«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Иртәгә яңы көн тыуасаҡ, ышанайыҡ!



19.04.2014 Иртәгә яңы көн тыуасаҡ, ышанайыҡ!

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында – премьера. Һәләтле режиссер Айрат Әбүшаһманов был юлы йәш яҙыусы Ярослава Пулиновичтың «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» («Жанна, завтра будет новый день») исемле пьесаһын сәхнәләштерҙе.

Иртәгә  яңы көн тыуасаҡ, ышанайыҡ!Селф мейд вумен – бер ниндәй ярҙамһыҙ үҙен-үҙе яһаған ҡатындарҙы американдар шулай тип атай. Оло компанияның етәксеһе, 50 йәшлек ханым нәҡ шундайҙарҙан. Ҡорос холоҡло, бер һүҙле, талапсан етәксе бер ҡасан да үҙенең эске кисерештәрен күрһәтмәй, тирә-йүндәгеләр уның ҡарашынан уҡ ҡурҡып тора. Ләкин тимер ҙә бөгөлә – ғәй­йәр, ҡаты бәғерле ҡатын ҡулы аҫтында эшләгән 28 йәшлек егеткә ғашиҡ була. Яратҡаны өсөн көндән-көн йәшәрергә тырыша, ғөмүмән, мөхәббәттән башын юғалтҡан ханым барыһына ла әҙер. Тик байлыҡ, модалы әйберҙәр, ҡиммәтле бүләктәр, мул тормош ҡына кешене бәхетле итмәй икән шул. Баҡһаң, егет йәш кенә ҡыҙҙы һөйә һәм улар­ҙың бына-бына балаһы тыуасаҡ. Көндәшенә ебәрмәҫ өсөн һөйгәненең аяғына йығылыр­ҙай булһа ла, егет унан баш тарта.

Ҡуртымға алынған ярлы ғына фатирҙа тороусы йәштәрҙең донъяһы түп-түңәрәк. Шулай ҙа тиҙҙән болотһоҙ көндәр артта ҡала – абруйлы ханымдың ҡушыуы буйынса егетте бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар, ғаилә аҡсаһыҙ интегә, тамаҡтары йүнле аш күрмәй. Алдан­ған-хурланған, һалҡын ҡалала бер ниндәй таянысһыҙ тороп ҡалған егеткә яңы тыуған балаһын күтәреп һәм ҡатынын эйәртеп, элекке һөйәркәһенең ишеген ҡағыуҙан башҡа юл ҡалмай…

18 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнгән был спектаклде ҡарағас, тик яҡшыны ғына уйлар­ға, яҡшыны ғына һөйләргә, яҡшы эштәр башҡарырға, тигән һығымтаға киләһең. Автор, йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, факттарҙы дөрөҫ күрһәтә һәм сюжетҡа һала белгән, геройҙар беҙҙе бөгөнгө көнкүрешебеҙ хаҡында асыҡ һәм ғәҙел һөйләшеүгә саҡыра. Әҫәрҙә күп һорауға яуап эҙләргә һәм уйланырға тура килә, ысынында, беҙ заманса йәмғиәттәге ҡаты мөнәсәбәттәргә, уҫаллыҡҡа өйрәнеп бөткән, хатта сыныҡ­ҡан да кеүекбеҙ. Ләкин бер кем дә – һин дә, мин дә, ул да мөхәббәтһеҙ, бәхетһеҙ йәшәргә теләмәйбеҙ, юҡ!
«Ә иртәгә нимә буласаҡ?» – тип һорар ҡыҙыҡһыныусан тамашасы. Яуап ябай ғына: «Ә иртәгә яңы көн тыуыр».

Төп ролдәрҙе Башҡортос­тандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәт Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡор­тостан­дың халыҡ артисткаһы, Б. Йосопова исемендәге премия лауреаты Эльвира Юнысова, йәш артистар Лилиә Ғәлина һәм Руслан Хәйсәров башҡара.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға