21.11.2014 Ҡыштан аша килер яҙым бар
Көҙөм
Сабыр, түҙем мәлем – көҙөм,
Яҡты ла, һары ла йөҙөм.
Ул һағыштың ҡайҙан төшөүҙәрен
Беләм инде бары тик үҙем.
Сабыр, түҙем мәлем – көҙөм,
Юғалтмаған әле хыял эҙен,
Туҡтамайым уны юллауҙан,
Беләм, файҙа юҡ ул илауҙан.
Күҙ йәштәре ғәзиз хәтирәнең
Һүрәтенә тамып, боҙмаһын.
Хыялға тиң булмаһа ла көнөм,
Иҫтәлекһеҙ ҡалыу яҙмаһын.
Сабыр, түҙем мәлем – көҙөм,
Ләкин тоноҡ түгел әле көҙгөм,
Көҙгөләрҙә матур үҙем бар,
Ҡыштан аша килер яҙым бар,
Шуға йышаялыр аҙымдар,
Яҙға яҡынларға ипләп кенә,
Ҡәҙерҙәрен белеп мәлдәрҙең,
Яраларҙы майлап, һипләп кенә,
Алтындарға ғына манылып,
Үкенесһеҙ генә көҙләп барам.
Бер көн мине яҙға алып сығыр
Аҡ көймәне юллап, эҙләп барам.
Сабыр, түҙем мәлем көҙөм –
Аҡ көймәнең табылырын белә.
Аҡ көймәлә яңғыҙ булмаҫын да
Белә... Шуға шулай ирәбе лә...
Ул
Меңдәр араһында мине уратҡан
Ул юҡ.
Ысынбарлыҡ,
Асма күҙемде!
Өҫтәй-өҫтәй генә торсо, зинһар,
Томан ише шыйыҡ түҙемде.
Меңдәр араһында мине уратҡан
Ул юҡ.
Шуны аңлай ҡалһам,
Тәгәрәрмен тәрән упҡынға.
Атлап киләм кеүек уның ҡулы
Ҡулдарымдан ҡыҫып тотҡанға.
Меңдәр араһында мине уратҡан
Ул юҡ.
Ә мин барҙай итеп көн итәм.
Йәшәй-йәшәй генә, әйтерһең дә,
Ул булмаған мәлде кәметәм.
Меңдәр араһында мине уратҡан
Ул юҡ.
Арабыҙҙа хатта күҙгә эленмәҫ
Ҡыл юҡ.
Ә мин барҙай итеп өҙөләм.
Ул да шулай һөйә, ынтылалыр,
Белмәй юҡлығымды үҙе лә.
Меңдәр араһында мине уратҡан
Ул күренмәй.
Ә мин күрәм һәм һүрәтләп бирәм
Көн дә үҙемә,
Һис иренмәй.
Меңдәр араһында мине уратҡан
Булмағаны өсөн иҫәптә,
Һушһыҙ йөрөйөмдөр, һәр бер ымын,
Һулыштарын хатта көҫәп тә...
Меңдәр араһында мине уратҡан
Бар ул.
Ҡояш керпегенә килеп ҡунған
Ҡар ул...
Йәйғор бит ул, ерҙән күккә ашҡан...
Күперек ул йылға сөмгөлөндә...
Шаңдау бит ул тауҙар артындағы...
Бына бит ул – йөрәк тәңгәлендә...
Меңдәр араһында мине уратҡан
Ул...
Гөл булманыҡ инде беҙ гел дә
Көлкөләргә ҡалдыҡ,
Көлгә ҡалдыҡ.
Гөл булманыҡ инде беҙ гел дә.
Ят та булдыҡ, булдыҡ хатта дошман,
Янғын, ташҡын – булды күңелдә.
Яҙын, кипкән япраҡ араһынан
Баш ҡалҡыта ҡырау аша гөлдәр.
Ташламаға түгел, ашламаға,
Ашламаға ҡалһын теге көлдәр.
Көләһеңме? Мин дә илап көләм,
Күҙ йәшенең әселеген белһәң?..
Тик һөт сыға барыбер һабағынан
Бәғзе гөлдөң, бысаҡ менән телһәң...
Көлкөләргә ҡалдыҡ,
Көлгә ҡалдыҡ,
Гөл булманыҡ инде беҙ гел дә...
Ҡайһы яҡҡа, тиеп, аптырашып
Торған саҡтар булды бөгөлдә.
Һаубуллашҡан мәлдәр,
Һағынышҡан,
Күҙ быуылып китеп,
Яңылышҡан,
Араларға ап-аҡ ҡарҙар яуған,
Аҡ ямғырҙан иреп –
Яҙылышҡан...
Көлкөләргә ҡалдыҡ,
Көлгә ҡалдыҡ,
Гөл булманыҡ инде беҙ гел дә.
Һинең менән шундай ауыр миңә,
Һинең менән шундай еңел дә.
Яҙын, кипкән япраҡ араһынан,
Ғәжәп икән, йәшел ҡыяҡ ҡалҡа.
Онотолоп йылмаям мин бөгөн,
Устарымда һинең бүләк – алҡа.
Күҙ йәштәрем йәнде быуған саҡты
Хәтерләһәм – ала алҡымдан.
Әммә әле йондоҙ тоноҡлана
Ҡолағымда янған алҡамдан.
Үтә ғүмер
"Их!" тигәнсе иртәгәләр етә,
Иҫтәлектәр ҡала әлегенән,
Һурыла мәлем, һурыла хәлем минең,
Йәшлектәрем һурыла елегенән.
Үткәндәрҙә тороп ҡалып булмай,
Усҡынаға урап алып булмай
Остоғон да ваҡыт тигәненең,
Урлап ҡына алып ҡалып булмай.
Иҫтәлектәр ҡала әлегенән,
Һағындырыр һағыш-хәтер ҡала.
Бер аҙым да артҡа баҫып булмай,
Үпкәләмәй тағы.., хәтер ҡала...
Беләм, ваҡыт – ат хаҡылай, рәхмәт
Ипкен булып эләккәнгә шул да.
Ямау һалып булмай, ялғап булмай,
Һүрелеп кенә китеп бара ҡулдан.
"Их!" тигәнсе иртәгәләр етә,
Иҫтәлеккә ҡала бөгөн дә.
Ваҡыт ҡаса, үҙе менән ниңә
Алмай икән донъя йөгөн дә?
Һуң йөк аты түгел, саптар бит ул,
Ирек һөйгәс, тышау һалдырмай.
Йөк тә – тышау, ә бит кешеләр ҙә
Китмәй ерҙән йөгөн ҡалдырмай...
Иҫтәлектәр ҡала әлегенән,
Үтә ғүмер, күнмәй сара юҡ.
Елкәләрҙе донъя баҫҡан хәлдә,
Мәлде мәлдәр алыштырған мәлдә
Бәхетле лә булып ҡарайыҡ.
* * *
Ҡайҙа һинең ирлегең тип,
Көйәм үҙемде...
Юҡ ирлегем, мин ҡатын-ҡыҙ,
Ҡыҙҙар – түҙемле.
Ҡайҙа һинең тыныслығың?
Тыныслығым юҡ,
Хәсрәтем ҡыҫҡа хәтерле,
Шатлығым – бойоҡ.
Ҡайҙа һинең дыуамаллыҡ,
Булһа ла – ҡурҡаҡ?
Йөрәгемде телмәйем мин,
Теләм бауырһаҡ.
Минең берәү булғым килә,
Ҡырҡ сүрәт түгел.
Берәүгә күңелһеҙ, тиеп,
Илама, күңел.
Минең берәү булғым килә,
Нескә енесле.
Тик йөрәктә ғәскәр йәшәй,
Бик үкенесле.
Берен-бере ҡыуалайҙар,
Кем алда бөгөн?
Тик сабыр ат арҡаһында –
Донъяның йөгө.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.