06.06.2014 Онотолмаҫ уның баян моңо…
Әбйәлилдәр республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Ҡадировтың иҫтәлегенә арналған баянсылар конкурсында 28 музыкант, өс ансамбль ҡатнашты.
Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге «Йәшлек» ансамбле аккомпаниаторы, мәҙәниәт бүлегенең элекке етәксеһе, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Сәрүәр улы Ҡадиров иҫтәлегенә баянсылар конкурсы уҙғарҙы. Ул 17 йәшкә тиклем һәм унан өлкәндәр араһында ике төркөмдә үтте. Яңғыҙ уйнаусылар һәм баян ансамблдәре айырым баһаланды.
Баянсыларҙы жюри ағзалары – район мәҙәниәт һарайы аккомпаниаторы Ильяс Дәминдәров, виртуоз-баянсы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбленең элекке аккомпаниаторы Ильяс Сафин, виртуоз-гармунсы, Асҡар сәнғәт мәктәбе белгесе Азат Атанғолов баһаланы.
Бәйгелә 28 баянсы, 3 ансамбль сығыш яһаны. Шулай итеп, Хәйҙәр Хызыров (Таштимер) – гран-при, 17 йәштән өлкәндәр араһында беренсе урында – Дәүләт Ҡадиров (Амангилде), икенселә – Зәбир Әүбәкиров (Үтәгән) һәм Абрар Ғималов (Ҡушый), өсөнсөлә Фирүзә Атанғолова (Ишҡол), Фәүҡинур Сафина һәм Садиҡ Шаһыбалов (Амангилде); 17 йәшкә тиклемге конкурсанттар араһында Даян Муллағәлләмов (Асҡар) – беренсе, Марсель Дәүләткирәев (Асҡар) һәм Руслан Мөҡсинов (Йәнгел) – икенсе, Нияз Илһамов (Байым) һәм Юнир Ҡолсобаев өсөнсө урын яуланы. Еңеүселәргә диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ансамблдәргә лә диплом бирелде, тәбрикләнде лә. Сараға Салауат Ҡадировтың улы – Даян Салауат улы бағыусы булараҡ ярҙам итте.
«Тамашасы һөйөүе» призын Красная Башкирия ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Кашанова, Юлдаштан Гөлшат Усмановаға тапшырҙы. Шулай уҡ «Баянда уйнау йолаһын һаҡлаған өсөн» Әхәт Сәйәхов (Сиҙәм), Сәғәҙей Заһретдинов (Тупаҡ) билдәләнде. Хәлилдән «Иң оло баянсы» номинацияһында еңеүсе Әмир Шөғөровҡа Хәлил мәҙәниәт йорто директоры Мөслимә Моталова хужалыҡ исеменән махсус бүләк тапшырҙы.
Кис район мәҙәниәт һарайында Салауат Ҡадировтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе лә үтте.
Салауат Сәрүәр улы райондан ситтә лә киң билдәле шәхес. Бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ булған, халҡы, районы өсөн бихисап яҡшы һәм изге эш башҡарған, үҙенең ябайлығы, ихласлығы, кешелекле һәм кеселекле булыуы менән һәр кемде үҙенә тартып торған кеше булды. Әгәр иҫән булһа, уға 70 йәш тулыр ине…
Салауат 1944 йылда Ташбулат ауылында Сәрүәр һәм Зөбәйлә инәйҙең ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ғаилә Тәпәндә төпләнгәс, шунда башланғыс белем ала, артабан Темәс мәктәбендә уҡый. Таштимер һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштереп, хәрби хеҙмәткә алына. Армиянан ҡайтҡас, 1966 йылда Калинин исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. Бына шулай башлана билдәле етәксенең хеҙмәт юлы. Артабан 1971 йылда ул Силәбе партия мәктәбен тамамлап, Әбйәлилдә партия комитетының ойоштороу бүлегенә инструктор итеп эшкә алына. Ошо осорҙа уны яңы ойошторолған «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә аккомпаниатор итеп саҡыралар. Бала сағынан гармунға, баянға йәбешеп үҫеп, инде оҫта баянсы дәрәжәһенә еткән Салауат Сәрүәр улы ең һыҙғанып «Йәшлек» менән концерттарҙа, республикала, Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған фестиваль- смотрҙарҙа сығыш яһай. 1976 йылда виртуоз-баянсы «БАССР- ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 1992 – 1995 йылдарҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, 1999 – 2003 йылдарҙа мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булып эшләгәнендә лә баянын ҡулынан төшөрмәй.
І Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайына «Йәшлек»тәр ҙә саҡырыла. Ул Фәйзи Ғәскәров исеменә уҙғарылған республика конкурсында беренсе урынға лайыҡ була. Әлбиттә, бында баянсының тырышлығы шаҡтай ҙур.
Күңеле һәр саҡ йыр-моңға тартылған Салауат ағай, бала сағынан баянда шәп уйнауҙан тыш, оҫта итеп йырлай һәм матур бейей ҙә. Ут күршеләребеҙ, Ҡадировтарҙың дәртле, музыкаль ғаиләһе һәр ваҡыт хәтеремдә.
Хәтер кисәһендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Солтанова, район Советы депутаты Рәсүл Шөғөров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мират Бикмәтов, Калинин исемендәге колхоздың элекке профком рәйесе Әҙеһәм Йәрмөхәмәтов, мәғариф ветераны Рәшиҙә Мөхәмәтдинова, Красная Башкирия, Киров, Йәнгел ауыл биләмәләренән килгән вәкилдәр, туғандары, дуҫтары, курсташтары Салауат Ҡадиров тураһында тик йылы хәтирәләре менән бүлеште.
Хәтер кисәһен «Йәшлек», «Ләйсән», «Сулпан», «Алтынай», ишҡолдарҙың фольклор төркөмө, Красная Башкирияның «Рябинушка» вокал ансамбле, Резеда Юлдашева, бәйгелә ҡатнашҡан баянсылар һәм башҡаларҙың сығыштары биҙәне. Матбуғат ветераны Самат Фәйзуллин Салауат Ҡадировтың юбилейына арнап, иҫтәлектәргә ҡоролған йыйынтыҡ та сығарғайны.
Тәпән ауылының ғорурлығы булған Салауат Ҡадиров тураһындағы иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Әбйәлил районы.