30.05.2014 Тылсым иленә алып китә
Баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында «Башҡортостан» теле-радиокомпанияһының «Тамыр» телеканалы БР Президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге грантына төшөргән «Шүлгәнташ» телевизион фильм-әкиәтенең презентацияһы үтте.
Яңы фильм үҙ ерлегебеҙҙә милли мөхитебеҙҙе, легендаларыбыҙҙы сағылдырған, балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да иғтибарын яуларлыҡ сағыу, милли колорит бөркөлөп торған бына тигән әкиәттәр төшөрә алыуыбыҙҙы иҫбатланы.
Әкиәттә бөгөнгө тормош менән боронғолоҡ осраша. Ул «Урал батыр» эпосы, башҡорт халыҡ легендалары һәм риүәйәттәре нигеҙендә төшөрөлгән. Урал, ағаһы менән бәхәсләшеп, ҡыйыулығын иҫбатларға була һәм мәмерйәгә инә. Унда малай параллель донъяға – яуыз Шүлгәндең (БР-ҙың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет) батшалығына эләгә. Ҡоллоҡта ата-әсәләренән айырылған, аңдары томаланған балалар упҡынға һыу ташый, таш сығара. Урал (Рөстәм Төхбәтов) бында юғалып ҡалмай, яңы таныштары Ташбулат олатай (Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов), Аҡтояҡ (Наҙгөл Шәрәфетдинова), Ҡусҡар (Данир Ғимаҙиев) менән Шүлгәндең ярҙамсыһы ярғанат Эңерҙе (Ғәлиә Вахитова) изгелеккә алып сығып, балаларҙы ҡотҡара. Яуызлыҡ менән изгелектең көрәше легендалар, образдар аша ла бирелә. Ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаған Зөһрә ҡыҙ, дошмандарҙы еңгән өс батыр халыҡ легендаларын хәтерләтә.
Фильм туғыҙ ай буйына төшөрөлә. Эпизодтарҙың күбеһен Бөрйән районының Шүлгәнташ мәмерйәһендә, дайверҙар ярҙамында «Черемушки» лагеры бассейнында, махсус йыһазландырылған студияларҙа төшөрөргә тура килә. Операторҙар ерҙә лә, һыуҙа ла, һауанан да кадрҙар эшләй. Сағыу декорациялар, төрлө ракурста Бөрйән тәбиғәтен бар матурлығында һүрәтләү, оригиналлеге менән йәлеп иткән кейеҙ костюмдар һәм кейеҙ ҡурсаҡтар, боронғо йыһаздар ысын мәғәнәһендә фильмға оҫталар ҡулы тейгәнлеген күрһәтә.
Ололар менән бер рәттән, үҙ образдарында ролдәренә инеп уйнаған, «Тамыр»ҙа ҡанат нығытҡан бәләкәй артистарға ла «Афарин!» тип кенә әйтергә ҡала. Әкиәтте рус, инглиз телдәренә лә тәржемә итеү планлаштырылған. «Шүлгәнташ» телевизион фильм-әкиәт Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 1 июндә күрһәтеләсәк.
З. ХӘСӘНОВА.