«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Ҡош юлы”нан – “Йәйләү”гә



01.08.2014 “Ҡош юлы”нан – “Йәйләү”гә

Бардтар һәм балалар дуҫлығына нигеҙ һалынды.

Күптән түгел генә гәзит биттәрендә “Йәйләү” лагерында ял итеүсе балалар тураһында яҙып сыҡҡайныҡ. Республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған уҡыу алдынғыларының бер үтенесе иҫтә ҡалды. Өфөнән йырсылар саҡырып, концерт тыңлағылары килә ине уларҙың. Балаларҙың был теләге ту­раһында лагерь етәксеһе Нәйлә Дамир ҡыҙы Буранбаеванан һорашҡас, ул смена программаһында йырсылар саҡырыу ҡаралмағанлығын аңлатты. Теләк белдереүселәр үҙ аҡса­һына килеп, концерт ҡуя ала икән. Аллаға шөкөр, “Йәй­ләү”ҙең тоғро дуҫтары күп – элекке йылдарҙа “Арғымаҡ” этно-рок-төркөмө, ҡурайсы Роберт Юлдашев кеүек талант эйәләре балалар менән яҡшы бәйләнеш тотҡан. Әммә быйыл улар ҙа бәләкәс дуҫтары янына әле килеп етеп өлгөрмәгәйне.

“Ҡош юлы”нан – “Йәйләү”гә“Йәшлек” гәзитенең “Ҡош юлы” республика башҡорт бардтары проекты менән дуҫ булыуын иҫәпкә алып, баш ҡалаға ҡайтҡас, Ейәнсурала өс йыл рәттән үткән фестиваль ҡатнашыусылары менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Изге Рамаҙан айында ҙур сауап булыр тип, улар бәләкәстәр өсөн концерт ҡуйып ҡайтырға ҙур теләк менән ризалашты.

Лагерға барып етеүгә, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Шуға ҡарамаҫтан, ҡаршы алыусыларҙың күңеле көр һәм шат. Алыҫтан килгән ҡунаҡтарҙы йылы аш менән һыйлағандан һуң, шул уҡ бинала урынлашҡан тантана залына саҡырҙылар. Алдан концерт программаһы әҙерләп килмәһәләр ҙә, йәш йырсылар залға инеп тулған балаларҙы оҙаҡ көттөрмәйенсә тамаша башланы. “Ҡош юлы”нда өс йыл рәттән әүҙем ҡатнашҡан, үҙе ике йыл буйы “Йәйләү”ҙә әйҙәүсе-вожатый булып эшләп киткән йәш уҡытыусы Альбина Шәмсетдинова, алып барыусы булараҡ, бәләкәстәр менән тиҙ уртаҡ тел тапты.

Сығыштарҙы Белорет райо­нынан Лилиә Яҡшыдәүләтова башлап ебәрҙе. Балалар белгән популяр йырҙарҙы башҡарғандан һуң үҙ йырын да бүләк итте. Баҡһаң, Лилиә бер нисә йыл элек “Йәйләү”ҙә ял иткән, ә быйыл әйҙәүсе булып килергә йыйынған, әммә медицина тикшереүен үтеп өлгөрмәгән.

“БашАрт” компанияһына нигеҙ һалыусы эшҡыуар Заһир Ишкинин да йыр-моң менән дуҫ. Ул күстәнәскә бер нисә популяр йыр алып килгән. Ә киләһе сығыш яһаусының үҙ араларынан булырын балалар бөтөнләй көтмәгән. “Юрматы” ырыу-отряды әйҙәүсеһе, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы студенты Алмас Ишмөхәмәтов та “Ҡош юлы” конкурсанты. Төрлө музыка ҡоралдарында, шул иҫәптән, гитарала һәм думбырала ял итеүселәрҙе уйнарға өйрәтеүсе Ейәнсура егете өс йыр башҡар­ҙы. Һуңғыһы – үҙенеке, “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе, шағирә Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәренә яҙылған.

Артабан концертты Альбина менән “Ҡош юлы – 2013” фестивалендә иң юғары призға лайыҡ булған Тимур Ямалов дауам итте. Улар икеһе лә Учалы райо­нынан. Альбинаның да, Тимурҙың да йырҙары балалар­ға бик оҡшаны, улар үҙҙәренең генә түгел, “Ҡош юлы” конкурсында ҡатнашҡан башҡа бардтарҙың да ижад емештәрен башҡарҙы. “Йәйләү”ҙәр фестивалдең быйылғы еңеүсеһе Тимур Әхмәтйәновтың йырҙарын бик ярата икән. Балаларҙың ҡушылып йырлап ултырыуы, ҡабаттан башҡарыуҙы үтенеүҙәре концерт ҡуйыусыларға дәрт өҫтәне. Тимур Ямаловтың әле бер кем дә ишетмәгән өр-яңы йыры ла уларҙың күңеленә хуш килде.

Тамаша балалар ҙа, уларҙың тәрбиәселәре лә концерт башынан уҡ түҙемһеҙләнеп һораған йыр – Альбина Шәмсетдино­ваның “Башҡорт улы” менән тамамланды. Унан һуң сәхнәгә йүгереп менгән “Меңлеләр” ҡунаҡтарға үҙ күстәнәс-йырҙарын бүләк итте. “Үҫәргәндәр” ырыуынан Айҙар Шәриповтың гитарала оҫта уйнауына һоҡланмаған кеше ҡалманы.

Был матур сара артабан матур йолаға әйләнер, “Ҡош юлы” вәкилдәре “Йәйләү”гә йышыраҡ ҡунаҡҡа килер, тигән өмөт менән оҙатып ҡалды баш ҡала ҡунаҡтарын бәләкәстәр. Бардтар “Ҡош юлы”нан “Йәйләү”гә килһә, артабанғы йылдарҙа “Йәйләү”ҙән “Ҡош юлы” фестивалендә ҡатнашыр­ға теләүселәр булыр, моғайын.

М. АСҠАРОВА.
Ф. УТАРБАЕВА фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға