«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Күңелдәргә осҡон һалды ҡурай байрамы



25.04.2014 Күңелдәргә осҡон һалды ҡурай байрамы

Әбйәлилдәр Мәҙәниәт йылында ҡурай, гармун, ҡумыҙ, думбыра кеүек халыҡ музыка ҡоралдарына ла иғтибарҙы көсәйтмәксе
Быйылғы йыл әбйәлилдәр өсөн сағыу, тәьҫораттарға бай мәҙәни саралар менән башланып китте. Бер-бер артлы ғына «Таланттар иле – Әбйәлил», «Еңеү салюты» смотрҙары, «Мин яратам һине, тормош!» фестивале, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы, халыҡ йырҙарын йыйыусы Бибикамал Мәһәҙиева исемендәге призға төбәк-ара йыр бәйгеһе гөрләп үтте. Районда йыр-бейеү, нәфис һүҙ кеүек жанрҙар элек-электән юғары кимәлдә торһа, быйылғы Мәҙәниәт йылында ҡурай, гармун, ҡумыҙ, думбыра кеүек халыҡ инструменттарына ла иғтибар артмаҡсы. Район тарихында тәүге тапҡыр Асҡар музыка мәктәбе базаһында «Башҡорт халыҡ инструменттарында уйнау традицияларын һаҡлау һәм уны артабан үҫтереү» темаһына конференция үтте. Уны район мәҙәниәт бүлеге, бүлек янындағы методик үҙәк һәм музыка мәктәбе етәкселеге ойошторҙо.

Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлшат Зиннәт ҡыҙы Лавренова, конференцияны тантаналы рәүештә асып: «Һәр райондың үҙенә генә хас сәнғәт төрө була. Мәҫәлән, бөрйәндәр – ҡурайсылары, белореттар – хорҙары, баймаҡтар – йырсылары, учалылар бейеүселәре менән дан тота. Әбйәлилдәр, әлбиттә, бөтә жанрҙарҙа ла көслө, әммә быйыл халыҡ музыка ҡоралдарына ла иғтибарҙы арттырасаҡбыҙ», – тине һәм конференцияның эшендә уңыштар теләне.
Конференцияның тәүге өлөшөндә баш­ҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын тергеҙеү һәм уларҙа уйнау буйынса мастер-кластар үтте. Асҡар музыка мәктәбе директоры М. Солтанбаева – ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеү һәм унда уйнау буйынса, уҡытыусы И. Шакиров ҡурайсылар ансамбле менән эшләү алымдары тураһында тәжрибә уртаҡлашты. Шулай уҡ Йәнгел музыка мәктәбе уҡытыу­сылары А. Мөхәмәтшина һәм С. Мырҙа­гилдина ҡумыҙ менән думбыраның килеп сығышы, уларҙа уйнау серҙәре менән бүлеште. Республика ҡурайсылар союзы ағзаһы Р. Баһаув балаларҙы ҡурай уйнарға өйрәткәндә иң беренсе сиратта нимәгә иғтибар итергә кәрәклегенә туҡталды, дөрөҫ итеп тын алыу һәм тауыш ҡуйыу буйынса мастер-класс күрһәтте. Уның кәңәштәре уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла файҙалы булды.
Конференцияның икенсе өлөшөндә Мә­ҙәниәт йылына, милли батырыбыҙ Са­лауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу­ға арналған ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Кон­курсанттар бер оҙон, бер ҡыҫҡа (марш йәки бейеү) көйө уйнаны. Бынан тыш, ҡурайсылар ансамблдәре лә үҙ-ара ярышты. Һөҙөмтәлә ансамблдәр араһында беренсе урынды – Ҡырҙас (етәксеһе М. Ғәб­бәсов), икенсене – Асҡар музыка мәктәбенең «Тамьян» өлгөлө балалар ансамбле (етәксеһе И. Шакиров), өсөнсөнө Буранғол (етәксеһе Д. Ҡадиров) уҡыусылары яуланы. Шәхси беренселектә 16 йәшкә тиклемгеләр араһында гран-при Асҡарҙан Тимур Тайыповҡа, 1-се урын Һәйетҡолдан Фидан Камаловҡа бирелде. Икенсе-өсөнсө урындарҙы И. Ғиниәтов, И. Хәкимов, С. Омор­ҙаҡов, А. Булатов, А. Сәйетғәлин үҙ-ара бүлеште. «Иң йәш ҡурайсы» исеменә Йәнгелдән Мансур Әхмәтов, «Иң оло ҡурайсы» исеменә Әхмәттән 58 йәшлек Миҙхәт Ғәббәсов лайыҡ булды. Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа билдәләнеүсе ҡурайсылар күп булды. Һөҙөмтәлә Р. Баһаув, А. Атанғолов, Д. Ҡадиров, И. Шакировтарҙан торған абруйлы жюри ағзалары уҡыусылар­ҙың сығыштарынан бик ҡәнәғәт ҡалды. Әбйәлил районында ла, бөрйәндәр кеүек, 300 үк булмаһа ла, кәмендә йөҙ ҡурайсынан торған ансамбль ойошторорҙай резерв булыр, тип ышанғы килә. Һәр хәлдә, тәүге тапҡыр ғына үтһә лә, ҡурай байрамы күңелдәргә осҡон һалып, бик күп йәш «йондоҙсоҡ»то ҡабыҙҙы. Ошо арала әбйәлилдәр шулай уҡ гармунсылар бәйгеһе лә үткәрергә йыйына. Тимәк, башҡорт халҡының быуат­тар­ҙан быуаттарға ялғанып килгән бөтә тарихын үҙ көйҙәрендә, моңдарында сағылдырыусы ҡурай ғына түгел, думбыра, гармун, ҡумыҙ кеүек халыҡ музыка ҡоралдары ла Әбйәлил сәхнәләрендә лайыҡлы рәүештә үҙ урынын табасаҡ.

Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВА.
Әбйәлил районы,
Исхаҡ ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға