«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡорт татарҙан нимәһе менән айырыла?



27.11.2010 Башҡорт татарҙан нимәһе менән айырыла?

Эйе, тап ошо һорауға яуап эҙләй А. Мөбәрәков исемендәге Сибай баш­ҡорт дәүләт драма театрында 26 – 27 ноябрҙә сәхнәгә сығасаҡ «ҡәрҙәш­тәр» спектакле.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангә­рәевтың «Татар менән башҡорт» повесы буйынса әҙерләнгән сәхнә әҫәре Республика йылына һәм мәшһүр прозаиктың тыуыуына 75 йыл тулыуға арнала.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлихйән Әфлә­түнов, рәссамы – Даян Теүәлов, композиторы – Урал Иҙелбаев. Ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған ар­тист­каһы Миңзәлә ҡотошова, Динис Нурғәлин, Юнир Мансуров, Резеда Сафиуллина-Абдуллина, Вадим Ғилманов, Илгиз Әбдрәшитов, Илнур Рәшитов, Арсен Шәйхисламов баш­ҡара.
– Башҡорт менән татар халҡының телдәре, моңдары, йолалары оҡшаш. Шуға күрә тормош ваҡлыҡтарына бирелмәйенсә, ике халыҡтың берҙәм, дуҫ йәшәүе мөһим. Әҫәр дуҫлыҡҡа мәҙхиә йырлай, – тине режиссер Сә­лихйән Әфләтүнов.
Үҙебеҙгә ситтән ҡарап, һығымталар яһайыҡ.

Лариса АБДУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға