RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йылға Ҡарһылыу ғына етмәй ине

27.12.2014 Яңы йылға Ҡарһылыу ғына етмәй ине

Яңы йылға Ҡарһылыу ғына етмәй инеҺалмаҡ ҡына баҫып ҡапҡанан инеп килгән улын күреп, Мәғүҙә инәй тәҙрә алдында туҡтай биреп ҡараны. Оя төпкәйе, нәҫел дауам итергә тейешле аҫыл зат бит ул Йософо. Буй тиһәң – буй, һын тиһәң, һыны ҡойоп ҡуйғандай. Нимә тотһа, шуны булдырыр. Ҡартайып ҡына тапҡан улына ғына таянып йәшәй инде Мәғүҙә лә. Йорт-ҡураны тәртиптә тотҡан, донъя бөтәйткәне шул Йософ. Ниндәй һалҡын ҡышта ла ҡайғыһы юҡ, һәр саҡ өй йылы, өҫтәл тулы ризыҡ. Хаҡ тәғәләгә шөкөр ҡылып, түр башында ултыр ҙа бит... Утыҙҙан уҙып һаман буйҙаҡ йөрөй улы. Ҡанаты юҡ. Ваҡытында еңгәләре димләп тә ҡарағайны, нишләптер береһенә лә күңел һалманы. Йомоҡ та шул үҙе. Ә ҡыҙ-ҡырҡын ҡолаҡ менән ярата, иркә һүҙгә алдана. Ҡулынан бер эш килмәһә лә, теле беләктәйҙәре яңғыҙ ҡалмай, ана… Эйе, баҫрауҙай бе­ләкле, айыуҙай кәүҙәле Йософтан балдай татлы һүҙҙәрҙе ҡыпһыуыр менән дә тартып алып булмаҫ. Ләкин икенсе яғы ла бар бит әле – ауыр һүҙ ҙә ысҡындырмай бит ул. Битәрләп, мыжып, теңкәңде ҡоротоп йәнеңде ашамаҫ. Тормош ауырлыҡтарын шыңшымай ғына күтәрер, сабыр ғына йырып та сығыр... Атаһы мәрхүмкәй ҙә шундай ине. Сөсө һүҙҙәрһеҙ ҙә йәшәнеләр, кәм-хур булманылар, ым-ишаранан да бер-береһен аңлап торҙолар. Донъя­лыҡтан да, ыҙа-биҙаһын һалмай, тыныс ҡына үтеп китте...
Намаҙ арттарынан улына ла, тиңен осратып, бәхете асылһын инде, тип оҙон оҙаҡ теләктәр теләп ултыра ла бит, никах ваҡыты етмәгәндер, күрәһең. Ауылдың ситендә генә, урманға терәлеп тиерлек йәшәйҙәр шул. Йософо, ҡыш ти­мәй, йәй тимәй, урмандан ҡайтып инә белмәй. Башҡалары ҡай­һыһы ҡайҙа таралып бөткән. Оло байрамдарҙа ғына ҡайтып хәл белеүсәндәр. Яңы йылды нисәнсегә Йософ менән икеһе генә ҡаршыланы, быйыл да шулай булыр инде, иртәгәһенә, ҡустыларының тыуған көнөнә генә, ҡайтһалар-ҡайтырҙар. Ярай, бәхеттәре булһын, Мәғүҙәнең уларға үпкәһе юҡ. Тормош бит ул: йә бурап-бурап ҡарҙар яуа, юл өҙө­лә, йә елегеңә үткес һалҡыны йәнде өтә, машина боҙола, әҙме ни... Йософ та тыуған көнөн әҙәмсә байрам итмәгәнгә бошҡаны юҡ. Хәмер-фәлән тотмай, шау-шыу яратмай.

Бәй, улы ни, оло ҡапҡаны шар асып ҡуйҙы түгелме? Уңарсы булмай бер-бер артлы өс машина килеп туҡтаны. Эсенән таныш йөҙҙәр күренгәс, Мәғүҙәнең күҙенә йәш төйөлдө. “Ярай, ҡайтмаһалар ни... иҫән йөрөһәләр – шул”, – тип үҙ-үҙен генә алдап йыуатып йөрөгән икән дә! Өй тултырып шаулап-гөрләп килеп ингән улдарын, ҡыҙ­ҙарын, уларҙың хәләлдәрен, ейәндәрен күргәс кенә үҙенең шул тиклем дә һағышланған булыуын аңланы. Ҙур өй ҡунаҡ менән йәмле икән. Өҫтәл-эскәмйәләр индерелде, ашъяу­лыҡтар түшәлде. Ҡыҙ­ҙары-килендәре йәһәтләп табын яраштыра башланы, буйтым тейәп килгәндәр уныһын-быныһын. И донъя! Элек оло-ғара туйға ла ошо хәтле ризыҡ булмаҫ ине, әле бер ғаилә мәжлесенә генә лә өҫтәл һығылып тора.

Рәхәтләнеп ҡарҙа борхаланып уйнап ингән ейәндәре, уларҙы иркәләп орошҡан әсәйҙәре, йәүкәләгән атайҙары, туғандарҙың бала саҡ этлектәрен хәтерләп гөрләшеүҙәре... Арала бер ғаиләһеҙе булһа, аҙмы-күпме ваҡыттан хәбәр­ҙең осо барыбер уға барып тоташыр. Һәр саҡтағыса, Йософҡа төрттөрөп, кинәйәләп бер булдылар. Был табынға ни етмәй, тип уйынлы-ысынлы һанай башланылар ҙа, әлеге лә баяғы килен етмәй тигәнгә барып төртөлдөләр.

– Ҡолаҡ итен сәйнәгән кеше юҡ, илаҡ-мыжыҡ сабый юҡ. Ятһа, әҙер, торһа, әҙер – әсәй таҙартҡан, бе­шергән, хәстәрләгән...

– Ярар, әсәйҙе лә ҡарарға кеше кәрәк. Был төпкөлгә ниндәй йүнле ҡыҙ килһен. Эшләргә эше юҡ, һөйләшергә тиңе юҡ. Йософ урманда ҡырағайланып бөткән инде ул.

– Унда берәй урман бәрейе менән йәшәп яталыр ул, беҙгә белдермәй генә!

– Берегеҙ ҙә белмәнегеҙ! Шыр­шы етмәй ҙә һуң! Шыршыһыҙ ниндәй байрам да, ниндәй Яңы йыл инде!

– Эйй... ниндәй шыршы ти ул! Бы­на Йософҡа Ҡарһылыу етмәй тибеҙ бит! Берәй Ҡыш бабай санаһынан ырғытып китмәҫме икән, уға тигән ейәнсәрен, үәт, шәп булыр ине!

– Юҡ, беҙгә шыршы кәрәк! Шыршы булмағас, беҙгә тигән бүләкте Ҡыш бабай ҡайҙа һалып ҡалдыра?

– Шыршы ни... урманда инде... Ҡараңғы төшөп бөттө бит инде, иртәрәк уйлайһы булған, исмаһам.

– Ярай, ҡәйнеш, балаларҙы илатмайыҡ, йәмен ебәреп, булмаһа, барып, алып ҡайт берәй энә­ле­кәйҙе, ә?..

– Теге барып йөрөгән бәрейеңде лә алып ҡайтып таныштыр!

– Ысын әлеү, Йософ, әсәйҙе ыҙалатма, үҙең дә рәхәтен күр, тигәндәй, давай, буш ҡайтма, тап берәй­һен!

– Ҡара, килешкәндәр былар! Күмәкләп йәбешмәһәләр инде байрам көндө. – Яңғыҙҙың шул инде – төнгә ҡарай булһа ла сыҡты ла китте табынды ташлап. Ә бит оҙаҡламай Яңы йыл етә, сәғәт теле 12-гә еткәс, Йософтоң тыуған көнө...

– Шампандарҙы әҙерләмәйбеҙме, йәмәғәт?

– Мдәәә... Шыршы ла юҡ, Йософ та юҡ! Шаяртып әйткән булғайныҡ инде, бер-бер үсекмәнеме икән?

– Үҙебеҙ ҙә артығын ҡыланып ташлайбыҙ ҡайһы берҙә... Йәй түгел дә тышта...

– Ярай, булмаһа, ултырышайыҡ. Йософ бәләкәй бала түгел, урманын һинән-минән яҡшыраҡ белә, бирешмәҫ.

– Эскәнде яратмай бит ул, бәлки, ҡарап ултырғыһы ғына килмәйҙер…

– Юҡ! Йософ ағай шыршыға киткәс, алып ҡайтмай ҡалмаясаҡ!

Киске ун бер тулып уҙҙы тигәндә, соланда дөбөрләгән тауыш ишетелде. Бөтәһе лә ишек яғына иғтибарын йүнәлтте. Бер заман өйгә ап-аҡ быуға уралып нимәлер күтәргән Йософ килеп инде. Кереү ыңғайы үҙенең дәһшәтле тауышы менән мәңге булмағанды:

– Араҡы! Тиҙ генә араҡы! – тип ҡысҡырып та ебәрҙе.

Өйҙәгеләр, был көтөлмәгән хәлдән албырғап, бер ара ни эшләргә, ни әйтергә белмәй аптыранды. Шунан, әйтелгән баштарына етеп, ҡушҡанды эшләп, ыуарама килделәр. Сөнки Йософ күтәреп индергән нимә шыршы түгел, ә бәлки, ып-ысын Ҡарһылыу ине...

* * *
– Зу-у-улечка... Зулечка, тим! Давай ҡыланма, ә! Бала-саға түгел­һең дә инде! Не строй из себя наивную дурочку, хватит уже! Ты така-а-ая девушка, һинең ҡыҙ булыуыңа кем ышана! Мин аңламайым, нимә, хаҡыңды күтәрмәксе булаһыңмы? Ике ай артыңдан йөрөнөм бит инде, нисә тапҡыр сәскә бүләк иттем, киноға алып барҙым, кафела һыйландың! Нимә кәрәк һиңә тағы? Үҙең риза булдың килергә, бер кем дә машинаға һөйрәп индермәне... Хәҙер нимә ломаешься... Миңә вис байрамды боҙҙоң! Һине саҡырғансы, лутсы икенсе берәйһен генә алып килһәм ошонда! – Ҡыҙма­саланып алған тәтәй егет, әле генә матур һүҙҙәр менән юхалап, үпәсләп ултырған ҡыҙыҡайына екһенеп ҡараны. Матур йөҙөнә тимгел-тимгел ҡыҙыллыҡ-асыу йүгерҙе. Тегеһе, ҡурҡһа ла, егеттең ихтыярына ҡуйырға йыйынмауы күренеп тора. Инәлеү-ялыныу түгел, ҡымтыған ирендәренән бер һүҙ ҙә сыҡмай, туп-тура текләп тик тора. – Ниче, хәҙер үҙең артымдан йүгерәсәкһең, белдеңме! Нисек алдыма түшәлгәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалыр­һың. Табылған бында Ҡар батшабикәһе, тфү!

Егет ҡыҙҙы һелкетә тартып торғоҙҙо ла, йүнле-башлы кейенергә лә ирек бирмәй, тышҡа һөйрәкләне. Машина, ҡараңғылыҡты йы­рып, алға ынтылды. Бына инде, ҡа­ла тибындағы ҡасабаның уттары ла күренмәҫ булды. Ҡайҙа ғына күҙ һалма – ҡараңғылыҡ диуары. Үсе­геү­ҙән ирендәре яһил ҡымтылған егет шунда ғына машинаһын туҡтатты.

– Сисен! – тауышы йәмһеҙ, ҡырағай яңғыраны. Бөршәйеп кенә креслоға һеңгән ҡыҙ, һаман “Юҡ!” тигәнде аңлатып, башын борҙо. – Сисен тинем! Йә бирәһең, йә машинанан төшөп ҡалаһың ошонда! Тиҙ генә бул!

Әле генә мөхәббәтен аңлатып алдында теҙләнеп торған кешенең ошондай ҡыш һалҡынында, төн уртаһында, етмәһә, кеше заты юҡ урманда ташлап ҡалдыра алырлыҡ мәрхәмәтһеҙлеккә барырына ышанманы ҡыҙ, ултыра бирҙе. Теләгенә еңел генә ирешә алмауынан ғәрләнепме, әллә эскән хәмер­ҙең парынанмы, зиһене томаланған егет, ярһыуынан шарт-шорт ҡыланып, ҡыҙҙы елтерәтеп сығарҙы.

– Һуңғы тапҡыр һорайым – риза булаһыңмы-юҡмы? Нимә, үҙеңде әллә кем итеп тойған булаһыңмы? Йәнәһе, ғорур, типа? Ниче, һындырырбыҙ уныһын да... – Ҡыштың тыны өтөп алһа ла, әллә ҡыҙыҡай­ҙың башы эшләмәй, әллә кешеләр­ҙә яҡшылыҡ яуызлыҡтан күберәк булыуына ышанысы көслө, әллә ысынлап ғорурлығы әжәлдән көслөрәк, ул һаман “юҡ” тип баш һелкеүен белде. – Ярай, артымдан йүгерә башлаһаң, может, йәлләрмен, берәй километрҙан һуң ултыртып алырмын. Һыуыҡ һиңә уйын түгел, холҡоңдо ебәк кеүек шымартыр әле...

Егет машинаһына менеп ултырҙы ла, шатыр-шотор боролоп, ҡуҙғалып китте. Ҡыҙҙы көтәүелләберәк, яйыраҡ барҙы-барыуын. Әммә те­геһе, шаңҡыуҙанмы, тиҫкәрелегенә барыпмы, урынынан ҡуҙғалмай тик торҙо...

– И-и-и бәхетлеһең дә инде, Зуля! Әкиәт егете кеүек матур егет эләктерҙе, етмәһә, машиналы, аҡсалы...

– Һиңә рәхәт, сибәрһең шул! Кемде теләйһең, “һә” тигәнсе ҡарата алаһың!

Эй көнләшкән була әхирәттәре Зуляға. Тапҡандар инде, сибәрлек тә булдымы бәхет. Эте-бетенең дә күҙе төшөп, ымһынып йонсота. Ҡыҙ-ҡырҡын, бисә-сәсә кеме егетен, кеме ирен ҡыҙғанып бер булалар. Күпме нахаҡ һүҙ күтәрәһең, күпме ғәйбәт уртаһында ҡалаһың. Күҙҙәрен майландырып, әшәке тәҡдимдәре менән йәнеңде ҡыйыу­ҙарынан хет пәрәнжә ябынып йөрө. Дәрестәрҙә, имтихандарҙа әллә нимә яуап бир, бер кем дә һинең уҡығаныңа, әҙерләнгәнеңә ышанмай. Йәнәһе: “Блондинка, беләбеҙ инде” ... Барыһы өсөн дә һин тере ҡурсаҡ ҡына. Өлә­сә­һендә бар ине бер тәтәй. Оҙон һары сәсле, ҡупшы тунлы һылыуҡай – Ҡарһылыу. Аҙаҡ буяуҙары ла уңып бөттө, ә ватылыуҙы белмәне. Сөнки ул пластмассанан ҡойолған – эсе буш бер нәмә. Ә Зуля бит пластиктан ҡойолған тәтәй түгел! Йәне бар, йөрәге, нескә күңеле, йәшәйешкә үҙ ҡарашы... Ниңә ул башҡаларҙың ҡалыплашҡан фекеренә тап килергә тейеш һуң ул? Ниңә матур ҡыҙ бала аҡыллы ла, инсафлы ла булмаҫҡа тейеш? Ниңә ул үбешә лә белмәгән килеш “уйнаш” исемен күтәрергә, бер туҡтауһыҙ үҙенең матур булып тыуы­уына үкенергә, башҡалар алдында һылыулығы өсөн аҡланып йәшәргә тейеш? Аҡыллы, тәртипле егеттәр яҡын ки­леп танышырға ла ҡурҡа, әрһеҙҙәренән нисек ҡотолорға белмәй ҡаҡшай... Бынауы Марат менән дә аптыраған көндән генә осра­шыр­ға риза булғайны. Бәйләнеп йонсотоусыларҙан ҡалҡан булмаҫмы, тигәйне. Булды ти һиңә! “Атай-әсәйем менән таныштырам”, – тип алдап килтермәһә, мәңге аяҡ баҫасағы юҡ ине был яҡтарға.

Әкиәт егете, имеш... Бына хәҙер тамамланасаҡ инде был ҡурҡыныс әкиәт. Төн. Ҡара урман. Ә уның кейеме – ҡупшыҡай күлдәк өҫтөнән сөйҙән саҡ эләктереп өлгөргән куртка, йоҡа колготкалы аяҡтарында – ситек кеүек кенә итек. Ә бындай сасҡауҙа һырма салбар, быйма, толоп кейеп, мамыҡ шәлгә уранһаң да, таң һыҙылғансы ҡатып үлерең билдәле. Яңы йыл төнөндә эт тә урманда йөрөмәйәсәк. Һәр береһе лә мөғжизәне өйҙә көтөп алыуҙы хуп күрәсәк. Ә ул Яңы йыл төнөндә мөхәббәтен осратырға тип теләк теләмәксе ине! Саф мөхәббәт, туй, бала-саға... Һәүетемсә генә матур тормош көтөү.

...Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: ә бит уның бәләкәйҙән яратып ҡараған әкиәте “Морозко” ине! Урман уртаһында һылыу ҡыҙ. Керпек­тәренә тиклем бәҫ ҡатһа ла, үҙен туңдырған Ҡыш бабайға:

– Йылы миңә, Ҡыш бабаҡай, йы­лы, – тип яуаплап, туңып йығыла… Хәҙер уға ла сират еткән “әкиәтте ысын итергә”, ҡалай ҡыҙғаныс...

* * *
– Был Йософто күптән шулайтып сығарып ебәрмәй!!! Махом табып алып ҡайтты ана, ҡыҫмаҡлағас!

– Бесәйгә көлкө – сысҡанға үлем! Һеҙгә шул хахылдарға ғына инде ни булһа ла! Бала бында туңып үлә яҙған, и-и-и…

– Эй, Ҡарһылыу! Исемең бармы һинең? Әллә Ҡарһылыу тип кенә йөрөтәйек тә ҡуяйыҡмы?

Ҡатҡан итектәрҙе сисеп бәреп, йылы юрғанға төрөп, спирт менән тәнен ышҡып, араҡы эсереп, һы­лыу­ҡайҙы кеше рәтенә индереп алдылар инде, шөкөр, шуға тауыштары көрәйгән, шаярырға телдәре асылды. Тегеһе бер заман эргәһенән бер мәлгә лә китмәй, балаһын ҡурсыған ҡарсығалай маташҡан Йософтоң күкрәгенә башын һалып илап ебәрҙе.

– О-о-о, Ҡарһылыуыбыҙ ирей башланы! Ул иреп күләүек булмаҫ элек, әйҙәгеҙ, табынға ултырыша һалайыҡ!

– Яңы йыл етте лә баһа!

– Теләктәр бойомға ашһын!

– Ысын Ҡарһылыу беҙҙә булғас, мотлаҡ теләктәр ҡабул буласаҡ инде!

– Зөләйха минең исемем, – ҡыҙҙың теле асылырлыҡ булған икән.

– Булмаҫ! Үәт, әкиәт, ә! Ә был – Йософ!

Зөләйха үҙенең ҡотҡарыусыһына күҙҙәрен тултырып саҡ күтәрелеп ҡараны. Ысынлап, әкиәт! Әкиәт батыры бит был! Һалҡындарҙан һаҡлаусы, ел-бурандан ышыҡлаусы, ямандарҙан яҡлаусы!.. Ҡыҙҙың йылмайып ебәреүенән йорт эсенә ҡот-нур инде. Өйҙәгеләрҙең йәше-ҡарты, һәммәһе лә күңел күҙе менән күрҙе быны. Байрам өсөн, ысынлап та, шыршы түгел, Ҡарһылыу ғына етмәй торған, баҡтиһәң...

Рәйлә САБИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)