RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

12.12.2014 Мәҙәктәр

– Ҡыҙығыҙ ҡалай атаһына оҡ­шаған.
– Кит, юҡты һөйләп тормағыҙ. Нисек инде өс йәшлек ҡыҙ ҡырынмаған, пеләш башлы, йыуан ҡор­һаҡлы иргә оҡшаһын…

* * *
МәҙәктәрАғас башында бер ир ултыра. Ул унда нисек менеүен хәтерләмәй һәм төшөргә лә ҡурҡа. Аҫта бер төркөм кеше, бынан көлөп, кәңәш биргән булып баҫып тора. Шунда прапорщик килеп сыға һәм, эштең ниҙә икәнен аңлап, бау ала ла бер осон ағас башындағы иргә ырғытып:
– Нығыраҡ итеп бәйлә, – тип ҡысҡыра.
Бауҙың икенсе осон аҫтағыларға тоттора һәм:
– Тартығыҙ, – тип ҡысҡыра. Ир кеше һүгенә-һүгенә ағас башынан осоп төшә һәм һикереп тора ла прапорщикҡа:
– Ни эшләйһең һин, иҫәр, минең бит имгәнеүем ихтимал, – тип екеренә.
– Бушты һөйләмә, кисә берәүҙе шул бау менән ҡоҙоҡтан тартып сығарҙыҡ, уның менән бер нәмә лә булманы, – тигән тегеһе.

* * *
Бер ир магазинға инә лә:
– Һеҙҙә томат һуты бармы? – ти.
– Юҡ.
– Ә ниңә?
– Помидорҙар серемәгән әле!..

* * *
Йәш ир бик ҡиммәтле 10 метр туҡыма ала. Һатыусы, аптырап:
– Һеҙ уны ниңә алаһығыҙ? – тип һорай.
– Костюмға.
– Һеҙ нимә, костюмға бит 3 – 4 метр ҙа етә лә һуң.
– Эйе, был – костюмға. Ә кепкаға?

* * *
– Ғәйепләнеүсе Иҙрисов! Юғары белем тураһындағы дипломды һеҙ ҡайҙан һатып алдығыҙ?
– Ни… Мин… Таптым. Юлдан.
– Нисек инде таптығыҙ? Унда бит һеҙҙең исем-фамилияғыҙ яҙыл­ған...
– Яҙылһа ни.
– Улай тап килеүе мөмкин түгел.
– Ә кем әйтә мөмкин тип? Паспортты дипломды тапҡандан һуң һатып алдым. Әллә ни ҡиммәт тә булманы...

* * *
Замана технологияларын аңламаҫһың: һыра банкалары сүплектә 100-әр йыл буйы йылҡылдап ята, ә машина кузовының ҡалайы дүрт йылда сереп, тарҡалып бөтә.

* * *
– Был юлбарыҫтың кеше ашаусы яуыз икәнен ҡайҙан белдең һуң һин?
– Күҙҙәренән. Ҡарашы нәҡ ҡатынымдың әсәһенеке кеүек...

* * *
– Атай, бесәй балаһы ал әле...
– Юҡ!
– Атай, ал инде!
– Юҡ!
– Атай?!
– Юҡ тинем бит инде һиңә. Бәйләнмә! Ана, урамға сыҡ та үткән-һүткән кешеләргә тәҡдим итеп ҡара! Бәлки, улар алыр.

* * *
Тарих ҡабатлана, тип дөрөҫ әйтәләр. Бына минең, мәҫәлән, хәҙер тағы аҡсам юҡ.

* * *
Күптән осрашмаған ике дуҫ осраша.
– Эшең яҡшымы һуң?
– Кемгә нисек инде.
– Фатирың һәйбәтме?
– Кемгә нисек инде.
– Машинаң?
– Кемгә нисек инде.
– Ҡатының?
– Кемгә... Тфү! Ҡатын яҡшы!










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)