«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Кайҙа һеҙ, башҡорт түбәтәйҙәре?!



30.05.2014 Кайҙа һеҙ, башҡорт түбәтәйҙәре?!

Кайҙа һеҙ, башҡорт түбәтәйҙәре?!Мысыр пирамидалары менән мәктәп дәреслектәре аша танышбыҙ. Улар­ҙы быуаттар буйы төрлө ил ғалимдары өйрәнә, тәжрибәләр үткәрә һәм һығымталар яһай.
Һәр ваҡиғаға фән күҙлегенән сығып баһа биргән ғалимдарҙың береһе, медицина фәндәре докторы, профессор Э. Сидоровский былай тип яҙа: “Меңәр йылдар элек төҙөлгән Мы­сыр пирамидалары донъяла иң серле мөғжизә булып ҡала. Пира­мида грек һүҙенән (“пир”) ут тигәнде аңлата. Ул Алла уты, Алла нуры, Алланың яҡтылығы, ерҙәге барлыҡ йән эйәләренең йәшәү принциптарының символы булып тора”.

Мысыр ҡанбабалары пирамидаларҙың энергияһын кешеләрҙе рухи яҡтан үҙгәртеп ҡороуҙа фай­ҙаланған. Унда кешеләрҙе һайлап ҡына индергәндәр, һәм улар үҙҙәрен яңынан тыуғандай хис иткән. Пирамида энергияһы рухи аңды нурландырған, рухи үҙәкте асырға ярҙам иткән, һәм кеше Алла барлығына инанған.
Тарих биттәренә күҙ һалһаң, күп халыҡ сиркәү, ғибәҙәтхана, мәсеттәрҙе, пирамидаларға оҡшатып, “энергетик каркас” итеп төҙөгән. Күсмә халыҡтарҙың тирмәләре, ә артабан ултыраҡ тормошҡа күсеү­се­ләрҙең ағас йорттарының ҡы­йығы ла пирамиданы хәтерләтә. Ата-бабалар итте, балыҡты, сырҙы һәм баш­ҡа аҙыҡ-түлекте мөгәрәптә түгел, һалам менән ябылған өй ҡыйығы аҫтында һаҡлаған. Ҡаҡланған аҙыҡ боҙолмай. Миҫал өсөн башҡорт халҡының милли аҙығы – ҡаҙыны, ҡоротто алырға була.
ХХ быуат уртаһында рус ғалимы Н. Сарятин Мысыр пирамидаларын тикшереп, тәжрибә үткәрә һәм үҙенең “Излу­чение форм и рак” (Париж, Дангель, 1958) тигән китабында “Пирамиданан сыҡҡан энергия кеше тәненә ныҡ тәьҫир итә, уның кеше күҙенә күренмәгән нурҙары туберкулезды һәм башҡа сирҙәрҙе дауалай, хатта яман шеш тәьҫирендә үлгән туҡымаларҙы яңырта”, – тип яҙа.
Чех инженеры Драгл пирамида конструкцияһында элек ҡулланыуҙа булған үтмәҫ лезвиеларҙың үткерләнеүен иҫбат итә һәм патент ала. Ул шулай уҡ, пирамида формаһындағы эшләпә һәм башҡа баш кейемдәре һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә, тип һанай.
АҠШ-тың Калифорния штатынан профессор Гарсфис үҙенең шәхси медицина клиникаһының палаталарына алюмин торбаларҙан эшләнгән 72 пирамида элеп ҡуя. Уның әйтеүенсә, был ысул сирлеләргә тиҙерәк һауығырға ярҙам итә.
Күп сит ил һәм Рәсәй ғалимы, пирамидаларҙы өйрәнеп, уларға оҡшатып башҡа төр конструкция төҙөй. Пирамида эсенә ашамлыҡ, һыу һәм башҡа әйберҙәрҙе ҡуйып, тәжрибәләр үткәргәндән һуң, был ҡоролма кеше организмына ыңғай тәьҫир яһай, тигән һығымта яһала.
Ата-бабаларыбыҙ йәшәгән тирмәләрҙең дә пирамида формаһында эшләнгәне билдәле. Күп ауылдарҙа өй ҡыйыҡтары ла пирамидаға оҡшатып ябылған. Хәҙерге ваҡытта, шәхси күҙәтеүҙәремә ҡарағанда, Мәсетле районының Ҡотош ауылында шундай йорттар күп. Ҡыйыҡтың башын ҡайтанан тимер менән япһалар ҙа, конструкцияһы үҙгәртелмәй.
70-се йылдарҙа сауҙа нөктәләрендә ошо тирмәләргә оҡшатып эшләнгән, төрлө төҫтәге сигелгән түбәтәйҙәр һатылды. Беҙ шундай­ҙарҙы кейеп үҫтек. Ололар иһә ҡышын түбәтәй өҫтөнән бүрек кейеп алырҙар ине. Интернет селтәрендә милли кейемдәребеҙ тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышҡанда, башҡорт түбәтәйе дүрт ҡырлы, тигән яҙыуҙы ла уҡырға тура килде. Әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй. Улар тажик, үзбәк халыҡтарының түбәтәйенә хас. Ә беҙҙең түбәтәйҙәрҙең сите тигеҙ, ә түбәһенең урта тирәһе ослайтып, мәсет манараһына оҡшатып тегелгән. Әйтеп үтеүемсә, бындай баш кейемен кейеүселәр­ҙең һаулығына Хоҙай йоғонто яһай. Бәлки, шуғалыр ҙа беҙҙең ата-бабаларҙың һаулығы ныҡ, улар көслө, таҙа булған.
Һуңғы ваҡытта тупаҡ башлы түбәтәй кейеү модаға инде. Һатыусылар әйтеүенсә, уларҙың да арзандары Ҡытайҙа етештерелеп, беҙҙә һа­тыу­ға сығарыла. Ә Башҡор­тостанда башҡорт түбәтәйҙәрен сыра яндырып эҙләһәң дә табып булмай. Мәҫәлән, мин төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ундайҙы осрата алманым. Тик Балаҡатай районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында берәү генә һаҡланған. Шулай уҡ Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейында башҡорт тирмәһе эсендә ҡурайҙа уйнаусы малайҙы һүрәтләгән экспонаттың башында нәҡ шундай түбәтәй.
Ниңә юғалған һуң был баш кейеме? Ул тик музей түрендә генә урын алырмы? Башҡорт түбәтәйен тегеүҙе ойоштороусы табылырмы? Ә инде тегелгән хәлдә, ул баҙарҙа үҙенең һатып алыусыһын табыр, тип уйлайым. Матур, уңайлы булыуы һәм, ғалимдар иҫбатлауынса, һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итеүе менән ул башҡа халыҡтарҙы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ, моғайын.

Әкрәм НУРЕТДИНОВ.
Дыуан районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға