RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәргә ышаныс күрһәткем килә

09.01.2015 Йәштәргә ышаныс күрһәткем килә

Йәштәргә ышаныс күрһәткем киләӘҙәбиәт йылында республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы талантлы йәш ижадсыларҙы күтәрмәләргә әҙер.

Ҙур өмөттәр, яҡты хыялдар, изге ниәттәр менән Яңы йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Хуш киләһең, Әҙәбиәт йылы!
Әҙәбиәтте, китапты, яҙыусыны пропагандалау, халыҡҡа еткереү өсөн республикала, хатта Рәсәйҙә тотош йылды әҙәбиәткә бағышлау юҡҡа түгелдер. Һөҙөмтәләр, әлбиттә, йыл аҙағында булыр. Ошо йылға ҡарата ниәттәр, пландар хаҡында әңгәмәбеҙ БР Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбаев менән.

– Әҙәбиәт йылы тип, әҙәбиәтте, китапты, яҙыусылар ижадын пропагандалаясаҡ 2015 йылда яҙыусы-шағирҙарҙы, уҡырға яратыусыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә? Яҙыусылар союзы тарафынан ниндәй саралар үткәреү күҙ уңында тотола?
– Әлеге мәлдә быйыл үткәреләсәк саралар планын төҙөү менән шөғөлләнәбеҙ. Унда төрлө әҫәрҙәргә гранттар, ижадсыларҙың юбилей сараларын уҙғарыу, ойоштороу, хатта төҙөлөш эштәре лә ҡаралған. Социаль мәсьәләләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Тик уларҙың тормошҡа ашыуы финанслауға барып тоташа. Йыл аҙағында Яҙыусылар союзының идара ағзалары, аҡһаҡалдар ҡоро, БР Хөкүмәте аппараты, Мәҙәниәт министрлығы, ағзаларынан торған ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Унда ошо саралар планын тикшереп, төҙәтмәләр индереп, юғары органдарға тапшырҙыҡ. Яҡын арала ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланып, матди сығымдарға аҡса бүленгәс, ихласлап эшкә тотонасаҡбыҙ. Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы билдәләнеүе эше күпкә еңеләйтәсәк. Аныҡ проекттар тураһында әлегә һөйләргә иртәрәк, әммә яңылыҡтар буласаҡ.
– Планда әҙәбиәтте пропагандалауға ҙур өлөш индергән китапханалар, ваҡытлы матбуғат баҫмалары менән берлектә үтәсәк ҙур саралар ҡаралғанмы?
– Әлбиттә. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Мил­ли әҙәбиәт музейы менән берлектә Яҙыусылар союзы һәр районда “Әҙәби мозаика” исемле әҙәбиәт байрамын үткәрәсәк. Сараның төп маҡсаты – һәр райондың йәш таланттарын (40 йәшкә тиклем, сөнки бөгөн хаҡлы ялда булыусы апай-ағайҙар бик күп яҙа, ижад итә. Ә беҙгә йәш таланттарҙы эҙләргә кәрәк) асыҡлау һәм уларҙың әҙәби потенциалын билдәләү.
Алдан күҙаллау буйынса, һәр райондан яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен бер ай тирәһе алдан алып уҡып, рецензия яҙып, ә урында иһә “түңәрәк өҫтәл” артында уларға тикшереү үткәреп, йәштәргә дөрөҫ ижади йүнәлеш күрһәтеләсәк. Өфөнән мотлаҡ рәүештә билдәле, тәжрибәле яҙыусылар барасаҡ. Шулай уҡ райондың әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашыуҙар, аралашыуҙар күҙаллана. Ә кискеһен инде район мәҙәниәт йортонда йәштәрҙең ижадынан торған әҙәби-музыкаль кисә үткәрергә кәрәк. Ул кисәләрҙә мотлаҡ ошо район ерлегенән сыҡҡан, шунда йәшәп ижад итеүселәр сығыш яһарға тейеш. Ә йыл аҙағында инде иң һәләтлеләрен Өфөгә саҡырып, бүләктәр биреп, уларҙы бер-береһе менән таныштырырға, әҫәрҙәрен китап итеп сығарырға ине. Ә ваҡытлы матбуғатта әҫәрҙәрен баҫтырыу, ха­лыҡ­ҡа ижадын таратыу – һәр яҙыу­сының маҡсаты. Мин гәзит һәм журналдарҙың баш мөхәррирҙәре менән осрашып, йәштәрҙең өр-яңы әҫәрҙәрен тәҡдим итеп, даими баҫтырыуҙы яйға һалырға килештек.
– Радио һәм телевидение, интернет мөмкинлектәрен әҙәбиәт кешеләренең етерлек кимәлдә ҡулланмауы һиҙелә. Ә бит заман технологиялары хәҙер башҡа өлкәләрҙә лә киң файҙаланыла…
– Радио хәҙер күңел асыу ролен үтәй. Беҙ элегерәк унда хор, халыҡ йырҙарын, классик әҫәрҙәр тыңлау мөмкинлегенә эйә булһаҡ, хәҙер улар яңғырамай. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу менән дә эш һүлпәнәйә бара. Әммә улар, икенсе яҡтан, бик әүҙем эш алып бара: яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар, әңгәмәләр ойошторола, уларҙың ижадына арналған тапшырыуҙар әҙерләйҙәр. Бының өсөн радио хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ә интернет селтәрендә күп яҙыусы-шағир үҙҙәренең сайтын асҡан, унда улар бик әүҙем эш алып бара. Яңы әҫәрҙәрен уҡыусыларға эҫе мәлендә еткереп торалар.
– Бик күп ижадсы йылдар буйы китаптарын баҫтырып сығара алмай зар була. Әҙәбиәт йылында әҙәби китаптар, бәлки, күберәк сығарылыр?
– Илдә иҡтисади хәлдең насарайыуы бөтә өлкәләргә лә насар йоғонто яһай. Китап нәшер итеү менән дә шундай уҡ хәл. Аҡсаның әҙ бүленеүе арҡаһында китаптар ҙа әҙ сыға, тиражы кәмей. Әлбиттә, “Китап” нәшриәте етәкселеге был эште яйға һалырға тырыша. Бер авторҙың китабы 5 – 7 йыл һайын донъя күрә ала. Унан да йышыраҡ итеп сығарыу әлегә мөмкин түгел. Ижадсыларҙың күбеһе үҙнәшер юлы менән был хәлдән сығырға тырыша. Тик үҙнәшерҙең дә насар яҡтары бар. Ҡайһы бер нәшриәт ойошмалары етәкселәре ижад менән шөғөлләнгән йәштәрҙең ата-әсәһенән аҡса алып, уларҙың булыр-булмаҫ әҫәрҙәренән китап сығарып, ҙур ғына килем ала. Бындай күренеш Учалы яҡтарында киң таралған. Ә бит бындай китаптар, беренсенән, уҡыусының зауығын боҙа, икенсенән, йәш ижадсының үҙенең кимәле хаҡында хата фекерҙә ҡалыуына булышлыҡ итә. “Китап” нәшриәтендә бик көслө художество советы эшләп килә. Килтерелгән һәр ҡулъяҙманы уҡып, тикшереп, ижадсыларға үҙ тәҡдимдәрен әйтеп, тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Үҙнәшер юлы менән китап сығарырға теләүселәр ҙә, әлеге совет менән бергәләп эшләп, үҙҙәренең ижадына объектив ҡараһын ине. Һан түгел, ә сифат артынан ҡыуырға кәрәк.
– Һеҙ етәкләгән ойошмала йәштәр менән ниндәй эштәр алып барыла?
– Элек Яҙыусылар союзында 230 кеше ағза булып, уларҙың уртаса йәше 67 булһа, былтыр 50-гә яҡын йәш һәм урта йәштәге өмөтлө яҙыусыны ҡабул иттек. Ғәҙәттә, союзға ҡабул итеү өсөн 2 – 3 китап кәрәк булһа, бер генә китабы сыҡҡандарҙы ла алдыҡ. Өлкән яҙыусылар өсөн борсолмайым, улар тормош мәктәбен үткән, сыныҡҡан кешеләр, үҙҙәренә үҙҙәре юл яра ала. Ми­не йәш ижадсыларҙың яҙмышы борсой. Ижадҡа тотонған йәштәргә әҙәбиәттән китмәһен, тағы ла дәртләнеберәк яҙышһын өсөн ниндәй­ҙер стимул бирергә тейешбеҙ. Әле лә улар менән даими аралашып торабыҙ, яңы әҫәрҙәрен тикшерәбеҙ, хәлдәре менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Уларҙың барыһы ла һәләтле, киләсәктәре өмөтлө. Зарина Бағышаева, Рәшит Зәйнуллин, Илгиз Ишбулатов, Айгиз Баймөхәмәтов һәм татар телендә ижад итеүсе Айҙар Закировты айырым билдәләп үтергә була.
Мин үҙем һөнәрем буйынса тау инженеры, ваҡытында Кемерово өлкәһендә йәшәнем, аҡсалы, ҙур вазифа биләнем. Осраҡлы рәүештә бер повесть яҙҙым да, уны уҡығандан һуң Әнүр Вәхитов, Ноғман Мусин, Рәми Ғарипов мине, күтәреп, өгөтләп, һин әҙәбиәттең киләсәге, тип шаштырыбыраҡ, Башҡортостанға ҡайтарып алды. Даими хәлемде һорашып торҙолар, заказдар биреп, әҫәрҙәр яҙҙырҙылар. Мине лә бер генә китабым менән, ҙур ышаныс күрһәтеп, Яҙыусылар союзына ҡабул иттеләр. Һәм минең дә, үҙ сиратымда, ошондай ышанысты йәштәргә күрһәткем килә. Йәш быуын – милли әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге, ундай таланттарҙы юғалтырға тейеш түгелбеҙ. Ә союз ағзалары булмағандар өсөн идарала ете бүлек эшләй: проза, шиғриәт, драматургия, сатира һәм юмор, әҙәби тәнҡит, рус һәм татар әҙәбиәте. Уларҙың һәр береһендә әҙәби консультанттар бар. Йәш ижадсылар уларға үҙҙәренең әҫәр­ҙәрен алып килә, тикшертә ала.
– Драматург булараҡ, һеҙгә шундай һорау – был өлкәлә йәштәрҙең эшләмәүе, белдереүҙәрҙә яңы исемдәрҙең булмауы борсоуға һала. Ҡасандыр драматургтар семинарҙары үткәрә инегеҙ. Һөҙөмтәләр булдымы һәм был эште Әҙәбиәт йылында тергеҙеү мөмкинме?
– Ысынлап та, уны тергеҙеү планда ҡаралған. Хатта маҡсатлы грант өсөн Мәскәүгә хат та әҙерләнә. Мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһында эшләгән саҡта, Талҡаҫ буйында ике аҙналыҡ драматургтар семинары ойоштора инем. Мәскәүҙән, башҡа ҡалалар­ҙан, Өфөнән театр тәнҡитселәрен, режиссерҙарҙы саҡырып, улар драматургия өлкәһендә тәүге аҙымдарын яһаусыларға оҫталыҡ дәрестәрен бирҙе. Шулай уҡ шиғриәттә, прозала үҙ урынын тапҡан талантлы шәхестәрҙе лә унда саҡырып, улар­ҙы драматургия жанрына тотонорға ҡыҙыҡтырып маташтым. Семи­нарҙың “ҡарлуғас”тары Таңсулпан Ғарипова, Рәлиф Кинйәбаев, Лилиә Ҡәйепова, Буранбай Исҡужин, Сәрүәр Сурина, Гөлшат Әхмәт­ҡужина һәм башҡа күп кенә шәхес­тең әҫәрҙәре сәхнәләрҙә ҡуйылды. Авторҙар ике аҙна театр белгестәре менән берлектә ижад итеп, әҫәрҙәренә төҙәтмәләр индереп, емешле генә эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул финанс ҡыйынлыҡтары арҡаһында һүнеп ҡалды.
Быйыл был сара икенсерәк форматта тергеҙелде. Мин быға шатмын. Сөнки йәш таланттар табылған. Ә драматургияға йәштәрҙең килмәүенең сәбәбе уның ауыр жанр булыуында. Бында, яҙыу оҫталығы, тел байлығы, ҡыҙыҡлы сюжеттан тыш, сәхнә закондарын да белеү кәрәк.
– Быйылғы йыл менән беҙ йәмғиәттең әҙәбиәткә булған ҡарашын үҙгәртә алабыҙмы? Әҙәбиәтте пропагандалау менән һуңға ҡалманыҡмы? Сөнки йәш быуын китап уҡыуҙан бөтөнләй ситләште бит…
– Үҙгәртергә тырышырға кәрәк. Интернет ниндәйҙер кимәлдә йәштәрҙе үҙенә йотто. Ғаиләбеҙҙә алты бала, шуларҙың бишәүһе уҡый. Ә бына кесе улымды күп осраҡта мәжбүр итеп уҡытабыҙ. Уға 18 йәш, ҡағыҙ китапты ҡабул иткеһе килмәй. Китаптар хәҙер күп осраҡта (30 – 45 проценты) электрон вариантта сыға. Минеңсә, улар, нигеҙҙә, ҡағыҙҙа баҫылырға тейеш. Айырыуса балалар һәм үҫмерҙәр өсөн. Ә кешене бәләкәй саҡтан китапҡа, уҡыуға ылыҡтырһаң, ул ғүмер буйы китаптан айырылмаясаҡ. Шуның өсөн уҡыу мәҙәниәтен бала саҡтан башлау мөһим. Балаларға ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм сағыу һүрәтле китаптар сығарыу зарур.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)