10.10.2014 Киләсәккә йыр менән
Йыр-моңдоң дауалау көсөнә эйә булғанлығы күптән иҫбатланған. Яман шеш ауырыуына юлығып, бер-бер артлы өс ауыр операция кисергән Фәнидә депрессияға бирелә. Етмәһә, ғәзиз әсәһе лә, фани донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Йәшәүҙән ваз кисеп, килер көндәргә өмөтө һүнгән ҡатынға Аллаһы Тәғәлә йәшәү көсө – йыр ебәрә. Һәүәҫкәр композитор Флера Шәрипова Венер Фәттәхов һүҙҙәренә ижад иткән “Әйҙә, киләсәккә!” йырын уға тәҡдим итә һәм ижад кисәһендә сығыш яһарға саҡыра. Тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡҡан Фәнидә Атанова күңелендә киләсәккә ышаныс һәм йәшәүҙең, һәр бер көндөң матурлығын тойоу һәләте уяна. Бәләкәйҙән ҡартәсәһенең йырҙарын, атаһының гармун моңдарын тыңлап үҫкән ҡатын ижадҡа ныҡлап тотона. Йыл ярымда Фәнидә Йәмилә Рәхимова, Флера Шәрипова, бер туған ҡустыһы Ирек Атанов ижад иткән егермеләп йыр яҙҙырта, бер нисә клип төшөрә һәм шул йырҙарҙы радио фондына тапшырырға килгәнендә уға “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре “Юлдаш” йыры – 2014” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә.
– Конкурста ҡатнашыу – ул үҙе үк оло мәртәбә. Ә финалға үтеүемде Аллаһы Тәғәләнең тағы ла бер бүләге итеп ҡабул иттем. Еңеүгә өмөт итмәйем, сөнки бик талантлы, үҙенсәлекле ҡатнашыусылар күп. Йәштәр әүҙем. Әммә конкурсҡа килеп, халыҡ араһына сығыуым, билдәле ижадсылар, йырсылар менән танышыуым минең өсөн ҙур бәхет. Күңелемдә бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт тоям. Алла бирһә, киләсәктә ойоштороусыларҙың өмөтөн аҡлап, артабан да ижад юлын дауам итермен, тип уйлайым. Диск сығарыу мәшәҡәттәре менән йөрөйөм. Ул әҙер булһа, концерт-тамаша ҡуйырға планлаштырам. Ҡыҙым менән бергә йырлау хыялы ла бар, – тип шатлыҡ-ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Фәнидә Атанова.
Табип булып эшләгән ҡатын ауырыуҙарҙы йыр-моңо менән дә дауалай. Киләсәктә яман шеш менән ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү үҙәге асыу тураһында ла хыяллана ул. Ире Фидүс менән ике бала тәрбиәләйҙәр, күптән түгел ейәнсәрҙәрен – Ынйыны һөйөү бәхетенә ирешкәндәр. Ғаиләһе өсөн күңелендә ғорурлыҡ тойғолары йөрөтә Фәнидә:
– Мин үҫкән ғаиләлә йыр өҫтөнлөк итте. Бер туған ҡустым Ирек тә сәнғәт юлынан китте, хәҙерге ваҡытта Аҡъяр мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөй, легендар “Рух” төркөмө солисы. Шул һөйөү балаларыма ла күсте. Өйҙә ярышып репетициялар яһайбыҙ. Айырыуса улым Фидан матур йырлай. Ирем – шәхси эшҡыуар, әммә шул тиклем сәнғәтте ярата. Беҙҙең йырлағанды тыңлап, башланғыстарыбыҙға рухи һәм матди ярҙам күрһәтеүсе ул. Ә йырсы булыу өсөн яныңда һине аңлаған, ҡанатландырған кешең булыуы бик мөһим. Был яҡтан бәхетлемен. Йыр, сәнғәт донъяһына бер инеп китһәң, мәңгелеккә ғашиҡ булаһың ул. Мин инде хәҙер киләсәгемде йырһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шуға күрә бөтә хыялдарым йыр һәм ғаилә менән бәйле.
Яҙмыш һынауҙарын йыр ярҙамында еңгән Фәнидәнең ижады оҙайлы һәм емешле булып, тамашасыларҙы, йыр һөйөүселәрҙе ҡыуандырып торһон.
Г. ЮЛДАШЕВА.