RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шиғриәт минуттары

07.11.2014 Шиғриәт минуттары

Табылғым килә

Һинең йылмайыуҙа
йәшәнем мин,
Һинең йылмайыуҙа табылдым.
Бәхетемдән шашҡан ул миҙгелде
Бик ҡайтарғым килә! Һағындым…
Телгеләнеп, меңгә бүлгеләнеп,
Тынғы тапмай үкһеҙ йәнеңә,
Йылмайыуын эҙләп, бәргеләнеп
Һырылаһың яттар йәренә…
Ҡояш ҡалған, ана, болоҡһоп,
Нур табылмай беҙҙең көндәргә.
Беҙ бит инде күптән әсирлектә,
Йондоҙҙарһыҙ ҡара төндәрҙә.
Һинһеҙлектә үрһәләнеп йөрөп,
Юлдар эҙләйем мин үҙемә…
Тап һин мине, ҡайтайымсы кире
Йылмайыуың булып үҙеңә.

Һин көслө!

Ә һин көслө!
Тамырҙары менән өҙөп алып
Ташлай алдың күңел гөлдәрен…
Йә, әйт миңә,
Тағы нисә ғашиҡ, һөйгән йәндең
Бығауланың керһеҙ йөрәген?
Мин дә – тотҡон…
Сылбырҙарҙы өҙөп ысҡынмаҡсы,
Ҡотолмаҡсы һинең ҡапҡандан.
Күпме бөгөн
Минең кеүек ҡалтыранып, туңып
Күшегеүсе һинең һалҡындан?
Ә һин көслө…
Парлап йөҙгән күпме аҡҡоштоң
Киптерҙең бит уртаҡ күлдәрен.
Йә, әйт миңә,
Күмерләнгән йөрәк киҫәгенең
Күмәйем һуң ҡайҙа көлдәрен?

Теләк

Шәфәҡ балҡышының серлелеге
Йөҙкәйеңә килеп ҡағылған.
Һөйөү тулы сикһеҙ йыһан бөгөн
Уның күҙҙәренә табынған.
Атлауҙары, аһ, ул атлауҙары –
Нур бөркөлә һәр бер аҙымдан.
Әйтерһең дә, йондоҙҙар ҙа
төндә
Уның эҙҙәренән ҡабынған.
Сихри гүзәллеккә һоҡланыуҙан
Шатлыҡ тула бөтә аңыма.
Йә, Хоҙайым, берүк иҫәнлек бир
Бәпәй көткән ошо ханыма!

Һинһеҙ…

Таңдар ҙа ата икән
Һинһеҙ…
Ҡояш та бата икән
Һинһеҙ…
Йондоҙ ҙа ҡалҡа икән
Һинһеҙ…
Елдәр ҙә иҫә икән
Һинһеҙ…
Тик… таңдары нисектер
Төҫһөҙ…
Гөлдәре лә моңло,
Еҫһеҙ…
Йондоҙҙар ҙа һүрән,
Хисһеҙ...
Ҡояш нурҙары
Көсһөҙ…
Һинһеҙ…

Әсәйем

Өҫтәлемдә хатың ята,
Һарғайған инде, уңған:
“Бәғеремдә уйнай буран,
Был балама ни булған?
Иртән иҫтә, кис уйымда,
Хәтер юлдары урау.
Әллә юлда ауҙы микән
Балам ултырған ылау?
Әллә төштөмө дошмандың
Мәкерле тоҙағына?
Хәсрәт утында янамын,
Ә ғүмер уҙа ғына…”
Башҡайында ул ваҡытта
Булғандыр мең-мең һорау,
Күңелең менән барыһын
Гел хәйерлегә юрау.
Ғүмер юлдары урау шул,
Хәтер юлдары урау.
(Ҡайҙа беҙгә ул ваҡытта
Әсәй хаҡында уйлау…)

Ҡат-ҡат уҡып ул хатыңды
Егерме йыл үтһә лә,
Ваҡыт ауыр хәтирәне
Күңелеңдән һөртһә лә…
Ҡыҙ балаңды ул ваҡытта
Кисергәнһеңдер, беләм.
Бөгөн һинең янға ҡабат
Мин ғәфү һорап киләм…

Үҙемдең дә күңелемдә
Уйнаҡлай, әсәй, буран:
Ике сәғәт киткәненә,
Бер хәбәр юҡ баламдан…
Ейәнеңә ни булған?!

* * *
Һағыш булып ҡундым күҙҙәреңә –
Меҫкен, тиеп юранылар.
Шатлыҡ булып тамдым
эҙҙәреңә –
Ялған, тиеп уйланылар.
Моңдар булып ҡалдым
күңелеңдә –
Шөкөр! Тойманылар.
Кеүек…

Өмөт менән инәм көҙҙәремә –
Табылырһың кеүек.
Һиҙҙермәйсә килеп сәстәремә
Ҡағылырһың кеүек.
Эҙҙәремә минең элеккесә
Табынырһың кеүек.
Моңдарыма ҡушам һағышымды –
Һағынырһың кеүек.
Һөйөү гөлдәренән күпер үрәм –
Юл алырһың кеүек.
Юҡ! Кәрәкмәй! Ҡурҡам… тапһам,
ҡабат
Юғалырһың кеүек.

* * *
“Ышанмайым башҡа”, – тинем дә,
Алданамын һиҙмәйсә.
Өндәшмәйем, тигәс тә
Бороламын түҙмәйсә.
Йөрәгемде бикләп ҡуям,
Асмайым тип ҡабаттан.
Ә ирендәр бышылдайҙар:
“Яратам бит, яратам…”
Үҙ-үҙем менән көрәшәм,
Ысынмы, әллә яңылыш?
Бына тағы, һаубуллашмай,
Һөйөүҙән ҡасып барыш.

Ландыш Ғабдрахманова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)