«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Йондоҙло” исемдәр



02.05.2014 “Йондоҙло” исемдәр

Кешенең тыуғандан алып иң күп ишеткән һүҙе үҙенең исемелер, моғайын. Ләкин исемен атамаҫҡа, йәшерергә теләүселәр ҙә осраштыра. Берәү ата-әсәһе биргән исем менән риза булмаһа, икенселәр бүтәндәр уның исемен белмәһен өсөн аноним рәүештә эш итә.
Исемен сер итеп һаҡлауҙарының сәбәбе төрлөсә – яҙыусылар, шағирҙар үҙ адресына тәнҡиттән ҡасыу өсөн псевдоним алһа, халыҡ алдында бик йыш сығыш яһаусы йырсы, актер, сәйәсмәндәр матур яңғыраш өсөн исем-фамилияһын үҙгәртә. Тағы ла аҙашлыҡтан ҡасып, бүтәндәр менән бутамаһындар өсөн алмаштырыусылар ҙа бар.
Бриджит Бордо, Катрин Денев, Эдит Пиаф, Мария Каллас, Вивьен Ли, Софи Лорен, Мадонна, Фредди Меркьюри, Мерилин Монро, Фаина Раневская, Леонид Утесов, Юрий Шатунов, Витас – танылған шәхестәрҙең барыһын да псевдоним бәйләй. Быны күберәк сәнғәт кешеләренә хас күренеш тип тә әйтеп булмай. Мәҫәлән, В. Ульянов-Лениндың 150-гә яҡын псевдонимы булған. Ә Сталиндың ысынында иһә Иосиф Джугашвили икәнен белмәүселәр һирәктер. Егерменсе быуат башында партия ағзалары, яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, философтар, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, псевдоним аҫтында сығыш яһаһа, бөгөн күренекле кешеләр үҙ һөнәрен, йәшәү урынын, холҡоноң төп һыҙатын йәки ижадтағы йүнәлешен һыҙыҡ өҫтөнә алыу маҡсатында икенсе исем йөрөтә.
Алаҡан, Фил МС, МС Инсан, Дени, МС Бурзой, Зәлиә Нурлы, Бошман, Ҡондор, Тартай, Айлиз – эстрадабыҙҙа ла псевдоним аҫтында сығыш яһаған артистар байтаҡ. Яңғырауыҡлы һәм үҙенсәлекле исем ижад кешеһенә ярҙам итәме, уңыш килтерәме? Был хаҡта башҡорт эстрадаһының йәш йырсылары һөйләй.


ЙЫРТҠЫС
(Илдар САФИН)

Һуңғы йылдарҙа псевдоним модаһы бигерәк популяр булып китте. Оло һәм урта быуын артистары һәр ҡай­һыһы үҙ исеме аҫтында йырлаһа, йәш башҡарыусыларға төрлө исемдәр хас. “Уҫал, аяуһыҙ яңғыраған псевдонимыма килгәндә, эш былай. Бала саҡтан мин бүреләргә ғашиҡ. Бүре – башҡорттарҙа айырым урын алып торған йәнлек, был халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында, йолаларында сағылыш тапҡан. Легендаларҙа һәм риүәйәттәрҙә бүре – төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаусы, ҡурсалаусы, юл күрһәтеүсе изге хайуан. Борон ата-бабаларыбыҙҙың бүрегә табыныуы, уға айырым мөнәсәбәт менән ҡарауы билдәле. Мин сәхнәлә тик Бүре исеме аҫтында сығыш яһарға теләнем, ләкин, “Бүреләр” рок-төркөмө булғанлыҡтан, уйымдан кире ҡайттым. Һәм был атамаға оҡшаш итеп, Йыртҡыс исемен һайланым. Бик күптәр ҡаты бәғерле булып тойолған псевдонимға ғәжәпләнә. Ижадым да тормоштағы киҫкен социаль мәсьәләләргә генә арналған. Бөгөнгө йәмғиәттә беҙҙе борсоған бик күп һорауға яуап эҙләп рэп уҡыйым, ижадымды хөрмәт итеүселәр бар, шөкөр”, – ти йырсы.

Луиза ҒИЛМИ
(Луиза ҒИЛЕМЙӘНОВА)

Силәбе өлкәһенең Еманжелинск ҡалаһында тыуып үҫкән Луиза (әйткәндәй, был ҡала – бөтә донъяға билдәле топ-модель Ирина Шәйхисламованың да тыуған төйәге) үҙенең башҡортса йырлауы менән ныҡ ғорурлана. Кешегә туған телендә яратҡан, ҡәҙерле йырҙарҙы башҡарырға бер нәмә лә ҡамасауларға тейеш түгел, тип иҫәпләй Луиза. Сит төбәктә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү буйынса ойошторолған “УралСтарс” продюсерлыҡ үҙәгендә шөғөлләнгән ҡыҙ, ысынлап та, башҡорт телендә заманса йырҙарҙы ғына түгел, ә халыҡ йырҙарын да оҫта башҡара. Оҙон ҡара сәсле, үҙенсәлекле харизмаға эйә йырсының псевдонимына килгәндә, ул фамилияһынан ҡыҫҡартып алынған. “Бер ниндәй ҙә серле мәғәнә юҡ, фамилиям оҙон һәм әйтеүгә ауыр булғанлыҡтан, продюсерым менән тамашасы иҫендә ҡалдырырлыҡ исем уйлап таптыҡ. Фамилияны ҡыҫҡартҡас, ул ҡыҙыҡ яңғыраған кеүек тойолдо. Тәүҙә ҡолаҡҡа ятышлы түгел, уңайһыҙыраҡ тойол­һа ла, тора-бара өйрәнеп киттем, бөгөн ул икенсе исемем кеүек”, – тип аңлата йырсы.

ЗИНДАН
(Тимур ВӘЛИТОВ)

Ысынында был псевдоним Тимурға бөтөнләй тап килмәй – һәр саҡ йылмайып, яҡшы кәйеф таратып йөрөгән шат күңелле егеткә яҡты, матур ҡушамат кәрәк һымаҡ. “Зиндан”дың тарихы былай – ҡасандыр өс йәш егет төркөм булып сығыш яһарға хыяллана. Рөстәм һәм Фәнзил Әҙел­баевтар, Тимур Вәлитовтан торған төркөм репертуарҙа “күңел зинданынан сыҡҡан йырҙар”ҙы башҡарырға, ә төркөмгә “Зиндан” тип исем бирергә хәл итә. Тиҙҙән төркөм тарҡала – егеттәрҙең һәр кеме үҙ юлы менән атлай, ә ҡушамат Тимурға миндек япрағы кеүек йәбешеп ҡала. Йырсы үҙе лә быға ҡаршы булмай, тамашасылар уны тик псевдоним менән атай, ысын исеме онотола. Иң ҡыҙығы, ул саҡта Ташкент ҡалаһында ла популяр “Зиндан” төркөмөнөң барлығын Тимур белмәй ҙә. Был хаҡта ишетә һәм үтә ауыр рок-металл йырлаусы төркөмдөң ижады менән ҡыҙыҡһынып, йырҙарын табып тыңламайынса булдыра алмай.
Һуңғы йылдарҙа йырсы афишаларҙа ата-әсәһе һайлаған исемгә нығыраҡ баҫым яһай, ә псевдонимын йәйә эсенә ала башланы. Үҙе аңлатыуынса, икенсе исеме уның бөгөнгө донъяға ҡарашына тап килмәй. Яйлап дин юлына баҫҡан Тимурҙың йырҙары ла үҙгәрә, тәү тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан репертуар менән сағыштырырлыҡ та түгел. “Үткән йылдарға ҡарағанда, эске донъям, тормошҡа ҡарашым ҡырҡа үҙгәрҙе, бөгөн минең өсөн йәшәү йәме, мәғәнәһе бөтөнләй башҡа әйберҙәрҙә, шунлыҡтан тулыһынса үҙ исемемә ҡайтыуҙы хуп күрәм”, – тип белдерҙе ул.

АМУРУС
(Руслан ХӘСӘНШИН)

Матур йырлай, килешле итеп бейей, барабанда оҫта уйнай – һәләтле егеттең башҡорт эстрадаһында сығыш яһай башлауына ни бары бер йыл булһа, уның ижадына ғашиҡ фанаттар әрмеһе ҙурайғандан-ҙурая бара. Руслан быға тиклем рус телендә йырҙар башҡарҙы, тағы һинд, көнсығыш йырҙарына өҫтөнлөк бирә. Ҡыҫҡаһы, йырсы бар яҡлап килгән, ә инде ул уйнаған иҫ китмәле матур барабансылар шоуын күрһәгеҙ, һоҡланыуҙан телдән яҙырһығыҙ.
Репертуарына күберәк хисле, мөхәббәт тураһында романтик йырҙар һайлаған егеттең псевдонимы ла боронғо грек мифологияһының һөйөү Аллаһы Амурға бағышланған, ә ялғауға үҙенең исеменең тәүге ижеген ҡушҡан. Амур+Рус – бына шулай Руслан үҙенә үҙенсәлекле ҡушамат тапҡан.
Егет клубтарҙа, төрлө тамашаларҙа сығыш яһау менән генә сикләнмәй, ул “Йәшлек-шоу”, “Төрквижн” кеүек абруйлы конкурстарҙа ҡатнашты, күренекле йырсыларҙың маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булды. Тимәк, Руслан бер көнлөк кенә йырсы түгел, егеттә өмөт бар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға