05.09.2014 Сибай артистары тамашасыларын һағынған
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры 84-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫа. Миҙгелде асыу тантанаһын коллектив аҙна дауамында күрһәтеләсәк спектаклдәр менән билдәләп, тамашасыға репертуарында булған иң сағыу сәхнә әҫәрҙәрен тәҡдим итә.
Тәүге көндө сибайҙар белорус драматургы Алексей Дударевтың пьесаһы буйынса йәш режиссер Вадим Ғилманов ҡуйған “Һуңғы аҙым” исемле драманы ҡарай ала. Был пьесаны автор бынан утыҙ йыл элек яҙһа ла, унда күтәрелгән мәсьәләләр хәҙер ҙә актуаль: әлеге көндә йәмғиәткә хас булған эскелек, әхлаҡһыҙлыҡ, кеше шәхесенең тарҡалыуы, туғанлыҡ ептәренең өҙөлөүе.
Икенсе көндө ижади коллектив Рәлиф Кинйәбаевтың “Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар!” комедияһын ҡарарға саҡыра. Сәхнә әҫәре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫына ышанысыбыҙ ҙур. Тормошобоҙҙа урын алған ваҡиғаларҙы сәхнәлә күреп, уларға, бәлки, икенсе күҙлектән дә бағырҙар. Театрҙың художество етәксеһе, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән спектаклдә ижади коллективтың иң һәләтле артистарынан төҙөлгән ансамблдең сығышын күрергә мөмкин.
Билдәле драматург Наил Ғәйетбай ижад иткән пьеса буйынса ҡуйылған “Эңер төшкәндә” драмаһын үткән миҙгелдә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе тамашасылар күреү бәхетенә эйә булды ла инде. Миҙгелде асыу спектаклдәре исемлегенә ул юҡҡа ғына индерелмәне. Тамашасылар әҫәр геройҙары менән бергәләп, нисек итеп кеше мөнәсәбәттәрендә юғала барған йылылыҡты, ихтирамды, ихласлыҡты һаҡлап ҡалырға мөмкин, тигән мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләйәсәк. Спектаклде Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Азат Нәҙерғолов сәхнәләштерҙе.
М. Багаевтың “Хикмәтле күл” комедияһы ла тамашасыларға оҡшар, моғайын. Әҫәрҙә ваҡиғалар “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғылған ауылда бара. Унда ни бары өс кенә ҡарт йәшәй: Ғабдулла, Кәбир, Хәким. Берҙән-бер көндө ҡулдарына ауылдарында урынлашҡан күлдең тылсымы тураһында Ибн Фаҙландың яҙмалары килеп эләгә. Ғүмер буйы ошо ерҙәрҙә йәшәп тә, ни өсөн быға тиклем күлдең мөғжизәләре берәүгә лә билдәле булмай? Ожмахҡа тиң, хатта серле күле лә булған ерҙәр ситтәрҙе ылыҡтырмай ҡалмай, әлбиттә. Ауыл халҡы ниндәй мажараларға тарыр? Был хаҡта тамашасы спектаклде ҡарағандан һуң белер.
Был спектаклдәр 8 – 11 сентябрҙә буласаҡ. Ә 12 сентябрҙә, алдан ниәтләгәнсә, театр һөйөүселәрҙе төп сара – “Театр төнө” сараһында көтөп ҡалабыҙ. Программала әкиәттән өҙөк, артистар менән фотоға төшөү, барыһы ла яратып өлгөргән “Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа” (Флорид Бүләков) музыкаль комедияһын күрһәтеү ҡаралған. Спектаклдән һуң тамашасыларҙы йырлап-бейеп күңел асырға “Ритайым”ға саҡырабыҙ!
Театрҙың бөтә коллективына уңышлы миҙгел, зал тулы тамашасылар теләйбеҙ!
Алһыу АҠБУЛАТОВА,
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби бүлеге етәксеһе.