RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өҙөлгән ҡыл…

19.12.2014 Өҙөлгән ҡыл…

Яуап яҙғандарҙың араһында бер егеттең яҙмаһы минекенә ауаздаш ине: «Мин дә әлеге мәлдә тап шул тойғоларҙы кисерәм… Әгәр яҡында бул­һаң, мин һине тау башына осрашыуға саҡырам: унда, бейектә, һалҡын, әммә йондоҙҙар яҡыныраҡ һәм бар донъя ус төбөндә кеүек! Мин усаҡ яғыр ҙа, һине йылы плед менән урап, ҡайнар сәй менән һыйлар инем… Бушлыҡты бер-беребеҙ менән тултырайыҡ, ә ҡараңғылыҡты усаҡ яҡтыһы ҡыуыр. Осра­шыуға ризаһыңмы?» Мин романтик түгел, әммә алыҫ Алматы ҡалаһынан яҙылған һүҙ­ҙәре йөрәгемә барып етте. Күрәһең, лирик шиғырҙар уҡый-уҡый, мин шундай һүҙҙәрҙе ишетергә өлгөрөп еткәнмендер, ә бәлки, иремдең айырым йәшерен тормошо барлығын белеп, үҙемдең яңғыҙлығымды оторо әсе тойған мәлем булғандыр… Һәр хәлдә, уның ме­нән танышып киттек. Беҙ икебеҙ ҙә ғашиҡ булырға әҙер инек, ин­тернет аша аралаша торғас, арабыҙҙа йылы хистәр тыуҙы. Мөхәб­бәттең ҡасан, нисек тыуғанын иҫләмәйем – бер ай аралашҡандан һуң, унан башҡа нисек йәшәнем икән, тип аптырай инем. Хәйер, уның менән танышҡанға тиклем йәшәнемме ни мин? Бер хис-тойғоларһыҙ, уйһыҙ робот һымаҡ инем. Ә ул күгемде яҡтыртҡан ҡояш булып килеп инде күрек­һеҙ тормошома. Уның өсөн матур, аҡыллы, һөйкөмлө булғым килде! Нишләп мин үҙ-үҙемде яратмайым һуң, мин кемдән кәм, тип сәмләндем. Ҡара, ауыр көндәрҙе көҫәп ятма­һындар әле, бынан ары мине алда тик ҡы­уаныс көтә, тип, «ҡара көнгә» йыйған аҡсамды тотондом: иң беренсе сәсте барып ҡырҡтырҙым, бөҙрәләттем, ҡиммәтле күлдәк, туфли, эске кейем һатып алдым. Кит инде, шул хәтлем үҙемде яратмағанмын, шуға гел генә арзан әйберҙәр алғанмын, ҡайҙа тауарҙарҙы арзанға һаталар – мин шунда сапҡанмын! Балаларға ла матур кейемдәр алып, кейенеп, яһанып, өсәүләп фотоға төшөргә барҙыҡ. Эй, күңелле! Атлап түгел, осоп йөрөйөм. Гел йылмайғым килә. Мөмкин булһа, бәхетемде барыһына ла өләшеп бирер инем – ҡыуанысым эсемә һыймай. Ғүмерҙә булмағанса, бөгөн ул мине көтә, тип йылмайып уянам да, аҙаҡ, ҡалай бәхетле көн булды бөгөн, тип йылмайып йоҡлап китәм. Хоҙайға ошо гүзәл донъя өсөн, һабаҡтары, балаларым, һөйөү өсөн рәхмәт уҡып бөтә алмайым. Хәлемдән килһә, мине бәхетле иткән егеттең өҫтөнә йәйғор булып ҡалҡып, гел балҡып торор инем. Кешене мөхәббәт шулай үҙгәртер икән: күҙ алдында йәшәрҙем, матурай­ҙым, яҡтырҙым, быны барыһы ла һиҙҙе, ни булды һиңә, тип аптыраштылар, әллә ғашиҡ булдыңмы, тип төпсөндөләр. Ә мин серле йылмайҙым, бер кемгә лә серемде сискем килмәне. Үҙем генә белгән татлы хис-тойғолар тулҡынында бәүелеү рәхәт ине. Алматы ҡалаһындағы мөхәббәтемде күрә, ҡосаҡлай алмаһам да, уға тәғәйенләнгән йылымда ба­лаларым ҡойондо. Өсәүләп күңелле йәшәп ятҡанда ирем килеп-китеп йөрөнө. Ул да миндә булған үҙгәрештәргә хайран ҡалды, күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу уянды, хатта, ғү­мер­ҙә ҡыланмағанса, бүләк килтерҙе, сүп-сар биҙрәһен сығарып түкте, балаларҙы уйнарға алып сыҡты. Ғашиҡ булғандыр, тип уйламағандыр, ни бары хыянатым арҡаһында ҡа­тыным шундай хәлгә «төшкән», тигәндер. Ә миңә уның ни уйлауы барыбер ине. Мин оҙаҡ ҡараңғылыҡта һыуһыҙ ултырып, кинәт ҡояш­ҡа сығарып ҡуйылған, һыуға туйған гөл һымаҡ, халәтем менән кинәндем.
Оҡшатмаһа, бөлдөрҙө инде, тип ҡурҡһам да, фотоһүрәттәребеҙ менән алмаштыҡ. Ул мине оҡшатты! Һин шундай нескә матурһың, тип яҙҙы, хаттары йылыраҡ, наҙлыраҡҡа әйләнде. Ә мин уның фо­тоһына ҡарап, бөтөнләй ба­шымды юғалттым: оҙонса йөҙлө, моңһоу ҡарашлы егет хыялдағынан да сибәрерәк ине.
Бер аҙҙан, тауышыңды ишеткем килә, хәҙер үк, ошо мәлдә, тигән хаты килде. Һис бер һүҙһеҙ телефон номерын яҙҙым. Бәлтерәп төштөм, тулҡынландым, теҙ бы­уын­дарым ҡалтыраны. Һәм бына ул шылтыратты. Телефондан ишетелгән ҡалын тауышты ишетеп, иланым да ҡуйҙым. Үҙем көләм, үҙем илайым. Ни булды, тип ҡурҡып китте тулҡынланған, борсолған тауыш, мин шундай бәхетле, тип яуапланым. Ул шунда миңә тәүге тапҡыр «жаным» тине... Төнө буйы һөйләштек. Һуңынан күпме булды икән ундай һөйләшеүҙәр – һанап бөткөһөҙ! Уның аҡсаһы йылға булып киткәндер, ләкин ул, был хаҡта борсолма, һинең тауышыңды, көлөүеңде ишетер өсөн хәйерсе булып ҡалырға ла ризамын, тиер ине. Беҙҙе яңғыҙлыҡ ҡына түгел, ә шиғриәткә булған һөйөү берләштерҙе, донъяға ҡарашыбыҙ араларҙы яҡынайтты. Ул миңә фарсы телендә көнсығыш шағирҙарының шиғырҙарын яттан уҡыны, ҡаҙаҡ шағирҙарының әҫәр­ҙәре менән таныштырҙы. Мин үҙ сиратымда башҡортса һәм русса шиғырҙар­ҙы һөйләп ишеттерҙем. Ә бер көн ул миңә ҡаҙаҡса йыр йырланы. Кешегә бирһә бирә бит Хоҙай һәләтте, тип телһеҙ ҡалдым… Шул көндө, ә мин уға пармы һуң, тип уйға ҡалдым. Мин – урта һөнәри белемле, ябай иҙән йыуыусы, ике бала әсәһе, ә ул ике юғары белемле белгес, үҙенең бизнесы бар. Бына ҡасан башланды миндә ыҙалар! Көн дә тиерлек интернет, телефон аша аралашабыҙ, ул миңә көндәлек эштәре, мәшәҡәттәре, һө­йөүе хаҡында һөйләй, ә мин уны үлеп ҡыҙғанам. Барыһынан да: бергә эшләгән иптәштәренән, һеңлеһенән, дуҫтарынан… Улар һине көн дә күрә, һинең йылыңды тоя, ә мин шул бәхеттән мәхрүм, тип ыҙалайым. Бер йома ул: «Мин һиңә сюрприз әҙерләйем», – тип хәбәр итте. Тап шул көндө ҡәйнәм, ҡайным менән ирем килде. «Етер һеҙгә айырым йәшәргә, үҙегеҙҙе уйламаһағыҙ ҙа, балаларҙы уйлағыҙ», – тип ҡаты өндәшеп, ҡәйнәм, ай-вайыма ҡарамай, ҡәйенбикәмдең юбилейына – икен­се райондағы төпкөл ауыл­ға ҡунаҡҡа алып китте. Унда телефон тотмай ине. Килен кеше булараҡ, шәмбе көнө иртәнән кискәсә аш бүлмәһендә бөтөрөлдөм. Ҡунаҡ таралғас иһә, һауыт-һаба йыуып арман­һыҙ булып карауатҡа тәгәрәнем. Ләкин күҙгә йоҡо эленмәне, һөйгәнемде һағыныуҙан зар-интизар булғайным, ҡасан ҡайтабыҙ инде, тип уфтанып сыҡтым, ә таң атманы ла атманы… Юлда саҡта кеше алдында телефонды ҡабыҙырға оялдым, ҡайтып, ваннаға бикләнгәс кенә уны ҡуйҙым. Һәм шунда уҡ һөйгәнемдән смс-хәбәрҙәр, уның ҡат-ҡат шылтыратыуы тураһында мәғлүмәт килде. «Мин Өфө аэропортында, жаным… Тиҙҙән күрешәсәкбеҙ! Шуны уйлайым да, бәхеттән иҫерәм…», «Хыял ҡанаттарында Урал тауҙары өҫтөнән осһам да, һин йәшәгән ҡалаға барырға такси ялларға тура килде, жаным. Ә ул шундай яй йөрөй… Алдына сығып йүгерәйемме икән әллә?», «Нишләп­тер һинең телефоның һүнгән, мин шуға борсолам… Һағын­дым һине! Телефоныңды ҡуй ҙа, яуап яҙ, зинһар, үтенәм!» – ошондай смс-тарҙы уҡып, бар донъя сайҡалғандай тойолдо. Ул мин йәшәгән ҡалаға килеп, таксиҙа бер нисә сәғәт буйына урамдар буйлап йөрөп-йөрөп, кире Өфөгә, унан Мәскәү аша Ҡа­ҙағстан­ға ҡайтып киткәйне: «Ни­мәгә өмөтләнеп килгәнмендер, үҙем дә аңламайым.. Һиңә сюрприз эшләрмен тип уйлағайным, киреһенсә, үҙемә сюрприз булды – һине таба алманым, жаным. Ни уйларға ла белмәй, кире ҡайтам… Хуш…» Үкенестең иң зәһәрен тәүҙә ул эсһә, һуңынан миңә уртларға тура килде. Душ аҫтында торған килеш түгелеп-түгелеп иланым. Бер нисә көн ул интернетта ла күренмәне, телефоны ла яуапламаны. Мин тәүҙә ни­сек бәхетле булһам, шуға ҡа­рағанда мең ҡат бәхетһеҙерәк инем ул көндәрҙә. «Жаным, ғәфү ит, сирләп яттым! Форсат булыу менән иң тәүҙә һиңә шылтыратам», – ҡәҙерле та­уыш­ты ишетеү менән тағы иланым. Ә ул, илама, тағы осрашырбыҙ әле, тик икенсе юлы алдан хәбәр итермен, тип мине йыуатты. Та­уышы хәлһеҙ булһа ла, өмөт тулы ине. Беҙҙең ара һыуыныр, тип уйлағайным, киреһенсә килеп сыҡты. Һөйгәнем миңә бала сағы тураһында һөйләп ташланы. Ата-әсәһе айырылышҡас, һеңлеһе менән икеһен әсәй янында ҡалдыр­ғандар. Тик ул, атаһын йәлләп, уның менән киткән. Әсәйемде гел һағынып йәшәнем, уның йылыһы етмәне, тине: «Ә ул кейәүгә сығып, иренә балалар тап­ты ла, әйтерһең дә, мине онотто. Үҫмер саҡтан тулы ғаиләлә, атай-әсәй менән үҫкән бәхетле балаларға көнләшеп йә­шәйем. Элек, әсәйем башымдан һыйпаһа, ҡалай рәхәт булыр ине, тип йыш хыялландым. Ата­йым, хәрби кеше, өй­лән­мәне, ғүмерен армияға һәм миңә арнаны. Әле яңыраҡ ҡына бер ҡатын көсләшеп тигәндәй атайым янына күсеп килде». «Мин ул ут ҡатынды хупланым ғына, атайымды шулайтып ҡына еңеп була. Бер кем дә яңғыҙ ҡартайырға те­йеш түгел», – тип көлгән һөйөклөмдө ныҡ йәлләнем. Әсәһе тартып тормағас, уға һаманғаса ба­рып йөрөргә ҡыйын­һына икән. Әл­дә һеңлеһе бар, ул уның йыуатыу­сыһы, яҡын кешеһе. Ке­йәүгә сы­ғып, бәпес үҫтергән матур, аҡыллы, талантлы һеңлеһе менән ғо­рурланып, ул һағышланды: «Ми­нең дә һиңә өйләнгем килә. Тик балаларыңды уйлайым да, уларға лайыҡлы атай була алырмынмы, уларҙы ла үҙемдең хәлгә ҡалдырмаҫмынмы, тип ҡурҡам...»
«Дауаланып алайым да, һеҙҙе мотлаҡ Алматыға ҡунаҡҡа саҡырам. Бында һеҙгә оҡшаясаҡ, жа­ным! Килерһегеҙ бит?» – һо­­рауы­на мин ыңғай яуап бирҙем. Ә икенсе көндө ул шылтыратманы. Шом­ланып, бер туҡтауһыҙ номерын йыйҙым. Кис ят тауыш яуапланы: «Мин уның кейәүе. Ул бөгөн үл­де…» Бер ни ҙә аңламай, иҫемде юғал­тып йы­ғылдым… Мөхәб­бәт­тән үлмәйҙәр, тиҙәр. Ә мин саҡ те­ре ҡалдым, шаңҡыуҙан арыныр­ға бер йыл ваҡыт талап ителде. Һө­йөклөмдөң лейкоздан үлеүе ха­ҡында һуңынан һеңлеһе әйтте. Беҙ уның менән бер нисә ай аралашып торҙоҡ, аҙаҡ бәйләнеш өҙөлдө, сөнки артабан аралашыуҙың мәғәнәһе юҡ ине.
Һөйөклөм менән танышҡанда, ул Гер­маниялағы онкоклиниканан саҡ ҡайтҡан булған. Яман сир менән ауырығанын белгәс, йәрәшелгән кәләше ташлаған. Тап шул мәлдә, ул үҙен япа-яңғыҙ тойған саҡта, мин, алыҫ, һалҡын Баш­ҡортос­тандан ябай бер ҡатын, уның тормошона ҡотҡарыусы, ҡо­яш булып барып ингәнмен. Утыҙ йәшкә тиклем тәләфләнмәй йыйылған күңел йылымды тотошлай уға биргәнмен. Һәм быға тамсы ла үкенмәйем. Сөнки ул иҫ киткес һөйкөмлө, гүзәл кеше ине. Нишләп Хоҙай уны шулай иртә алып китте, уға йәшәргә лә йәшәргә ине бит, тип йәнем һаманғаса үртәлә. Вафатына быйыл ун йыл, ә барыһы ла кисә генә булған һымаҡ…
Бер осрашыу ҙа осраҡлы түгел. Һөйөклөм дә миңә, үҙенең бала сағы тураһында һөйләп, ғаиләмде һаҡларға ярҙам итер өсөн осраған, ахыры. Ирем менән айырылышманыҡ, балалар хаҡына уны ғәфү итеп, татыу ғына йәшәп ятабыҙ. Бала­ҡайҙарыбыҙға ғаиләлә яҡшы, йылы булһын өсөн бер нимәне лә йәлләмәйем, иремде лә яратырға өйрәндем.
«Мине лә яратҡан кеше булыр әле!» – тип ғәйрәтләнеп, форумға яҙ­ған көнөмдө иҫләнем дә, тағы йылмайып ҡуйҙым. Балаларым мине өҙөлөп ярата, ә мин шул бә­хетте аңламағанмын, ситтә ниндәй­ҙер йылылыҡ эҙләгәнмен. Ул йылылыҡ сығанағы мин үҙем булғанмын. Быны һөйөклөмдөң мөхәббәте раҫланы. Өҙөлгән ҡыл булһам да, минән дә көй сығарып була ине, шуны бер ҡасан онотмайым. Шун­дай оло, саф мөхәббәт кисер­ҙем, инде үлһәм дә үкенмәм кеүек...
«Өҙөлгән ҡыл»дың һөйләгәндәре мине битараф ҡалдырманы. Хәйер, ҡасан мөхәббәт тарихтары кешене вайымһыҙ ҡалдырғаны бар? Сөнки һәр кемдең яратҡыһы, яра­тыл­ғыһы килә. Ә шул уҡ ваҡытта беҙҙең һәр беребеҙ кем өсөндөр ҡояш…

(Аҙағы. Башы 48-се һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)