RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

21.11.2014 Йыназа

Кеше ғүмерендә өс туй була... Был һүҙҙәрҙе Рамазан ҡартҡа заманында атаһы һөйләгәйне. Бе­ренсе туй – ул баланың тыуыуы. Сабыйҙың әсә ҡарынынан сығып, донъяға ауаз һалыуы – иң шатлыҡлы ваҡиға. Бына, исмаһам, бәхет! Ергә яңы кеше тыуа... Әҙәм балаһының ғүмерендәге икенсе туй – һөйгән йәре менән ҡауышыуы. Ул байрамды элек тотош ауыл халҡы менән геү килеп үткәрәләр ине. Туйғансы йырлайҙар, бейей­ҙәр... Был тиклем дә һөйөнөстө йәшереп буламы ни? Яңы ғаилә тыуа бит!.. Кеше ғүмерендә өсөнсө туй – ул баҡыйлыҡҡа күсеүе. Эйе, әҙәмдең ер йөҙөндәге юлы тамамланып, мәңгелеккә күсеүе лә туй ул. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ йолаһы, үҙ шарты бар... Быларҙы үтәмәү хәйерлегә түгел. Мәйетте оҙатып барғанда Рамазан ҡарт ошо турала уйланды. Бабай, мәрхүмәнең яҡты йөҙөн күҙ алдына килтерергә тырышҡандай, берсә күккә баҡты, берсә тирә-яғына ҡаранды. Әммә уның моңһоу ҡарашы ҡыҙыл табуттан башҡаны күрмәне.
Хәтифә әбейҙе ерләп ҡайтҡанда, көн байый башлағайны. Бер юлы өсөн дә уҡытырға булдылар. Шартына килтереп, өй уртаһына бер нисә өҫтәл теҙеп ҡуйғандар. Ерләшеүҙә ҡатнаш­ҡан ирҙәр, аш-һыу әҙерләгән ҡатындар, әбей-бабайҙар өҫтәл артына барып ултырҙы.
Мулла булмағас, был юлы ла аятты Хәтифәнең күршеһе Сәкинә ҡарсыҡтан уҡыуын һоранылар. Ул инәлтеп торманы. Бөтәһенең дә тынысланғанын көткәндәй, тирә-яғына күҙ йүгертеп алды ла, ике усын йөҙө алдына ҡуйҙы:
– Бисмилләһир-рахмәнир-ра­хим! Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғәләмин...
Шул саҡ ишеккә кемдер ҡаты итеп шаҡыны. Доға ҡылып ултырған әбей терт итеп ҡалды, һөйләүенән туҡтаны. Аятты бүлдергәнгә асыулана биреп, Әсмә ишеккә ынтылды:
– Кем унда?
Ишек алдында форма кейгән милиционер пәйҙә булды. Көтөлмәгән ҡунаҡҡа бөтәһе лә һынсыл ҡарашын төбәне.
– Мәрхүмә Хәтифә Ғәлина ошо йортта йәшәнеме? – Милиционер, иҫәнләшеп тә тормай, тамаҡ ҡыра биреп өндәште.
– Эйе. Нимә булған һуң? – Бер яҡ ситтә ултырған Рәйес ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан “ҡунаҡ”, бер һүҙ әйтмәй, башын сайҡап ҡуйҙы. Шул саҡ аятҡа йыйылғандар Әсмәгә төбәлде. Закон кешеһенең былай ҡобараһы осоп йөрөүе тиктомалға түгелдер. Берәй ғилләһе барҙыр, моғайын.
– Әллә әсәһе зәвишәнйә-фәлән ҡалдыр­ҙымы икән? – Әбейҙәрҙең береһе ишетелер-ишетелмәҫ кенә эргәһендә ултырған ҡарсыҡтың ҡолағына бышылданы.
– Булыр-булыр... Ғүмер баҡый аҡса йыйҙы бит ул...
Милиционер һынсыл ҡарашы менән өй эсен ҡапшап сыҡты. Ҡайҙа, ултырырға бирегеҙ әле, тигәндәй, мейес алдындағы ултырғысҡа ҡулы менән ишараланы.
– Йә, кемегеҙ мәрхүмәнең яҡын кешеһе була? – тине тәртип һаҡсыһы. Әле генә шымып ҡалған табын йәнләнеп китте: – Шөкөр, бында ят әҙәмдәр юҡ...
– Эйе, бында барыһы ла Хәтифә апай­ҙың заты тигәндәй...
– Әллә ете ят кешеләр йыйыл­ған тип уйлайһығыҙмы?
Милиционер был шау-шыуҙы шундуҡ тынысландырҙы:
– Ярай, етер! Барыһы ла аңлашыла. Мәрхүмәнең иң яҡын кешеһе кем?
Бөтәһе лә Әсмәгә төбәлде.
– Мин... – Әсмәнең ҡалтыранған тауышынан ҡаушағаны һиҙелеп тора. – Ә ни-мә булған?
Милиционер эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булды:
– Бөтә бәлә шунда: һеҙ әсәйегеҙҙе дөрөҫ ерләмәгәнһегеҙ! – Алға үтеп, документтар тулы папкаһын шапылдатҡансы өҫ­тәлгә һалды. Бөтәһе лә аптырашып, бер-береһенә ҡараны.
– Нимә?! – Әсмәнең ире Рәйес урынынан һикереп торҙо. – Нисек инде – дөрөҫ ерләмәнек?! Бөтәһен дә шартына килтереп үтәнек. Ана, башын да ҡиблаға ҡаратып һалдыҡ.
– Ҡабатлап әйтәм: дөрөҫ ерләмәгәнһегеҙ!
– Эйе!.. Һеҙҙән генә һорарға онотҡайныҡ!.. – Рәйес телләшеүен дауам итте.
– Һин ауыҙыңды яп! – Милиционер ҡаты итеп әйтте. – Мине ишетергә лә теләмәйҙәр. Мин “а” тим, улар “б” ти.
– Әсәйемде нисек ерләһәк тә, яраған түгелме? Һеҙҙең ни ҡыҫылышығыҙ бар? – шым торған Әсмә ирен яҡлашырға тотондо. – Үлгән кешене барыбер ҡайтарып булмай...
– Вот именно, ярамаған! Һеҙ әсәйегеҙ урынына икенсе кешене ерләгәнһегеҙ!
– Нис-сек?! – Әсмәнең йөҙө ап-аҡ булды.
– Бына шулай! – Милиционер асыуынан ҡыҙарынып китте. – Хәтифә Ғәлина әле лә моргта ята. Ә Полетавкиндар әсәһенең мәйетен таба алмай бер була!
Ҡот осҡос хәбәрҙән барыһы ла “аһ” итеп ҡалды. Әсмә баҫып торған еренән ултыра төштө. Кемдер ауыр көрһөндө, кемдер илап тышҡа сығып китте. Олораҡтар үҙ алдына бисмиллаһын әйтеп, белгән доғаһын ҡылды.
– Әстәғәфирулла, әстәғәфирулла!..
– Кит, гонаһ шомлоғо бит!
– Дошманыңа күрһәтмәһен!..
Әсмә, ни иларға, ни һүҙ әйтергә белмәй, битен ике ҡулы менән ҡаплап, ултыра бирҙе.
– Һеҙҙең башығыҙ бармы, юҡмы? Ҡайҙа ҡаранығыҙ? – Милиционер берсә Әсмәгә, берсә иренә уҫал итеп ҡараны.
– Бында беҙҙең ни ғәйеп? Ана, моргта бутағандар инде! – тип аҡланып маташты Рәйес. – Күҙҙәре түбәһенә менеп...
– ә һеҙ нимә өсөн? Үҙегеҙ ҡараманығыҙмы ни?
– Әйттем бит, былай итеп ҡыланыуығыҙ хәйерлегә булмаҫ, тип! – быға тиклем өндәшмәй ултырған Рамазан ҡарт әйтмәй булдыра алманы.
– Эйе шул, – Сәкинә әбей ҙә ҡушылды. – Әллә ҡайҙа ҡабаландылар! Бер төн өйөндә мәйетте көтөргә тигәйнек – ҡаршы сыҡтылар. Йыуып, яңы кәфенлеккә урайыҡ тигәйнек – тағы ҡарыштылар. Исмаһам, йыназа уҡырға мулла ла саҡырманылар!
– Ҡуй инде, ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тиҙәр. Тиҙерәк ерләйек тә тиҙерәк ерләйек, тип өтөп барҙылар! Ошо Әсмә мәйеттең йөҙөн асырға ла ҡушманы бит!
– Һеҙ ниңә, исмаһам, йөҙөн асып ҡараманығыҙ? – Мили­ционер йәнә Әсмәгә өндәште.
– Мин үлгән кешегә ҡарарға ҡурҡам... – Ҡатын башын күтәрмәйенсә генә яуапланы.
– Атаң башы! – тәртип кешеһе ҡысҡырып ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. – Ул бит ят кеше түгел. Һинең ә-сә-йең! Аң­лайһыңмы?
– Үлгән кешеләр бөтәһе лә бер инде ул, – был һүҙҙәр Рәйестең ауыҙынан ысҡынды.
– Тә-ә-әк! Хәҙер нимә эшләйбеҙ? – погонлы ир барыһына ла күҙ йүгертеп сыҡты. Яуап булманы. – Әгәр белмәһәгеҙ, әйтәм. Иртәгә теге әбейҙе ҡаҙып алаһығыҙ ҙа, моргҡа алып барып ҡуяһығыҙ. Шунан Хәтифә әбейҙе алып ҡайтып ерләйһегеҙ. Бының өсөн тәү сиратта мәрхүмәнең ҡыҙы менән кейәүе яуаплы.
– Нисек инде улай? Ул урыҫ әбейен беҙ юрамал алғанбыҙҙыр шул? – Әсмә, күҙ йәшен һөртөп, телләшергә тотондо. – Ана, кем ғәйепле, шунан требовать итегеҙ!
– Әйтмә лә! Ә күпме аҡса елгә осто. Уны беҙгә кем ҡайтарыр? – тип ысҡындырҙы Рәйес.
– Иш-шыу иртәгә икебеҙгә лә эшкә. Ҡыланып йөрөйбөҙҙөр!.. – Әсмә сутырлығы сыҡты. – Мин бер нәмә лә белмәйем. Әсәйемде ер ҡуйынына тапшырҙым.
Әсмәнең былай тип әйтеүе Рамазан ҡарттың мейеһен телеп үткәндәй булды. Уры­нында ултырып түҙмәне ул. Күҙе күреп, ҡолағы ишетһә лә, бындай оятһыҙлыҡты аңы менән ҡабул итә алманы. Ошо өйҙә ултырыу уның өсөн яза кеүек тойолдо. Тыны ҡыҫылды. Ахырҙа, өҫтәл артынан торҙо ла, сығыу яғына ыңғайланы:
– Мәрхүмәгә тейешле хөрмәт күрһәтеп, йыназа уҡытманың. Шул ҡылығың үҙеңә йыназа булып әйләнеп ҡайтмаҫ тимә!
Уның артынса бүтәндәр ҙә, урынынан тороп, ҡайтырға ашыҡты.
– Күпме йәшәнем, был көнгә етеп, шундай оятһыҙлыҡты күргәнем юҡ ине.
– Тәүбә, тәүбә! Ошондай бәндәләрҙән ҡәберең алыҫ торһон!..
Аятҡа тип йыйылған халыҡ шулай тиҙ генә таралып бөттө. Әс­мә лә ире менән шул уҡ көндө ҡалаға һыпыртты. Ир­тәгәһенә, ауыл ирҙәре милиционерҙар менән теге ҡәберҙе соҡоп, мәйетте ҡала моргына алып ба­рып ҡуйҙы. Унан Хәтифә әбей­ҙе алып ҡайттылар. Мәрхүмәне шул уҡ ҡәбергә төшөрөп, күмеп тә ҡуйҙылар. Тик уға йыназа уҡыусы ла, яҡты рухына арнап доға ҡылыусы ла, ҡәбере алдында күҙ йәшен түгеп илаусы ла булманы...

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)