«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Теләктәрҙән хыялдарға тик бер аҙым – “Юлдаш” менән



10.10.2014 Теләктәрҙән хыялдарға тик бер аҙым – “Юлдаш” менән

“Юлдаш” йыры” республика асыҡ конкурсы быйыл бишенсе тапҡыр үтә.

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Юл­даш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ойошторған конкурста баш­ҡорт һәм татар телдәрендә йырлаусы үҙешмәкәр башҡарыусылар, профессиональ белеме булмаған йырсылар ҡатнаша. Кон­курстың маҡсаты буйынса, ул һәүәҫкәр йырсылар араһында яңы таланттар табырға, уларҙың ижадын үҫтереүҙә һәм танытыуҙа ярҙам күрһәтергә, йыр автор­ҙарының һәм композиторҙарҙың эш­мәкәрлеген пропагандаларға, талантлы йыр авторҙарын билдәләргә тейеш.

Уҙған йылдарҙа “Юл­даш” йыры”нда өс йөҙҙән ашыу башҡарыу­сы үҙ көсөн һынап ҡараған. Башҡортостандан Бөрйән, Бал­тас, Баҡалы, Мәләүез райондары вәкилдәре әүҙем булһа, сит өлкәләрҙән Төмән, Ырымбур, Силәбе яҡтарынан килеүселәр ҡыуандырҙы. Былтыр хатта Италиянан да бер бәйгесе ҡатнашты. “Бигерәк тә йәштәргә конкурс дәрт өҫтәй. Лауреат йәки дипломант исемен алғандан һуң Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инеүселәр, халыҡ-ара, Рәсәй фестивалдәрендә ҡатнашыусылар бихисап булды”, – ти ойоштороусылар.

Конкурстың шарттары буйынса, ҡатнашыусылар беренсе турҙа өс йыр башҡара – башҡорт халыҡ йыры, патриотик йыр, үҙе һайлаған йыр. Башҡорт халыҡ йырын башҡарыуҙы мотлаҡ шарттар рәтенә индереү башҡарыусыларҙың оҫталыҡ буйынса кимәлен, тимәк, конкурстың баһаһын арттыра.
Конкурс өс этапта үтә. Беренсе турҙа радиотыңлаусылар СМС-хәбәрҙәр, шылтыратыуҙар, хаттар ярҙамында икенсе турға үтеүселәрҙе һайлай. Икенсе турҙа эште рәсми жюри үҙ ҡулына ала. Ябыҡ ултырышта ҡатнашыу­сыларҙың яҙмалары тыңлана. Әйтергә кәрәк, икенсе тур тамамлағансы жюри ағзаларының исемдәре хатта ойоштороусыларҙың бер нисәһенә генә билдәле. Жюри йырҙарҙы музыкаль йөкмәткеһе, әҙәби кимәле, башҡарыусының ар­тислыҡ оҫталығы һәм тәбиғи һәләте буйынса баһалай. Өсөнсө тур – һығымталар яһау һәм гала-концерт. Сәхнәгә сығыр алдынан башҡарыусылар менән профессионалдар командаһы эшләй, улар сәхнәлә үҙ-үҙеңде тотоу, имидж буйынса кәңәштәр бирә.

Конкурс барышында профессиональ жюри шулай уҡ иң яҡшы композитор эшен, иң яҡшы шиғри әҫәрҙе билдәләй.

“Юлдаш” йыры – 2014” конкурсында икенсе этапты егерме биш башҡарыусы үтте. Улар Баш­ҡортостандың егерменән ашыу төбәгенән, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән, Ҡазан, Мәс­кәү ҡалаларынан йыйылған. Кон­курсанттар 8 ноябрҙә Өфөлә гала-концертта осрашасаҡ.

– Күңелдә булған йырҙарҙы халыҡҡа еткереү – төп маҡсат. Ә “Юлдаш” йыры” – ошо маҡсатҡа ирешергә ярҙам итеүсе конкурс. Ул халыҡ араһында булған гәүһәрҙәрҙе эҙләй, таба һәм таныта. Бөгөн “Юлдаш” йыры” республика конкурсы ғына түгел, бөтә Рәсәй бәйгеһе, – ти 2013 йылда гран-при яулаусы – Миәкә райо­нының Боғҙан ауылынан Мөхәммәт Садиҡов.

М. САЛАУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға