«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мөхәббәткә дан йырлап



19.09.2014 Мөхәббәткә дан йырлап

Мөхәббәткә дан йырлапБашҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Фәрүәз Урманшин – башҡорт эстрадаһының уңған ир-егеттәренең береһе.
Башҡортостан радио­һы “Юлдаш” ка­налының алмаштыр­ғыһыҙ алып барыу­сыһы, яңылыҡтар бү­легендә эшләүҙән тыш, тамашасылар­ҙы әленән-әле яңы йыр­ҙары менән ҡыуан­дырып тора, концерттарҙа даими сығыш яһай. Төрлө сараларҙа ҡатнаша, байрамдар алып бара. Кемдер ваҡыт етмәүгә һылтанып йөрөгәндә, Фәрүәз әллә күпме эш башҡарып та өлгөрә. Быйыл йәй ул Ғәзим Ильясов менән бергә Көйөргәҙе районындағы “Тоҙло күл”, Күгәрсен райо­нындағы “Урман әкиәте” ял базаларында, Нөгөш һыу һаҡлағысында матур йолаға әйләнгән концерт-дискотекала сығыш яһаған. Хатта беренсе тапҡыр Асылыкүлгә лә юлдары төшкән. Шулай уҡ тыуған ауылы Юлыҡта (Ғафури райо­ны) үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында моңло йырҙары һәм байрам концертын алып барыуы менән ауылдаштарын ҡыуандырған ул.

Йәйге ялдар, гастролдәр мәле тамамланып, әүҙем концерттар миҙгеленә аяҡ баҫыу менән Фәрүәз ең һыҙғанып эшкә тотондо. Һәм тәүгеләрҙән булып Өфө тамашасыларын өр-яңы концерт программаһы менән һөйөндөрөргә йыйына. Әле әҙерлек эштәренең иң ҡыҙған мәле, репетициялар бара. Концертта мотлаҡ рәүештә Фәрүәздең сәхнә пары, иҫ киткес моңло тауыш эйәһе, Башҡор­тостандың атҡаҙан­ған артисы Резеда Әми­нева сығыш яһаясаҡ.

“Сибәрҙәрҙе сибәр
яратыр,
Һөйөү урманына
ҡаратыр.
Моңһоуланып
ҡалған яңғыҙҙарға
Бәхет ебен кемдәр
таратыр?”

Был йыр һәр кемгә таныш, һәр кемдең күңеленә яҡын. Резеда Әминева менән Фәрүәз Урманшин ошо йырҙы баш­ҡар­ғандан һуң бер нисә йыл элек халыҡ уларҙы хатта өйләндереп тә ҡуйғайны. Аллаға шөкөр, Фәрүәз дә, Резеда ла үҙ ғаиләһендә айырым-айырым матур тормош көтә, балалар үҫтерә.
Яратҡан тамашасыларына Фәрүәз менән Резеда тағы ла яңы йырҙар әҙерләй. Лариса Абдуллина һүҙҙәренә Ильяс Аллаяров ижад иткән “Мин һағынам” йырын тере тауышта, тәүгеләрҙән булып ишеткегеҙ киләме? Улайһа, Фәрүәз Урманшиндың 25 сентябрҙә – ӨМЭПБ, 27 сентябрҙә Йәштәр мәҙәниәт һарайҙарында үтәсәк “Йөрәгеңдә йәшәр серең булһын” исемле концертына рәхим итегеҙ!

Ғайсар Миңлеғолов, Филүс Ҡасимов, Гөлнара Әхмәҙиева, Йәмил Ишмө­хәмәтов ҡатнашҡан кисәлә. Фәрүәздең улы, “Тамыр” студияһының яҡты “йондоҙо” Азамат та яңы йырҙары менән сығыш яһаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға