уҡытыу эшенә лә димләп ҡаранылар, барыбер бер ни ҙә килеп сыҡманы.
Әсәһенең һөйләүе буйынса, Әхиәрҙең атаһының ҡартатаһы борон бик бай кеше булған. Октябрь революцияһынан һуң ул, бөтә мал- тыуарын һатып, алтын-көмөшкә әйләндереп, ҡайҙалыр йәшергән. Хазинаның ҡайҙа йәшерелгәнлеген белгән берҙән-бер улы Оморҙаҡ һуғышта һәләк булған. Ә Оморҙаҡтың һуғыш дәүерендә ас-яланғас үҫкән улы Тимерйән бала саҡтан ана шул алтындарҙы эҙләп табырға хыялланған...
Атаһы, әлбиттә, Әхиәр өсөн борсолмаясаҡ. Уға улы бар ни ҙә, юҡ ни. Ә бына әсәһе ҡайғыға сумғандыр.
* * *
“Ҡунаҡхана”ға ингәс тә, Әхиәр стеналарҙы, түшәмде ентекләп тикшерә башланы һәм стенала бәләкәй генә бер тишек барлығын абайланы.
“Бында видеокамера урынлашҡан”, – тип уйланы. Камераға күренмәҫ өсөн стена буйлап ҡына барып, һәр ваҡыт кеҫәһендә йөрөткән лейкопластырь менән тишекте ҡаплап ҡуйҙы.
– Ни эшләйһең Әхиәр? – тине Нәзиф.
– Тс-с-с, – тип дуҫын тынысландырҙы ул, бармағын ауыҙына терәп. Артабан шыбырлап ҡына өндәшеп һәм ҡулдар менән ишаралап, ҡайҙа йәшерен видеокамера ҡуйылғанлығын күрһәтте.
– Беләһеңме, Нәзиф, бына мин нимә таптым, – тине Әхиәр тағы ла шыбырлап, кеҫәһенән профессорҙыҡы һымаҡ пластик карточка сығарып күрһәтте.
– Был бит -– асҡыс!
– Эйе, нәҡ үҙе.
Нәзиф йәнләнеп китте:
– Әхиәр, профессор беҙҙән тағы ла ниндәйҙер бер бик мөһим серен йәшерә буғай. Теге “тәүтормош” кешеләре янына барғанда шуға иғтибар иттем: ул бер бүлмәһе янынан беҙҙе йәһәтләп атлатты. Унда ниндәйҙер бик ҡыҙыҡлы нәмә йәшеренгән һымаҡ тойола миңә.
– Мин һиңә нисек сығыу юлын эҙләргә тәҡдим итәйем тиһәм – һин һаман үҙеңдең “ҡыҙыҡлы” бүлмәләреңде эҙләйһең икән, – тине Әхиәр.
– Сығыу сараһын берәй нисек табырбыҙ әле! Бына теге бүлмә... Лифттың ҡайһы төймәһенә профессор баҫҡанын да хәтерләп ҡалдым. Әйткәндәй, лифт та ошо асҡыс менән асыла. Бындағы кешеләр беҙҙә асҡыс барын белмәй, ахрыһы, үҙҙәрен бик тыныс тота. Уларҙың да йәшәү режимы ер өҫтөндәге һымаҡ, – ул ҡул сәғәтенә ҡарап алды. – Ваҡытында ял итәләр, буғай. Бөгөн, төн уртаһы үткәс, барыһы ла йоҡлаған мәлдә, шул бүлмәгә “экскурсия” яһайыҡ әле.
Әхйәр өндәшмәне.
Сәғәт төнгө ике тулып үткәс Нәзиф дуҫын уятты:
– Әйҙә, Әхиәр, моғайын “электрошок” менән үлтермәҫтәр, баяғы ергә төшөп киләйек, йөрәк түҙмәй.
Әхиәр йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа риза булды.
Улар, асҡыс менән ишекте еңел генә асып, коридорға сыҡты. Лифт та ҡаршылашып торманы. Тик унан сығыуҙарына электрошокер менән ҡоралланған һаҡсы күренде. Әхиәрҙең көрәш алымдарын белеүе бик тә ярап ҡалды. һаҡсы ни ҙә булһа аңлап өлгөргәнсе, бер нисә секундтан ерҙә һушһыҙ ята ине .
– Үлдеме әллә? – Нәзифтең ҡобараһы осто.
– Юҡ, һушын ғына юғалтты. Был зарарһыҙ алым. Ун биш минуттан уянасаҡ.
Дуҫтар теге бүлмәне табып, ишеген асты...
Ишек асылыу менән уларҙың күҙенә ташланған ҡот осҡос күренешкә тетрәнгән Әхйәр ҡурҡышынан кире сығып китергә уҡталғайны, Нәзиф уны тотто:
– Туҡта, улар бит ситлектә, ниңә ҡурҡырға, ти?
Ә ситлектәрҙә фантастик фильмдарҙа ғына була торған хәшәрәт йән эйәләре бикләнгәйне.
Тәүге ситлектә, ауыҙҙарынан шайыҡтары ағып торған ике башлы кеше, иҙәндә ҡулдары менән ике аяғын ҡосаҡлап ултырып алған да ике бүре бергә ҡушылып олоған һымаҡ тауыштар сығара. Был “күкле- йәшелле” имәнес тауыштарҙан тәндәре эҫеле-һыуыҡлы булып, манма тиргә батҡан, ысынлап та “шыр ебәргән” дуҫтар, нәҡ кескәй балалар һымаҡ бер-береһенә тотоношоп, киләһе ситлек янына килде.
Был ситлектә олононоң осонда бөркөт ҡош башлы тере ағас үҫеп ултыра. Ике ҡанат кеүек ҡыбырлаған ике ботағын һәм тере башын иҫәпкә алмағанда, был – ерҙә үҫә торған ябай саған ағасы ине. Бөркөт- ағас бер туҡтауһыҙ башын борғолап ян-яғына алан-йолан ҡарана. Егеттәр, бик ныҡ шөрләһә лә артабан күҙәтеүҙәрен дауам иттеләр.
Быныһы – ситлек түгел, ә үтә күренмәле быяла стеналы ҙур булмаған бүлмә. Бүлмә эсендәге өҫтәлдә – аквариум. Аквариум ҡапҡасының өҫтөнә бала башы беркетелгән. Ул баш йоҡлай, ахрыһы – күҙҙәре йомоҡ. Ә бөтә эске органдары – һыу эсендә. “Физраствор”, – тип уйланы Нәзиф. һыуҙы тулҡынландырып дөп-дөп итеп тибеп торған йөрәге, үпкә-бауырҙары, эсәктәре, хатта ҡан тамырҙарына тиклем үтә күренеп тора!
– Юҡ, башҡаса ҡарай алмайым, Нәзиф, тайҙыҡ бынан! – Әхиәр ишеккә ҡарай йүнәлде. Башҡа ситлектәрҙә, бәлки, тағы ла ниҙәр булғандыр, ләкин сәйәхәтте артабан дауам итеү теләктәре һүрелде.
Ишектең тыш яғында уларҙы профессор ҡаршы алды...
* * *
– һеҙ, егеттәр, юҡҡа ғына видеокамераның объективын ҡаплап, йәшерен рәүештә был лабораторияны ҡарарға маташаһығыҙ, – тине, профессор кабинетҡа ингәс. – Мин бит һеҙҙең һөйләшеүегеҙҙе генә түгел, хатта тын алышығыҙҙы ла ишетеп торам. Икенсенән, үҙем дә һеҙгә бөгөн, таң атҡас та, ул бүлмәне күрһәтергә уйлағайным. Ә бына һаҡсыға ҡағылып, хата эшләнегеҙ. Ул лабораторияның иң хөрмәтле хеҙмәткәрҙәренең береһе. Үҙ ғүмерендә хатта себенде ҡыйырһытҡаны юҡ. Хәйер, әлегә, һеҙ килгәнсе, утыҙ йыл буйы һаҡсыларҙың кәрәге лә теймәгәйне. Ярай әле, ныҡ имгәнмәгән.
– Ғәфү итегеҙ, профессор, – Әхиәр пластик карточканы уға һуҙҙы.
– Ә был “асҡыс”ты иҫтәлеккә алырға мөмкин, – тине профессор көлөмһөрәп. – Йоҙаҡтарҙың программаларын үҙгәрттем инде. Ул асҡысығыҙ башҡаса бер ишекте лә асмаясаҡ.
Әле генә күргән тәжрибә эҙемтәләренең тәьҫиренән сыға алмай кәйефһеҙләнгән Нәзиф:
– Профессор, былар ҙа һеҙҙең эшегеҙҙең “ҡиммәтле” экземплярҙарымы? – тине.
– Үкенескә күрә, иптәш коллега, һәр тәжрибә шыма һәм ыңғай ғына булмай. Был хаҡта, фән эшмәкәре булараҡ, һеҙ үҙегеҙ ҙә бик яҡшы беләһегеҙ. – Профессор уфтанып алды. – Былар – тап уңышһыҙ килеп сыҡҡан тәжрибәләр һөҙөмтәһе. Мәҫәлән, ситлектәге ике башлы кеше игеҙ булып яралырға тейеш ине, ләкин ниндәйҙер сәбәптәргә бәйле, кәүҙәләре ҡушылып үҫте. Ә бөркөт башлы ағас – лаборатория шарттарының бигүк стерилле булмағанлығынан килеп сыҡҡандыр, тип уйлайым. Саған орлоғо күҙәнәгенең ҡош үҫтерә торған пробиркаға нисек барып эләгеүен ошо көнгә тиклем башымы һыйҙыра алмайым, – профессор ғәҙәтенсә ҡулдарын ҡаушырып, креслоһына һөйәлде.
– Ә кәүҙәһеҙ бала?
– Бында, күрәһең, тәжрибәгә алынған күҙәнәктең генетик информация һалынған хромосомаларының ҡайһы бер органдар өсөн яуаплы бер нисә нуклеотиды ниндәйҙер сәбәп менән үҫеш процесынан ситтә тороп ҡалған... Эш һәр ваҡыт һин ниәтләгәнсе генә бармай бит ул, – тине профессор, аҡланған ҡиәфәт менән.
Нәзиф бер аҙҙан:
– Ғәфү итегеҙ, профессор, уңышһыҙ тәжрибәләрегеҙҙең “ниндәйҙер сәбәптәре” саманан тыш күп һымаҡ тойола. Әгәр ҙә ошондай уҡ “уңышһыҙ” тәжрибәләрегеҙ ер өҫтөндә киң күләмдә үткәрелә башлаһа, берәй ваҡыт шул “уңышһыҙлыҡ” һөҙөмтәһендә рак күҙәнәктәре кеүек тәртипһеҙ рәүештә һәм бик тиҙ үҫә торған мутанттар килеп сығыр, тип ҡурҡмайһығыҙмы? Ул саҡта был процесты туҡтатып алыу мөмкин булмаясаҡ! – тине.
Профессор бер аҙ уйланып ултырҙы.
– Дөрөҫөн әйткәндә, – тине ул Нәзифкә аҙыраҡ йылмая биреп, – бына был уй минең башыма бығаса килгәне юҡ ине.
* * *
Егеттәр менән ошондай әңгәмәләрҙән һуң, профессорҙың эше һис кенә лә алға барманы. Йыш ҡына башҡа уйҙарға бирелеп, лабораториялағы эшенә күңел һалмай башланы. Бөгөн дә ул ял бүлмәһендә ҡулдарын баш аҫтына ҡуйып түшәмгә ҡарап ятҡан килеш уйға сумды. Ысынлап та, ул, байтаҡ кешене иркенән мәхрүм итеп, үҙенең “төрмә”һендә тота түгелме? Ул ер өҫтөндә иректә йәшәгән, лабораторияны бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп торған “ышаныслы ассистентын” иҫләне. Яҡшылап уйлап ҡара, профессор, ул ассистентың ысынлап та иреклеме? Бәлки ул да башҡа кешеләрең кеүек һинең бығауҙарың менән бығауланғандыр?..
Профессор ҡасаңдыр үҙенән ике генә йәшкә йәшерәк булған Тимерйән Юлдашевҡа бәйле ваҡиғаны хәтерләне.
Тимерйән университеттың бишенсе курсын тамамлап барған осорҙа, кемделер урам буйында хулигандарҙан яҡлашып, ғәйепһеҙгә милицияға эләккәйне. Нисәмә йылдар тырышып, һуңлап ҡына уҡырға инеп китә алған 1 имерйәнгә университеттан ҡыуылып сығыу хәүефе янай ине. 1 ап бына шул ваҡытта ул Зәйнулла Рәжәп улына – ул саҡта ҙур абруйлы йәш профессорға ярҙам һорап килде, уға бығаса бер кемгә лә һөйләмәгән серен систе. Үҙҙәренең ауылы янындағы ҙур мәмерйәлә олатаһынан ҡалған алтын-көмөштәре йәшерелгәнлеген әйтте. Әлбиттә, кемдең юғары уҡыу йортоноң һуңғы курсынан ҡыуылып сыҡҡыһы килһен инде. Хазинаның ысынбарлығына ышанып етмәһә лә, профессор күңелдә йөрөткән ниәтен тормошҡа ашырыуға өмөт бағлап ҡуйҙы. Ышаныслы ярҙамсылар ғына түгел, ә бик күп аҡса ла кәрәк ине. Тимерйәнде милициянан ҡурсалап алып ҡалыу Сәхиуллин өсөн бик ҡатмарлы булманы. Ә Тимерйән шатлығынан профессорҙы, ысынлап та, ата- олаталарының байлығы ятҡан мәмерйәгә алып уҡ барҙы. “Был хазинаны берәү ҙә белмәй, – тине ул. – Атай мәрхүмдең йәшереп ҡуйған картаһын табып алдым. Хазинаны ғына түгел, хатта мәмерйәнең барлығын да белмәйҙәр”. Мәмерйәнең буласаҡ лабораторияһы өсөн бик уңайлы урын икәнен дә байҡап, күҙ уңына ҡуйып ҡуйҙы профессор.
Т~1 Г | 1 1
Бурысын инде йөҙләтә ҡайтарған Тимерйән профессорға ғүмерлеккә тоғро ҡалды. Эш менән мәшғүл булып, уның йомоштарын үтәй алмай йөрөмәһен өсөн, профессор Тимерйәнгә колхоздың Балтатау итәгендә урынлашҡан һарыҡ фермаһы ҡарауылсыһы булып эшкә төшөргә тәҡдим итте. Торғонлоҡ заманында бик хәүефле булһа ла, алтын-көмөштәрҙе нисек аҡсаға әйләндереү юлдарын өйрәтте. Әлбиттә, мәмерйәгә төрлө йыһаздар тәүҙән килмәне. Башта эш йәшерен рәүештә ферма өйөнән электр тогы һуҙыуҙан башланды. Мәмерйәнең ауылға иң яҡын булған тармағынан ҡарауылсы йортона тоннель ҡаҙыу, ихтимал, иң ауыры булғандыр. Ә инде ике йылдан, өй мөгәрәбенә мәмерйәнән юл әҙер булғас, Тимерйән төндәрен профессор әйткән нәмәләрҙе әкренләп ташый башланы. Аҡса нимә генә эшләмәй ул. Советтар Союзы заманында ла аҡсаға теләгән нәмәңде табырға була ине. Тора-бара Тимерйән шул тиклем оҫтарып китте, кәрәк-яраҡты “һә” тигәнсе табып килтереп тә ҡуя.
Профессорҙың ышаныслы ассистенты булып һаналды. Үҙ ғаиләһе хаҡында артыҡ ҡайғыртманы. Шуға ул мәмерйәлә ҡалған башҡа эшселәрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай тиерлек.
Үҙе тыуып үҫкән ауыл зыяратында төнө буйы ҡаҙынып, клонлаштырыу өсөн ауылдашы Ирғәленең ҡул һөйәген алып килеүҙәре лә ай-һай, бик еңелдән булмағандыр Тимерйәнгә...
Ни өсөн шундай намыҫлы, эшһөйәр кеше ғүмер буйы профессорға бурыслы булып йәшәргә тейеш һуң? Университеттан ҡыуылмай ҡалған өсөнмө? Ферма ҡарауылсыһына бысағымамы университет дипломы?
Профессорға ул бик йәл булып китте. Йомран һымаҡ төндәрен ер аҫтына әйбер ташып, күпме ғүмере үтте Тимерйәндең. һөҙөмтәлә – нимә? Кандидат Нәзиф әйтмешләй – мутанттар?
Сәхиуллиндың ђҙенә оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт иткән Тимерйәнде иреккә ебәргеһе килде.
* * *
Егеттәр ун көндәр самаһы бүлмәләренән сыҡманы. Күп нәмә хаҡында һөйләштеләр. “Бынан башҡаса сыға алмаясаҡһығыҙ”, – тиһә лә, профессор уларҙы оҙаҡ тотмаҫ һымаҡ тойолдо Нәзифкә. Әхиәр һаман да ҡасыу юлын эҙләне, төрлө пландар ҡорҙо. Ләкин уның пландары тотҡаһыҙ ишеккә барып “төртөлә” лә, селпәрәмә килә ине.
Бер көн Әхиәр һаҡсы менән һөйләшеп ҡарарға булды. Ул төймәгә баҫты. Шым ғына асылған ишектән әлеге һаҡсыларҙың береһе күренде.
– Әйҙә, үт, ағай, ҡунаҡ булып кит, – тип саҡырҙы уны Әхиәр.
– Ниндәй мохтажлығығыҙ бар? – һаҡсы элеккесә етди ҡиәфәттә ҡалды.
– Тиҫтәләгән йылдар ер аҫтында йәшәп кешеләрсә һөйләшергә лә онотоп бөткәнһегеҙ, – тине Әхиәр. – Исмаһам, йылмая ла белмәйһегеҙ.
– Йылмайырға ниндәй сәбәп бар бында?
– Ә һин бер сәбәпһеҙ йылмай, – тине Әхиәр. – Исемең кем әле, ағай?
һаҡсы тамам аптырап ҡалды. Нисәмә йылдар уның менән әлеге кеүек ябай итеп һөйләшкәндәре юҡ. Оҙаҡ йылдар тик эш буйынса ғына фекер алышып йөрөгән кеше өсөн Әхиәрҙең һүҙҙәре бик йылы тойолдо.
– Рәшит, – тине һаҡсы һәм әҙерәк йылмайғандай итте.
– һин ысынлап та йылмайырға онотҡанһың бит, Рәшит ағай!
һаҡсы уларҙы ымлап ишек яғына саҡырҙы һәм артынан эйәрергә
ишараланы. Мәмерйәнең бер мөйөшөнә килеп еткәс:
– Бында микрофон юҡ, видеокамера ла күрмәй, – тине.
– Рәшит ағай, һин дә профессорҙан шөрләйһең, буғай? – тип һүҙгә ҡушылды Нәзиф.
– Ҡасандыр уға булған хөрмәт тойғоһо барыбыҙҙы ла гипноз хәлендә тотҡан һымаҡ, үҙенә бер һүҙһеҙ буйһонорға мәжбүр итә, иҫ киткес ниндәйҙер ғәжәйеп көскә эйә ул. Мин, мәҫәлән, инде нисә йылдар “яҡты донъяға” бер булһа ла сығып ҡарарға хыялланам. Профессорға был уйымды әйтергә тип күпме уҡталғаным бар. Ләкин уны күреү менән телемде йотҡан һымаҡ булам да ҡуям. Йыш ҡына күңелле студент йылдарын иҫләйем – уның күҙҙәренә йәш килде. – Хәҙер минең өсөн ғүмер бөткән һымаҡ. Яҡты донъя менән әллә ҡасан уҡ мәңгелеккә хушлашҡанмын кеүек.
– Төшөнкөлөккә бирелмә, Рәшит ағай, – тине Нәзиф. – һин дә, һеҙҙең бөтә кешеләрегеҙ ҙә, хатта профессор үҙе лә яҡты донъяны күрәсәкһегеҙ.
Ул үҙенең ер аҫты һарайынан инсек ҡотолорға белмәй, ахрыһы. Миңә шулайыраҡ тойола башланы.
Бер аҙҙан Әхйәр:
– Рәшит ағай, ниндәй юл аша һеҙ ер өҫтө менән бәйләнеш тотаһығыҙ? – тип һораны.
– Уны профессор бик ныҡ сер итеп һаҡларға ҡуша. Ләкин үҙемдең дә исмаһам бер күҙем менән генә, бер генә минутҡа булһа ла яҡты донъяны күргем килә.
– Ә һине кем тота һуң, Рәшит ағай?
– Ул юлды ысын һаҡсы һаҡлай, профессорҙың үҙенән башҡа бер кемгә лә буйһонмай. Уға яҡын барыуы ла ҡурҡыныс. Бер хеҙмәткәрҙе былтыр бик ныҡ имгәтеп ташланы. Шунан һуң береһе лә ул юлға яҡынлашырға ҡыймай. Ул элек физкультура кафедраһында эшләй ине. Самбо көрәше буйынса спорт мастеры.
– Улай булғас, йәш тә түгелдер бит?
– Илле биш йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һаман да бик көслө.
– һин юлды ғына беҙгә күрһәтеп бир, ҡалғанын үҙебеҙ ҡарарбыҙ, – тип ныҡышты Әхиәр.
Рәшит ризалашып баш ҡаҡты:
– Ярар, егеттәр, иртәгә үҙем алып барып күрһәтермен.

(Дауамы. Башы 1 – 2-се һандарҙа).

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)