30.05.2014 Моң тарата “Урал моңо”
28 – 30 майҙа Өфөлә төрки йәштәренең “Урал моңо – 2014” XVII халыҡ-ара конкурс-фестивале үтә. 2001 йылдан алып был сара ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы эгидаһы аҫтында ойошторола. Быйыл конкурста Төркиә, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан, Ғағауыз һәм Рәсәйҙең Ҡырым, Мари Иле, Тыва, Саха (Якутия), Ҡарасай-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар, Төньяҡ Осетия, Алтай, Хакас, Дағстан, Кемерово, Төмән, Силәбе, Ҡурған кеүек төбәктәренән йырсылар һәм ижади коллективтар ҡатнаша. Башҡортостан исеменән Әбйәлил, Нуриман райондарынан, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский һәм Өфө ҡалаларынан йыр-моң оҫталары сығыш яһай.
Конкурстың ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы, “Ҡурай – ТВ” музыкаль телеканалы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Маҡсаты һәм бурыстары – төрки донъяһының талантлы йәш йырсыларын эҙләп табыу һәм уларҙың үҫешенә ярҙам итеү, мәҙәниәт аша төрки халыҡтарының аралашыу кимәлен күтәреү, төрки телле башҡарыусылар араһында дуҫлыҡ бәйләнешен булдырыу, иң оҫта йырсылар миҫалында йәштәрҙең эстетик зауығын үҫтереү һ.б.
Конкурста ҡатнашыусы эстрада коллективтарының һәм солист-вокалсыларҙың йәше – ун һигеҙҙән утыҙ бишкә тиклем. Жюри составында – композитор, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының эстрада-джаз башҡарыусылар кафедраһы доценты Светлана Слягузова, Ҡостанай өлкә филармонияһының ҡаҙаҡ халыҡ инструменттары оркестры артисы Азамат Мукатов, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының халыҡ артисы Мозафар Этчеев, Тыва Республикаһының Мәҙәниәт һәм туризм министрлығынан Аржаана Суктер, композитор, продюсер, Хакас Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Герман Танбаев, Алтай Республикаһынан режиссер Русланбәк Шагаев, Ҡырғыҙстандың атҡаҙанған артисы, “Айчурек” эстрада театры директоры Айчурек Иманалиева, ТӨРКСОЙ төрки халыҡ-ара каналдары журналисы Нәзилә Аббаслы.
Гала-концерт бөгөн Салауат Юлаев майҙанында киске сәғәт 8-ҙә башлана.
М. АСҠАРОВА.