RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ДҮРТЕНСЕ БЫУЫН

31.10.2014 ДҮРТЕНСЕ БЫУЫН

(Афған һуғышында улдарын юғалтҡан әсәләргә арнайым)

ДҮРТЕНСЕ БЫУЫНЯуҙаштарын ут эсенән алып сыҡҡанда үҙе ике тапҡыр яраланды. Тәүгеһендә – еңелсә, командирын кабинаға күтәреп һалған ваҡытта дошман пуляһы беләген көйҙөрөп үтте. Илдар ауыртыуҙы хатта аңғармай ҙа ҡалды. Икенсеһендә – машинаһын артҡа биргәндә, ҡапыл күкрәген ныҡ итеп ниҙер семетеп алды. Яраланыуын аңлап, машинаһын туҡтатты. Биле ҡайыш менән быуылғас, гимнастеркаһы эсенә ҡан тулғанын тойоп, ҡулдары менән яраһын ҡыҫты…
Бәхетенә күрә, вертолет ярҙамға тиҙ килеп өлгөрҙө. Дошман, һауала көслө геүләү тауышы ишеткәс тә, кемдәре иҫән ҡалған, ҡасыу яғын ҡараны. Илдар быларҙы күрмәне лә, ишетмәне лә. Ул, иҫен юғалтып, рулгә ауышҡайны инде.
Һуңынан – госпиталь, дауаланыуҙар. Пуля, йөрәгенә саҡ ҡына етмәй, ҡабырғаһында ҡаҙалып ҡалғайны. Күп ҡан юғалтып, Илдар операциянан һуң тәүлек үткәс саҡ иҫенә килде. Яраһы йүнәлеп, тыуған иленә ялға ҡайтыр алдынан госпиталдә яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн уға Ҡыҙыл йондоҙ ордены тапшырҙылар.
Ул, ҡанлы алышта ҡатнашыуын һөйләргә мәжбүр булһа ла, яраланыуы тураһында бер кемгә лә әйтмәне. Әсәйем генә ишетеп ҡуймаһын был турала, тип ҡурҡты.

* * *
Һалдат менән осрашыу тамамланғас, Сания уҡыусыларын оҙатты ла, класына инде. Әҙерәк эштәре лә бар ине. Бер-ике дәфтәрҙе тикшереп ҡараны ла, ары ҡулына эш барманы. Уның бар уйын Илдар биләгәйне. Ниндәй баҫалҡы, ябай егет! Үлем ҡурҡынысы аҫтында шундай батырлыҡ ҡылған, әҙ һөйләй, әйтерһең, берәй әбейҙе урам аша ғына етәкләп сығарған. Ә ҡарашы ниндәй яғымлы! Сихри! Әллә шулай тойолдо ғынамы?! Сания дәф­тәр­ҙәр­ҙе этәреп ҡуйҙы ла, ҡайтырға сыҡты.
Тышта Илдар уҡытыусылар менән һөйләшеп тора ине. Сания, улар янынан хушлашып уҙғас, артта егеттең ҡарашын һиҙҙе. Оҙаҡламай Илдар ҡыҙҙы ҡыуып та етте.
– Сания Фәритовна! Беҙҙең яҡта йәшәйһегеҙ, күрәһең. Мөмкинме бергә ҡайтырға?
– Мөмкиндер, Илдар! Исемемде лә белеп өлгөргәнһегеҙ.
– Уҡыусыларығыҙҙан ишетеп ҡалдым.
– Уҡыусыларым бигерәк һәйбәт. Ауыҙға ҡарап ҡына торалар. Ауылығыҙҙа миңә оҡшай, кешеләре лә. Ғәлимйән бабай менән Нәфисә әбей мине үҙ балалары кеүек күрә, – Сания һүҙгә йор булып сыҡты. Уҡытыусы кеше шулай булалыр инде.
– Ғәлимйән апаларҙа йәшәйһегеҙме ни?! Ҡыҙыҡ ҡарт ул! Беҙгә күрше генә икән…
Илдар менән Сания мәктәптән ҡайтып еткәнсе танышып та алды. Шулай була бит ул, бер-береһенә тартылған кешеләргә «һеҙ»ҙән «һин»гә күскәнсе бәләкәй генә бер аҙым да етә, танышырға, табышыр­ға.
Ошо көндән һуң улар йыш осраша башланы. Илдар ҡайтҡан саҡта, ялым оҙон, уны нисек кенә уҙғарырмын инде, тип уйлағайны. Ә тиҙҙән Сания менән айырылышыу минуттары ла етәсәк, китәһе көн яҡынай­ғандан-яҡыная. Сания бик тартынһа ла, Илдар уны алып ҡайтып, Хәлимә инәй менән яҡындан таныштырҙы. Ҡыҙ килгәндә тик кенә ултырманы. Һыуға барһынмы, иҙән йыуып алһынмы, Хәлимә инәй һиҙмәй ҙә ҡала ине. Һиҙеүен-һиҙҙе инде ул, күрҙе лә Санияның егәрле, уңған икәнен. Тик, ҡайһы берҙә, йәштәргә ҡамасауламайым тип, юҡ йомошон бар итеп, өйҙән сығып китә торған булды. Ҡайтыуына, өйө лә йыйыштырылған, ҡоҙоҡтан һыуы ла килтерелгән.
Бер тапҡыр Санияның, ауыр биҙрәләрҙе көйәнтәләп һыуҙан ҡайтып килеүен күреп ҡалған Хәлимә инәй Илдарға:
– Кит, шундай эшһеҙ тора алмаған да бала булыр икән. Был биҙрәләрҙе күптән тотонмайым. Бар, ҡаршы ал, – тип, Илдарҙы сығарып ебәрҙе, – бәхеттәре генә булһын инде! – Хәлимә инәй, йәштәрҙең бер-береһенә мөнәсәбәтен яҡшы аңлап, күреп торғас, ҡыуанды ла, бошондо ла. Бошондо, сөнки улының әҙме-күпме, тағы бер йыл хеҙмәт итәһе бар. Илдар бер саҡ уйынлы-ысынлы әйтеп ташлағайны:
– Әсәй, Санияны әллә үҙеңә килен итеп ҡалдырып китәйемме? Икегеҙгә еңелерәк тә, күңеллерәк тә булыр, – тип. Әсәһенең яуабы икеләнерлек түгел ине:
– Улай килешмәҫ, улым! Хеҙ­мә­теңде иҫән-һау бөтөрөп ҡайт. Яратһа, көтөп алыр.
– Шаяртам, әсәй, шаяртам. Сания мине көтәсәк! Беҙ яратабыҙ бер-беребеҙҙе, – Илдар яғымлы ғына итеп әсәһенең яурындарынан ҡосаҡланы.

* * *
Илдарға китергә лә ваҡыт етте. Уны өйө янында ауыл халҡының күпселеге оҙатып ҡалды. Оло юлға, автобус туҡталышына тиклем ба­рыу­сылар ҙа булды.
– Әсәкәйем, ҡайғырма инде, артыҡ ныҡ уйланма! Бер йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә ул, – тип әсәһен йыуатты Илдар.
– Эй, улым-улым! Нисек ҡайғырмайһың да, нисек уйланмайһың инде?! Үҙең беҙҙең турала борсолма! Ипле хеҙмәт ит, иҫән-һау әйләнеп ҡайт, улым!
– Ҡайтайым ғына, – тине Илдар Санияға, – һис шикһеҙ, ҡауышырбыҙ! Көт мине!
Ул китте. Сания илап ҡалды. Йөрәгенең бер өлөшө кителгәндәй тойолдо. Ә Хәлимә инәй, күңеле тулышһа ла, иламаны. Тик, улын һуңғы тапҡыр күреүен һиҙгәндәй, Илдарға ҡарап тик торҙо.
Өйгә ҡайтҡас, Хәлимә инәй Санияға һүҙ ҡушты:
– Ҡыҙым, һин нисек ҡарайһың, беҙгә күсергә риза булмаҫһыңмы?
– Әллә инде, инәй?! Мин риза ла ул. Нәфисә әбей менән бабайы үпкәләмәҫтәрме?!
– Үҙем һөйләшермен улар менән, ҡыҙым!
Икенсе көндө Сания, китап-дәфтәрҙәрен, кейемен һалған сумкаһын күтәреп, күсеп килде. Хәлимә инәй Илдарына, улай килешмәҫ, тип әйтһә лә, улы киткәс, икенсе төрлө хәл иткәйне. Сания уға хәҙер улы кеүек ҡәҙерле, яҡын күренде. Бергә уларға, ысынлап та, еңел буласаҡ! «Кешелә эшем юҡ, теләһә нимә һөйләһендәр!» – тип уйланы.
Илдарҙың китеүенә аҙна-ун көн үтте. Часыма килеп еттем, тигән хатын да алдылар. Уҡыу йылы инде бөтһә лә, Санияның мәктәптә эше күп ине. «Тыуған ауылыма ла ҡайтып киләһе бар, көҙгә тиклем. Тик Хәлимә инәйҙе нисек ҡалдырып китергә, бик бөтөрөнә, Илдарҙы ҡайғыртып», – тип уйлап, мәктәптән ҡайтып инде…
Был ни хәл? Хәлимә инәй урындыҡта ята. Йөҙө ап-аҡ булған. Әллә һушын да юғалтҡан инде? Сания йүгереп уның эргәһенә килде. Ҡапыл, ниҙер һиҙенеп, аяҡтарының быуыны йомшарып, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Шулай ҙа, үҙендә көс табып, Хәлимә инәйгә һыу эсерҙе. Инәй күҙҙәрен асты:
– Илдарым… – ул башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алмай, йәшле күҙҙәрен ҡабаттан йомдо.
Сания бик һаҡ ҡына өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙы ҡулына алды. Ул Илдар хеҙмәт иткән ерҙән килгәйне. Тик уның ҡулы менән яҙылмаған. Унда Илдарҙың батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр ителгәйне һәм ҡаршы алырға әҙер тороуҙары һоралғайны…
– Нисек?! Юҡ-юҡ, дөрөҫ түгел! Ышанмайым, ышанмайым! – ул Хәлимә инәйҙе ҡосаҡланы, күҙҙәренә йәш эркелде, – ышанмайым, инәй! Был яңылыш хәбәрҙер.
Яңылыҡ ауылда, аяҙ көндә йәшен атҡандай, бөтә кешене һиҫкәндереп, ауыр тетрәндереп, бик тиҙ таралды. Хәлимә инәйҙе кемдер йыуатып маташты, кемдер бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ҡайғы уртаҡлашты. Ул бер кемде күрмәне лә, ишетмәне лә, түшәккә йығылды. Сания ла өҙөлгән сәскәләй ҡапыл һулыны, йөҙө һурылып кипте, һөйләшмәҫ булды.
Нисек шулай килеп сыҡты һуң? Хәлимә инәй ҙә, Сания ла, Илдарҙы белгән башҡа кешеләр ҙә был көтөлмәгән хәбәргә ышанырға теләмәне. Әле яңы ғына әсәһен ҡултыҡлап урамдан үтеүе, клубта, киске уйындарҙа, әҙерәк тартынһа ла, Сания менән парлашып бейеүе, мәктәптәге сығышы барыһының да күҙ алдында ғына ине. Ә хәҙер шул кеше юҡ. Бөтөнләй донъяла юҡ. Нисек быға ышанырға?!

* * *
Илдарҙы ерләүгә өс айға яҡын ваҡыт уҙып та китте. Уны һуңғы юлға оҙатҡанда часынан килгән һалдаттар, райондан бик күп, төрлө чиндағы хәрбиҙәр ҡатнашты. Зыяратҡа бөтә ауыл халҡы сыҡҡайны. Күрше ауылдарҙан да килделәр. Илдарҙың ҡәбере атаһы менән олатаһына йәнәш булды. Өс быуын ятҡан ерҙә башҡа урын ҡалманы.
Яңы уҡыу йылы башланды. Сания йәй урталарында бер нисә көнгә генә үҙ ауылына ҡайтып килде. Улының үлеменән һуң Хәлимә инәй бик ныҡ бирешкәйне. Санияның уны оҙаҡ ваҡытҡа бер үҙен ҡалдыр­ғыһы килмәне. Һөйгәне инде тере булмаһа ла, уның был йортто үҙ итеүенә, бөтә күңеле менән бында тартылыуына тағы бер мөһим сәбәп бар ине.
Илдар менән Сания бер-береһенә тәү ҡараштан ғашиҡ булғайны. Уларҙың араһында тыуған мөхәббәт саф, эскерһеҙ ине. Илдар Санияға йән бүләк итеп китте. Әлегә бәләкәй генә, йөрәге аҫтында саҡ ҡыбырлай башлаған йән эйәһен!
Санияның нәҙек биле йыуанайыуын, килешле буй-һыны ауырайыуын Хәлимә инәй шунда уҡ һиҙҙе. Тик был турала төпсөнөп тороуҙы килештермәне. Сания ла һүҙ башларға ҡыйманы, уңайһыҙланды. Былай ҙа барыһы ла көн кеүек асыҡ. Бөтәһе лә үҙ яйы менән барҙы. Әйтерһең дә, шулай булырға тейеш тә.
Ауылда кеше араһында ла, Санияның эшендә лә уның ауырлы икәнлеге тураһында ғәйбәт һүҙ ишетелмәне. Ишетелмәне, сөнки һөйләмәнеләр. Киреһенсә, яңғыҙ улын юғалтҡан Хәлимә инәй өсөн һөйөндөләр генә. Ул үҙе лә Санияның иҫән-һау ҡотолоуын теләне. Тиҙерәк ейәненме, ейәнсәренме ҡулына алғыһы килде.
Санияның малайы тыуғас, Хәлимә инәйҙең ҡыуанысының сиге булманы, ҡайғыһын да бер аҙ онотто. Ейәнен күтәреп шатланғанда, күҙҙәре генә моңһоуланды.
– И-и-и, бәпесемде, күҙ теймәһен, хас атаһы, килен, ҡара әле, – ул үҙе лә аңғарманы нисек Санияға «килен» тип өндәшкәнен. Быға тиклем уға «ҡыҙым» ти торғайны. Сания, ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, бәхете тағы ла арта төшөүен тойҙо. Уның, йүгереп барып, инәйҙе ҡосаҡлағыһы, үпкеһе килде. Был аҙымынан үҙен саҡ тыйып торҙо.
– Ә мин һеҙгә, әсәй, тиһәм, ҡаршы булмаҫһығыҙмы?
– Эй-й, килен, нишләп ҡаршы булайым, һинең менән ошо бәпестән башҡа кемем бар һуң хәҙер? Илдарым урынына ҡалдығыҙ. Исем ҡысҡыртырға кәрәк балаға!
Бәпескә исемде оҙаҡ һайлап ыҙаланманылар. Икеһенең дә уйынса, исем атаһыныҡына оҡшаш булырға тейеш ине. Шуға ла балаға Илнур исеме бик тап килде.
Илнур әсәһенең һәм өләсәһенең бар шатлығы, йыуанысы булып үҫә бирҙе. Уны күргән кешеләр, ҡуй, шул тиклем дә бала атаһына оҡшар икән, тип аптыраны. Хәлимә инәйҙе яйлап бер уй борсой башланы. Сания йәп-йәш көйө, ғүмер буйы уның менән, кейәүгә сыҡмай йәшәмәҫ бит. Ошо турала үҙе ситләтеп кенә әйтеп ҡарарға булды:
– Килен! Һин йәш кеше, барыр ерең булһа, бар, йөрө! Мин ни, Илнурҙы ҡарармын.
– Юҡ-юҡ, әсәй! Бер ниндәй ҙә бара торған ерем юҡ! Эштәрем дә күп, тиҙҙән былай ҙа икегеҙҙе ҡалдырып китәм, – ул ситтән тороп юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә ине.

* * *
Уйҙар… уйҙар… Бына инде дүрт йыл Илдар әсәһенең тик уйҙарында ғына. Иртән дә, кисен дә, ятһа ла, торһа ла. Шулай ғүмер буйына уйҙарында ғына ҡалыр. Тик, ана, өс йәшлек Илнур ғына бер нәмә лә белмәй. Ваҡыты-ваҡыты менән атаһын һорашып ала, күрмәй үҫһә лә, һағына бала. Күрше балалары менән һуғыш уйнарға ярата. Башында пилотка, түшендә – атаһының ордены. Ҡулына Ғәлимйән бабай ағастан әтмәләп биргән пистолетын тота. Шунан, хатта ашар­ға инеүен онотоп, «һуғыш» уйнай.
Һуғыш уйыны… Ниндәй бала ул уйынды уйнамай үҫә икән? Нисә быуын балалары шул уйын менән үҫте. Ә нисә быуынға һуғыш, ысынбарлыҡ булып, тормош юлына тура килде, саҡ сәскә атҡан ғүмерҙәрен өҙҙө. Бына ейәне Илнур ҙа һуғыш уйнай. Шул уйын балаларҙың тик уйынында ғына тороп ҡалһын ине, тип уйлай Хәлимә инәй. Етер инде, исмаһам, дүртенсе быуын, ейәне Илнур кисермәһен һуғыш ғәрәсәттәрен!
Тик әле бер кем дә белмәй ине, бәләкәс Илнур ҙа, әсәһе Сания ла, өләсәһе Хәлимә инәй ҙә, башҡа ябай кешеләр ҙә, тап Илнурҙарҙың быуынына тормош алда ниндәй ҙур һынауҙарын әҙерләүен. Ошо ябай кешеләргә тыныс тормош нисек кәрәк булһа, кемдәргәлер һуғыш, үлтереш, ҡан ҡойош та кәрәк, күрәһең. Эйе, тап ошо быуын балаларын алда оҙаҡ йылдарға һуҙыласаҡ чечен һуғышы көтә ине...










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)