RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 83 йәшлек олатайҙың ике аҙна эсендә өйләнгәне

21.11.2014 83 йәшлек олатайҙың ике аҙна эсендә өйләнгәне

Баймаҡ районының Билал ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Аулаҡ өй” кисәләрен даими үткәрә .

Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр,
Һөйөү урманына ҡаратыр.
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарҙы
Кемдәр генә, кемдәр йыуатыр?

Радионан талғын ғына ошо йыр ағыла. Уны ишеткән һайын күңелде һағыш биләй. Юҡ, Аллаға шөкөр, үҙем яңғыҙ булғандан түгел, өс балабыҙ, мине аңлаған, ғаиләм, тип өҙөлөп торған тормош иптәшем бар. Ауылымдағы ғына түгел, таныштар, дуҫтар, туғандар араһындағы яңғыҙҙарҙың аһ-зары, күңел төшөнкөлөгө мине һәр ваҡыт хафаға һала ине. Уларҙың күбеһенең оло йәштә булыуын иҫәпкә алғанда, сара үткәреп, бер-береһе менән осраштырыу тигән уй-ниәт булһа ла, уны нисектер аҙаҡҡа ҡалдыра килдем. Быны белгәндәй, һәр ваҡыт яңғыҙҙар: “Беҙҙең өсөн берәй кисә үткәр, гөрләтеп донъя көткөбөҙ, кемгәлер кәрәкле кеше булып йәшәгебеҙ килә”, – тип тап миңә мөрәжәғәт итә ине.

83 йәшлек олатайҙың ике аҙна эсендә өйләнгәнеКүптән түгел бер ауылдашымдың: “Апай, тап миңә берәй кәләш. Әгәр ғаиләле булһам, эсеп йөрөмәҫ, аҡсамды ғаиләмә алып ҡайтыр инем”, – тиеүе күңел ҡылдарын тағы ҡуҙғатты. Был уй менән Әбйәлил районының Шәрип ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Белорет ҡалаһында йәшәүсе Фәймә (Айгөл) Батыр ҡыҙы Ниғмәтуллинаға мөрәжәғәт иттем. Ул өс йыл элек яңғыҙҙарға үҙ парҙарын табырға тигән ҙур маҡсат менән “Аулаҡ өй” исеме аҫтында үҙенең ойошмаһын асып ебәргән. “Сәләм”дәге сығыштарын даими тыңлайым, быйыл республикалағы егерме ете димсе араһынан гран-при яулауын белгәнгә лә унан да ҡулай кеше тапманым.

Билалда осрашыу үткәреү тәҡдимен Фәймә (Айгөл) бик шатланып ҡабул итте. Кисә көнө яҡынайған һайын кеше йыйылмаҫ, яңғыҙаҡтар беҙҙең саҡырыу­ҙы ҡабул итмәҫ, тигән икеләнеүҙәр солғап алды.

Билдәләнгән көн килеп етте. Мәҙәниәт йорто директоры Иршат Юлмөхәмәтов, ауыл хакимиәте башлығы Мәжит Заманов, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең аш-һыуы менән, түҙемһеҙләнеп, ҡунаҡтарҙы көтәбеҙ. Башланды. Берәмләп тә, икешәрләп тә, машина менән дә, автобустарға тейәлеп тә килә башлаған кешеләрҙе күреп, бөтә икеләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты. Берәмләп һанайбыҙ. Берәү, икәү, өсәү... бөтәһе етмештән ашыу яңғыҙаҡ йыйылғас, мәҙәниәт йорто кесерәйеп ҡалғандай тойолдо. Ләкин беҙҙең күңел тар түгел, һәр кемгә лә айырым иғтибар, ашнаҡсы ҡыҙҙар йылы аш-һыуын, сәйен тәҡдим итә, залда күңелле көй ағыла, таныштар күп икән, уларҙы бер үк хис, бер хәсрәт туғанлаштырып та бөткән тиһәң дә, хата булмаҫ.

Яңы килеүселәрҙе Фәймә айырым бүлмәлә ҡабул итә башланы. Улар анкета тултыра. Мин дә шым ғына ҡабул итеү бүлмәһендә ултырам, яңы танышымдың ихлас һүҙҙәре, төплө фекерҙәре уйға һала. “Бөгөн беҙ һеҙҙең менән 133-сө тапҡыр “Аулаҡ өй”гә йыйылдыҡ”, – тигән һүҙҙәре һушымды ала. Әйтеүе генә анһат, был сара һәр аҙнала республиканың ете районында үткәрелә. Кисәгә йөҙҙән ашыу кеше килә, һәр кемгә айырым иғтибар, күңел йылыһы бүленә. Һәр кем уны бөтә күңелен һалып тыңлай. Фәймәнең егерме өс йылдан ашыу Белорет лицей-интернатында тәрбиәсе булыуы күренә – төрлө яҡтан килгән кешене тыңлата белергә һәләт тә, түҙемлек тә кәрәк бит әле.

Төрлө уй-ниәттәр менән килгәндәр бында. Үҙ яртыһын табырға, аралашыр­ға, ошо мөмкинлектән файҙаланып, бө­тә донъяһын онотоп, кәйеф-сафа ҡорорға тип ниәт иткәндәр. Мин үҙем менән таныштырып (ошоға тиклем телефон аша ғына аралашҡайныҡ), янына барам. Тауышын ғына ишетеп, кешенең кем икәнен айырып бөтәһең. Алдымда тап күҙ алдыма килтергәнсә мөләйем йөҙлө ихлас әңгәмәсе, нескә генә иңенә күпме кешенең яҙмышын үҙенекеләй ҡабул итеп алған ҡатын-ҡыҙ тора. Ипләп кенә һүҙ башлайым, кеше бигерәк күп бит, атҡарып сығара алырһыңмы эшеңде, тим. Фәймә ихласлап, беҙ бит бынан өс йыл элек эш башлағанда 18 булһаҡ, хәҙер 150-нән аштыҡ, был ғына кеше аҙ әле, ти.

Кисә башланды. Урыны менән йор һүҙле лә, шаян да була белгән танышым үҙ парҙарын табып, ғаилә ҡороу өсөн генә түгел, ә күңел асырға, аралашырға, үҙ һөнәрен һәм һәләтен күрһәтергә килеүселәр менән уйын үткәрә, йырлата, бейетә.

Залға күҙ һалам: йыйынға килеүсе­ләр­ҙең иң йәшенә 27 йәш булһа, иң олоһона 83 йәш икән. Ошоға тиклем физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә кисәләр үткәрелгән, улар ҙа беҙҙә ҡунаҡта. Өс йылда бөтәһе 155 пар өйләнешкән, шуларҙан һигеҙ пар – физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр. Ун бер сабый тыуған. Быларҙың барыһы ла – Фәймәнең изге башланғысы, яңғыҙҙарҙы парлы итеү эшенең һөҙөмтәһе.

Кисә тамамланыр алдынан мәҙәниәт йортондағы аноним йәшниктәргә күҙ һалабыҙ. Әйтерһең дә, күмәкләп һөйләшкәндәрме ни – “Ике аҙнанан һуң тағы ла “Аулаҡ өй”гә Билалға киләйек” тигән тәҡдим һәр бер ҡағыҙ битендә урын алған. Барыһы ла риза, тимәк, ике аҙнаға хушлашабыҙ ҙа, тағы ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ.

Был ваҡыт эсендә күпме кеше менән телефондан аралашыу, рәхмәт һүҙҙәре ишетеү “Аулаҡ өй”ҙөң кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр раҫланы.
Икенсе осрашыуға тағы ла дәртләнеп әҙерләнәбеҙ. Тәүге тапҡыр кеше күп булды, был юлы ул тиклем булмаҫ, тигән уйҙабыҙ. Шулай уҡ кешеләрҙе ихлас ҡаршы алабыҙ. Тик Белорет ҡалаһында йәшәгән 83 йәшлек Хәлит Бүләкбаев ҡына күренмәй. Фәймәгә, теге ағайыбыҙ килмәгән, оло кеше йыбанғандыр инде, тим. Ул, юҡ, үҙ парын табыуҙы маҡсат итеп ҡуйған кеше ине бит Хәлит ағай, өйләнде, бөтәгеҙгә лә сәләм әйтеп ҡалды, ти. Зал алҡыштарға күмелде.

Тәүге кисәнән һуң тағы ла ете кеше үҙ яртыһын тапҡан. Залда алҡыштар яңғыраны. Ике парға һүҙ бирелә. Улар ҙа ошоға тиклем “Аулаҡ өй”ҙә йөрөп, бөгөн үҙ парҙарын тапҡан йәш йөрәктәр икән. Баҡтиһәң, бында танышып өйләнешкәндәрҙең артабан кисәгә килеп, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп хушлашыуы традицияға ингән.
Бөгөн дә кеше күп кенә, тағы иҫәпләйбеҙ: етмеш кешене күп күрһәк, был юлы унан да артҡанбыҙ – бөтәһе 111 кеше! Ете райондан килгән кешеләр менән аралашам. Килен эҙләп килгән ҡәйнәләр ҙә, буйҙаҡ туғандары өсөн пар эҙләп килеүселәр ҙә бар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә сибәр, белемле, һәр яҡтан оҫта, талантлы. Уларҙың бик әҙҙәре генә тол булһа, күбеһе айырылған, йә бөтөнләй кейәүгә сыҡмаған. Тик күбеһенең, күсеп килергә риза түгелмен, тигәне генә күңелде ҡыра.

Ир-егеттәрҙең кәрәк саҡта юғалып ҡалыуы, ситтәрәк йөрөүе лә әлеге лә баяғы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың үткерерәк тә, саяраҡ та булыуынан киләлер. Ҡыйыуыраҡ булығыҙ, тип әйтке килә ундайҙарға, бәлки, һеҙҙең икенсе яртығыҙ Фәймә Ниғмәтуллинаның бөтә күңелен һалып ойошторған “Аулаҡ өй”өндәлер. Ҡунаҡтарҙың һорауы бу­йынса, Билал мәҙәниәт йорто һеҙҙе 5 декабрҙә һәм 26 декабрҙә ҡаршы алыр­ға әҙер. Кисәгә килергә баҙнат итмәгәндәр, ләкин үҙ парын табырға теләүселәр 8-965-93-72-00 телефоны аша шылтырата ала.

Райхана БУЛАТОВА.
Баймаҡ районы,
Билал ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)