18.07.2014 Мөнәжәт тә тәрбиәләй
Халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе, эскелек, наркомания, енси бәйһеҙлек һаҙлығынан йолоп алыуҙа, кешеләрҙә юғары әхлаҡи сифаттар тәрбиәләүҙә диндең роле ҙур. Сөнки уның юлына баҫҡан кеше төрлө боҙоҡлоҡтарға барыуҙан алыҫ тора, башҡаларҙы ла уларҙан ҡурсалай.
Һуңғы йылдарҙа Көйөргәҙе ерендә, дини поэтик әҫәр булараҡ, мөнәжәт әйтеүҙәр ҙә киңерәк тарала бара. Ошо мөһим шөғөлдө үҙ итеүселәрҙең сафы ишәйә барыуы ҡыуаныслы хәл. Бынан өс йыл элек Ермолаев ауылының «Рамаҙан» мәсетендә уларҙың тәүге йыйынында алты кеше ҡатнашһа, быйыл был һан өсләтә артты. Шуныһы һөйөнөслө, ижади ярышта ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә, уға балалар ҙа күберәк килә. Яңыраҡ уҙған мөнәжәт әйтеүселәр конкурсында райондың алты ауылынан һәм Күмертау ҡалаһынан оло һәм кесе йәштәгеләрҙән егермегә яҡын кеше көс һынашты. «Рамаҙан» мәсетенең имам-хатибы Азат Хәлилов әйтеүенсә, мөнәжәт әйтеүселәрҙең оҫталығы йылдан-йыл камиллаша бара, темалар ҙа төрлөләнә. Улар араһында тормошобоҙҙоң көнүҙәк мәсьәләләренә арналғандарының күбәйеүе – күңелле күренеш. Мәҫәлән, һуңғы ярышта Шабағыш мәктәбе уҡытыусыһы Илшат Нәжмиевтың «Араҡы – аҡыл дошманы» әҫәре иң фәһемлеһе һәм актуаль тип табылды. Унда әйтелгән фекерҙәр сарала ҡатнашыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Әйткәндәй, ошо мөнәжәт район һәм Күмертау ҡалаһы өсөн башҡорт телендә сығарылған «Юшатыр» гәзитендә баҫылды. Ә район үҙәгендә йәшәүсе хеҙмәт ветераны Хәҙисә Бикбулатованың ижади эше бөгөнгө ауылдар яҙмышына арналды. Айсыуаҡ ауылы вәкиле Гөләйшә Мәжитованың сығышы йәштәрҙе иманлы булырға, дин юлына баҫырға саҡырыу булараҡ яңғыраны. Тамашасыларҙа Күмертау республика лицей-интернатының 6-сы синыф уҡыусыһы Алһыу Шәмиғолованың мөнәжәт әйтеүе һоҡланыу тыуҙырҙы. Ул кескәй сығыш яһаусылар араһында гран-приға лайыҡ булды. Шулай уҡ Шабағыш һәм Яҡуп ауылдарының йәш башҡарыусылары ла уңышҡа өлгәште. Ижади конкурста еңеүселәргә Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Сараға килеүселәр күңелдәре сафланып, байып, киләсәктә лә осрашырға һүҙ беркетеп таралышты.
Урал ҠӘЙҮПОВ.