RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡмулланың аҡ һүҙе аманат булып килде

19.12.2014 Аҡмулланың аҡ һүҙе аманат булып килде

Аҡмулланың аҡ һүҙе  аманат булып килдеАҡмулланың аҡ һүҙе  аманат булып килдеҺәр ижадсы үҙенең һүҙе менән халыҡ күңеленә яҡшылыҡ һәм яманлыҡ орлоҡтары сәсә. Ә кеше ҡайһы орлоҡҡа күберәк тәрбиә бирә, һыу ҡоя, шуныһы күберәк емеш бирә, ти. Яман­лыҡ орлоғон сәсеүсе шәхестәрҙең исемдәре быуаттар аша онотола барһа ла, яҡшылыҡҡа әйҙәүселәрҙе халыҡ хәтере онотмай.
Үҙенең ижады, һәр һүҙе менән тыуған халҡын белемгә, иманға, яҡтылыҡҡа әйҙәгән мәғрифәтсе, шағир, сәсән Мифтахетдин Аҡмул­ланың тыуыуына 183 йыл тулыу айҡанлы 12 – 13 декабрҙә Миәкә ерендә “Аҡмулла нәсихәттәре” республика фольклор байрамы үтте. Үҙ шәхесе менән ғорурланған төбәк байрамдың юғары кимәлдә үтеүе өсөн байтаҡ көс түккән. Төрлө төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарға миәкәләрҙең мәҙәни хәлен генә түгел, ә көнкүрешен, халыҡ кәсептәрен күрһәтеү, ошо ерлектә етештерелгән тауарҙарҙы ла рекламалау маҡсатында “Күҙ теймәһен ҡулыңа” күргәҙмәһе ойошторолғайны. Ра­йон мәҙәниәт йортоноң фойеһында дебет шәлдәр, сигелгән алъяпҡыстар, талдан үрелгән кәрзиндәр, мурҙалар, семәрләп яһалған һандыҡтар күҙҙең яуын алып, үҙенә саҡырып тора ине. Ә инде төбәктең даны булған аҫалы балаҫтар янынан ике көн буйы кеше өҙөлмәне.
Байрамды тәбрикләргә Аҡмул­ланың ижадын тергеҙеүгә һәм өйрәнеүгә күп көс түккән ғалимдар, БР Яҙыусылар союзы ағзалары, республика журналистары, шәхес исемендәге юғары награда лауреаттары, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәре, сәсәндәр, уҡытыусылар йыйылды.
Йәш быуынды тәрбиәләүҙә, милли асылыбыҙҙы пропагандалау­ҙа әүҙем эшләгән “Ағинәйҙәр ҡоро” ҙур роль уйнай. Һәр районда, хәҙер инде һәр ауылда төҙөлгән был ойошманың әһәмиәте бик ҙур. Күп осраҡта йәмәғәт эштәренең башлаусыһы, ойоштороусыһы, әйҙәүсеһе, тәжрибә менән аҡылдың тупланмаһы булған, халыҡ мәктәбе исемен алған ҡор Миәкә ерендә лә әүҙем эшләй. Сираттағы йыйылыш та “Аҡмулла нәсихәттәре” сиктәрендә үтте. Унда оло быуын вәкилдәре халыҡ ижадын өйрәнеү, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү, Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады, уның әҙәби мираҫының Башҡортостан мәҙәниәтендәге урыны һәм роле тураһында фекер алышты.
Бер нисә сараны үҙ эсенә алған байрамдың төп биҙәге “Сәсәндәр бәйгеһе” булды. Әбйәлил, Белорет, Бишбүләк, Ейәнсура, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, Салауат һәм Өфө райондарынан килгән утыҙға яҡын һүҙ оҫтаһы сәсәнлектә көс һынашты. Улар араһында Миәкәнең төрлө мәктәптәренән килгән уҡыусыларҙың күп булыуы шатландырҙы. Балаларҙы әҙерләп сәхнәгә сығарған һәр уҡытыусыға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙы һәм “Остаз” номинацияһы бирелде. Ғөмүмән, миәкәләргә: “Афарин!”– тип кенә әйтергә ҡала. Аҡмулланың вариҫтары булараҡ, балалар ҙа, ололар ҙа, һәр милләт вәкиле лә шиғриәткә ғашиҡ бында. Һәр береһе бөйөк шәхескә арналған шиғырҙары менән ҡыуандырҙы, үҙҙәре ижад иткән ҡобайырҙар­ҙы әйтте. Аҡмулла ижады ла ситтә ҡалманы, конкурсанттар, береһенән-береһе уҙҙырып, шағирҙың әҫәрҙәрен бәйән итте, нәсихәттәрен уҡыны. Бәйгенең икенсе туры “Әйтеш” – сәсәнде сәсән иткән, телдең йорлоғон, аҡылдың тәрәнлеген күрһәткән конкурс. Был осраҡта хатта юғалып ҡалыусылар ҙа булды. Әммә телгә бай, һәр осраҡта үҙ фекере булғандар был һынауҙы ла лайыҡлы үтте.
Сарала балаларҙың күп булыуы шатландырһа, йәштәрҙең булмауы бер аҙ кәйефте ҡырҙы. Район­дарҙан килгән ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар киләсәктә үҙҙәренә алмаш тәрбиәләрҙәр, быуындан-быуынға тапшырылған аманатты юғалтмайынса, үҙҙәренең һүҙ байлығын, ми­раҫын йәш быуынға өйрәтер, тигән ышаныс бар. Фольклор ансамблдәрҙә шөғөлләнгән, ваҡытлы матбуғат биттәрендә ҡобайыр­ҙары менән сығыш яһаған йәштәребеҙ, аллаға шөкөр, бар. Бары тик уларға дөрөҫ юл күрһәтергә, ошондай сараларға саҡырып, сәсәнлектең әһәмиәтен, ҡеүәтен аңлатырға кәрәк.
Филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов етәкселегендәге жюри ағзалары сәсәндәрҙең сығышын баһалап ҡына ҡалманы, улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, киләсәктә сығыш яһау өсөн һәр конкурсантҡа дөрөҫ йүнәлеш күрһәтте. “Һүҙҙең бәҫен төшөрмәйенсә, киреһенсә, баһаһын арттырыу – сәсәндәрҙең төп бурысы. Һәр әйткән һүҙгә иғтибарлы булһағыҙ ине. Халыҡ ижадын, йолаларын төплө өйрәнегеҙ”, – тип үҙ фекерен еткерҙе билдәле фольклор белгесе. Жюри ағзаһы, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин ижадсылар­ҙың образдары, һүрәтләү алымдары һай булыуын белдерһә, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина ижади темаларҙың бер төрлө булыуын тәнҡитләне. Бөтә тәнҡит һүҙҙәрен, тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, драматург, Аҡмулла исе­мендәге премия лауреаты Сәрүәр Сурина сәсәнлеккә дәғүә итеүселәргә үҙ-үҙҙәренә юғары талаптар ҡуйырға, хаталар өҫтөндә эшләргә тәҡдим итте.
Сәсәндәрҙең быға тиклем ойошторолған төрлө йыйындарында, бәйгеләрендә еңеүҙәре менән дан ҡаҙанған Әбйәлил районы сәсәниәләрендә “Аҡмулла нәсихәттәре”ндә ярыш сәме уятырлыҡ, еңеүгә дәғүә итерлек Салауат батыр төйәгенән килгән сәсәндәрҙең барлығы асыҡланды. Жюри ағзалары бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң тәүге урындарҙы ошо ике район вәкилдәренә тапшырырға ҡарар итте. Бәйге еңеүселәре тип Әбйәлил сәсәниәһе Хәнифә Әбүбәкирова менән Салауат районы уҙаманы Сафуан Сәйетғәлин табылды. Икенсе урынды ла ошо уҡ район­дар­ҙан килгән Вәсилә Садиҡова менән Флорис Ғайсин бүлеште. Ә өсөнсө урын сағыштырмаса йәш быуын вәкилдәре – Өфө районынан Мансур Ҡаҙаҡаев, Миәкәнән Миңзилә Билалова һәм Бишбүләктән Рәүилә Дәүләтоваға тапшырылды.
“Аҡмулла нәсихәттәре” байрамының төп бүләге – 1989 йылда район хакимиәте булдыр­ған Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия быйыл да үҙенең хужаһын тапты. Шәхестең ижадын өйрәнеүҙә, мәңгеләштереүҙә һәм пропагандалауҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Әхмәт Хажмөхәмәт улы Дәүләтҡоловҡа тапшырылды.
Байрамды Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Миәкә районы хакимиәте менән берлектә яңыраҡ ҡына ойошторолған “Урал батыр” сәсәндәр үҙәге ойошторҙо. Респуб­лика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, үҙәк эшенә ҙур өмөттәр бағалап, киләсәктә сәсәнлеккә, һүҙ оҫталарына иғтибар артыр, тип күҙалланы.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)