RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әҙәбиәт киләсәген хәстәрләп

12.12.2014 Әҙәбиәт киләсәген хәстәрләп

Әҙәбиәт киләсәген хәстәрләпҺуңғы ваҡытта Сибай ҡалаһында әҙәби-мәҙәни мөхит ҡайнап тора. Хәйер, был күренештең тынып торғаны юҡ, әммә ноябрь аҙаҡтарында йәш яҙыусылар­ҙың төбәк семинары уҙыуы ошо йәһәттән ҡала һулышына йәм индергәндәй булды.
Сарала ҡатнашыу өсөн 26 йәш ижадсы ҡулъяҙмаһын тикшереүгә ҡуйҙы. Әбйәлил, Белорет, Хәйбул­ла, Баймаҡ райондарынан, Стәр­летамаҡ, Сибай ҡалаларынан килгән ижадсыларҙың эшен абруйлы әҙиптәр баһаланы. Атап әйткәндә, поэзия секцияһын шағирҙар Мәү­лит Ямалетдин менән Тамара Ис­кәндәриә алып барһа, проза секцияһында күренекле яҙыусылар Әмир Әминев, Сабир Шәрипов һәм Хәйҙәр Тапаҡов ижади багажы менән уртаҡлашты. Драматургия секцияһын драматург Наил Ғә­йетбаев етәкләне, ә рус телле яҙыу­сылар­ҙың ҡулъяҙмаларын Николай Гра­хов менән Светлана Ғафурова ба­һаланы.
– Йәш яҙыусыларҙы эҙләп табыу, уларҙы үҫтереү һәм яңы кимәлгә күтәреү – беҙҙең төп бурысыбыҙ, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, драматург Наил Ғәйетбай, сараның әһәмиәтен билдәләп. – Бөгөн яҙыусыларҙың уртаса йәше – 67 йәш. Шуларҙы күҙ уңында тотоп, берешәр китаптары сыҡҡан йәш егет-ҡыҙҙарҙы союзға ағзалыҡҡа ҡабул иттек. Төрлө фекер­ҙәр булды. Уларҙы даими иғтибарҙа тотасаҡбыҙ, китаптарын сығарыу мөмкинлеген булдырасаҡбыҙ, тигән һүҙҙәр менән ҡаршы булыусыларҙы күндерергә тура килде.
Йәш яҙыусылар араһында исемдәре уҡыусыларға ярайһы уҡ таныш, шул уҡ ваҡытта майҙанға тәүге тапҡыр сығыусылар ҙа бар ине. Тик шуныһы: абруйлы яҙыусы-шағирҙар, уҡыу йорттары ғалимдары уларҙың әҫәрҙәрен анализлап, бөгөн тотоп ҡына китап итеп сығарырлыҡ авторҙы тәҡдим итә алманы. Сәсмә әҫәрҙәр ижад итеүселәр араһында, тәү сиратта, тема тарлығы күҙгә ташланды. Күпселеге ауыл тормошон йәиһә ғашиҡтарҙы һүрәтләүҙән ары китә алмай. Яҙыусы Әмир Әминев ошо етеш­һеҙлектәргә туҡталып, ҡатнашыу­сыларҙы актуаль проблемаларҙы күтәрергә саҡырҙы.
– Ҡырҡыу социаль проблемалар булһынмы, милли юҫыҡтағы әсенеүҙәрме – барыһы хаҡында ла кү­ңелгә үтеп инерлек әҫәр тыу­ҙы­рырға мөмкин. Бөгөн сит илдән килеүселәр һанының артыуы ла борсоуға һалмай ҡалмай. Улар беҙҙең йәштәр менән аралаша, ҡыҙҙарыбыҙҙы кәләш итеп ала. Донъяға киңерәк күҙлектән баҡһаҡ ине, – тине ул.
Шулай уҡ йәш прозаиктар ижадында телгә иғтибарһыҙлыҡ, русса фекерләү, Рәсәй сериалдарына эйәреп, өҫтөн генә “йүгереү” кеүек етешһеҙлектәр ҙә күҙ уңына алынды.
Поэзия секцияһында егеттәрҙең ҡатнашыуы күңелде күтәреп ебәр­ҙе. Тағы ла шуныһы: бында юғары уҡыу йорттарында белем алған егет-ҡыҙҙарҙың шиғырҙарына ла анализ яһалды. Шағир Мәүлит Ямалетдин иһә секция эшенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
– Туғыҙ кешенең ҡулъяҙмаһын тикшерҙек. Өмөт бағларлыҡ йәш шағирҙар күренә. Шуларҙың ара­һынан Хәким Алсынбаевты айырып әйтер инем. Өлгөрөп еткән, шиғырҙарын бер аҙ төҙәткеләп, йыйынтыҡ итеп сығарыу мөмкинлеге бар, – тип фекере менән уртаҡлашты.
Әйткәндәй, былтыр Учалы ҡа­ла­һында изге башланғысҡа юл һалынды. Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондары ижадсыларын туплаған “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһы үҙ эшен башланы. Үҫеп килеүсе быуын менән эшләүҙе маҡсат итеп, быйыл район мәғариф бүлектәре менән берлектә “Минең беренсе китабым” конкурсы иғлан ителгән. Иң яҡшы әҫәрҙәр йыйынтыҡ рәүешендә донъя күргән. Әлеге семинарға ла өс мәктәп уҡыусыһы килгән.
Драматургия секцияһында Стәр­лета­маҡтан килгән Тимур Рәх­мәтул­лин­дың әҫәре ҡаралды. Дра­матург Наил Ғәйетбай, драматургияның ҡатмарлы жанр икәнлегенә баҫым яһап, йәш авторҙы тағы ла камиллашыуға дәртләндерҙе.
Хәҙер инде тарих биттәрендә тороп ҡалған сараның иҫтәлеге булып ҡатнашыусыларҙың әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡ та донъя күрәсәк. Был хаҡта З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов әйтеп үтте.
Эшлекле шарттарҙа уҙған семинарҙа күренекле яҙыусылар ауыҙынан: “Әҙәбиәткә йәштәр аҙ килә. Әгәр ҙә ҡәләме булған һәр кемде иғтибарға алып, үҙебеҙ үҫтермәһәк, илле-алтмыш йылдан башҡорт әҙәбиәте булырмы?” – тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килде. Ысынлап та, был эшкә бөгөндән тотонмаһаҡ, иртәгә һуң булыуы бар.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)