10.10.2014 Стәрлетамаҡтар – Өфө сәхнәһендә
Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһенең һәр тамашаһын халыҡ көтөп ала. Күптән түгел сираттағы миҙгелен асып, әүҙем эш башлаған театр труппаһы баш ҡалабыҙға гастролдәр менән килә. 10 – 12 октябрҙә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары хөкөмөнә стәрлетамаҡтар иң сағыу һәм яңы спектаклдәрен сығара. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә барасаҡ тамашаларға рәхим итегеҙ!
Бөгөн классик әҫәр – Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы ҡуйыла. Тиҫтәләрсә йылдар элек яҙылған әҫәр бөгөн дә тамашасыларҙың зауығына тап килерлек итеп сәхнәләштерелгән. Бында режиссер, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншиндың хеҙмәте ҙур. Әйткәндәй, баш ҡалала ҡуйыласаҡ бөтә спектаклдәр ҙә – уның ижад емеше.
Быйылғы миҙгелдең премьераһы – Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар...” драмаһы менән өфөләр 11 октябрҙә таныша ала. “Гәлсәр һандуғас” телепроекты лауреаты Резеда Әмәкәсова башҡарыуындағы көслө ҡатын образы һәр кемдең йөрәген тетрәндерер.
12 октябрҙә икенсе премьера – Альбер Камю әҫәре буйынса “Калигула” сәхнәгә сыға. Спектакль быйыл Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булды. Төп ролде театрҙың иң йәш, әммә өмөтлө актеры Вадим Ҡылысов башҡара.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Күңелле йәшәйбеҙ” телепроекты һәм “Бәхет ҡошо” телесериалы аша таныш булған яратҡан актерҙарыбыҙ менән осрашыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалмайыҡ. Башҡортостандың халыҡ артистары Рауил Ғәлин, Физәлиә Рәхимова, йәш таланттар Гилүс Минғазов, Илфир Баймырҙин, Рафиҡ Хәсәнов, Фәнил Толонғужин, Марат Зөбәйеров башҡарған образдар һәр кемдең күңеленә хуш килер.
Ял көндәрегеҙҙе күңелле итеп үткәрергә теләһәгеҙ, тамашаларға рәхим итегеҙ.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.