12.09.2014 Диләрәнең “йондоҙло сәғәте”
Билдәле композитор Генделдең үткән миҙгелдә иң абруйлы музыкаль наградаларҙы йыйған “Александр” операһы Мәскәү ҡалаһында, Чайковский исемендәге концерт залында ла башҡарыласаҡ.
15 сентябрҙә бында Европаның иң яҡшы сәхнәләрендә ҙур уңышҡа ҡаҙанған “йондоҙло” состав сығыш яһай. Улар менән бергә яҡташыбыҙ Диләрә Иҙрисоваға ла әлеге операны башҡарыу бәхете эләкте. Композиторҙың тыуыуына 330 йыл тулыу уңайынан ойошторолған халыҡ-ара проектта ҡатнашыусылар донъяның төрлө мөйөштәрендә үткәрелгән билдәле конкурстар һөҙөмтәһе буйынса һайлап алынған.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы, сопрано тауышлы Диләрә менән бергә Юлия Лежнева (сопрано, Рәсәй), Макс Эмануэль Ценчич (контратенор, Австрия), Хавьер Сабата (контратенор, Испания), Василий Хорошев (контратенор, Рәсәй), Хуан Санчо (тенор, Испания), Павел Кудинов (бас, Рәсәй) сығыш яһаясаҡ. Оркестр – Armonia Atenea, дирижер – Георгий Петру (Греция).
Йәш милләттәшебеҙҙең репертуарында рус, Көнбайыш Европа һәм башҡорт композиторҙарының ария һәм романстары, башҡорт халыҡ йырҙары бар.
М. САЛАУАТОВА.